Сеймал Тәмәке

Тәмәке (лат. Nicotiána) — ғәҙәти тәмәке һәм тилебәрән төркөмөнә ҡараған тәмәке төрҙәренең киптерелгән япраҡтары.

Наркотик матдә булараҡ ҡулланыла. Уны тартыу, сәйнәү, еҫкәү бәйлелеккә килтерә. Тәьҫир итеүсе өлөшө — алкалоид никотин.

Тәмәке
Рәсем
Водный след 2925 cubic metre per ton
Сеймал Тәмәке Тәмәке Викимилектә

Тарихы

XVI быуатҡа тиклем тәмәке тик Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала ғына үҫә. 1556 йылда Андре Теве уның орлоғон Бразилиянан Францияға алып килеп сәсә. 1560 йылда тәмәке испан короле Филипп II һарайында декоратив үҫемлек булараҡ ҡулланыла. Португалиялағы француз илсеһе Жан Вильман Нико Испаниянан Парижға еҫкәй торған тәмәке алып ҡайта һәм был бик тиҙ модаға инә. Тәмәке тартыу 1565 йылда һуң инглиздәрҙән тарала башлай. 150 йыл эсендә тәмәке Евразия буйлап таралып, Африкаға килеп етә.

1600 йылда Испаниялағы Америка колонияларында тәмәке плантациялары күренә башлай. 1612 йылда Джон Ролф Англия колонияһы Джеймстаунда (Виргиния) тәүге уңыш йыя һәм ул тәмәкене виргин атамаһы менән йөрөтә башлайҙар. 10 йылдан һуң тәмәке төп экспортҡа әйләнә, уны хатта сауҙала алыш-биреш өсөн ҡулланалар.

Хәҙерге ваҡытта тәмәке күп илдәрҙә үҫтерелә. Ҡайһы бер тәмәке төрҙәренең киптерелгән япраҡтары тартыу өсөн ҡулланыла.

Тәмәке үҫтереү

Сеймал Тәмәке 
Фермер тәмәке үҫемлеген тикшерә (Чатем Виргиния штаты Chatham, Virginia)
Сеймал Тәмәке 
Тәмәке баҫыуы. Андорра
Сеймал Тәмәке 
Тәмәке япраҡтарын киптереү

Тәмәке культураһы өсөн түбәндәгеләр мөһим сорттар булып иҫәпләнә:

  • Киң япраҡлы, йәки мэриленд (Nicotiana macrofilla) тәмәкеһе. Ул ҡыҙыл сәскәле, сағыштырмаса оҙон көпшә һымаҡ тажлы, япраҡ пластинаһы киң, япраҡ үҙәгенән ян-яҡҡа табан һуҙылған һыҙаттары төп һыҙатҡа перпендикуляр урынлаша.
  • Виргин тәмәкеһе (Nicotiana tabacum) — алһыу сәскәле, көпшәгә оҡшаш, әммә осло тажлы, япраҡтары оҙонса-ланцетҡа оҡшаш;
  • Ғәҙәти махорка (Nicotiana rustica), сәскәләре һарыраҡ, тажы ҡыҫҡа көпшәле һәм йомро ҡалаҡбашлы, япраҡтары йомортҡаға оҡшаған, тар, осо тупаҡ, асыҡ һабаҡлы, япраҡ һыҙаттары урталағы һыҙатҡа тура мөйөш хасил итеп тоташмай.
  • Бик һирәк үҫтерелә: ҡыҙҙар тәмәкәһе (Nicotiana glutinosa) һәм бөҙрә тәмәке (Nicotiana crispa).

Тәмәке япраҡтары тартыу, еҫкәү һәм сәйнәү өсөн ҡулланыла; тәүге осраҡ өсөн ике сорт: сигара һәм папирос сорттары ҡулланыла; сигара сортына ҡарағандары сигара итеп урауға уңайлы булһын өсөн киң япраҡлы, йөҙө шыма булыуы менән айырыла. Яныусанлыҡ сифаты тәмәкенең өҫтөнлөктәрен билдәләү өсөн бик мөһим. Япраҡтарҙа бик еңел иреп барған хлорлы тоҙҙарҙың булыуы тәмәкенең тотош янып бөтөүенә ҡамасаулай. Бындай тоҙҙарҙың тәмәке составында күберәк йәки әҙерәк булыуы уның сифатын билдәләй ҙә инде. Еңел яныусанлыҡ үлән үҫкән тупраҡҡа, индерелгән ашламаларға һәм климатҡа бәйле. Япраҡтарына хуш еҫ биреү өсөн ҡайһы берҙә тәмәкене төрлө ыҫмалалар, ваниль, бөтнөк, сәй менән бергә ҡайнаталар; зәһәрлеген кәметеү өсөн дә төрлө йомшаҡ кислоталар ҡулланыла

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә тәмәке 55-се параллелдән төньяҡҡараҡ үҫтерелмәй; уны айырым участкаларҙа йәки башҡа үҫемлектәр менән бергә лә үҫтерәләр, сөнки тәмәке үләне был үҫемлеккә яҡшыраҡ үҫергә булышлыҡ итә. Хуш еҫлерәк сорттарҙы алыу өсөн тәмәкене ғәҙәттә яңы ергә ултырталар, йәки пар ерҙәренә һәм ужым культураларынан йәки тупраҡта тәмәке үҫентеһенә кәрәк булған файҙалы матдалар ҡалдырған үҫемлектәрҙән һуң сәсәләр. Әммә тәмәке үҫентеһен калий ашламаһын үҙләштергән сөгөлдөр, картуфтан һуң ултыртырға ярамай; тәмәке ултыртыласаҡ тупраҡҡа тиреҫ ашламаһын индергән осраҡта киләһе йылына был ергә тик кукуруз ғына ултыртырға ярай. Тәмәкене ҡара тупраҡҡа, составында эзбиз, калий һәм тупраҡ азоты булған ергә сәсеү мул уңыш бирәсәкя.

Һыйыр малдары тиҙәге — тәмәке үҫентеләре өсөн иң яҡшы ашлама. Көнбағыштың көлө лә тәмәкегә яҡшы үҫеп китергә булышлыҡ итә. Ҡош тиҙәге, төпрә лә был үҫемлек өсөн яҡшы ашлама. Тиҙәк менән бергә тиҙәк һарҡындыһы ла ашлама булараҡ ҡулланыла.

Тәмәке үҫентеһенең үҫеү ваҡыты оҙайлы, шуға тәүҙә уның орлоғон үрсеткескә сәсәләр, аҙаҡ плантацияларға сығарып ултырталар. Үрсеткес өсөн һыуыҡ елдәрҙән ышыҡланған урынды, плантацияларҙы ла ҡояш нурҙары мул төшкән көнбайыш йәки көньяҡ битләүҙәрҙе һайлайҙар. Тәмәке орлоҡтарының шытып сығыу сифаты бик оҙаҡ һаҡлана, шуға ла үткән йылғы орлоҡтарҙы ла файҙаланырға була. Тәмәке орлоҡтары бик ваҡ булғанға күрә тигеҙ итеп сәсеү өсөн сәсеү материалына бысҡы онтағы, көл өҫтәлә, артабан ул тупраҡҡа бер тигеҙ итеп һибеп сығыла. Профессор Будрин Пётр Васильевич шыттырылған орлоҡто сәскәндә көл ҡулланмаҫҡа, тип тәҡдим итә, сөнки көлдәге һелте шытымдарҙы юҡҡа сығара. Орлоҡтарҙың үҫеп китеүен тиҙләтеү маҡсатында шытымдарҙы, 20-25 градуслы тупраҡта 1,5 — 2 һыҙатҡа еткәнсе үҫтереп, үрсеткескә сығарып ултырталар. Сәселгән ер өҫтөнә компост йәки ағас күмере һибелә.

Ҡоротҡостар һәм сирҙәр

Тәмәке плантацияларына рябуха сире ныҡ зыян килтерә. Үҫемлек япраҡтарында аҡ һәм ҡыҙыл-һары таптар хасил булыуы уның ошо сир менән зарарланыуын күрһәтә; бындай таптар, ғәҙәттә, түбәнге япраҡтарҙа башлана, артабан үҫемлектең башҡа япраҡтарын да зарарлай. Рябуха — йоғошло ауырыу түгел, ул япраҡ туҡымаһында һыуҙың үтә күп парға әйләнеүе йоғонтоһонда физиологик процестарҙың боҙолоуынан хасил була. Һауалағы дымлылыҡ һәм ҡоролоҡтоң тиҙ арала үҙгәреүенә дусар булған үҫемлектәрҙең ошо сир менән ауырыуы ихтимал; шулай уҡ тупраҡҡа туҡлыҡлы матдәләрҙең, мәҫәлән, фосфор кислотаһының, тигеҙ генә миҡдарҙа даими рәүештә килеп тормауы ла үҫемлектең рябуха менән сирләүенә килтерә. Тимәк һауа температураһы һәм дымлылыҡтың бер кимәлдә һаҡланыуын тәьмин итеп һәм дөрөҫ сәсеү әйләнешен булдырып, был сир менән һөҙөмтәле көрәшергә мөмкин.

Тәмәке мозаикаһы вирусы йәки, Ҡырым плантаторҙары әйткәнсә, бозух сире лә тәмәке үҫентеһенә ҙур зыян килтерә. Был ауырыу башланған мәлендә рябухаға оҡшаш була: үлтыртҡандан һуң 2-3 аҙна үткәс, үҫемлек япраҡтарында асыҡ һары һәм ҡара йәшел таптар хасил була; улар беренселәренә ҡарағанда тиҙерәк үҫә һәм үлән бете (тля) менән зарарланғандағы кеүек ҡабараңҡы йомшаҡ күперектәр барлыҡҡа килә. Был сир менән йәш үҫентеләр сирләүсән. Мозаика сире — зарарлы вирус сире. Шуға ла был сир менән зарарланған үҫемлекте ҡаҙып алып яндырырға кәрәк, шул юл менән генә унан ҡотолоп була. Юғиһә ул бөтә плантацияны тиҙ арала ялмап аласаҡ.

Тәмәке үҫентеһе пепелица сире менән дә ауырый. Был сир үҫентелә үтә дымлы ваҡытта, ғәҙәттә июль, август айҙарында, плантацияның күләгәле урынында барлыҡҡа килә. Түбәнге япраҡтарҙың өҫкө яғында саҡ һиҙелерлек сабыртма, йәки үңәҙ хасил була, һәм уның тиҙ арала бөтә плантацияға таралыуы ихтимал. Был сир андыҙ, дегәнәк кеүек дарыу үләндәренә лә күсә ала. Уларҙың япраҡтарына, олонона йәбешеп, ҡыш сыға һәм мәле етеү менән тәмәке плантацияларына күсә. Сирҙең таралыуына үҫентеләрҙе бер-береһенә бик яҡын ултырытыу булышлыҡ итә. Үҫемлектә был сир сабыртмалары хасил булыу менән, беренсенән, үҫемлектәрҙе һирәкләргә, артабан уларҙы йыйып алып яндырырға кәрәк.

Тәмәкене эшкәртеү

Сеймал Тәмәке 
Тәмәке япраҡтарын пилондарҙа ферментациялау
Сеймал Тәмәке 
Ут ярҙамында мейестәрҙә тәмәке киптереү, Вьетнам

Үҫемлекте йыйып алғандан һуң туранан-тура ҡояшта йәки йылытылған махсус бинала (утлы киптергестәрҙә) киптерәләр ферментациялайҙар. Тәмәкене ферментациялау уны киптереү менән бергә башҡарыла. Уның барышында өйөмгә һалынған йәшел япраҡтарҙың серемәүен даими күҙәтеп торорға кәрәк. Ғәҙәттә был эште бик тәжрибәле кешегә генә йөкмәтәләр. Тәмәкене киптереү өсөн ғәҙәти лапаҫ аҫтына услам-услам итеп бәйләп элеп ҡуялар йәки даими елләтеү мөмкинлеге булдырылған махсус биналларға урынлаштыралар. Тәмәке япраҡтарын, сыбыҡҡа теҙеп, китергес ҡорамалында ла киптерергә мөмкин. Япраҡтарҙағы дымлылыҡ яҡынса 18 процентҡа тиклем кәмегәс, киптереү процедураһы тамамлана, һәм бөтә киптерелгән материал ферментациялау өсөн өйөмдәргә өйөп ҡуйыла. Артабан бәләкәй өйөмдәрҙе бер-береһенә ҡушып, эре кагаттарға һалалар. Был ҙур өйөмдәрҙә улар, сифатын юғалтмайынса, бер нисә йыл буйы һаҡлана ала.

Халыҡ-ара тәмәке баҙары

2017 йылға Нидерланд 14 % ($873 млн АҠШ доллары йәки 14 %), Германия 13 % ($828 млн АҠШ доллары), Италия 11 % ($722 млн АҠШ доллары), Польша 9 % ($562 млн АҠШ доллары) иң эре импортлаусылар (донъя импорты өлөшөнән процент күрһәтелә); Япония 15 % ($931 млн АҠШ доллары), Германия 7 % ($438 млн АҠШ доллары), Алжир 6 % ($377 млн АҠШ доллары), Франция 5 %($338 млн АҠШ доллары) һәм Бөйөк Британия 5 % ($306 млн АҠШ доллары) төрлө сигаралар, сигареллалар, сигареттар, шулай уҡ экстраттар, эссенцияларҙы индереп, эшкәртелгән тәмәкене иң эре экспортлаусылар (донъя экспорты өлөшөнән процент күрһәтелә).

Тәмәке сеймалы донъя баҙарында 2017 йылда әүҙем һатылыусы тауарҙар араһында 278 урынды биләй. 2017 йылда Бразилия ($1,99 млрд долл. АҠШ), АҠШ ($997 млн долл. АҠШ), Зимбабве (АҠШ $977 млн доллар), Һиндостан ($657 млн АҠШ доллары) һәм Ҡытай ($654 млн долл. АҠШ) Тәмәке сеймалын иң эре экспортлаусылар була. Бельгия һәм Люксембург (барлығы $1,36 млрд долл., АҠШ), Ҡытай ($1,21 млрд долл. АҠШ), Германия ($792 млн АҠШ доллары), АҠШ ($653 млн долл. АҠШ доллары) һәм Рәсәй ($600 млн долл. АҠШ) — иң эре импортлаусылар.

Тәғәйенләнеше буйынса тәмәке төрҙәре

  • Сигарет
  • Сигара
  • Еҫкәү (снафф)
  • Сәйнәү
  • Төтөнһөҙ

Тәмәке изделиелары

  • Тартыу өсөн: папиростар, сигареттар, сигарилдар, сигаралар.
  • Еҫкәү өсөн: снафф.
  • Һурыу өсөн: насвай, снюс.
  • Сәйнәү өсөн.
  • Тәмәке стиктары.

Шулай уҡ ҡара

  • Тәмәке тартыу

Иҫкәрмәләр

Tags:

Сеймал Тәмәке ТарихыСеймал Тәмәке Тәмәке үҫтереүСеймал Тәмәке Тәмәкене эшкәртеүСеймал Тәмәке Халыҡ-ара тәмәке баҙарыСеймал Тәмәке Тәғәйенләнеше буйынса тәмәке төрҙәреСеймал Тәмәке Тәмәке изделиеларыСеймал Тәмәке Шулай уҡ ҡараСеймал Тәмәке ИҫкәрмәләрСеймал ТәмәкеЛатин телеНикотин

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Йосопов Тимербай Йосоп улыҺүҙ төркөмдәреҠыҙыл байраҡҠылым замандарыЯпон телеЕнси акт18 апрельХажАҡмуллаРәхимғолова Фәүзиә Абдулла ҡыҙыЭкологияГерманияВолейболӘминев Әмир Мөхәмәт улыИбн әл-ХайсамКишерШифалы ромашкаИр енес ағзаһыҠымыҙҠаҙаҡ телеСалауат Юлаев музейыТим Бернерс-ЛиКайдаткаYouTubeМиәкә районыБашҡорт халыҡ йырҙарыХайуандарТаиландHej, sokołyXII быуатПоляк себерлеләреБашҡорт халыҡ әкиәттәреҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүИнглиз телеБашҡорт милли кейемеСтивен СпилбергЯблонский Всеволод СергеевичБашҡортостанда мистик урындарИранМона ЛизаХимияКислоталарТамил телеЭлектрон почтаМысырСәскәВаршаваБашҡортостандың халыҡ шағирыЭпитетНаполеон IКиҫәксәЖюль ВернИҫке ҠормашКиевHTMLЦиблиев Василий Васильевич🡆 More