Абдусәләмов Солтанморат Әбделмән Улы

Абдусәләмов Солтанморат Әбделмән улы (1870 йылдың декабре — 1938 йылдың 16 майы) — совет дәүләт эшмәкәре, сәйәси золом ҡорбаны.

Абдусәләмов Солтанморат Әбделмән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Абдусәләмов Солтанморат Әбделмән Улы СССР
Тыуған көнө 1870
Тыуған урыны Яманһары, Бахмут ауыл советы, Көйөргәҙе районы
Вафат булған көнө 16 май 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Һөнәр төрө уҡытыусы

Биографияһы

Солтанморат Әбделмән улы Абдусәләмов 1870 йылдың декабрендә Яманһары ауылында (хәҙер — Башҡортостандың Көйөргәҙе районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — башҡорт. Ҡазан уҡытыусылар семинарияһын тамамлаған.

1897—1918 йылдың майына тиклем — Уҫы өйәҙе Ҡарый ауылында урыҫ-башҡорт халыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1917 йылда. — Уҫы өйәҙ земство идаралығы Милли Шура ағзаһы.

1917 йылдың 22 ноябрендә эсерҙар партияһынан Пермь губерна земство управаһына ағза итеп һайлана, ләкин декабрҙә был вазифанан баш тарта.

1918 йылдың июненән — 1919 йылдың июненә тиклем — Уҫы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. Уҫы өйәҙе территорияһында ойошторолған «ҡыҙыл террор»ҙа әүҙем ҡатнашҡан. Бер ни тиклем ваҡыт Түбәнге Новгород губернаһындағы Лукоянов ҡалаһында эвакуацияла була, артабан — РКП (б)-ның Ҡазан губерна комитеты ҡулы аҫтында эшләй.

1919 йылдың июле ахырында Уҫы ҡалаһына әйләнеп ҡайта — Уҫы өйәҙ халыҡ мәғарифы бүлегенең мөдир урынбаҫары һәм мөдире булып эшләй.

1923—1924 йылдарҙа Сарапул округ башҡарма комитеты эргәһендәге милли аҙсылыҡ бүлеге мөдире.

1924 йылдан алып 1927 йылдың 1 мартына тиклем — ВКП (б)-ның Барҙы район комитетының яуаплы секретары һәм район башҡарма комитеты президиумы ағзаһы.

Советтарҙың 2 — 6-сы, 9-сы һәм 10-сы Бөтә Рәсәй съездары делегаты.

1930-сы йылдарҙа — Уҫы районы эшсе-крәҫтиән инспекцияһы контроль комиссияһы рәйесе.

1932—1934 йылдарҙа — Уҫы районы Эшсе-Крәҫтиән Инспекцияһы Контроль Комиссияһының партия тәфтишсеһе.

1933 йылдан төбәк әһәмиәтендәге пенсионер, 2-се төркөм инвалиды була.

1937 йылда Свердловск Урҙа (Ордынский) районы Ҡарый ауылына күсә.

1937 йылдың 19 июлендә яҙған ялыуында, диетала булғанлыҡтан, «ярым ас тормош көтәм» ти, 3-4 ай пенсия алмауын белдерә.

1938 йылдың 16 февралендә ҡулға алына. 13 майҙа юғары яза — атыу тураһында хөкөм сығарыла һәм 16 майҙа атып үлтерелә.

«Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе башҡорт ауылдары тураһында этнографик яҙмалар» тигән хеҙмәттең авторы.

Делегат булып һайланыуы

Советтарҙың Бөтә Рәсәй съездарына делегат итеп һайлана:

  • II съезға — 1917 йылдың октябрендә
  • III съезға — 1918 йылдың ғинуарында
  • IV съезға — 1918 йылдың мартында
  • V съезға — 1918 йылдың мартында
  • VI съезға — 1918 йылдың ноябрендә
  • IX съезға — 1921 йылдың декабрендә
  • X съезға — 1922 йылдың декабрендә
  • Советтарҙың I съезы делегаты

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Tags:

Абдусәләмов Солтанморат Әбделмән Улы БиографияһыАбдусәләмов Солтанморат Әбделмән Улы Делегат булып һайланыуыАбдусәләмов Солтанморат Әбделмән Улы ИҫкәрмәләрАбдусәләмов Солтанморат Әбделмән Улы ҺылтанмаларАбдусәләмов Солтанморат Әбделмән Улы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

8 июньАнталья2009 йылҠаҙағстан1903 йылДәүләкән педагогия училищеһыНемец теле4 ғинуарЛивияЭстонияБиблияЙыһаншин Азат Надир улыОктябрь революцияһыҠазан губернаһыҺиндостанФукидидКамбоджаНовосибирскҠурайРус телеҠандракүл (тәбиғәт паркы)Башҡорт дәүләт университетыИген культураларыАрхеологияИхтиандр3 майХоккайдоЮнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙыМәтәлБөйөк француз инҡилабыТелевидениеЕрФлорида2020 йылТалҡаҫБашҡорт телеСәғәт бүлкәтеСырЭтнологияЗагребПортугал телеЙылҡысыҡҡанкүлВКонтактеАмерикаТермодинамика тарихыВанкуверИспанияҮтә бейек йорттарСловак телеКамалов Ринат Әлтәф улыСофияВикимедиа хәрәкәтеБейсболМөхәммәт ИҡбалЛюдвиг ван БетховенАманат (журнал)Ырымбур өлкәһеГуамТәүлек🡆 More