Должно оставить беспечность, коль дело пойдёт о здоровье.
Һаулыҡ — һәр тере организмдың һәм уның бар ағзаларының тулыһынса үҙ функцияларын үтәй алыу торошо, сирҙәр, ауырыуҙар юҡлығы. Һаулыҡты өйрәнеүсе фәндәргә диетология, фармакология, биология, эпидемиология, психология (һаулыҡ психологияһы, үҫеш психологияһы, эксперименталь һәм клиник психология, социаль психология), психофизиология, психиатрия, педиатрия, медицина социологияһы һәм медицина антропологияһы, психогигиена, дефектология һәм башҡа фәндәр инә. Кеше һаулығын һаҡлау (һаулыҡ һаҡлау) — дәүләттең төп бурыстарының береһе. Донъя кимәлендә кешелек һаулығын һаҡлау менән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы шөғөлләнә. Бөтә донъя һаулыҡ көнө йыл һайын 7 апрелдә, Бөтә донъя психик һаулыҡ көнө 10 октябрҙә билдәләнә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уставына ярашлы, «һаулыҡ — ул сирҙәр йә физик етешһеҙлектәр юҡлығы ғына түгел, ә тулыһынса физик, рухи һәм социаль именлек торошо.» Әммә был билдәләмә популяция һәм шәхси кимәлдәрҙә һаулыҡты баһалау өсөн ҡулланыла алмай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фекеренсә, медицина-санитария статистикаһында шәхси кимәлдәге һаулыҡ мәғәнәһендә сир йә хәл насарайыуы асыҡланмауы, ә популяция кимәлендә — үлем, ауырыуға дусар булыу, зәғифлек кимәлдәренең кәмеүе аңлатыла.
П. И. Калью «„Һаулыҡ” төшөнсәһенең төп характеристикаһы һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҙгәртеп ҡороуҙың ҡайһы бер һорауҙары: күҙәтмә мәғлүмәт» хеҙмәтендә төрлө илдәрҙә, төрлө осорҙа һәм төрлө фән вәкилдәре тарафынан аныҡланған 79 билдәләмә ҡараған. Улар араһында түбәндәгеләр бар:
Кальюға ярашлы, һаулыҡтың бөтә характеристикалары түбәндәге концепцияларға нигезләнә:
Кеше һаулығы һан — күләм параметрҙары йыйылмаһынан тороусы сифат характеристикаһы һанала. Һан-күләм параметрҙары тип антрометрик (оҙонлоҡ, ауырлыҡ, күкрәк ситлеге күләме, ағзалар һәм тән туҡымаларының геометрик формаһы); физик (пульс йышлығы, артериаль баҫым, тән температураһы); биохимик (организмда химик элементтар, эритроциттар, лейкоциттар, гормондар булыуы); биологик (эсәк флораһы составы, вируслы һәм йоғошло ауырыуҙар булыуы) һәм башҡа биомаркерҙарҙы атайҙар. Кеше организмы торошо өсөн «норма» тигән төшөнсә ҡулланыла, йәғни параметрҙарҙың ҡиммәте медицина фәне тарафынан һәм ғәмәлдә раҫланған билдәле бер арауыҡҡа һыя. Ҡиммәттең билдәле булған арауыҡтан тайпылыуы һаулыҡтың насарайыуын күрһәтеүсе һәм дәлилләүсе билдә булыуы ихтимал. Һаулыҡты юғалтыу тышҡы яҡтан организмдың функциялары һәм төҙөлөшө боҙолоуын, уның яраҡлашыу һәләте үҙгәреүен аңлата. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фекеренсә, кешеләр һаулығы-социаль сифат, шуның өсөн дә йәмғиәт һаулығын баһалау өсөн түбәндәге күрһәткестәр ҡулланыу тәҡдим ителә:
Һаулыҡ күҙлегенән ҡарағанда, артериаль ҡан баҫымының ике төрөн билдәләргә мөмкин:
САБ — систола артериаль ҡан баҫымы. ДАБ — диастола артериаль ҡан баҫымы
Бөтә күрһәткестәр үҫештә баһаланырға тейеш. Халыҡтың һаулығын баһалауҙа мөһим күрһәткес — һаулыҡ индексы, йәғни тикшереүҙәр мәленә (мәҫәлән, йыл дауамында) ауырымаусылар өлөшө.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Һаулыҡ, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.