Килограмм

Килогра́мм (башҡортса яҙылышы: кг ; халыҡ ара: kg) — ауырлыҡты үлсәү берәмеге, Халыҡ-ара берәмектәр системаһына (СИ) ҡараған төп ете берәмектең береһе.

Килограмм
кг, kg
Килограмм
Дәүмәл

Масса

Система

СИ

Тип

основная

СИ ҡушылмаһын карағыҙ
Килограмм
Халыҡ-ара килограмм өлгөһөнең компьютер һүрәте . Өлгө 90 % ағалтын и 10 % иридийҙан торған иретмәнән түңәрәгенең арҡыры оҙонлоғо һәм бейеклеге 39.17 мм булған цилиндрҙан тора. Халыҡ ара килограмм өлгөһө (эталон) Париж йәнәшәһендәге Севр ҡалаһында урынлашҡан Халыҡ ара Үлсәм һәм үлсәүҙәр бюроһында һаҡлана.

Ғәмәлдәге килограмм төшөнсәһе Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 3-сө Генераль конференция ҡарары нигеҙендә 1901 йылда ҡабул ителгән һәм түбәндәгесә билдәләнә:

Килограмм ауырлыҡ берәмеге була, ауырлығы халыҡ ара килограмм өлгөһөнә тигеҙ.

Халыҡ-ара килограмм өлгөһө (эталон) Париж йәнәшәһендәге Севр ҡалаһында урынлашҡан Халыҡ ара Үлсәм һәм үлсәүҙәр бюроһында һаҡлана. Түңәрәгенең арҡыры оҙонлоғо һәм бейеклеге 39.17 мм булған ағалтын һәм иридий иретмәһенән (90 % ағалтын, 10 % иридия) ҡойолған цилиндр эталон булып тора. Башта килограмм ауырлығы итеп 4 °C температурала һәм диңгеҙ кимәлендәгә үрнәк атмосфера баҫымында булған бер куб дециметр (литр) таҙа һыу билдәләнгән.

Ҡабат һәм өлөш берәмектәр

Тарихи сәбәптәр арҡаһында «килограмм» атамаһы унарлы үлсәү берәмеге булған «кило» ҡушылмаһы менән бирелә. Шуға күрә ҡабат һәм өлөш берәмектәр «грамм» һүҙенә СИ ҡушылмалары өҫтәлеп төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта «грамм» үҙе СИ системаһында өлөш берәмек булып тора.

Мегаграмм (1000 кг) урынына башлыса «тонна» берәмеге ҡулланыла.

Атом бомбалары ҡеүәтен тротил эквивалентында билдәләү өсөн гигаграмм урынына килотонна, ә тераграмм урынына мегатонна ҡулланыла.

Ҡабатлы Өлөшлө
дәүмәл исеме билдә величина название билдә
101 г декаграмм даг dag 10−1 г дециграмм дг dg
102 г гектограмм гг hg 10−2 г сантиграмм сг cg
103 г килограмм кг kg 10−3 г миллиграмм мг mg
106 г мегаграмм Мг Mg 10−6 г микрограмм мкг µg
109 г гигаграмм Гг Gg 10−9 г нанограмм нг ng
1012 г тераграмм Тг Tg 10−12 г пикограмм пг pg
1015 г петаграмм Пг Pg 10−15 г фемтограмм фг fg
1018 г эксаграмм Эг Eg 10−18 г аттограмм аг ag
1021 г зеттаграмм Зг Zg 10−21 г зептограмм зг zg
1024 г йоттаграмм Иг Yg 10−24 г йоктограмм иг yg
     ҡулланыу тәҡдим ителмәй      ғәмәлдә һирәк йәки бөтөнләй ҡулланылмай

Килограмм өлөгөһө

Килограмм 
1 кг өлгө күсермәһе, АҠШ-та һаҡланы.
Килограмм 
Өлгө күсермәһенең ауырлығы үҙгәреү күренеше

Әлеге ваҡытта килограмм кеше эшләгән әйбер, ағалтын һәм иридий иретмәһенән торған өлгө, менән билдәләнгән берҙән бер Си берәмеге. Башҡа бөтә берәмектәр төп физик үҙенсәлектәргә һәм ҡанундарға нигеҙләнеп билдәләнә.

XVIII быуатта метрлы үлсәүҙәр системаһын төҙөгәндә килограмм итеп 4 °C температураһында булған 1 дм³ таҙа һыу ауырлығы алынған. Был температурала һыу иң ҙур тығыҙлыҡ сифатына эйә. 1799 йылда килограмм өлгөһө итеп ағалтын гер эшләнә, әммә уның ауырлығы 1 дм³ һыу ауырлығынан 0,028 г күберәк була.

Ғәмәлдәге өлгә 1889 йылда түңәрәгенең арҡыры оҙонлоғо һәм бейеклеге 39.17 мм булған ағалтын һәм иридий иретмәһенән ҡойолған цилиндр итеп эшләнелә. Шул ваҡыттан бирле өлгө Халыҡ ара Үлсәм һәм үлсәүҙәр бюроһында һауа үтмәҫлек өс ҡат быяла ҡалпаҡ аҫтында һаҡлана. Шулай уҡ халыҡ ара өлөгөнөң теүәл рәсми күсермәләре эшләнә, артабан улар милли килограмм өлгөһе итеп ҡулланыла. Бөтәһе 80-дән ашыу күсермә эшләнгән. Уларҙың икәүһе Рәсәй бирелгән һәм Менделев исемендәге Бөтә Рәсәй метрология ғилми эҙләнеүҙәр институтында һаҡлана. Яҡынса 10 йылға бер тапҡыр милли килограмм өлгөһе халыҡ ара өлөгө менән сағыштырыла. Был сағыштырыуҙар милли өлгөләрҙең теүәллеге 2 мкг тирәһе булыуын күрһәтә. Һаҡлау шарттары бер төрлө булыуы халыҡ ара өлөгөнең теүәллеген шик аҫтына ала. Төрлө сәбәптәр арҡаһында йөҙ йыл эсендә халыҡ ара өлгө 3·10−8 ауырлығын юғалтҡан. Әммә, билдәләмә буйынса халыҡ ара өлөгөнең ауырлығы бер килограммға тигеҙ. Шуға күрә өлөгөнең хаҡ ауырлығы үҙгәреүе килограмм дәүмәле үҙгәреүенә килтерә.

Был етешһеҙлектән ҡотолоу маҡсатында 1999 йылда үткән Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 21-сө Генераль конференция ҡарарында милли лабораторияларға ауырлыҡ берәмеген төп физик үҙенсәлеккә йәки үҙгәрмәй торған атом берәмегенә бәйләп камиллаштырырға һәм киләсәктә килограмм төшөнсәһенең билдәләмәһен яңыртырға тәҡдим итәлә. Шунан һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер халыҡ ара ойошмалар килограмм төшөнсәһенең билдәләмәһен яңыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерәләү эше менән булды.

Тарихы

Массаны үлсәү берәмлеген билдәләү өсөн һыуҙы ҡулланыу идеяһын инглиз философы Джон Уилкинс 1668 йылда тәҡдим иткән.

1795 йылдың 7 апрелендә Францияла «ирегән һыу температураһында киңлектәре метрҙың йөҙҙән бер өлөшөнә тигеҙ абсолют таҙа һыу күләме» «грамм» тип ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта бер дициметр (литр) һыуҙың массаһын теүәл билдәләү эше алып барыла.

Сауҙа һәм моммерция, ғәҙәттә, бер грамдан артығыраҡ булған предметтар менән эш итә, массаның һыуҙан яһалған стандартын әйләнештә һәм ҡулланыу һәм һаҡлау уңайһыҙ була. Был берәмекте ғәмәли ҡулланыуға күрһәтмә бирелә. Шуға бәйле рәүештә грамдан мең тапҡыр ауырыраҡ металдан яһалған 1 кг ваҡытлыса масса этолон эшләнә.

Француз химигы Луи Лефёвр-Жино (ингл. Louis Lefèvre-Gineau) һәм итальян натуралисы Джованни Фабброни (ингл. Giovanni Fabbroni) бер нисә йыл тикшереүһәр үткәргәндән һуң һыуҙың иң тотороҡло температураһын билдәләргә ҡарар итәләр. Улар һыуҙың иң ҙур тығыҙлығын 4 °C тип билдәләй.

Улар 1 дм³ һыу максималь тығыҙлығында дүрт йыл элек ҡабул ителгән ваҡытлыса килограмм эталонының 99,9265 % массыһына тигеҙ тип ҡабул итәләр. Ваҡытлыса масса эталоны Антуаном Лавуазье һәм Рене Жюст Гаюи тикшереүҙәренә нигеҙләнеп хаталы билдәләнгән. Ул ваҡытта дистиляцияланған һыу 0 °C градуста в 18 841 гран тарта тип билдәләнгән. Лефёвром-Жино һәм Фабброни яңынан үткәргән эксперименттар 4 °C кубик дицеметр һыу 18 827,15 гран тарта тип күрһәтә.

Ваҡытлыса эталон латундан яһала һәм әкренләп баҡыр тутығы менә ҡаплана, эталондың массаһы үҙгәрергә тейеш түгел һәм был кәрәкмәгән күренеш була. 1799 йылда Лефёвра-Жено һәм Фабброни етәкселегендә химик яҡтан инерт булған көпшәк планинанан килограмм эталоны эшләнә. Ошо ваҡыттан масса эталоны килограмдың төп төшөнсәһе була. Хәҙер был эталон kilogramme des Archives исеме менән билдәле(Ҡалып:Tr-fr).

Килограмм 
1 кг ЭТАЛОНЫ КОПИЯҺЫ, АҠШ-та һаҡлана
Килограмм 
Масса эталоны копияларының тайпылышы

XIX быуатта массаны үлсәү технологияһы алға китә. Ошо уңайҙан 1875 йылда «Үлсәү һәм үлсәм халыҡ-ара бюроһы»ҙың комиссияһы килограмдың яңы эталонына күсергә планлаштыра. «Килограмдың халыҡ-ара протопибы» тип аталған был эталон платина-иридай ҡатнашмаһынан бейеклеге һәм диаметры 39 мм цилиндр формаһында эшләнә һәм шул ваҡыттан бирле «Халыҡ-ара үлсәү һәм үлсем бюроһы»нда һаҡлана. 1889 йылда килограмм төшөнсәһе халыҡ-ара килограмм пропотибына тиң тип ҡабул итәле; Был төшөнсә 2019 йылға тиклем ғәмәлдә була.

Киләсәк

2011 йылда үткән Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 24-сө Генераль конференция киләсәк Халыҡ ара берәмектәр системаһын (СИ) яңынан ҡарау ваҡытында төп берәмектәр билдәләмәһе төп физик үҙенсәлеккә йәки үҙгәрмәй торған атом берәмегенә бәйле итеп үҙгертергә тип ҡарар итә.

Күҙалланыуынса Планк даими дәүмәлh 6,626 06X·10−34 Джc точно буласаҡ. Ул саҡта ғәмәлдәге килограмм билдәләмәһе үҙгәртеләсәк. Килограмм ауырлыҡ берәмеге булып ҡаласаҡ, әммә уның дәүмәле СИ берәмеге м2·кг·с−1 аталған 6,626 06X·10−34 һанына тигеҙ Планк даими дәүмәленә бәйле булсаҡ.

Иҫкәрмәләр

    Комментарийҙар
    Сығанаҡтар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Килограмм-көс

Әҙәбиәт

  • Смирнова Н. А. Единицы измерений массы и веса в Международной системе единиц. — М, 1966.

Һылтанмалар

Килограмм 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «килограмм» мәҡәләһе бар


Ҡалып:Единицы СИ Ҡалып:Приставки СИ

Tags:

Килограмм Ҡабат һәм өлөш берәмектәрКилограмм өлөгөһөКилограмм ТарихыКилограмм КиләсәкКилограмм ИҫкәрмәләрКилограмм Шулай уҡ ҡарағыҙКилограмм ӘҙәбиәтКилограмм ҺылтанмаларКилограмм

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ИталияЭҙләүҙе оптималлаштырыуҠораллы КөстәрҠояшЯңы империализмИсламҒәбитова Тамара Зәйләғи ҡыҙыМайкл ДжексонИке нөктәРәсәй флагыӘбйәлил районыКанадаФранцияXII быуатАссимиляция (тел белеме)Мостай КәримКоммерцияға ҡарамаған ойошма2012 йылВахитов Наил Шәрәф улыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыКоролёв Сергей ПавловичТауыҡҒәзизов Искәндәр Хәниф улыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыБашҡорт халҡының йолалары4 декабрьТәһранТанзиматҒәбитов Риф Фәтих улыБерләшкән Милләттәр ОйошмаһыСәскәАҡ Дрин каньоныҠылымЭнциклопедияМакедон аш-һыуыЕнси актМәләүез26 декабрьИврит1864 йылСимоньян Маргарита СимоновнаӨфө губернаһыМайкл КейнИнтернетХәбиров Фәрит Барый улыХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыВеринг йәһүд зыяратыҠытай Халыҡ РеспубликаһыТехникаРәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһыФонетикаҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүБашҡорт ир-ат исемдәреСаҡматашЙомағолов Илшат Хәлил улыБашҡорт теленең фонологияһыЙәкшәмбе🡆 More