Канада: Төньяҡ Америкала урынлашҡан дәүләт

Кана́да (ингл. Canada , франц. Canada ) — Төньяҡ Америкала урынлашҡан дәүләт, ҙурлығы буйынса донъяла өсөнсө урында.

Канада
Canada
Канада флагы гербы Канада
Канада флагы Канада гербы
Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих
Милли девиз: «A Mari Usque Ad Mare»
Гимн: Канада гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 1 июль 1867
(ТАБ тураһында акт)
11 декабрь 1931
(Вестминстер Статуты)
17 апреля 1982
(Канада Акты) (Бөйөк Британия иленән)
Рәсми телдәр инглиз теле, француз теле
Баш ҡала Оттава
Иң ҙур ҡалалары Торонто
Идара итеү формаһы конституцион монархия
Дәүләт башлығы
Генерал-губернатор
Премьер-министр
Charles III
Мэри Саймон
Стивен Һарпер
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
2 урын
9 984 670 км²
8,62
ЭТП
  • Бөтәһе (2021)
  • Кеше башына
15 урын
2,027 трлн $
53 089 $
Валюта Канада доллары
(CAD, код 124)
Интернет-домен .ca
Телефон коды +1
Сәғәт бүлкәте UTC -3.5...-8

Атлантик, Тымыҡ һәм Төньяҡ Боҙло океандары менән йыуыла. Көньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан АҠШ, төньяҡ-көнсығыштан Дания (Гренландия) һәм көнсығыштан Франция (Сен-Пьер һәм Микелон) менән сиктәш. Канада менән АҠШ сиге — донъялағы иң оҙон дәүләт-ара сик.

Халыҡ һаны буйынса донъяла 37-се ил (2023 йылдың 1 февраленә 39 432 111 кеше

Канада — инглиз һәм француз телдәре федераль кимәлдә рәсми тип таналған, ике телле, мәҙәниәте күп ҡырлы, парламентар системалағы конституцион монархия иле. Канаданың иҡтисады күп тармаҡлы, тәбиғи ресурстарға һәм сауҙаға нигеҙләнгән, сәнәғәте технологик яҡтан киң үҫешкән ил.

Этимологияһы

Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих 
Жак Картье һәйкәле, Сен-Мало, Франция

Канада атамаһы kanata һүҙенән килеп сыҡҡан, ул «ултыраҡ», «ауыл» һәм «ер», «ер» тигәнде аңлата. Улар — Жак Картье Гаспела 1534 йылдың йәйендә үҙҙәренең йәйге лагерында осратҡан тәүге индеецтар (минго ҡәбиләһе телендә kanötayë' — «ауыл, ҡала» һәм онондага ҡәбиләһе телендә ganatáje — «ҡала»). 1535 йылда хәҙерге Квебек ҡалаһы ерендә йәшәүселәр, был һүҙҙе Стадакон ауылына ебәрер өсөн ҡулланған). Картье экспедициянан һуң күп тә үтмәй лаврентий ҡәбиләһе эҙһеҙ юғала. Бының сәбәптәре тураһында бер нисә гипотеза бар, шул иҫәптән европалылар индергән ауырыуҙар һәм гурондар йәки ирокез конфедерацияһы тарафынан баҫып алына, әммә уларҙың береһе лә аныҡ ҡына раҫланмаған.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Географияһы

Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих 
Канаданың Йыһандан фотоһүрәте

Канада Төньяҡ Американың күпселек өлөшөн биләй. Ҙурлығы буйынса донъяла икенсе ил. Дөйөм майҙаны 9 984 670 км² тәшкил итә, шуларҙың 9 053 507 км² — ҡоро ерҠалып:Ciawfb. Илдең территорияһына 52 меңдән ашыу утрау инә, шуларҙың иң ҙуры — Баффин Еренең майҙаны 0,5 миллион километрҙан ашыу тәшкил итә. Илдең дөйөм майҙанының 27 проценттан ашыуы урман сигенән төньяҡтараҡ урынлашҡан. Канадала донъялағы иң төньяҡ даими кеше ултырағы Алет (Нунавут), Элсмир утрауының төньяҡ осонда, Төньяҡ полюстан 817 км алыҫлыҡта, Канада Ҡораллы Көстәре базаһы урынлашҡан.

Канада Атлантик океандан (Баффин һәм Лабрадор диңгеҙҙәре менән) көнсығыштан көнбайышта Тымыҡ океанға һәм илдең төньяғында Бофорт диңгеҙе менән Төньяҡ Боҙло океанға тиклем һуҙыла. Ил территорияһының көнсығыштан көнбайышҡа табан иң ҙур оҙонлоғо — Ньюфаундленд утрауындағы Спир мороно һәм Аляска менән Юкон сиге араһы - 5514 км, ә төньяҡтан көньяҡҡа — Элсмир утрауындағы Колумбия мороно һәм Эри күлендәге (Онтарио) Мидл утрауы араһы - 4634 км. Канаданың Арктика архипелагының яр буйын индереп, яр буйы һыҙығының оҙонлоғо 202 мең километрҙан ашыу — донъяла иң юғары күрһәткес. 2022 йылдың июненә тиклем Канаданың бер генә дәүләт (Америка Ҡушма Штаттары) менән ҡоро ер сиге була. Канада менән АҠШ араһындағы ҡоро ер сигенең дөйөм оҙонлоғо — 8891 км (шул иҫәптән Аляска менән 2475 км)Ҡалып:Ciawfb. 2022 йылдың июнендә Канада һәм Дания Арктикалағы Ганс утрауын бүлешә, шулай итеп Дания Канада менән ҡоро ер сигенә эйә булған икенсе ил була (оҙонлоғо яҡынса 1 км). Диңгеҙ буйынса Канада Франция (Сен-Пьер һәм Микелон) менән сиктәш.

Рельефы и ер аҫты байлыҡтары

Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих 
Канаданың топографик картаһы

Британ энциклопедияһына ярашлы, Канада территорияһы 6 физик-географик зонаға бүленә: Канада ҡалҡаны, эске тигеҙлектәр, Бөйөк күлдәр һәм Изге Лаврентий йылғаһы уйһыулығы, Аппалачи тауҙары, Көнбайыш Кордиллерҙар һәм Канаданың Арктика архипелагы.

Канада рельефын схематик яҡтан диаметры 5,2 мең км-ҙан ашыу булған киң депрессия тип күрһәтергә мөмкин, шулай уҡ АҠШ территорияһының бер өлөшөн биләй. Депрессияның уйһыу өлөшө диңгеҙ кимәленән 600 м юғары бейеклектәге Канада ҡалҡанын барлыҡҡа килтерә, уның иң тәрән үҙәк өлөшөндә Гудзон ҡултығы урынлашҡан. Барлыҡҡа килгән «ҡалҡандың» ситтәре көнбайышта көнсығыштағыға ҡарағанда юғарыраҡ.

Канада ҡалҡаны илдең дөйөм майҙанының яҡынса яртыһын биләй. Ул - боронғо Прекамбрия тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән һәм һуңғы боҙлоҡ дәүерендә уңдырышлы тупраҡ ҡатламын юғалтҡан ташлы өлкә. Канада ҡалҡаны тирәләй ултырма тоҡомдарҙан торған уйһыулыҡтар. Канада ҡалҡанынан көньяҡ-көнсығышҡа табан Бөйөк күлдәр менән йәнәш һәм Изге Лаврентий йылғаһы үҙәне буйлап һуҙылған уйһыулыҡтар урынлашҡан. Былар майҙаны буйынса сағыштырмаса ҙур булмаған уйһыулыҡтар, унда халыҡ тығыҙ урынлашҡан һәм ере уңдырышлы, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән.

Тарих

1867 йыл — Бөйөк Британия илгә доминион статусын бирҙе.

Халҡы

2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Канадала 36 991 981 кеше йәшәгән, был 2016 йыл менән сағыштырғанда 5,2 процентҡа артыҡ. Халыҡ һаны буйынса Канада донъяла 38-се урынды биләйҠалып:Ciawfb, һәм халыҡ тығыҙлығы (1 км²-ға яҡынса 4,2 кеше) — донъяла иң түбәндәрҙең береһе.

Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих 
Торонто — Канаданың иң ҙур ҡалаһы

Майҙаны ҙур булыуға ҡарамаҫтан, Канада халҡының яҡынса 80 проценты АҠШ сигенән 150 км алыҫлыҡта йәшәй.

Ҡоролош

Бөгөнгө көндә Канада 10 провинция һәм 3 территорияны берләштергән федератив дәүләт.

Провинциялар

Флагы Гербы Провинция Почта
коды
Баш ҡала Иң эре ҡала
(халыҡ буйынса)
Конфедерацияға инеү Халыҡ
(2011)
Майҙан, ҡоро ер (км2) Майҙан, һыу (km2) Майҙан, тотош (km2) Тел Канада Парламенты:
Общиналар палатаһында
вәкилдәр һаны
Канада Парламенты:
Сенатта
вәкилдәр һаны
Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Онтарио ON Торонтo Торонто 1 июль, 1867 12,851,821 917,741 158,654 1,076,395 EnglishA 106 24
Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Квебек QC Квебек ҡалаһы Монреаль 1 июль, 1867 7,903,001 1,356,128 185,928 1,542,056 FrenchB 75 24
Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Яңы Шотландия NS Галифакс HalifaxC 1 июль, 1867 921,727 53,338 1,946 55,284 EnglishD 11 10
Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Нью-Брансуик NB Фредериктон Сент-Джон 1 июль, 1867 751,171 71,450 1,458 72,908 EnglishE
FrenchE
10 10
Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Манитоба MB Виннипег Виннипег 15 июль, 1870 1,208,268 553,556 94,241 647,797 EnglishA,F 14 6
Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Британ Колумбияһы BC Виктория Ванкувер 20 июль, 1871 4,400,057 925,186 19,549 944,735 EnglishA 36 6
Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Эдуард Принцы Утрауы PE Шарлоттаун Шарлоттаун 1 июль, 1873 140,204 5,660 0 5,660 EnglishA 4 4
Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Саскачеван SK Реджайна Саскатун 1 сентябрь, 1905 1,033,381 591,670 59,366 651,036 EnglishA 14 6
Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Альберта AB Эдмонтон Калгари 1 сентябрь, 1905 3,645,257 642,317 19,531 661,848 EnglishA 28 6
Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих  Ньюфаундленд һәм Лабрадор NL Сент-Джон St. John’s 31 март, 1949 514,536 373,872 31,340 405,212 EnglishA 7 6
Бөтә провинциялар &&&&&&&033369423.&&&&&033 369 423 &&&&&&&&05499918.&&&&&05 499 918 &&&&&&&&&0563013.&&&&&0563 013 &&&&&&&&06062931.&&&&&06 062 931 &&&&&&&&&&&&0305.&&&&&0305 &&&&&&&&&&&&0102.&&&&&0102

Иҫкәрмәләр:

    A.  Де-факто; Француз теле лә конституция буйынса рәсми тел тип һанала
    B.  Де-факто; Инглиз теле лә конституция буйынса рәсми тел тип һанала
    C.  Иң эре муниципалитет
    D.  Яңы Шотландияла билингво муниципалитеттар бик әҙ, ләкин бар
    E.  16 раздел, Канада Конституцияһы
    F.  Манитоба Акты

Квебек

Квебе́к (ингл. Quebec, МФА: [kwəˈbɛk] или [kəˈbɛk], франц. Québec МФА (фр.): [ke.bɛk]) — Канаданың майҙан буйынса иң эре провинция. Баш ҡала — Квебек, 735 мең кеше. Иң эре ҡала — Монреаль.

Халыҡ — 7,8 миллион кеше.

Территориялар

  1. Нунавут
  2. Көньяҡ-көнбайыш территориялар
  3. Юкон

Канадаға иммиграция

Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих 
Иммиграция һәм тыуыу Канадала. Ҡыҙыл — тыуыу. Күк — иммгранттар инеү
Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих 
«Килегеҙ, ҡалырға өсөн» — XIX быуаатағы плакат. Канадаға күсерғә саҡыра

Канадаға Иммиграция — Канадаға халыҡтын күсеүе, иммиграция процессы.

Канада — иммигранттар иле. Канаданың юғары үсешле, этник дискриминацияһыҙ һәм конфликтһыҙ ил тип глобаль репутацияһы бар. 2006 йылда Канада 236 756 иммигрант ҡабул итте. Беренсе 10 илдәр-лидерҙар: Ҡытай (28 896), Индия (28 520), Филиппин (19 718), Пакистан (9808), АҠШ (8750), Бөйөк Британия (7324), Иран (7195), Көньяҡ Корея (5909), Колумбия (5382) һәм Шри-Ланка (4068).

Артабан Франция (4026), Марокко (4025), Румыния, Рәсәй, Алжир бара. Һәр ил 3500 иммигрант бирҙе.

1976 йылда Канадала Эммиграция Законы, 2002 — Ҡасаҡтар тураһында Закондар ҡабул ителә.

2010 йылда илдә 34 миллион кеше тормош күрә. Халыҡ үсеше — 5,6 %.

Иммиграция категориялар

Иҡтисад иммигранттар.

Ғаилә. Ҡасаҡтар . Иммигрант Канадала 1095 көн йәшәһә (3 йыл), мотлаҡ Канада гражданы булырға тейеш.

Рәсәйҙә Канада Илселеге

Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих 
Н. И. Казаков йорто. (Староконюшенный тыҡрығы, 23).

Рәсәйҙә Канада Илселеге  — Канаданың РФ-ла дипломатик миссияһы. Илсе: Джон Слоан (John C. Sloan). Илселек йорто Хамовникила, Староконюшенный тыҡрығында Н. И. Казаков йортонда тора. 1898 йылда мәскәй архитекторы К. К. Гиппиус (1864—1941) проекты буйынса төҙөлә, эклектика һәм модерн стиле.

  • Адрес: Староконюшенный переулок, дом 23, Москва, 119002, Россия (Старый Арбат ур. янында, «Кропоткинская» метро станцияһы).
  • Дипломат автомобиль индексы: 003.

РФ-ла илселәр

  • Ральф Лисишин (Ralph Lysyshyn; 2006—2010)
  • Джон Слоан (John C. Sloan; 2011 йылдан)

Иҡтисады

Канада: Этимологияһы, Физик-географик ҡылыҡһырлама, Тарих 
Канадала(2011 йылғы хаҡтарҙа) халыҡтың йән башына эске тулайым продукт үҫеше, 1910—2018 йылдар

Милли валюта — Канада доллары. 1970 йылдан Канаданың доллары курсы йөҙөүсән; был ваҡыт эсендә минималь курс 0,62 АҠШ доллары (2002 йылда) тәшкил итә, ә максималь — 1,07 АҠШ доллары (2007 йылда).

Канада иҡтисады донъяла иң үҫешкән иҡтисадтар иҫәбенә инә. 2020 йыл иҫәпләүҙәре буйынса, Канаданың реаль ЭТП-һы 1,742 триллион АҠШ доллары тәшкил итә, был күрһәткес буйынса ил донъяла 15-се урынды биләй. Йән башына реаль килем 2020 йылда 45,9 мең доллар тәшкил итә — донъяла 34-се күрһәткесҠалып:Ciawfb. Иҡтисад структураһы һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә. Әгәр 1870 йылда иҡтисадтың иң мөһим секторы булып ауыл хужалығы торһа (37 %, хеҙмәтләндереү өлкәһендә — 36 %, сәнәғәттә — 22 % һәм тәбиғи ресурстар сығарыуҙа — 4 %), 1997 йылға Канада иҡтисады индустриаль һыҙаттар ала. Дөйөм милли продукттың 2/3 өлөшө һәм уның эшсе көстәренең 3/4 өлөшө самаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенә тура килә. Милли продуктта сәнәғәттең өлөшө — 18 процент. Эшсе көстәр — 15,5 процент. Ауыл хужалығы һәм тәбиғи ресурстар милли продукттың 15 проценттан кәмерәк өлөшөн һәм эшсе көстәрҙең 5 проценттан саҡ ҡына күберәк өлөшөн тәшкил итә. 2010 йылда Канадала хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә дөйөм халыҡтың 39 проценты, сәнәғәт етештереүендә — 10 %, ауыл хужалығында — 1 % эшләй. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң тәүге ярты быуат эсендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар һанының артыуы иҫәбенә эш көсө составында ҡатнашыу кимәле 55 % алып 64,8 % тиклем артҡан (ҡатын-ҡыҙҙар араһында — 24,7 % алып 57,4 % тиклем). 1980-се йылдарҙың беренсе яртыһында 9,9 процентҡа еткән милли эшһеҙлек кимәле шул ваҡыттан алып кәмей бара һәм 2019 йылда 5,67 % тип баһаланаҠалып:Ciawfb.

Канадала, башҡа алдынғы иҡтисадтарҙағы кеүек үк, Джини коэффициенты — халыҡтың иң бай һәм ярлы ҡатламдары араһында килем тигеҙһеҙлеге индексы әкренләп арта бара. Әммә 2020 йылдар башында Канадала ул Ҙур Ете илдәрендә иң түбәне булып ҡала, ә Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы илдәре араһында ул дәүләт тарафынан табышты ҡайтанан бүлгәнгә тиклем 9-сы урынды һәм ошо ҡайтанан бүлеүҙән һуң исемлектең уртаһына яҡыныраҡ урынды биләй.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Канада ЭтимологияһыКанада Физик-географик ҡылыҡһырламаКанада ТарихКанада ХалҡыКанада ҠоролошКанада ға иммиграцияКанада Рәсәйҙә ИлселегеКанада ИҡтисадыКанада ИҫкәрмәләрКанада ҺылтанмаларКанадаАтлантик океанИнглиз телеТымыҡ океанТөньяҡ АмерикаТөньяҡ Боҙло океанФранцуз телеХалыҡ-ара фонетик алфавит

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Яһалма интеллектГалилео ГалилейСәғүд ҒәрәбстаныМәҡәлдәр һәм әйтемдәрБашҡорт ВикипедияһыКиҫәксәISO 4217Халыҡ-ара стандарт серия номерыISO 3166-1Ир енес ағзаһыБөтә Донъя СелтәреҠХРСәйет батырФәләстинБаш битТок-писинБаймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбеТай телеЭтВикипедияW3CXIX быуатЙырЯман шешСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыБашҡорт ғәскәре (1917—1919)ПеруМусин Ноғман Сөләймән улыАтомЗыязитдинов Рәфис Миңлеғәли улыАнна ГерманКомпьютерҠоралБөйөк Моголдар империяһыӘзербайжанГәрәбәӘрмәнстанТалха ҒиниәтуллинЯҡуп (пәйғәмбәр)Үзбәк телеФәләстин тарихыДомашников Борис ФёдоровичЕвропа берлегеҺан (һүҙ төркөмө)Белорус тимер юлыФашизмЛиберзеРегистан (Сәмәрҡәнд)Әзербайжан телеНуриев Рудольф Хәмит улыҺүҙбәйләнешУрта быуаттарӘзекәй (Бәләбәй районы)ДейеүСәлихов Ғарифулла Мөхәмәт улыӨс таған (бейеү)БеларусьЕкатерина IIМәләүезОстготтарЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыИранӘҙәбиәтБохара2023 йылБохари🡆 More