Лондон: Англияның һәм Бөйөк Британияның баш ҡалаһы

Лондон (инг.

London) — Англияның һәм Бөйөк Британияның баш ҡалаһы һәм иң эре ҡалаһы. Темза йылғаһы ярында, римляндар менән яҡынса 43 йылда Лондиниум тип нигеҙләнғән, ике быуат ваҡытында ул эре тораҡ пункты. Лондондын боронғо ядроһы Лондон Сити 2,9 км² майҙанында урынлашҡан һәм 2011 йылда унда 7,375 кеше йәшәғән. 19 быуаттан башлап Лондон термины — боронғо ядро уратып алған метрополиялар исеме. Был конурбацияның ҙур өлөшө Ҙур Лондон (майҙаны — 1572 км²), Англияның регионы; Лондон мэры һәм Лондон Ассамблеяһы менән идара ителә. Конурбацияға тағы ла ике округтар инә: Лондон Сити һәм Бөйөк Лондон, ләкин тарихтан улар Сити, Мидлсекс, Эссекс, Суррей, Кент һәм Хардфордшир графлыҡтар араһында бүленде.

Ҡала
Лондон
ингл. London
Лондон: Лондондын ҙурая барыуын туҡтатыу, Халыҡ һаны, Галерея
Герб
Герб
Ил

Бөйөк Британия

Бөйөк Британия иле

Англия

Регион

Ҙур Лондон

Координаталар

HGЯO

Эске бүленеш

Сити һәм 32 район (ингл. boro):

  1. Вестминистер
  2. Кенсингтон һәм Челси,
  3. Хаммерсмит и Фулхэм,
  4. Уондсуэрт,
  5. Ламбет,
  6. Саутуарк,
  7. Тауэр-Хамлетс,
  8. Хакни,
  9. Ислингтон,
  10. Камден,
  11. Брент,
  12. Илинг,
  13. Хаунслоу,
  14. Ричмонд-апон-Темс
  15. Кингстон-апон-Темс,
  16. Мертон,
  17. Саттон,
  18. Кройдон,
  19. Бромли,
  20. Луишем,
  21. Гринвич,
  22. Бексли,
  23. Хаверинг,
  24. Баркинг һәм Дагенем,
  25. Редбридж,
  26. Ньюхэм,
  27. Уолтем-Форест,
  28. Харринги,
  29. Энфилд,
  30. Барнет,
  31. Харроу,
  32. Хиллингдон,
Мэр

Садыйк Хан, Садыйк Аманулла улы Хан, (ингл. Sadiq Aman Khan, урду صادق امان خان

Нигеҙләнгән

43 йыл

Майҙаны

1706,8 км² км²

Климат тибы

уртаса диңгеҙ

Халҡы

8 416 999 кеше (2013)

Тығыҙлығы

5173 кеше/км²

Агломерация

8 631 000 кеше (2010)

Милли состав

аҡ 59.8% (шул иҫәптән британдар 44.9%), азиаттар 18.4%, ҡара тире 13.3%, ҡушма 5%, башҡа 3.4%

Конфессиональ составы

христиандар 48.4%, мосолмандар 12.4%, индуисттар5.1%, йәһһдтәр1.8%, сикхтар 1.5%, атеисттар 20.7%

Этнохороним

лондонсы

Сәғәт бүлкәте

UTC0, йәйге UTC+1

Телефон коды

+44 20

Почта индексы

E, EC, N, NW, SE, SW, W, WC, BR, CM, CR, DA, EN, HA, IG, KT, RM, SM, TN, TW, UB, WD

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

london.gov.uk  (инг.)

элекке исемдәре

Лондиниум, Авгу́ста, Люнденвик, Люнденбург

Лондон (Бөйөк Британия)
Лондон
Лондон
Лондон (Бөйөк Британия Англия)
Лондон

Лондон алдынғы глобаль ҡалаһы. Сәнғәт, коммерция, мәғариф, күңел асыу, мода, финанс, һаулыҡ һаҡлау, матбуғат, махсус хеҙмәтләштереү, фән тикшеренеүҙәр, туризм, транспорт яҡтан көслө һәм был яҡшы яҡтар уны бик данлыҡлы ҡала тип эшләйҙәр. Донъяның беренсе финанс үҙәге, Эске тулайы продукт буйынса башҡалалар араһында иҫәпләү ысулы буйынса 5-се ләкин 6-сы урында тора. Лондон донъя мәҙәниәт үҙәге. Донъяла иң күп туристар йыйған ҡала һәм донъяла иң ҙур аэропорт системаһы эргәһендә ҡала. Инвестициялар бирелғән буйынса донъяла иң алдынғы урын, донъяның топ-10 ритейлдары һәм шәхси бизнесмендар бында. Лондонда 43 университет бар. Программалар төҙөү сәнәғәтенең донъя лидеры. 2012 йылда Лондонда өсөнсө тапҡыр Йәйге Олимпия уйындары үткәрелде.

Лондонда куп спектрлы милләттәр йәшәғән ҡалаһы. Ҙур Лондонда 300 телдәрҙә һөйләшәләр. Милли статистика офисы мәғлүмәте буйынса 2014 йылда Лондондын халҡы- 8,538,689, Европа Берләшмәһенең халыҡ һаны буйынса иң эре муниципалитет, һәм Бөйөк Британияның 12,5 % халҡы. Лондон ҡалаһы халыҡ һаны буйынса Европа Берлешмәһендә икенсе урында тора, Париждан һуң (конурбация 9,787,426 кеше). Ҙур Лондон 13,879,757 халҡы менән Европа Берләшмәһендә иң эре конурбация. 1831—1925 йылдарҙа Лондон халыҡ һаны буйынса донъяла иң эре ҡала булды.

Лондонда дүрт бөтә донъя мираҫы объекттары бар: Тауэр; Королева ботаник баҡсалары; Вестминистер графлығы: Вестминстер һарайы, Вестминстер аббатлығы һәм Изге Маргарита сиркәүе индерә; Гринвич (Гринвич Королева Обсерваторияһы беренсе 0° Гринвич меридианы үткән урын). Башҡа иҫтәлекле урындар Букингем Һарайы, Лондон күҙе, Пикадилли майҙаны, Изге Павел Соборы, Тауэр күпере, Трафальгар майҙаны, Шард бейек йорты,Британ Музейы, Милли Галлерея, Вест Энд театрҙары, Тейт Модерн һәм Британ китапханаһы. Лондон метрополитены донъяның беренсе булып төҙөлдө.

London исеме этимологияһы куп спектрлы, күп вариантлы. Был боронғо исем 2-се быуатта сығанаҡтарҙа табылды. Ул 121 йылда Лондиниум тип йөрөтөлә, роман-британ сығышы менән. Был иң беренсе аңлатма Гальфрид Монмутский менән Historia Regum Britanniae эшендә бирелде. Ошо версия буйынса ҡаланы Люд короле баҫты һәм уға Kaerlud исемен бирҙе.. 1898 йылдан ҡала исеме *Londinos бер кельт кеше буйынса бирелде тип аңлатма йөрөй башланы.

Лондондын ҙурая барыуын туҡтатыу

Лондон: Лондондын ҙурая барыуын туҡтатыу, Халыҡ һаны, Галерея 
Лондондын йәшел поясы Англияныӊ башҡа йәшел поястар араһында.

Лондондын ҙурая барыуын туҡтатыу өсөн Икенсе донъя һуышындан һуӊ Л. Аберкромби проекты буйынса Лондондын йәшел поясы (ингл. Metropolitan Green Belt, London’s Green Belt) төҙөлә. Хәҙер ул Ҙур Лондонда (10 %) һәм сиктәш графлыҡтарҙа (90 %) урынлашҡан. Майҙан — 554,7 меӊ га (2011 йыл), Лондондын территорияһынан өс тапҡырға ҙурырраҡ.

Халыҡ һаны

Йыл Халыҡ һаны
1801 1 011 157
1811 1 197 673
1821 1 450 122
1831 1 729 949
1841 1 917 013
1851 2 286 609
1861 3 094 391
Йыл Халыҡ һаны
1871 3 902 178
1881 4 709 960
1891 5 565 856
1901 6 226 494
1911 7 157 875
1921 7 553 526
1931 8 098 942
Йыл Халыҡ һаны
1941 7 987 936
1951 8 164 416
1961 7 781 342
1971 7 449 184
1981 6 608 513
1991 6 887 280
2001 7 172 036
Йыл Халыҡ һаны
2013 8 416 535
2016 8 787 892
2018 8 908 081
2021 8 799 728

Галерея

Иҫкәрмәләр

Tags:

Лондон дын ҙурая барыуын туҡтатыуЛондон Халыҡ һаныЛондон ГалереяЛондон ИҫкәрмәләрЛондонАнглияБөйөк БританияИнглиз теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Корей телеОдри ХепбёрнАждаһа йылыПутин Владимир ВладимировичМәсет намаҙыЯһалма интеллектКөйшәүселәрБалаҡатай районыХәрби антЖюль ВернФлагБеренсе донъя һуғышыАнна ГерманФранцияҮзбәк ханлығыМетаболизмВикикитапханаАфған һуғышыЙәнАҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улыБашҡортостан ҡоштарыУрал аръяғыТөрөк телеИорданияБашҡортостанМәҙәниәт хеҙмәткәре көнөБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыҠырғыҙстанҠатын-ҡыҙ түше25 мартҒәззә секторыҺөтимәрҙәрНизами ГәнжәүиБенджамин ФранклинҠатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһыЛесотоСифатЭякуляцияВикиКипр РеспубликаһыBashkir AlphabetУрыҫ телеШүлгәнташ ҡурсаулығыСалоникиМиус-фронтҠолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙыЕвропаАлбан телеКаминг аутАмбрас ҡәлғәһеТоронто университетыМөхәммәт Зыя-үл-ХаҡСолтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙыҒәззәЮлдашев Роберт Нәжип улыИнженерлыҡ эшеРәсәйПарфенон🡆 More