Ауыл — Рәсәй, Украина, Ҡаҙағстан, Молдавия, Болгария һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙәге халыҡ йәшәгән торама пункттарҙың бер төрө.
Ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күсеү менән бәйле була. Улар башлыса йылға йәки күл буйҙарында, тау итәктәрендә урынлаша. Башҡортостанда тәүге ауылдар ырыу-ҡәбилә заманында уҡ нигеҙләнгән, артабан ҡайһы бер ҙур ауылдар улустарҙың административ-иҡтисади үҙәге булып китә. XVII—XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында күп кенә ауылдар яндырыла.
Халыҡ һаны арта барыу менән ауылдарҙа яңы урамдар, ә ҡайһы саҡта бүлендек ауылдар һәм утарҙар барлыҡҡа килгән. Улар тәүге төпләнеүсенең исеме менән йәки төп ауылдың атамаһына «Яңы», «Үрге», «Түбәнге», «Урта» һ. б. өҫтәлмәләр ҡушып яһалған һүҙҙәр менән нарыҡланған. Күп кенә ауылдарҙың рәсми атаманан тыш халыҡ телендә таралған икенсе исеме лә бар.
1843 йылда Ырымбур губернаһы хакимиәте тарафынан ауылдарҙы үҙгәртеү планы ҡабул ителә, уға ярашлы ауыл урамдары төҙөк булырға, йорт-ҡаралтылар билдәле бер тәртиптә урынлашырға тейеш була. ХХ быуат башында халыҡ күп тупланып ултырған ҙур ауылдарҙа кантон, район, ауыл советы үҙәктәре ойошторола. Башҡортостандың ҡайһы бер ауылдары (Дәүләкән, Дүртөйлө, Яңауыл һ. б.) ҡалаға тиклем үҫешкән.
Ауыл Викимилектә | |
Ауыл Викияңылыҡтарҙа |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ауыл, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.