Тупраҡ: ер ҡабығының өҫтөндәге ҡатлам — педосфера

Тупраҡ (шулай уҡ ер) — ер ҡабығының өҫтөндәге ҡатлам — педосфера.

Тупраҡ
Рәсем
Төҫ Көрән
Ҡайҙа өйрәнелә тупраҡты өйрәнеү[d] һәм тупраҡ тураһында фән[d]
Ҡапма-ҡаршыһы Тау тоҡомо
Тупраҡ: Тупраҡтың урынлашыуы, Тупраҡтың тәбиғәттәге әһәмиәте, Иҡтисади әһәмиәте Тупраҡ Викимилектә
Тупраҡ: Тупраҡтың урынлашыуы, Тупраҡтың тәбиғәттәге әһәмиәте, Иҡтисади әһәмиәте
Тупраҡ профиле

Ергә төрлө ҡатнашмалар — органик матдәләр, минералдар, газ һәм ерҙә йәшәгән биологик формалар булған дым, һыу инә. Тупраҡтың һыуҙы тота һәм фильтрлай торған тәбиғи резервуар булып тора, шулай уҡ унда төрлө тере организмдар йәшәй.

Тупраҡ климат шарттарына һәм рельефҡа ҡарап формалаша; Тупраҡ Ерҙең литосфераһының өлөшө булып тора, ул гидросфера, биосфера һәм атмосфера менән үҙ-ара йоғонто кисерә.

Тупраҡ фәне — тупраҡты өйрәнеү фәне. Агрокультура өсөн тупраҡтың уңдырышлылығы бик мөһим. Тупраҡты ошондай синыфтарға бүләләр: көлһыу; һоро урман тупрағы; ҡара тупраҡ һәм башҡалар

Тупраҡтың урынлашыуы

Тәбиғәттә ниндәйҙер бер үҙенсәлекле тупраҡ күп километрҙарға үҙгәрешһеҙ һуҙылып бармай. Был айырым факторҙарға бәйле.

Ҙур булмаған территорияларҙа тупраҡтың урынлашыуы тупраҡ япмаһының структураһы тип атала. Был элементар тупраҡ ареалы булып тора. Башҡа төр тупраҡ менән аралашыу урынлашыуы тупраҡ комбинациялары тип атала.

Тупраҡтың тәбиғәттәге әһәмиәте

Тупраҡ уңдырышлыҡҡа эйә — тере йән эйәләре өсөн — микроорганизмдар, үҫемлектәр һәм хайуандарҙың күпселеге өсөн иң уңайлы йәшәү мөхите. Уларҙың тупраҡтағы биомассаһы океанға ҡарағанда 700 тапҡырға тиерлек артыҡ, ә бит майҙаны буйынса ул ер өҫтөнөң 1/3 өлөшөн генә тәшкил итә.

Һыу составына йоғонтоһо

Тупраҡтың химик элементтарҙы һәм төрлө ҡушылмалар төрлөсә туплау үҙенсәлеге бар, унда тупланған тере йән эйәһе өсөн кәрәк булған биофиль элементтар һәм микроэлементтар, төрлө физиологик-актив матдәләр йә файҙалы, йә ағыулы һәм зарарлы (ауыр металдар, галоген, токсиндар) булыуы билдәле. Агрономияла, ветеринарияла һәм медицинала билдәле һәм бындай бәйләнештең төрлө эндемик ауырыуҙар килтереп сығара. Тупраҡты өйрәнеү генә шундай ауырыуҙарҙы асыҡларға мөмкинлек бирә. Тупраҡ бөтә ер гидросфераһына, ер аҫты өҫтө һыуҙарына ҙур йоғонто яһай. Тупраҡ аша һарҡылып сыҡҡан һыу ундағы бөтә химик элементтарҙы йыйып сыға. Тупраҡ ҡатламының боҙолоуы һыу сифатын да үҙгәртә.

Атмосфера составын көйләүе

Тупраҡ атмосфера составын да көйләй. Тупраҡтағы микроорганизмдар йәшәү эшмәкәрлеге төрлө күләмдә газ барлыҡҡа килтерә. Был газ «парник эффекты» тыуҙыра һәм озон ҡатламын емерә, һөҙөмтәлә тупраҡтың үҙенсәлектәре үҙгәреүе климат үҙгәреүгә килтерергә мөмкин. Әлеге ваҡытта беҙҙең планеталағы климатҡа бәйле тайпылыштар булыуы осраҡлы түгел.

Иҡтисади әһәмиәте

Тупраҡ: Тупраҡтың урынлашыуы, Тупраҡтың тәбиғәттәге әһәмиәте, Иҡтисади әһәмиәте 
Һөрөлгән ер. Вюртемберг

Һәр дәүләттең төп байлығы — ер, тупраҡ. Унда кешелек өсөн етештерелгән аҙыҡ-түлек 90 процентҡа яҡын тәшкил итә. Шулай уҡ тупраҡ, балсыҡ борондан төҙөлөш материалдары сифатында ҡулланылған. Тупрағын ярлыланыу дәүләткә аслыҡ, фәҡирлек килтерә, ә тупраҡтың юҡҡа сығыуы бөтә кешелектең һәләк булыуына килтереүе мөмкин. Донъяла тупраҡтың яҡынса өстән бер өлөшө боҙолған, был ауыл хужалығын, урман ҡырҡыуҙы заманса ысул алып барыу менән бәйле. Тупраҡтың өс сантиметр ҡатламы барлыҡҡа килеүе өсөн мең йыл самаһы китә, әгәр тупраҡ боҙолоу һәм деградация әлеге темп барһа, тупраҡтың өҫкө ҡатламы бөтә донъяла яҡынса 60 йыл эсендә юҡҡа сығыуы мөмкин.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Ковда В. А. Основы учения о почвах. — М.: Наука, 1983.
  • Розанов Б. Г. Морфология почв. — М.: Изд-во МГУ, 1983.
  • Почвоведение. В 2 ч. / Под ред. В. А. Ковды, Б. Г. Розанова — М.: Высш. шк., 1988. — ISBN 5-06-001159-3, ISBN 5-06-001195-X
  • Теории и методы физики почв / Под ред. Е. В. Шеина и Л. О. Карпачевского. — М.: «Гриф и К», 2007. — ISBN 978-5-8125-0921-7
  • Шишов Л. Л., Лебедева И. И., Тонконогов В. Д. Классификация почв России и перспективы её развития 2008 йыл 24 февраль архивланған. / Почвоведение: история, социология, методология. Памяти основателя теоретического почвоведения В. В. Докучаева / Отв. ред. В. Н. Кудеяров, И. В. Иванов. — М.: Наука, 2005. — С. 272—279.
  • Атлас почв СССР / Под общ. ред. д.с.-х.н. И. С. Кауричева и к.с.-х.н. И. Д. Громыко. — М.: Колос, 1974. — 168 с. — 20 000 экз. (в пер., суперобл.)
  • Сизова М. Г. и др. Почвенная мезофауна урбанизированных территорий // Альманах современной науки и образования. Тамбов: Грамота, 2010. № 12 (43). C. 110—114. ISSN 1993-5552.

Һылтанмалар

Tags:

Тупраҡ тың урынлашыуыТупраҡ тың тәбиғәттәге әһәмиәтеТупраҡ Иҡтисади әһәмиәтеТупраҡ ИҫкәрмәләрТупраҡ ӘҙәбиәтТупраҡ ҺылтанмаларТупраҡ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Хисамов Ғәлим Афзал улыДонъя илдәре һәм территорияларыЭякуляция23 март22 октябрьКарл ЛиннейКарфагенЯсир АрафатФредерик ШопенФәнИстанбулИспан теле4 июль28 ғинуарДифтерияМедицинаЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы15 майСолтангәрәев Рәшит Ғимран улы1914 йылСифатАмерика Ҡушма ШтаттарыШарль де Голль9 сентябрьРәсәйАҠШ долларыБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыУран (элемент)24 май1911 йылҠыҙылса (ауырыу)31 октябрьВенесуэлаБал ҡорттары1937 йылМостай КәримХалыҡ-ара стандарт серия номерыКоста-РикаЛенин Владимир ИльичҠоралАсыҡ контентВизантия империяһыКеше потенциалы үҫеше индексыМария-АнтуанеттаБиографияДүшәмбеФашизмӘкиәтГригориан календары6 мартҒәрәбстан ярымутрауы21 октябрьАлмаФонетикаИзраильДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыЕте йыллыҡ һуғышБашҡортостан РеспубликаһыИсламдың алтын быуаты20 сентябрьБашҡорт теленең фонологияһыҒәззәҠоштарҙың миграцияһыОдри ХепбёрнВикипедияБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы🡆 More