Клод Моне

Оска́р Клод Моне́ (франц. Oscar-Claude Monet; 14 ноябрь 1840 йыл — 5 декабрь 1926 йыл) — француз рәссамы, импрессионизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Клод Моне
франц. Claude Monet
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[…]
Гражданлыҡ Клод Моне Франция
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. Oscar-Claude Monet
Тыуған көнө 14 ноябрь 1840({{padleft:1840|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[…]
Тыуған урыны Париж
Дата крещения 20 май 1841
Вафат булған көнө 5 декабрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[…] (86 йәш)
Вафат булған урыны Живерни[d]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе үпкә рагы[d]
Ерләнгән урыны кладбище Живерни[d]
Ҡәбере һүрәте
Бер туғандары Léon Monet[d]
Хәләл ефете Камилла Донсьё[d] һәм Алиса Ошеде[d]
Балалары Жан Моне[d] һәм Мишель Моне[d]
Һөнәр төрө рәссам, художник-график
Эшмәкәрлек төрө Живопись
Уҡыу йорто Национальная высшая школа изящных искусств[d]
Уҡыусылар Espérance Léon Broquet[d], Paul-Émile Pissarro[d], Robert Antoine Pinchon[d] һәм Louis Cario[d]
Кемдә уҡыған Шарль Глейр[d]
Әүҙемлек урыны Париж, Аржантёй[d], Ветёй[d], Пуасси[d], Живерни[d], Онфлёр[d], Trouville[d], Амстердам, Угстгест[d], Сассенхейм[d], Гаага[d], Зандам[d] һәм Лондон
Архивы хранятся в Архивы департамента Ивелин[d]
Сәнғәт йүнәлеше импрессионизм[d]
Жанр пейзаж[d], натюрморт һәм портрет[d]
Йоғонто яһаусы Гюстав Курбе[d], Жан-Франсуа Милле[d], Эдуард Мане, Уильям Тёрнер һәм Кацусика Хокусай
Хеҙмәттәре тупланмаһы Музей Бойманса-ван Бёнингена[d], галерея Бельведер[d], Штеделевский художественный институт[d], Миннеаполис сәнғәт институты[d], Чикаго сәнғәт институты[d], Музей искусств Нельсона-Аткинса[d], Auckland Art Gallery[d], Музей Тиссена-Борнемисы[d], Гетти музейы, Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк), Виктория милли галереяһы[d], Тейт[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Милли һынлы сәнғәт музейы[d], Национальная галерея Канады[d], Нәфис сәнғәт һарайы[d], Фрик коллекцияһы[d], Метрополитен-музей[d], Филадельфия художество музейы[d], Frick Art & Historical Center[d], Музей Хехта[d], Музей Крёллер-Мюллер[d], Галуст Гюльбенкян музейы[d], National Museum of Fine Arts of Algiers[d], Aberdeen Art Gallery[d], Kaiser Wilhelm Museum[d], Saarland Museum[d], Музей охоты и природы[d], Musée des Beaux-Arts de Morlaix[d], Базельский художественный музей[d], Tochigi Prefectural Museum[d], Шотландия милли галереялар[d], Национальный музей Кардиффа[d], Веймарский замок[d], Musée national des douanes[d], Musée Alphonse-Georges-Poulain[d], Santa Barbara Museum of Art[d], Музей Орсе[d], Тегеранский музей современного искусства[d], Гарвард художество музейы[d], Museum of Modern Art, Ibaraki[d], Государственный музей изобразительных искусств имени А. С. Пушкина[d], Shimane Art Museum[d], Chrysler Museum of Art[d], Mie Prefectural Art Museum[d], Shizuoka Prefectural Museum of Art[d], Художественный музей Милуоки[d], Монреальский музей изящных искусств[d], DIC[d], MuMa Museum of modern art André Malraux[d], Musée Eugène-Boudin de Honfleur[d], Лионский музей изобразительных искусств[d], Художественная галерея Олбрайт-Нокс[d], Бостон нәфис сәнғәт музейы[d], Tokyo Fuji Art Museum[d], Новая глиптотека Карлсберга[d], Сент-Луисский художественный музей[d], Демойнский центр искусства[d], Fred Jones Jr. Museum of Art[d], Художественный музей Макмастера[d], Arkansas Museum of Fine Arts[d], Художественный музей Мида[d], Музей Мохамеда Махмуда Халиля[d], Художественный музей Гонолулу[d], Музей Унтерлинден[d], Columbia Museum of Art[d], Glynn Vivian Art Gallery[d], Виргинский музей изобразительных искусств[d], Дейтоновский институт искусств[d], Michele & Donald D'Amour Museum of Fine Arts[d], Memorial Art Gallery[d], Southampton City Art Gallery[d], Musée des beaux-arts de Liège[d], Музей Зиммерли[d], Musée des Beaux-Arts Tournai[d], Художественный музей Индианского университета[d], Ньюаркский музей[d], Samuel P. Harn Museum of Art[d], Lowe Art Museum[d], Fondazione Magnani-Rocca[d], Музей зарубежного искусства (Рига)[d], musée Albert-André[d], Yamadera Gotō Museum of Art[d], Ам Рёмерхольц[d], Бернский художественный музей[d], Государственный кунстхалле Карлсруэ[d], Государственная галерея искусств Штутгарта[d], Музей изобразительных искусств[d], Museum of Grenoble[d], Kubosō Memorial Museum of Arts[d], Гамбург Кунстхаллеһы, Asahi Group Oyamazaki Villa Museum of Art[d], Fukushima Prefectural Museum of Art[d], Yamazaki Mazak Museum of Art[d], New National Museum of Monaco[d], Kitakyushu Municipal Museum of Art[d], Murauchi Art Museum[d], Kagoshima City Museum of Art[d], Старая национальная галерея[d], Matsushita Museum of Art[d], Художественный музей Северной Каролины[d], Израиль музейы[d], Hugh Lane Gallery[d], Музей искусств Далласа[d], Сәнғәт галереяһы һәм Келвингроув музейы, Музей Шелбурна[d], Сәнғәт музейы[d], Портлендский художественный музей[d], Музей Фабра[d], Фогг художество музейы[d], Стерлинг һәм Франсин Кларк сәнғәт институты[d], Тель-Авивский музей изобразительных искусств[d], Musée des Beaux-Arts de Caen[d], Pola Museum of Art[d], Музей Мармоттан-Моне[d], Эрмитаж Дәүләт Музейы[d], Бременская художественная галерея[d], Собрание Фонда Эмиля Бюрле[d], Национальный музей (Познань)[d], Kimbell Art Museum[d], Лондон милли галереяһы[d], Музей Оранжери[d], Национальный музей западного искусства[d], Национальная галерея современного искусства (Рим)[d], Сан-Паулу художество музейы[d], Уолтерс художество музейы[d], Museu da Chácara do Céu[d], Хиросимский музей искусств[d], Дижондың нәфис сәнғәттәр музейы, Рейксмюсеум, Музей Фолькванг[d], Музей фонда Бейелер[d], Сербияның Милли музейы, Уэльс милли музейы[d], Музей изящных искусств (Руан)[d], Musée Camille Pissarro[d], Музей изящных искусств[d], Музей Соумайя[d], Бирмингемский художественный музей[d], Государственные художественные собрания Дрездена[d], Галерея Альбертина[d], Национальная галерея Ирландии[d], Музей Винсента ван Гога[d], Соломон Гуггенхайм музейы, Музей изобразительных искусств Сан-Франциско[d], Художественная галерея Нового Южного Уэльса[d], Музей искусств округа Лос-Анджелес[d], Columbus Museum of Art[d], Венгерская национальная галерея[d], Музей Монтсеррат[d], Музей изобразительного искусства Нанси[d], Музей Вальрафа-Рихарца[d], Национальный музей искусства, архитектуры и дизайна[d], Художественный музей Сиэтла[d], Национальная галерея[d], Музей Ханенко[d], The Phillips Collection[d], Городской музей[d], Муниципальный музей (Гаага)[d], Бруклинский музей[d], Прага милли галереяһы, Венгрия һынлы сәнғәт музейы, Индианаполис художество музейы[d], Национальный музей изящных искусств[d], Нәфис сәнғәт музейы[d], Фонд Барнса[d], Музей Хаммера[d], Денверский художественный музей[d], Галерея искусств Уокера[d], Художественный музей Принстонского университета[d], Ohara Museum of Art[d], Национальный музей в Варшаве[d], Мемориальный художественный музей Аллена[d], Бавар дәүләт картиналар йыйынтығы[d], Уодсворт Атенеум[d], Smith College Museum of Art[d], Вустер сәнғәт музейы[d], Музей искусств Карнеги[d], Государственный музей Твенте[d], Коркоран галереяһы[d], Художественный музей Цинциннати[d], Музей современного искусства (Страсбург)[d], Художественный музей Бриджстоун[d], Museum of Modern Art, Saitama[d], Национальная галерея Австралии[d], Кунстхаус Цюрих[d], Hill-Stead Museum[d], Museum of Fine Arts, St. Petersburg, Florida, USA[d], Йель университетының художество галереяһы[d], MOA[d], Музей изобразительных искусств Санкт-Галлен[d], Фицуильям музейы[d], Музей земли Нижняя Саксония[d], Художественная галерея Онтарио[d], Ordrupgaard[d], Женевский музей искусства и истории[d], Художественный музей Нового Орлеана[d], Музей Ашмола[d], Музей искусств Хай[d], Винтертур художество музейы[d], Гётеборгский художественный музей[d], Музей Род-Айлендской школы дизайна[d], musée des beaux-arts de Tours[d], Художественный музей Сан-Диего[d], Музей Нортона Саймона[d], Sen-oku Hakuko Kan[d], Музей Почётного Легиона[d], Speed Art Museum[d], Dixon Gallery and Gardens[d], Matsuoka Museum of Art[d], The New Art Gallery Walsall[d], Музей Барберини[d], Музей Кригера[d], Cantonal Museum of Fine Arts[d], Музей искусства и истории (Невшатель)[d], Museum Langmatt Sidney and Jenny Brown Foundation[d], Joslyn Art Museum[d], Балтиморский художественный музей[d], Menard Art Museum[d], Spencer Museum of Art[d], Музей Родена[d], Детройтский институт искусств[d], Chichu Art Museum[d], Барбер нәфис сәнғәт институты[d], Currier Museum of Art[d], Dunedin Public Art Gallery[d], Johannesburg Art Gallery[d], Мангеймский кунстхалле[d], Кливленд художество музейы[d], musée des impressionnismes Giverny[d], Norton Museum of Art[d], The Museum of Modern Art, Gunma[d], Kasama Nichidō Museum of Art[d], Портлендский художественный музей[d], Rosengart Collection[d], Музей современного искусства (Каракас)[d], Художественный музей Мичиганского университета[d], Musée d'Art moderne et d'Art contemporain[d], Fondation Bemberg[d], Davis Museum and Cultural Center[d], Музей современного искусства Сан-Франциско[d], Художественный музей Финикса[d], Von der Heydt Museum[d], Uehara Museum of Modern Art[d], Musée des Ursulines[d], Музей Ботеро[d], Musée des Beaux-Arts de la ville de Paris[d], Zaans museum[d], Dreux museum of Art and History[d], Национальный музей искусств Румынии[d], Музей фюрера[d], Musée d'art moderne (Saint-Étienne)[d], Marunuma Art Park[d], Музей изящных искусств (Реймс)[d], Шотландия милли галереяһы[d], Tochigi Prefectural Museum of Fine Arts[d], Musée des Beaux-Arts d'Angers[d] һәм Королевские музеи изящных искусств[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Philadelphia Museum of Art Library and Archives[d], Frick Art Reference Library[d] һәм Smithsonian American Art and Portrait Gallery Library[d]
Каталог-резоне Monet: Catalogue Raisonné[d], Monet: Catalogue Raisonné[d] һәм Q124653477?
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Claude Monet
Клод Моне Клод Моне Викимилектә

Биографияһы

Оскар Клод Моне 1840 йылдың 14 ноябрендә Парижда тыуа. Уға биш йәш тулғанда ғаиләһе Нормандияға, Гаврға күсенә. Атаһы Клодтың, аҙыҡ-түлек тауарҙарын һатыусы булып, ғаилә эшен дауам итеүен теләй. Моненың үҫмер сағы, аҙаҡ үҙе билдәләгәнсә, ғәмәлдә, берәҙәклектә үтә. Ул күп ваҡытын, класта ултырыуға ҡарағанда, һыуҙа һәм ҡаяларҙа үткәререргә ярата. Булмышы менән ниндәй ҙә булһа тәртипте үҙ итмәгәнгә күрә, мәктәп уға һәр ваҡыт төрмә булып күренә. Зәңгәр дәфтәр тыштарына уҡытыусыларының потреттарын карикатура алымы менән төшөрә, һәм был йыуанысында ул тиҙҙән камиллыҡҡа өлгәшә. Моне ун биш йәшендә бөтә Гаврға карикатурист булараҡ билдәле була. Ул был йәһәттән шул тиклем таныла, хатта төрлө яҡтан уға карикатура портреттарын эшләүгә үтенестәр яуа башлай. Заказдарҙың күплеге һәм ата-әсәһенең бик үк йомарт булмауы сәбәпле, ул ҡыйыу ҡарар ҡабул итә: эшләгән портреттары өсөн егермешәр франк ала башлай.

Ошо юл менән ниндәйҙер дәрәжәлә танылып, Моне тиҙҙән ҡалала «мөһим персона» булып китә. Берҙән-бер художество кәрәк-яраҡтары кибете витринаһына, биш-алты рәткә теҙеп, уның карикатуралары ҡуйыла, кешеләрҙең уның потреттары менән һоҡланыуын күреп, ул, әлбиттә, тәрән ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Шул уҡ кибет витриаһына, уның потреттарынан өҫтәрәк, диңгеҙ пейзаждары урын ала. Был пейзаждарҙы Моне иң насар һүрәт тип ҡабул итә. Уларҙың авторы Эжен Буденды белмәһә лә, уны күрә алмай башлай. Кибет хужаһы аша был рәссам менән танышыуҙан баш тарта, әммә бер тапҡыр ул Буденды кибеттә тап итә. Кибет хужаһы, осраҡтан файҙаланып, Буденға Монены, карикатура буйынса ҙур талантҡа эйә булған йәш кеше, тип таныштыра.

«Буден шунда уҡ миңә яҡын килде, — тип хәтерләй Моне, — йомшаҡ тауыш менән мине маҡтаны һәм бер нисә һүҙ әйтте: мин һәр ваҡыт һеҙҙең һүрәттәрҙе ҡәнәғәтлек менән ҡарайым; улар бик ҡыҙыҡ, еңел, аҡыллы. Һеҙ талантлы кеше — был тәү ҡараштан уҡ күренә, әммә һеҙ ошо рәүешле һүрәт төшөрөү менән сикләнмәҫһегеҙ, тип уйлайым. Тәүге аҙым өсөн был бик һәйбә, ләкин тиҙҙән һеҙ карикатураларҙан ялҡасаҡһығыҙ. Шөғөлләнегеҙ, күрергә, яҙырға һәм һүрәт төшөрөргә өйрәнегеҙ, пейзаждар эшләгөҙ. Диңгеҙ һәм күк, хайуандар, кешеләр һәм ағастар тәбиғәт уларҙы барлыҡҡа килтергән килеш бигерәк матур, төрлө сифаттары менән ниндәй булһалар шул килеш матурҙар».

Ләкин Будендың һүҙҙәре уның йөрөгенә үтеп инмәй. Монеға был кеше оҡшай. Ул инанған, ихлас күңелле кеше, ләкин уға уның рәсемдәре оҡшамай, һәм Буден уның менән бергә асыҡ һауала эшләргә саҡырғанда, инсафлы ғына итеп баш тарта. Йәй етә; Моне, ҡаршылыҡ күрһәтеүҙән арып, олораҡ кешенең һүҙенә буйһона, һәм Буден ҙур теләк менән Монены уҡыта башлай.«Аҙаҡ килеп минең күҙҙәрем асылды, — тип хәтерләй Моне, — мин тәбиғәтте ысын мәғәнәһендә аңлай башланым һәм шул уҡ ваҡытта уны ысынлап яратырға өйрәндем».

Ун ете йәшлек Оскар Моне яҡшыраҡ уҡытыусы таба алмай, сәнки Буден доктринёр ҙа, теоретик та булмай. Бөтә нимәне асыҡ күрә белгән осҡор күҙе, айыҡ аҡылы була уның һәм үҙенең күҙәтеүҙәрен һәм тәжрибәһен ябай һүҙҙәр менән аңлата белә. «Туранан-тура урынға барып яҙылған картина мастерскойҙа яҙылғанынан көсө, баҙыҡлығы, йәнлелеге менән айырылып тора, — ти ул. — Бынан тыш тәү күргәндәге тәьҫоратты һаҡларға тырышырға кәрәк, сөнки ул — иң дөрөҫө. Картинаның ниндәйҙер бер өлөшө генә түгел, ә ул тотошо менән хайран ҡалдырырға тейеш».

Әммә Буден бик тыйнаҡ кеше була һәм Монены дөрөҫ юлға сығарыу өсөн уның дәрестәре генә етер, тип тә уйламай. «Яңғыҙлыҡта эшләп кенә маҡсатҡа өлгәшеү бик икеле, әлбиттә, үтә ҙур талант булһа мөмкиндер, шулай ҙа сәнғәт яңғыҙлыҡта, провинциаль төпкөлдә, тәнҡитһеҙ, сағыштырыу мөмкинлеге булмағанда, фекер ныҡлығы булмағанда тыумай, ти ул». Алты ай буйы үҙе ихтирам иткән кешенән ошондайыраҡ һүҙҙәрҙе ишетеп йөрөү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Моне бер көндө атаһына рәссам булырға теләүе һәм бының өсөн Парижға уҡырға китергә йыйыныуы тураһында белдерә. Атаһы улының теләгенә ҡаршы төшмәй, сөнки Моненың Гаврҙағы апайы ла (атаһының һеңлеһе) бер ни тиклем һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан була, ҡустыһының улына буш ваҡытында мастерскойында эшләргә лә рөхсәт итә. Ата-әсәһе улдарының талантлы булыуын күрмәй йәки, уға матди ярҙам итә алмаясаҡтарын аңлап, күрергә лә теләмәгәндәрҙер. 1859 йылдың мартында Моненың атаһы муниципаль советҡа улын уҡытырға ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә.

«Минең улым, ун һигеҙ йәшлек Оскар Моне, М. Очард әфәнде [колледжда рәсем уҡытыусыһы, Давидтың элекке уҡыусыһы], Вассер һәм Буден менән эшләп, үҙ кандидатураһын Гавр ҡалаһының рәсем сәнғәте стипендиаты исеменә күрһәтә. Уның тәбиғи һәләтен белгәнгә күрә, мин уның был теләген хуплайым. Әммә уны Парижға уҡырға ебәреү өсөн мөмкинлегем юҡлыҡтан ярҙам һорап һеҙгә мөрәжәғәт итәм» Ике айҙан һуң был үтенесте һәм тапшырылған натюрмортты ҡарайҙар һәм кире ҡағалар.

Яуап килеүен көтөп тә тормай Моненың атаһы улын ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла Парижға, башҡа рәссамдар менән кәңәшләшергә һәм Салонға инеп сығырға тип ебәрә. Юлға сығыр алдынан Моне картиналарын яратып ҡабул иткән бер нисә кешенән ниндәйҙер кимәлдә танылыу алған рәссамдарға рекомендацияларын да ала.

Клод Моне 
Зонтиклы ҡатын (1886).

Парижда аҙыраҡ булғандан һуң Моне Буденға үҙенең беренсе отчетын ебәрә. «Әлегә Салонда бер тапҡыр ғына булдым. Бер нисә рәссамдың мастерскойҙарына инеп сыҡтым. Иң тәүҙә Арман Готье менән таныштым, ул һеҙҙең Парижға килегеҙгә өмөт итә. Һеҙҙе бөтәһе лә көтә. Труайонуға инеп, ике натюрмортымды күрһәттем. „Төҫтәрҙе дөрөҫ һайлайһығыҙ, быныһы шатландыра, — тине ул. — Лөкин һеҙгә етди итеп шөғөлләнергә кәрәк. Әгәр сәнғәт менән ысынлап шөғөлләнергә теләһәгеҙ, мастерскойға эшкә урынлашығыҙ, унда фигура менән эшләргә өйрәтәләр. Һүрәт төшөрөргә өйрәнегеҙ — бөгөн һеҙгә тап шул етешмәй. Күпме булдыра алаһығыҙ, шул тиклем һүрәт төшөрөгөҙ. Әммә һынлы сәнғәтте лә онотмағыҙ, ҡала ситенә сығып этюдтар яҙығыҙ, Луврға барып, ундағы картиналар копияларын эшләгеҙ. Йышыраҡ миңә килеп, нимә эшләгәнегеҙҙе күрһәтегеҙ һәм һеҙ ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшерһегеҙ.“. Ата-өсөйем миңә тағы бер аҙға Парижда булырға рөхсәт итте».

Моне Труайон менән и Можинонан ҡайһы рәссамдың мастерскойына барыу тураһында кәңәшләшә. Икеһе лә Кутюрға барырға кәңәш итә, ләкин Монеға Кутюрҙың эштәре оҡшамай. Уның ҡарауы ул «Ғазап сигеүселәр кабачогына» йышыраҡ инә башлай, шау-шыулы компания, йәнле бәхәстәр уның күңеленә хуш килә. Ике ай үткәс, Моне бер ни тиклем ваҡытҡа Парижда ҡалырға ҡарар итә. Әгәр ул Рәсем төшөрөү мәктәбенә уҡырға инеүҙән баш тартмаһа, ата-әсәһе Парижда ҡалыуына риза ла булырҙар ине. Уҡырға инмәгәс, атаһы аҡса ебәреүҙән дә туҡтай. Моне үҙенең аҙмы-күпме аҡсаһына һәм атаһының һеңлеһе ебәргән аҡсаға йән аҫрай башлай.

1860 йылда Моне армияға алына һәм Алжирға барып эләгә, унда ҡорһаҡ тифы менән сирләй, апайы ебәргән аҡса менән хәрби хеҙмәттән ҡотола һәм 1862 йылда. ата-әсәһе янына ҡайта. Моне университеттың сәнғәт факультетына уҡырға инә, әммә һынлы сәнғәткә ҡарата булған ҡарашты күреп, күңеле ҡайта. Уҡыу йортонан китеү менән Шарль Глейр ойошторған һынлы сәнғәт студияһына инә. Унда Огюст Ренуар, Альфред Сислей һәм Фредерик Базиль кеүек рәссамдар менән таныша. Улар, ғәмәлдә, тиңдәштәр була, шуға ла сәнғәткә булған ҡараштары ла тап килә, тиҙҙән улар импрессионисттар төркөмөнөң төп өлөшөн тәшкил итә.

Камилла Донсьё потреты («Камилла, йәки йәшел күлдәкле туташ», 1866 йылда яҙыла) Монеға танылыу килтерә. 1870 йылдың 28 июнендә рәссам Камиллаға өйләнә. Уларҙың ике улы тыуа: Жан (1867 йыл) һәм Мишель (1878 йылдың 17 марты).

Клод Моне 
(Огюст Ренуар). Клод Моне.портреты. 1875.

Франко-прусс һуғышы башланыу менән 1870 йылда Моне Англияға күсенә, унда Джон Констебл һәм Уильям Тёрнерҙың эштәре менән таныша. 1871 йылдың яҙында Моненың картиналарын Короллек академияһы күргәҙмәндә ҡатнашыуға үткәрмәйҙәр. 1871 йылдың майында ул Лондондан китә. Йәшәү урыны итеп Нидерландтың Зандам ҡалаһын һайлай, унда ул егерме биш картина яҙа (бында полиция уны революцион эшмәкәрлектә ғәйепләй). Ул беренсе тапҡыр күршеләге Амстердамға барып килә. Францияға ҡайтҡандан һуң 1872 йылдың аҙағында Моне үҙенең атаҡлы «Тәьҫорат. Сығып килеүсе ҡояш» («Impression, soleil levant») пейзажын яҙа. Тап ошо картина импрессионисттар һәм тотош бер худлжество йүнәлешенә исем бирә. Картина 1874 йылда импрессионистарҙың тәүге күргәҙмәһендә күрһәтелә. Данлыҡды тәнҡитсе Леруа күргәҙмә тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа: «Унда тәъҫораттарҙан башҡа бер ни ҙә юҡ».

Клод Моне 
Клод Моне. Япон кимоноһында Камилла.
Клод Моне 
Клод Моне. Камилла на смертном одре

1871 йылдың декабренән 1878 йылға тиклем Моне Париж эргәһендә, Сена йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Аржантее ауылындайәшәй. Был ауыл йәкшәмбе көндәрендә парижандарҙың популяр ял итеү урыны була, ошонда Моне үҙенең ҡайһы бер танылыған картиналарын яҙа. 1874 йылда ул ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа Нидерландҡа ҡайта.

1878 йылда Моне Ветей ауылына күсенә. 1879 йылдың 5 сентябрендә Камилла Моне туберкулёздан утыҙ ике йәшендә вафат була.

1883 йылда Живернила йорт һатып ала. 1892 йылда ул икенсе тапҡыр Алисе Ошеде́ға өйләнә. Өйләнгәнгә тиклем үк Алиса рәссамға хужалыҡ эштәрен алып барырға һәм беренсе никахтан тыуған балаларын ҡарарға ярҙам итә. 1893 йылда Моне Алиса менән бергә Париждан 80 километрҙа ятҡан Живерниға (Үрге Нормандия) күсенә. Алиса 1911 йылда вафат була. Рәссамдың өлкән улы Жан 1914 йылда вафат була.

Катаракта һәм ультрафиолетта күреү һәләтенең саманан тыш һәләте

1912 йылда Клод Монеға табиптар икеләтә катаракта сире ҡуялар, шуға уға ике тапҡыр операция кисерергә тура килә. Ләкин Моне һүрәт төшөрөүен ташламай. Һул күҙенең гәлсәрен алғандан һуң ул ультрафиолет нурҙарын зәңгәрһыу итеп күрә башлай, шуға ла картиналарында яңы төҫтәр ҡуллана башлай. Миҫал өсөн киң танылыу алған «Һыуҙағы ләлә сәскәләре» картинаһын ғына алайыҡ. Моне ләлә сәкәләрен, башҡалар кеүек аҡ төҫтә түгел, ә зәңгәрһыу төҫтә күрә.

Вафаты

Клод Моне үпкә яман сиренән 1926 йылдың 5 декабрендә Живернила 86 йәшендә вафат була һәм урындағы сиркәү зыяратына ерләнә. Рәссам вафатынан алда уның менән хушлашыуҙың бик ябай булыуын теләй, шуға ла уның менән хушлашырға ни бары 50 кеше килә.

Хәтер

  • Моне исеме Меркурийҙағы кратергә бирелгән.
  • Инглиз яҙыусыһы Ева Файджес үҙенең «Яҡтылыҡ» романында Клод Моне тормошонан бер көндө — таң атып ҡояш байынғансы булған арауыҡты һүрәтләй.
  • «Үләндә иртәнге аш» тигән совет фильмы Клода Моненың картинаһы хөрмәтенә атала, ул импрессионистар альбомынан йәш рәссамға бүләк ителгән була.
  • «Кухня» сериалындағы ресторан «Claude Monet» (Клод Моне) атамаһын йөрөтә — ул Мәскәүҙә эшләгән «Champagne Life». рестораны.
  • «Титаник» фильмында ла беҙ Моненың «Һыуҙағы ләлә сәскәләре» картинаһын күрәбеҙ.
  • «Томас Краун афераһы» фильмында төп герой музейҙан Моненың «Сан-Джорджо Маджоре эңерҙә» тигән картинаһын урлай. Ошо уҡ фильмда Клод Моненың «Бесән кәбәне (Йәй аҙағы)» картинаһы ла күренә.
  • «Фальсификатор» (The Forger) (2014) фильмында төп герой Моненың 1874 йылдағы картинаһын оҡшатып эшләргә тырыша һәм картинаның оргиналын үҙе эшләгән картина менән алмаштыра.
  • ,,ArtNote" художество ҡуйын дәфтәре ,,Monet ArtNote" блокнотын сығара, унда ҡуйын дәфтәре кеүек итеп рәссамдың бөтә әҫәрҙәре йыйылған.

Галерея

Иҫкәрмәләр

Библиография

  • Богема Г. К. К. Моне. — М., 1984.
  • Георгий е. б. К. Моне // Альбом — 2-е изд. — М., 1974.
  • В. А. Кулаков Клод Моне [Альбом]. — М., 1989.
  • Ревалд, Джон. Импрессионизм тарихы. / Пер. Мелкова В П — М., Ленинград: Сәнғәт, 1959. — 455. с.
  • О рейтерсвердый Клод Моне, [шведтар менән пер.] — М., 1965.
  • Тайландье И Клод Моне [Альбом]. — М., 1995.
  • И. К. Сапегий Моне // Альбом. — Л., 1969.
  • Соч.: Хат, пер франц. // предисл. һәм прима. Н. Яворская в, в кн.: Сәнғәт тураһында сәнғәт оҫталары, 5 һ, км. 1. — М., 1969.
  • Christoph, Heinrich. Claude Monet. — Koeln: GmbH Tashen, 2007. — 96 p. — ISBN 978-3-8228-6368-8 (инг.)(инг.)
  • M. Fels de de Monet Claude La vie. Paris, 1929.
  • Forge A. Monet. Chicago, 1995.  (инг.)(инг.)
  • G. Geffroy Monet Claude, sa vie, oeuvre son. Paris, 1924, v. I, ch. IV.
  • P. Hoschedé J. Monet Claude, connu mal се, v. 1-2, Gen., 1960.  (фр.)(фр.)
  • Wildenstein D. Claude Monet.  (инг.)(инг.)

Һылтанмалар

Tags:

Клод Моне БиографияһыКлод Моне ХәтерКлод Моне ГалереяКлод Моне ИҫкәрмәләрКлод Моне БиблиографияКлод Моне ҺылтанмаларКлод Моне14 ноябрь1840 йыл1926 йыл5 декабрьФранцияФранцуз теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

СССРАйыу һымаҡтарТел ғилемеГаметаБиохимияСалауат ЮлаевҠаҙағстанАфғанстанҺүҙбәйләнешБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыСифатКәбисә йылАрыҫлан петроглифтарыГрецияСурағолов Рәмил Мотаһар улыПассарелла Даниэль АльбертоҠобайырМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаСәғитов Рәсүл Хәсән улыМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыАвстралияХикәйәСорго ике төҫлөМария-АнтуанеттаАҡмуллаИҫке СибайHej, sokołyВашингтонНефтекамаҠош сөйөп һунар итеүТанауЧжэн ХэТөньяҡ-көнбайыш диалектҒәйбәтТроя һуғышыБашҡорт теле1994 йылБанкМеңҠушма һөйләмПутин Владимир ВладимировичПоляк себерлеләреБелешмәТиҙәйткесБетонБельгияЯҡшымбәтов Малик Нәсих улыБашҡорт милли кейемеВоронеж өлкәһеПилотһыҙ осоу аппаратыМөнәсәбәт һүҙҙәрАшшурбанипал китапханаһыҒәрәп теле🡆 More