Дин

Дин — донъяны төшөнөү-аңлауҙың айырым бер формаһы, ул ғәҙәттән тыш көскә ышаныуҙан ғибәрәт һәм үҙ эсенә әхлаҡи нормаларҙы, тәртип-низамды, йолаларҙы һәм кешеләрҙең айырым ойошмаларға тупланыуын ала (сиркәү, мәхәллә)..

Дин

Хронологик яҡтан ҡарағанда, иң беренсе боронғо йәһүдтәр дине барлыҡҡа килгән. Ул б.э.т. 11 быуат элегерәк барлыҡҡа килә. Унан ҡала — Буддизм (б.э.т. VI— V быуаттар), өсөнсөһө — христианлыҡ (б.э. I быуат), дүртенсеһе — ислам (б.э. VII быуат). Был диндәр барыһы ла тиерлек изге яҙмалар рәүешендә (Тәүрат, Талмуд, Инжил, Ҡөрьән) формалашалар. Барыһына ла билдәле системалылыҡ, структура хас. Мәҫәлән, Библия Инжил (Верхий Завет) һәм Тәүраттан (Новый Завет) тора. Беренсеһен (иудаизм) 39 китап тәшкил итә. Барлыҡ Евангелие (христиан дине) 39 китаптан төҙөлгән, тағы 27 бүлекте үҙ эсенә ала. Ҡөрьән 114 сүрәнән ғибәрәт, һәр сүрә билдәле һандағы һәм төрлө мәғәнәләге аяттарҙы туплаған. Бөтө донъяға таралған диндәрҙең бүлексәләре, ҡаршылыҡтары булһа ла, үҙ-ара бәйләнештә ижад ителгәндәр, шунлыҡтан уларҙың системалары уртаҡ тип һанарға була. Бөтә донъяға таралған диндәр фәҡәт «саф дини» хөкөмдәргә генә ҡайтып ҡалмай. Уларҙа тейешле урындарҙа айырым контекстар рәүешендә төрлө фәлсәфи, әхлаҡи, сәйәси, хоҡуҡи һ. б. шундай принциптар, нормалар тәғбир ителгән. Ғөмүмән алғанда, традицион диндәр, мифология кеүек үк, милли мәҙәниәттәрҙең элементы булып тора. Дин социаль күренеш булып ҡала.

Диндең икенсе төрлө билдәләмәләре

  • ижтимағи аңдың бер формаһы; табыныу объекты булып торған ғәҙәттән тыш көстәр һәм йән эйәләренә (илаһтар, рухтарға) ышаныуға нигеҙләнгән рухи күҙаллауҙар тупланышы .
  • ойошҡан рәүештә юғары көстәргә ышаныу. Дин ғәҙәттән тыш көстәргә инаныуҙан ғына тормай, ул был көстәргә айырым мөнәсәбәттәрҙе лә билдәләй: ул бар, тимәк, уға ынтылышты күрһәткән ихтыяр эшмәкәрлеге лә булырға тейеш..
  • Инаныс мистика менән дә бәйле булыуы ихтимал.

Дин өсөн изгелек һәм яуызлыҡ, әхлаҡ, тормош маҡсаты һәм мәғәнәһе кеүек төшөнсәләр бик мөһим булып тора.

Күпселек донъя диндәренең нигеҙҙәре, диндарҙарҙың инаныуы буйынса, Аллаһ тарафынан йәки илаһтарҙан иңдерелгән, йәки диндә юғары баҫҡыстарға күтәрелгән изгеләр, тәҡүәләр тарафынан яҙылған тип һанала.

Күпселек дини берлектәрҙә руханиҙар ҙур әһәмиәткә эйә. .

Дин һүҙенең этимологияһы

Дин (лат. religio) һүҙенең килеп сығышын борон бер нисә йәһәттән сығып ҡарағандар. Б.э.т. I быуатта йәшәгән оратор, яҙыусы һәм сәйәсмән Цицерон латинса relegere (ҡабаттан йыйылыу, тикшереү, айырым осраҡҡа ҡалдырыу), тигәндән алынған, айырым иғтибарға, инаныуға, табыныуға лайыҡ тигәнде белдерә тип һанаған. Цицерон динде Юғары көстәргә инаныу, табыныу тип ҡабул иткән..

Көнбайыштың нәсрани ораторы һәм яҙыусыһы Лактанций «религия» һүҙе латин ҡылымы Religare (бәйләү) тигәндән алынған тип иҫәпләгән, шуға динде кеше менән Юғары көс араһындағы бәйләнеш тип билдәләгән.

Хәҙерге ғилми тикшеренеүселәр йышыраҡ «религия» һүҙе Religare ҡылымынан килеп сыҡҡан тип һанаусан.

Дин структураһы

Социология дин структураһында ошондай компоненттарҙы билдәләй:

  • дини аң, ул ябай инаныс (шәхси) йәки концептуаль (Аллаһ тураһында тәғлимәт, йәшәү рәүеше нормалары һ.б.) булыуы мөмкин
  • дини эшмәкәрлек, ул ғибәҙәткә бәйле йәки бәйһеҙ булыуы мөмкин
  • дини мөнәсәбәттәр (ғибәҙәтле, ғибәҙәтһеҙ),
  • дини ойошмалар.

Дин төрҙәре

Мәжүсилек (күп илаһлылыҡ) — политеизм. Бер Аллалыҡ) - (монотеизм) (йәһүди, нәсрани, ислам, сикһ һ.б.)

Пантеизм — Ғаләм (тәбиғәт) һәм Аллаһ бер үк көстәр, тигән инаныс.

Аллаһҡа табынмаған диндәр ҙә бар (абстракт идеалға инаныс) - конфуцийсылыҡ, буддасылыҡ, джанисылыҡ

Дин һәм йәмғиәт

Мәҡәләлә ҡарала:

  • Дин һәм фән
  • Дин һәм енәйәтселек
  • Дин һәм сәләмәтлек
  • Дин һәм социаль уңыш
  • Дин һәм сәйәсәт
  • Дин һәм әхлаҡ

Дин һәм донъялағы инаныстар

Дин ХристианлыҡИудаизмИндуизмБахаиИсламФетишизмДаосизмСинтоизмБуддизмСикхизмДжайнизмАйявари
Дини символдар

Ибраһими диндәр

Ибраһим пәйғәмбәр йәһүҙилектә, нәсраниҙарҙа һәм Исламда инаныстарға нигеҙ һалыусы тип һанала.

Йәһүҙилек

Йәһүҙилек б.э.т. ХIХ быуаттарҙа Мысыр һәм Фәләстан ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Ул беренсе булып монотеизм, йәғни бер Аллаға табыныуҙы дөрөҫ тип иғлан иткән. Йәһүҙилек — милләт тә, дин дә булып тора.

Нәсранилыҡ

Фәләстандә б.э. беренсе быуатында башта йәһүҙиҙәр араһында барлыҡҡа килә. Шунан инде башҡа халыҡтар араһында таралып китә. Бында милләт айырыу юҡ.

Ислам

Ислам б.э.VII быуатта мәжүсилектә йәшәгән Ғәрәп ярымутрауында барлыҡҡа килгән.

Иҫкәрмәләр

Ҡарағыҙ

Tags:

Дин дең икенсе төрлө билдәләмәләреДин һүҙенең этимологияһыДин структураһыДин төрҙәреДин һәм йәмғиәтДин һәм донъялағы инаныстарДин Ибраһими диндәрДин ЙәһүҙилекДин НәсранилыҡДин ИсламДин ИҫкәрмәләрДин ҠарағыҙДин

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Европа иҡтисади берләшмәһеВирустарМатематикаИспан телеБохараҺынамыштарДейеүЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыӘкиәтӘрмәнстанТәңрекүлВавилонКарл ЛиннейАрыҫлан петроглифтарыГамеланАнуше АнсариБаҫымСүриәСуфый сиңерткәБөтә Донъя СелтәреИндонезияКомпьютерСәғүд ҒәрәбстаныЙылғаБаш битДәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улыӘбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улыБашҡорт алфавиты1959 йылQR-кодБашҡорт милли хәрәкәтеЭнциклопедияВикикитапханаНуриев Рудольф Хәмит улыҮзбәк телеУрыҫ телеСтәрлетамаҡ өйәҙеТерпеләр1873 йылСинонимСыйырсыҡЛуи АрмстронгГаметаISO 3166-1Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улыГәрәбәМосолман календарыБәпембәИр енес ағзаһыХәҡиҡәтYouTubeАрал диңгеҙеГренландияНовокузнецкБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыУйғыр телеПастернак Борис ЛеонидовичВолейболҮҫемлектәрПеруТим Бернерс-ЛиМона ЛизаHTML🡆 More