Марокко

Марокко (ғәр.

المغربӘл-Мәғриб, бербер. ⵍⵎⵖⵔⵉⴱ), рәсми исеме — Марокко Короллеге (ғәр. المملكة المغربية‎Әл-Мәмләкәт әл-Мәғрибиә, бербер. ⵜⴰⴳⵍⴷⵉⵜ ⵏ ⵍⵎⵖⵔⵉⴱ Такулдет н лмгриб) — Төньяҡ Африканың алыҫ көнбайышындағы дәүләт . Баш ҡалаһы — Рабат.

'{{{Башҡортса исеме}}}
'
Марокко {{{Эйәлек килеш}}} гербы
[[{{{Эйәлек килеш}}} флагы|Флаг]] {{{Герб урынына}}}
Девиз: «ғәр. الله، الوطن، الملك
(Allāh, al Watan, al Malik — «Аллах, Отечество, Король»)»
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]]
Марокко
Рәсми телдәр Ғәрәп теле һәм Стандартный марокканский берберский язык[d]
Баш ҡала Рабат
Территория
• Бөтәһе

710 850 или 446 550 км²
Этнохороним марокка́нец, марокка́нка, марокка́нцы
Валюта марокканский дирхам (MAD, код 504)
Интернет-домен .ma[d]
Код ISO MA
МОК коды MAR
Телефон коды +212
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d], Africa/Casablanca[d] һәм UTC±0:00[d]

Географияһы

Төньяҡтан — Урта диңгеҙ, көнбайыштан — Атлантик океан, көнсығышта — Алжир һәм көньяҡтан Мавритания менән сиктәш. Марокко һәм Испанияны бүлеп торған тар диңгеҙ һыҙатында ике ил араһында бәхәсле анклавтар бар, атап әйткәндә, Сеута, Мелилья һәм йәнә бер нисә утрау.

Этимологияһы

Ил рәсми рәүештә ғәр. المملكة المغربيةӘл-Мәмләҡәт әл-Мәғрибиәт, һүҙмә — һүҙ — «Мәғрибия короллеге» тип атала, бынан тыш, илдә үҙатамалары бар ғәр. المغرب الأقصى‎, Әл-Мәғриб-әл-Аҡса — «алыҫ Көнбайыш», һәм ғәр. مراكش‎ — Марракиш, урта быуаттарҙағы баш ҡалаларының береһенән алынған ойконим. Европала XIX быуат ахырында илдең атамаһы французса Maroc формаһында таралыу алған, был яҙыуҙың төрлө варианттары ҡулланылған: Morocco, Marok, Marokko һ. б. Испания ғына үҙенә башҡа — испанса ил исеме исп. Marruecos.

Тарихы

Мароккола кеше иртә палеолиттан алып йәшәгән. Тан-Тандан Венера — 19 99 йылда Германия экспедицияһы тарафынан Марокконың Тан-Тан ҡалаһынан көньяҡтараҡ Дра йылғаһы үҙәнендә табылған 58 мм оҙонлоҡтағы антропоморф кварцит фигура — 300 мең йылдан ашыу элек йәшәгән тип иҫәпләнә.

2010 йылда Темарала табылған 8 йәшлек баланың һөлдәһенә 108 мең йыл тип һанайҙар..

1956 йылдан бирле Марокко Берләшкән Милләттәр ағзаһы, 1958 йылдан — Ғәрәп Дәүләттәре Лигаһы һәм 1959 йылдан — Халыҡ-ара Олимпик Комитет һәм 1969 йылдан — Ислам Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы, 1981 йылдан Франкофония ағзаһы булып тора. Марокко Африка Берлегендә булмаған берҙән-бер африка иле.

Марокко парламентлы конституцион монархия, парламент дәүләт тарафынан һайлана.

Халҡы

Халҡы 36,91 млн кеше тәшкил итә (2020 йылдың июненә ҡарата). Был халыҡ һаны буйынса Африкала Мысыр, Судан һәм Алжирҙанҡала дүртенсе урында торған ғәрәп телле ил . Халыҡтың 60 % тирәһе — ғәрәптәр, 40 % — берберҙар. Европалылар 60 000 кеше тәшкил итә (башлыса француздар, испандар һәм португалдар), йәһүдтәр 3000 тирәһе.

Марокко 
Марокко халҡының йәш-енес буйынса пирамидаһы. 2020 йыл

Йыллыҡ халыҡ үҫеше 1,5 % тәшкил итә (2009).

Тыуым кимәле: 20,96 яңы тыуған бала / 1000 кеше (2009).

Үлем кимәле: 5,45 үлем / 1000 кеше (2009).

Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ир-егеттәрҙә 69 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 74 йәш(2009).

Грамоталылыҡ — 60 % ир-ат, 40 % ҡатын-ҡыҙ (2004 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса).

Ҡала халҡының һаны даими арта, хәҙер ҡалаларҙа мароккандарҙың 49 % йәшәй. Иң эре Марокко ҡалалары — Касабланка, Рабат һәм Фес.

Дин

Мароккола ислам (ғәр. الإسلام في المغرب‎ — дәүләт дине. Ил халҡының (37,1 млн кеше, 2020 йылға) 99 % — ы-мосолмандар (күпселеге Мәлики мәҙһәбе сөнниҙәре, ҡалған 1 % — ы — шиғыйҙар, ҡөрьәнселәр, ғибәҙиҙәр һ. б.. Мароккола исламдың Заһирия (инг.)баш.) ағымы ла күҙәтелә. Мароккола күп һанлы сәләфи[ҡалыпты бөтөрөү]) хәрәкәте вәкилдәре бар. Сәләфилек йоғонтоһонда илдең мәсеттәрендә һәм башланғыс мәктәптәрендә мотлаҡ рәүештә әшәрилек (инг.)баш.) өйрәнелә. Король Мөхәммәд VI (инг.)баш.) администрацияһы дәүләт программаһы ярҙамында илдә сәләфилеккә ҡаршы көрәшә

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Tags:

Марокко ГеографияһыМарокко ЭтимологияһыМарокко ТарихыМарокко ХалҡыМарокко ДинМарокко ИҫкәрмәләрМарокко ҺылтанмаларМарокко ӘҙәбиәтМароккоРабатҒәрәп теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

1 июльРун яҙмаһы1 мартМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы17 март1995 йыл28 ғинуарGoogleИсламдың алтын быуатыБашҡорт халыҡ медицинаһыМетаболизмЯпон теле10 ноябрьӘрмәндәр13 ғинуарМикрокредитлауМайкл ФарадейXIII быуатТомирисӘхмәтшин Марс Әһлиулла улыҠоштарФашизмҺауа торошоНельсон МанделаХәбиров Фәрит Барый улыБиатлонКамалов Ринат Әлтәф улыЭҙләүҙе оптималлаштырыу26 ғинуар10 март25 февральСыйырсыҡ16 август9 февральУран (элемент)ГамеланТәүлекБашҡорттарДауа сараларыИммануил КантХисамов Ғәлим Афзал улыБашҡорт дебет шәлеТаулы Ҡарабах РеспубликаһыАлмаНаурузКислородАнтонио ВивальдиИҫке Собханғол мәктәбеДинамо (хоккей клубы, Минск)Англия5 ғинуар16 июньСоветтар Союзы Коммунистар партияһыҒәрәп телеБөрйән районыШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыИнженерлыҡ эшеМечников Илья ИльичHTMLРомео һәм ДжульеттаТултырыусыТикТокГригориан календарыЫрымбур🡆 More