Йәһүд календары (йәһ.
הלוח העברי, ха-лу́ах ха-иври́) — йәһүдтәрҙең йыллыҡ календары, Израилдә (григориан менән бергә) рәсми календарь. Был календарь буйынса йәһүд байрамдарын билдәләйҙәр, синагогаларҙа Тораның тура килгән өлөштәрен уҡыйҙар, тыуған көндәрен һәм вафат булған туғандарының хәтер көндәрен билдәләйҙәр, рәсми һәм коммерция документтарында дата ҡуялар. Йәһүд даталарын һанағанда Ай фазалары артынан күҙәтеүе урынына математиканы хәҙерге ҡулланыу 359 йылда Гилель Икенсе ҡарары менән раҫланған. Йәһүд эраһы беҙҙең эраға тиклем 3761 йылдың 6/7 октябрендә башлана
Календарь | |||
---|---|---|---|
Календарь хаҡында мәғлүмәт | |||
Календарь төрө | Ай-ҡояш | ||
Календарь эраһы | Кәсибәләрҙе өҫтәү | ||
| |||
Башҡа календарҙар | |||
Армелина · Армянский: древнеармянский, христианский · Ассирийский · Ацтек · Бахаи · Бенгал · Буддийский · Вавилон · Византийский · Вьетнам · Гильбурда · Голоценский · Григориан · Грузин · Дариский · Древнегреческий · Боронғо Мысыр · Боронғо һинд · Боронғо фарсы · Древнеславянский · Йәһүд · Зороастрийский · Индийский · Инки · Иран · Ирланд · Мосолман · Кельт · Ҡытай · Конта · Копт · Малай · Майя · Масон · Миньго · Непал · Новоюлианский · Пролептический: юлианский, григориан · Рим · Румийский · Симметрик · Советский · Стабильный · Тамил · Тайский: лунный, солнечный · Тибет · Трёхсезонный · Тыва · Төркмән · Французский · Хакас · Ханаанейский · Хараппский · Чучхе · Швед · Шумер · Эфиопский · Юлиан · Ява · Япон |
Календарь ай-ҡояшлы булып тора, шунлыҡтан һәр бер календарь датаһы һәр ваҡыт шул уҡ йыл миҙгеленә генә түгел, ә Айҙың шул уҡ фазаһына тура килә. Айҙар Рош Ха-Шана (йәһүд яңы йылы) һымаҡ һәр ваҡыт яңы Айҙа башлана. Песах байрамы һәр ваҡыт яҙ башындағы һилалда (тулы Айҙа) билдәләнә.
Йәһүд календары тарихында өс төп дәүерҙе айыралар:
Тәүге дәүерҙә айҙарҙың башланыуы һәм байрамдар тик йәш Ай күренгәс һәм Ҡояштың торошо буйынса билдәләнгән, икенсеһендә — өлөшләтә Айҙың күренеүе һәм Ҡояштың торошо буйынса, өлөшләтә хисаплауҙар буйынса, өсөнсө дәүерҙә — тик хисаплауҙар буйынса.
Йәһүд календарында ябай йыл (йәһ. שנה פשוטה, шана́ пшута́) 12 Ай айҙарынан тора; кәбисә йылында (Ҡалып:Lang-he2, шана́ меубе́рет) өҫтәмә ай өҫтәлә. Ябай йәки кәбисә йылы артабанғыса булыуы мөмкин:
Шулай итеп йыл 6 төрлөсә оҙайлы буйлыуы мөмкин:
Йылдар төрө | Ябай йылдағы көндәр | Кәбисә йылдағы көндәр |
---|---|---|
Дөрөҫ | 354 | 384 |
Етәрлек | 355 | 385 |
Етмәҫлек | 353 | 383 |
Песах байрамы нисан айының 15-ндә байрам ителә, ә нисан айы яҙғы ай булырға тейеш, шунлыҡтан Ай календары йылын Ҡояш календарының йылы менән тура килтерер өсөн йәһүд календарында 19 йыл циклы (бәләкәй цикл) ҡабул ителгән, бында 7 йыл кәбисә. 19-йыллыҡ циклда кәбисә йлдарының һандары — 3, 6, 8, 11, 14, 17, 19.
Йәһүд йылының дауамлығы (дөрөҫ, етәрлек йәғни етмәҫлек булыуына ҡарамаҫтан) дауамлығы тишрей айының 1-се көнөнә тура килгән көн (Рош Ха-Шана, йәғни Яңы йыл) менән билдәләнә. Иудаизмдың положениеларына ярашлы, Йом Кипур (10 тишрей) йомаға йәки йәкшәмбегә тура килә алмай (сөнки Йом Кипурҙа шәмбегә, ә шәмбелә Йом Кипурға әҙерләнеп булмай); шуға күрә Рош Ха-Шана шаршамбы йәки йома була алмай. Хошана Раба байрамы (21 тишрей) шәмбегә тап килә алмай (сөнки был көндә башҡарылған ҡайһы бер йолалар шәмбелә тыйылған эш булараҡ ҡарала); шунлыҡтан, Рош Ха-Шана йәкшәмбе көнө була алмай. Шулай итеп, яңы йыл тик дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна йәи шәбе көнөнә тура килә ала. Рош Ха-Шана аҙнаның ҡулайлы көнөнә тура килһен өсөн, кәрәк саҡта алдағы йылды бер көнгә оҙонайталар.
Барлыҡ йәһүд календарының нигеҙенә яңы Айҙың билдәләүе һалынған, ул йәһүд хисаплауҙары буйынса беҙҙең эраға тиклем 3761 йылдың 7 октярендә дүшәмбе көнөндә 5 сәғәттә һәм ярты тәүлектең 204 өлөшөндә (йәғни 17 сәғәт 11 минут 20 секунд) башланған. Йәһүд календарҙары хисаплауҙарында сәғәт 1080 өлөшкә бүленә (7-нән тыш барлыҡ бер һанлы бүлеүселәргә бүленгән), ә һәр бер өлөшө — 76 мәлгә.
Караимдар шулай уҡ йәһүд календарын файҙаланалар, тик улар сәғәтте дөйөм нигеҙҙә бүләләр һәм башҡаса яңы Айҙы билдәләйҙәр.
Иудаизмға ярашлы, календарҙа йылдың тәүге айы — нисан, бынан барлыҡ дини байрамдарҙың хисабы башлана. Әммә йылдар хисабы 7-се айҙан (тишрей) башланып Рош Ха-Шана билдәләнгән ваҡытта бара.
Ай (йәйәлә — Боронғо Ғәһедтә телгә алынған иҫкесә атамаһы) | Көндәр иҫәбе | Зодиакаль йондоҙлоҡ | Вавилон атамаһы |
---|---|---|---|
Нисан (Авив) | 30 | Ҡуҙы | Нисану |
Ияр (Зив) | 29 | Буға | Аяру |
Сиван | 30 | Игеҙәктәр | Симану |
Тамуз / Таммуз | 29 | Ҡыҫала | Ду’узу |
Ав | 30 | Арыҫлан | Абу |
Элул | 29 | Ҡыҙ | Улулу |
Тишрей (Эйтаним) | 30 | Үлсәү | Ташриту |
Хешван (Мархешван, Буль) | 29 йәки 30 | Саян | Арахсамна |
Кислев (Хислев) | 29 йәки 30 | Уҡсы | Кислиму |
Тевет | 29 | Ылаҡ/Кәзәмөгөҙ | Тебету |
Шват | 30 | Һыуғояр | Шабату |
Адар | 29* | Балыҡтар | Адару |
Адар бет | 29 | (тик кәбисә йылында) | Адару |
* Кәбисә йылында Адар беренсе (Адар алеф) 30 көндән тора, ә Адар икенсе (Адар бет) — 29 көндән, шул уҡ ваҡытта ябай кәбисә булмаған йылда Адар алеф 29 көндән тора
Йәһү йылы | Григориан йылдары | Циклда йылдың һаны | Кәбисә | Дөрөҫ, Етәрлек йәғни Етмәҫлек | 1-се тишрейҙың григориан датаһы | Аҙна көнө |
---|---|---|---|---|---|---|
5760 | 1999—2000 | 3 | Эйе | Етәрлек | 11 сентябрь 1999 | шәмбе |
5761 | 2000—2001 | 4 | Юҡ | Етмәҫлек | 30 сентябрь 2000 | шәмбе |
5762 | 2001—2002 | 5 | Юҡ | Дөрөҫ | 18 сентябрь 2001 | шишәмбе |
5763 | 2002—2003 | 6 | Эйе | Етәрлек | 7 сентябрь 2002 | шәмбе |
5764 | 2003—2004 | 7 | Юҡ | Етәрлек | 27 сентябрь 2003 | шәмбе |
5765 | 2004—2005 | 8 | Эйе | Етмәҫлек | 16 сентябрь 2004 | кесаҙна |
5766 | 2005—2006 | 9 | Юҡ | Дөрөҫ | 4 октября 2005 | шишәмбе |
5767 | 2006—2007 | 10 | Юҡ | Етәрлек | 23 сентябрь 2006 | шәмбе |
5768 | 2007—2008 | 11 | Эйе | Етмәҫлек | 13 сентябрь 2007 | кесаҙна |
5769 | 2008—2009 | 12 | Юҡ | Дөрөҫ | 30 сентябрь 2008 | шишәмбе |
5770 | 2009—2010 | 13 | Юҡ | Етәрлек | 19 сентябрь 2009 | шәмбе |
5771 | 2010—2011 | 14 | Эйе | Етәрлек | 9 сентябрь 2010 | кесаҙна |
5772 | 2011—2012 | 15 | Юҡ | Дөрөҫ | 29 сентябрь 2011 | кесаҙна |
5773 | 2012—2013 | 16 | Юҡ | Етмәҫлек | 17 сентябрь 2012 | дүшәмбе |
5774 | 2013—2014 | 17 | Эйе | Етәрлек | 5 сентябрь 2013 | кесаҙна |
5775 | 2014—2015 | 18 | Юҡ | Дөрөҫ | 25 сентябрь 2014 | кесаҙна |
5776 | 2015—2016 | 19 | Эйе | Етәрлек | 14 сентябрь 2015 | дүшәмбе |
5777 | 2016—2017 | 1 | Юҡ | Етмәҫлек | 3 октября 2016 | дүшәмбе |
5778 | 2017—2018 | 2 | Юҡ | Дөрөҫ | 21 сентябрь 2017 | кесаҙна |
5779 | 2018—2019 | 3 | Эйе | Етәрлек | 10 сентябрь 2018 | дүшәмбе |
5780 | 2019—2020 | 4 | Юҡ | Етәрлек | 30 сентябрь 2019 | дүшәмбе |
5781 | 2020—2021 | 5 | Юҡ | Етмәҫлек | 19 сентябрь 2020 | шәмбе |
Ҡалып:Месяцы еврейского календаря
Йәһүд календары Викимилектә | |
Йәһүд календары Викияңылыҡтарҙа |
Ҡалып:Евреи
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Йәһүд календары, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.