Йыл — ваҡытты үлсәү берәмеге, тарихи күпселек мәҙәниәттәрҙә миҙгелдәр алмашыныуының бер тапҡыр ҡабатлана торған (яҙ, йәй, көҙ, ҡыш) циклы.
Күпселек илдәрҙә йылдың календарь оҙайлылығы Ерҙең Ҡояш тирәләй бер тапҡыр әйләнеп сығыуына тиң, яҡынса 365,242199 тәүлеккә тура килә. Хәҙерге ваҡытта йыл шулай уҡ планетар системаларҙа йондоҙҙарҙың планеталар тирәләй, атап әйткәндә, Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеүен ваҡытлыса ҡылыҡһырлау сифатында ҡулланыла..
Рәсәйҙә «йыл» рус һүҙе 1700 йылда (быға тиклем нисә «йыл» үткәнен һанағандар) григориан календарын индергәндән бирле ҡабул ителгән. Был һүҙ үҙе праслав. *godъ (сағыштыр иск.-слав. годъ «ваҡыт, йыл»). *Godъ лексемаһы, моғайын, праслав. *goditi — «ярау, ҡәнәғәтләндереү» мәғәнәһенә тиңләштерелә. Шуның өсөн тәүҙә *godъ күп ваҡытта «мәл, сәбәп йәки һылтау, уңайлы ваҡыт» тигәнде аңлатҡан, ә һуңғараҡ фәҡәт «ғөмүмән ваҡыт» мәғәнәһендә ҡулланыла башлай. *Godъ,күрәһең, үҙ аллы этимологияға эйә түгел, һәм уның герман телдәренән, йәнәһе, метатеза юлы менән *dogъ (немец телендәге Tag — «день» һүҙенә туғандаш) килеп сыҡҡан тигән теория бик икеле. Шулай уҡ *godъ һүҙен грек телендәге αγαθóς — «яҡшы» йәки боронғо һинд gádhyas — «кемде ныҡ тотор кәрәк, шул» һүҙе менән сағыштырыу теориялары ла шикле. Һинд-европа телдәрендәге *goditi һүҙе, ғәмәлдә, праславян *godъ һүҙенә тура килмәй.
«Лет» (Ҡалып:Lang-cu2) һүҙен күплектә ҡулланыу 1700 йылға тиклем ҡабул ителгән ваҡыт үлсәме менән бәйле. Йәғни, лето (йыл мәле) нисә тапҡыр ҡабатланғанын иҫәпләгәндәр. Мәҫәлән, 10 йыл үтте ти, тимәк, 10 тапҡыр йәй (лето) ҡабатланған. Артабан «лето» һүҙе уртаҡлыҡ мәғәнәһендә һәм ваҡыт арауығын (хәҙер «год» йәки «йыл») билдәләү өсөн ҡулланғандар. Ҡалып:Lang-cu2 һүҙенең килеп сығыуы аныҡ билдәләнмәгән.
«Год» һүҙенең инглиз варианты year боронғо инглиз теленең уэссек диалектына gē(a)r (jɛar) һәм артабан прагерман теленең *jǣram *jǣram (*jēram) барып тоташа. Боронғо үрге немец теле jar, боронғо скандинав ár һәм гот jer телдәре һәм немец теле һүҙҙәре Jahr праһинд теленең *yērom «йыл, миҙгел» һүҙенә барып тоташа. Башҡа тап килеүсе һүҙҙәр - авестий һүҙе yare «год», боронғо грек һүҙе ὥρα «йыл, миҙгел, ваҡыт периоды» (шунан hour «сәғәт»), иҫке славян һүҙе jaru һәм латин һүҙе hornus «быйылғы».
Латин Annus (икенсе склонение мужской род исеме; annum — винительный падеж, берлектә; anni берлектә родительный падеж һәм күплектә именительный падеж; anno берлектә дательный һәм творительный падеждар) праһинд телендәге Ҡалып:PIE, шулай уҡ гот һүҙе aþnam «год» исеменән килеп сыҡҡан.
Һәм *yē-ro- һәм *at-no- һүҙҙәренә ярашлы, хәрәкәтте сағылдырған тамырға нигеҙләнгән *at- и *ey-, дөйөм алғанда, улар «китеү, барыу» тигәнде аңлата.
«Йыл»ды аңлатҡан латин һүҙенә vetus «иҫке» (рус «ветхий, ветошь» һүҙҙәре менән сағыштыр) туғандаш грек һүҙендә ἔτος, санскритта vat-sa- IAST «бер айлыҡ (быҙау)» һәм vat-sa-ras IAST «год» был мәғәнәне һаҡлаған праһинд-европа телендә *wetus- «год»:
Латин теле annus һүҙенән бер нисә рус һүҙе миллениум (меңйыллыҡтар араһы), аннуитет һ.б. барлыҡҡа килгән.
Йылды Ерҙең Ҡояш тирәләй орбиталь әйләнеүе менән бәйле бер нисә астрономик ваҡиғаның ҡабатланыу осорона нигеҙләнгән астрономик билдәләү. Тәүлектә сағылған дәүерҙәр периоды матди һандарҙан тора, йәғни тәүлектең бөтөн һанын тәшкил итмәй. Календарь йылдар, киреһенсә, хужалыҡ эштәрен тәьмин итеү өсөн, — тәүлектең бөтөн һанын ғына тупларға тейеш.
Түбәндә астрономияла ҡулланылған йылдың төрлө төр билдәлмәләре килтерелгән. Тәүлектең атом ваҡытына бәйләнгән 86 400 секунд СИ өлөштәрен бөтә ерҙә лә эфемерид тәүлек тип аңлаталар. Бындай төгәлләү кәрәк, сөнки тәүлектең астрономик күҙәтеүҙәргә (уртаса ҡояш тәүлектәре, йондоҙ тәүлектәре һ.б.) ҡоролған бер нисә билдәләмәһе бар. Т символы менән үткән J1900 (1900 йылдың 0 ғинуары, эфемерид ваҡыттың 12 сәғәте, йәғни Гринвич буйынса 1899 йылдың 31 декабре көн үҙәге (төш ваҡыты) дәүеренән үткән ваҡыт, һәм ул юлиан быуаттарында (36 525 тәүлек) сағылған.
Түбәндә күрһәтелгән Т бәйләнгәнлеге менән сағылған төрлө йылдарҙың оҙайлылығы сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт арауығында (башланғыс осорҙан бер нисә быуат тәртибендә), был бәйләнеште әлегә яҡынса һыҙыҡлы тип иҫәпләгәндә генә эшләй.
Шулай итеп, аномалистик та, тропик та, аждаһа йылдарын да сидерик йыл билдәләнгән инерциаль системаға ҡарата мөйөш тиҙлеге менән әйләнеүсе инерциаль булмаған системаларҙа һанау билдәләнгән.
Теүәл иҫәп алып барыу маҡсатында күпселек илдәрҙә ҡулланылған календарь йыл 365 көндән тора, бындай йыл ябай йыл тип атала. Һәр дүрт йыл һайын 366 көнлөк йыл, йәки кәбисә йыл була. Григориан һәм Юлиан календарҙарында кәбисә бүлмаған ябай йылдарҙа 365 тәүлеккә һәм кәбисә йылдарҙа 366 тәүлеккә тиң. Григориан календарында йылдың уртаса оҙонлоғо 365,2425 тәүлек һәм юлиан календары өсөн — 365,25 тәүлек тәшкил итә.
Ислам календарында календарь йылда 353, 354 йәки 355 тәүлек — 12 ай айы. Йылдың уртаса оҙонлоғо — 354,37 тәүлек, һәм был тропик йылдан һиҙелерлек кәмерәк, һәм шуның өсөн мосолман байрамдары йыл миҙгелдәре буйлап «күсеп йөрөйҙәр».
Йәһүд календарында календарь йыл ябай йылда 353, 354 йәки 355 тәүлек һәм кәбисә йылда 383, 384 йәки 385 тәүлек. Йылдың уртаса оҙонлоғо — 365,2468 тәүлек, һәм был тропик йылға яҡын.
Ер орбитаһы параметрҙары һәм уның әйләнеү үҙәгенең эклиптикаға ҡарата ориентацияһы ваҡыт үтеү менән яйлап үҙгәгәнлектән, йылдың был билдәләмәләре еңелсә айырыла. Әгәр ҙә Ерҙең Ҡояшҡа ҡарата (ҡояш календарҙары) йәки Ай һәм Ҡояштың Ергә ҡарата үҙ-ара урынлашҡан (ай-ҡояш календарҙары) тәүлек әйләнешенә бәйле булһа, ситуация ҡатмарлаша. (Теләһә ниндәй билдәләмәлә лә) Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеш осоро, Ерҙең Ҡояшҡа ҡарата күсәр әйләнешенең уртаса осоро (уртаса ҡояш тәүлектәре) һәм Айҙың Ер тирәләй әйләнеш осорҙары (сидерик, синодик, аждаһа айҙары) дөрөҫ пропорцияларҙа ярашмағанлыҡтан, тәбиғи астрономик циклдарға (йыл, ай айы, ҡояш тәүлектәре) нигеҙләнгән ваҡыт һанау берәмектәренең үлсәнешлелеген һаҡлау маҡсатында, бөтә булған календарҙарға теге йәки был төҙәтмәләр (кәбисә көндәр, өҫтәмә айҙар һ.б.) индерергә тура килә.
Бик боронғо замандарҙан алып ваҡытты үлсәгәндәр, бының өсөн билдәле бер дәүер һайын ҡабатланған ваҡиғалар файҙаланылған. Көн менән төндөң алмашыныуы кешеләргә тәүлек, Ай фазаларының алмашыныуы — айҙар, ә миҙгелдәр алмашыныуын — йыл тип һанау мөмкинлеген биргән. Кешеләр тарафынан ваҡыт арауығын һанау буйынса бик күп ысулдар булдырылған. Был күп төрлөлөк һанауҙың төп берәмектәре араһында ҡәтғи нисбәт булмауы менән аңлатыла. Ҡояш сығышы һәм байышы, Айҙың бер төрлө фазалары араһындағы араһы — синодик ай, күк йөҙөндә Ҡояш торошон ҡабатлау — тропик йыл сағыштырһығыҙ була. Кешеләрҙең һанау нигеҙе итеп нимә алыуына бәйле теге йәки был календарь булдырыла.
Йылиҫәп менән бәйле бурыс иң борон замандарҙан алып, беренсенән, тәбиғәт ваҡиғаһының ҡабатланыу мәлен дөрөҫ билдәләү, ә икенсенән, тәбиғәт күренештәре менән дөрөҫ тура килгән билдәле ваҡыт арауығын бөтөн состав өлөштәргә бүлеү һәм билдәле шундай эҙлеклелек системаһын билдәләү мөмкинлеген биргән. Шулай уҡ йылиҫәп өсөн һанау нөктәһен һайлау мөһим. Тәүҙәрәк кешеләр берләшмәһендә бының өсөн теге йә был мөһим ваҡиға ҡабул ителгән.
Был билдәләмәләрҙә 1 тәүлек 86 400 (24×60×60) с тигеҙ, ә секунд бер ниндәй ҙә астрономик осор менән бәйләнмәгән атом стандартына нигеҙләнеп билдәләнгән Халыҡ-ара берәмектәр системаһы берәмеге (СИ). Бындай дөрөҫләү мөһим, сөнки, мәҫәлән, уртаса ҡояш тәүлеге һәм улар аша билдәләнгән секунд даими дәүмәл түгел.
Ҡайһы саҡта (сит ил ғилми әҙәбиәтендә — йыш, рус телендәге ғилми хеҙмәттәрҙә — һирәк) ҡабатлы берәмектәр: килойыл, мегайыл, гигайыл һ. б. (шуға ярашлы мең, миллион, миллиард… йыл) ҡулланыла, һанау формаһында һан һүҙ төркөмө менән ҡулланыла: «килойыл», «мегайыл», «гигайыл» (мәҫәлән: биш мегайыл). Рус телендәге хеҙмәттәрҙә бындай берәмектәрҙе ҡулланыу «Рәсәй Федерацияһында ҡулланыу рөхсәт ителгән үлсәү берәмектәре тураһында положение»ла яҙылғанса, йыл (мәҫәлән, аҙна, ай, быуат, меңйыллыҡ) ваҡыт берәмеге СИ приставкалары, ҡабатлы һәм өлөшлө приставкалар менән ҡулланыла алмай йәғни уға ҡапма-ҡаршы килә. Бынан тыш, ун йыллыҡ (декада), меңйыллыҡ (быуат) һәм меңйыллыҡ үлсәмдәре ҡулланыла. «Ярты йыллыҡ» һәм «кварта́л»дан башҡа, өлөшлө берәмектәрҙе ҡулланыу теркәп яҙып ҡуйылмаған.
Йөҙ йыл сиктәрендә год һәм лет һүҙҙәрен ҡулланыу:
Йылдың ваҡыт берәмеге булараҡ дөйөм ҡабул ителгән символы юҡ. Халыҡ-ара үлсәү системаһы йыл өсөн бер ниндәй ҙә шартлы тамға индермәгән. Стандарттар һәм технологиялар Милли институты стандарттары(NIST) SP811 һәм Стандартлаштырыу буйынса халыҡ-ара ойошма (ISO) 80000-3:2006 латин һүҙенән: annus ҡыҫҡартылған a символын ҡуллана .
Ниглиз телендәге хеҙмәттәрҙә ҡайһы берҙә «y» йәки «yr» аббревиатураһы ҡулланыла, бигерәк тә геологияла, археологияла һәм палеонтологияла, уларҙа «kyr, myr/m.yr/m.y., byr/b.yr/b.y.» ҡыҫҡартыуҙары (шуға ярашлы, мең, миллион һәм миллиард йылдар) һәм шуларға оҡшаш тамғалар ҡайһы берҙә формаль булмаған осраҡтарҙа ваҡыт интервалдары оҙайлығын күрһәтеү өсөн ҡулланыла .
NIST SP811 стандарттары и ISO 80000-3:2006 a символын ҡулланыуҙы тәҡдим итә (a шулай уҡ ар майҙан берәмеге итеп ҡулланылһа ла, әммә ҡулланыу контексы ғәҙәттә ыл үлсәүҙәрҙе еңел айырыу мөмкинлеген бирә).
Үлсәү берәмектәрен унификациялап билдәләү йәки АҠШ стандарты (Unified Code for Units of Measure) ISO 1000, ISO 2955 and ANSI X3.50 стандарттарында күрһәтелгән төрлө символдар араһындағы төрлө мәғәнәлелекте юҡҡа сығара, ҡулланыу юлдары:
Теоретик һәм прикладная химия халыҡ-ара союзы һәм Геология фәндәре халыҡ-ара союздарының берлектә ҡабул ителгән билдәләмәһе йыл өсөн 2000 йылда тропик йыл тип аныҡланған annus (a ҡыҫҡартыуы) ҡулланыуҙы тәҡдим итә: a = Ҡалып:Gaps тәүлек = Ҡалып:Gaps секунд.
Геофизиктар араһында a-ны фәҡәт «йыл элек» әйтелештәре өсөн, ә y йәки yr — бер йыл арауығына ҡулланыу тураһында алдараҡ килешелгәнгә бындай нотация ҡаршылыҡлы була.
Түбәндәгенән сығып, тоташтырыусы һуҙынҡы ҡыҫҡарған берәмектәрҙең альтернатив формалары ҡулланылыуы мөмкин, мәҫәлән, kilannum, megannum һ.б.:
Фискаль (финанс) йыл — бизнеста һәм башҡа ойошмаларҙа ҡулланылған йыллыҡ финанс күрһәткестәрен иҫәпләп сығарыу һәм финанс иҫәп-хисап эшләүҙе формалаштырыу. Күп илдәрҙә шуға оҡшаш отчёттарҙы һәр ун ике ай һайын сығарыырға ҡушҡан закондар бар. Финанс йылының календарь йылға тап килеүе мотлаҡ түгел, йәғни мотлаҡ 1 ғинуарҙан башланып 31 декабрҙә тамамланмауы ла мөмкин, әммә АҠШ һәм Бөйөк Британияның, Рәсәйҙәге кеүек, күпселек эре компаниялары өсөн фискаль йыл календарь йылға тиңдәш. Төрлө илдәрҙә төрлө формалағы ойошмалар өсөн финанс йылының төрлө варианты булыуы мөмкин. Шулай уҡ фискаль йыл һалым иҫәп-хисап эшен биреүгә ҡулланылыуы мөмкин. Күп уҡыу йорттарының финанс йылы йәй (уҡыу йылы бөтөү менән бергә) тамамлана. Ҡайһы бер медиа-ойошмалар үҙҙәренең финанс йылы базаһы булараҡ теле-, радиопрограммалар һәм реклама хәбәр итеү календарын файҙалана.
Төрлө уҡыу йорттарында уҡыу процесын ойоштороу маҡсатында уҡыу йылы ҡулланыла. Уҡыу йылы ағымында мәктәптең бер класында, юғары уҡыу йәки урта махсус уҡыу йортоноң бер класында уҡытыу алып барыла. Күпселек уҡыу йорттарында уҡыу йылы иртә көҙҙән башлана һәм иртә йәй тамамлана. Уҡыу йылында уҡыу һәм каникул ваҡыттары бар. Уҡытыу программаларын төҙөгәндә уҡыу йылына бүлеү иҫәпкә алына.
«Йыл» Ергә генә ҡарата түгел, Йыһандың башҡа объекттарына ҡарата ла ҡулланыла. Мәҫәлән, Ҡояш системаһының беҙҙең Галактика (Ҡош юлы) үҙәге эргәһендә бер әйләнеш яһау осоро галактик йыл тип атала. Йыл тип шулай уҡ ниндәй ҙә булһа есемдең сидерик осоро атала, бындай осраҡта, мәҫәлән, марс йылы, юпитер йылы һ.б. тиҙәр.
Яҡтылыҡ йылы — (бында күрһәтелгән башҡа үлсәү берәмектәренең барыһынан да айырмалы рәүештә), яҡтылыҡтың бер йылда үткән арауығына тиң системанан тыш арауыҡты үлсәү берәмеге.
Йыл даими ҡабатланып тороу менән бәйле бик күп төрлө күренештәрҙе һанап китергә була. Мәҫәлән, йылға ташыу, сәскә атыу, ҡоштарҙың йыл һайын йылы яҡҡа китеүе һәм әйләнеп ҡайтыуы, теге йәки был саралар үткәреү. Ҡайһы бере өсөн «сезон» һүҙе ҡулланыла, мәҫәлән, спорт сезоны (Season sports), телесериалдар күрһәтеү сезоны, театр сезоны.
год Викиһүҙлектә | |
Йыл Викидәреслектә | |
Год Викиөҙөмтәлә | |
Йыл Викимилектә |
Ҡалып:Үлсәү берәмектәре һәм ваҡыт стандарттары
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Йыл, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.