Дхиан Чанд

 

Дхиан Чанд
ингл. Dhyan Chand Kushwaha
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Дхиан Чанд Һиндостан
Дхиан Чанд Британ Һиндостаны
Дхиан Чанд Һиндостан берлеге[d]
Спортта ил өсөн сығыш яһай Дхиан Чанд Һиндостан
Ҡушамат Dadda
Тыуған көнө 29 август 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Праяградж[d], Соединённые провинции Агра и Ауд[d], Британ Һиндостаны, Британия империяһы
Вафат булған көнө 3 декабрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Дели, Национальная столичная территория Дели[d], Һиндостан
Үлем сәбәбе рак пищевода[d]
Һөнәр төрө игрок в хоккей на траве, автобиограф
Командалағы уйын позицияһы нападающий[d]
Уҡыу йорто Алигархский мусульманский университет[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1951
Спорт төрө Үлән хоккейы
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1936[d], Летние Олимпийские игры 1932[d] һәм Летние Олимпийские игры 1928[d]
Хәрби звание Майор
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Падма Бхушан
Бейеклеге/буйы 169 сантиметр
Дхиан Чанд Дхиан Чанд Викимилектә

Дхиан Чанд Баис (ингл. Dhyan Chand Bais, 28 август 1905, Аллаһабад — 3 декабрь 1979, Дели) — һинд хоккейсы (үлән хоккейы), үҙәк һөжүмсе. 1928, 1932 һәм 1936 йылдарҙағы өс тапҡыр олимпия чемпионы.

Биографияһы

Чанд Дхиан 1905 йылдың 28 авгусында (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 29 август) һинд ҡалаһы Аллаһабадта тыуа.

Инглиз офицерҙарынан үлән хоккейын уйнарға өйрәнә. Тәүге тапҡыр 1922 йылда әрме турнирында уйнай. Ҡушма провинция, Һинд армияһы, «Джханси Хироз» командалары өсөн сығыш яһай.

Алигарх мосолман университетында уҡый.

Беренсе тапҡыр 1926 йылда Һиндостан йыйылма команда составында Австралия һәм Яңы Зеландия илдәре буйлап сығыш яһай.

1928 йылда Амсетрдамда йәйге Олимпия уйындарында Һиндостан йыйылма үлән хоккейы командаһы составына инә һәм алтын миҙал яулай. Һөжүмсе позицияһында уйнай, 5 матч үткәрә, 15 туп индеррә (Швейцария, Дания һәм Австрия йыйылма командалары ҡапҡаларына — дүртешәр, Нидерландтарға — ике, Бельгияға — бер). Турнирҙың иң яҡшы снайперы була.

1932 йылда Лос - Анджелеста йәйге Олимпия уйындарында Һиндостан йыйылма үлән хоккейы командаһы составына инә һәм алтын миҙал яулай. Һөжүмсе позицияһында уйнай, 2 матч үткәрә, 12 туп индерә ( АҠШ йыйылма командаһы ҡапҡаһына — һигеҙ, Японияғы — дүрт).

1936 йылда Берлинда йәйге Олимпия уйындарында Һиндостан йыйылма үлән хоккейы командаһы составына инә һәм алтын миҙал яулай. Һөжүмсе позицияһында уйнай, 5 матч үткәрә, 13 туп индерә ( Япония һәм Франция йыйылма командаһы ҡапҡаларына — дүрт, Германияға — өс, АҠШ — ике).

Таралған легенда буйынса, финалда һиндтар Германия йыйылма командаһын ҡыйратҡандан һуң (8:1), Чанд 3 туп индерә, Адольф Гитлер уға Германия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһарға тәҡдим итә. Әммә хоккейсы Тыуған илен ҡалдырмауын белдереп, баш тарта. . Ләкин хәҙерге бер рәсми сығанаҡ та бындай осрашыу фактын раҫламай.

Чанд иң яҡшы һинд хоккейсыларының береһе булыуында ҡарамаҫтан, 1948 йылдың йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыуҙан баш тарта. 1951 йылда хоккейсы карьераһын тамамлай.

Өс Олимпия уйындарында 12 матч үткәрә, 40 туп индерә( бер уйында уртаса 3,33). Бер уйындың һөҙөмтәлелеге буйынса рекорды элеккесә Чандта: 1932 йылдың 11 авгусында АҠШ йыйылма командаһы ҡапҡаһына 8 туп индерә (24:1).

Чанд — өс тапҡыр олимпия алтын миҙалын отҡан ете һинд хоккейсыларҙың береһе (Ричард Аллен, Фрэнсис Ранганатхан, Балбир Сингх, Лесли Клаудиус, Рандхир Сингх Джентл, Удхам Сингх).

1926 —1948 йылдарҙа 570 туп индерә. Үлән хоккейы тарихында иң яҡшы уйынсыларҙың береһе тип иҫәпләнә. Үҙенең тупты шәп контролләүе өсөн Тылсымсы ҡушаматын ала.

1956 йылда хәрби хеҙмәтенән майор званиеһында отставкаға сыға. 60-сы йылдарҙа Патиала Милли спорт институтында уҡыта.

Ғүмеренең Һуңғы көндәрен фәҡирлектә һәм билдәһеҙлектә үткәрә.

1976 йылдың 3 декабрендә Дели ҡалаһында ярлылар өсөн дауаханала эсәктәр шеше ауырыуынан вафат була.

Ғаиләһе

Ҡустыһы Унитар Сингх (1908-1977) — үлән хоккейы буйынса ике тапҡыр олимпия чемпионы, Чанд менән 1932 һәм 1936 йылдарҙа Олимпидала Һиндостан йыйылма командаһы составында бергә уйнай.

Улы Ашок Кумар (1950 тыу.) 1972 йылда Мюнхенда йәйге Олимпия уйындарында бронза миҙалы яулай.

Хәтер

Һиндостанда 29 август, Чандтың тыуған көнө хөрмәтенә арнап, Милли спорт көнө билдәләнә.

Нью-Дели үҙәгендәге Раджпах проспектында үлән хоккейы уйындарын үткәреү өсөн Милли стадион Дхиан Чанд исемен йөрөтә. Ул 1933 йылда төҙөлә һәм 2010 йылда реконструкциялана. 16 200 тамашасыны һыйҙыра. Стадионға алдында хоккей формаһында, сәкән тотҡан Чандҡа һәйкәл ҡуйылған.

Алигарх мосолман университетының ятағы уның хөрмәтенә аталған.

Чандҡа тағы бер һәйкәл Сипри тауындағы Джханси ҡалаһында ҡуйылған.

1980 йылда Һиндостан Чанд портреты төшөрөлгән почта маркаһы сығара.

2012 йылда Лондонда үткән йәйге олимпия уйындары осорона махсус «Олимпия легендалар картаһы» буйынса станцияларҙың береһе Чанд хөрмәтенә атала. Билдәле алты хоккейсы, шулай уҡ өс һинд Лесли Клаудиус һәм Унитар Сингх менән бер рәттән, ул да бындай хөрмәткә лайыҡ була.

Һиндостанда спорт буйынса ҡаҙаныштар өсөн иң юғары награда булып премия Дхиана Чанда[en] тора. Ул 2002 йылдан алып спорт карьераһында һәм пенсияға сыҡҡандын һуң спортҡа өлөш индергән, спорт эшмәкәрҙәренә тәғәйләнә.

2018 йылда Һиндостанда Лондонда үткән Олимпидала Һиндостан йыйылма үлән хокейы командаһының сығыштары мотивы буйынса "Алтын" исемле нәфис фильм төшөрөлә. Дхиан Чанд, Кунал Капур башҡарған хоккейсы Самрат роленың прототибы була.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Дхиан Чанд БиографияһыДхиан Чанд ҒаиләһеДхиан Чанд ХәтерДхиан Чанд ИҫкәрмәләрДхиан Чанд

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

СтәрлетамаҡДоһаҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЯблонский Всеволод СергеевичҠыҙыл байраҡЭлектрон почтаӘкиәтКибернетикаИндонезияШаршы күкенеМысырЭякуляцияӘзербайжанАрхаизмдарҠаҙаҡ телеАҡмуллаРәсәй ФедерацияһыАнимеНаполеон IЙосопов Тимербай Йосоп улыБашҡорт ир-ат исемдәреДөйәИталияБананБөйөк УстюгӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыБеренсе донъя һуғышыБашҡорт ихтилалы (1704—1711)Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштарБашҡортостанда мистик урындарҮгәй инә үләнеХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыМетаболизмШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыМозамбикСуданӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыВолейболУсмановАлгоритмЕрәнсә сәсәнДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыКиҫәксәҺүҙ төркөмдәре1994 йылБөтнөк үләнеГоголь Николай Васильевич🡆 More