Иҡтисад

Иҡтисад (боронғо грек теленән οἶκος — йорт, хоужалыҡ, хужалыҡ итеү һәм νόμος — ном, хужалыҡ менән идара итеү территорияһы һәм һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә, «йорт хужалығын алып барыу ҡағиҙәһе») — йәмғиәттең хужалыҡ эшмәкәрлеге, шулай уҡ етештереү, бүлеү, алмашыу һәм ҡулланыу системаһында барлыҡҡа килгән мөнәсәбәттәр берлеге.

Иҡтисад
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә иҡтисад, экономическая антропология[d] һәм иҡтисадсы[d]
Пиктограмма
Һештег economy
Тема географияһы иҡтисади география[d]
Иҡтисад Иҡтисад Викимилектә
Иҡтисад
Мировая экономика: ВВП (по ППС) на душу населения

Беренсе тапҡыр ғилми хеҙмәттә «иҡтисад» һүҙе беҙҙең эраға тиклем Ксенофонттың ғилми эштәрендә телгә алына һәм ул уны «тәбиғи фән» тип атай. Аристотель иҡтисадты хрематистикаға — кешенең файҙа алыу менән бәйле эшмәкәрлек тармағына ҡапма-ҡаршы ҡуя. Хәҙерге философияла иҡтисад хаҡ билдәләмәһе күҙлегенән ҡаралған йәмғиәт мөнәсәбәттәре системаһы итеп ҡарала. Иҡтисадтың төп функцияһы даими рәүештә халыҡтың тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн кәрәк булған уңайлыҡтар булдырыу, сөнки шунһыҙ йәмғиәт үҫешмәй. Иҡтисад сикләнгән ресурстар донъяһында кешенең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә ярҙам итә.

Йәмғиәт иҡтисады ҡатмарлы һәм бөтә өлкәгә ҡағылған организм булараҡ, һәр кешенең һәм йәмғиәттең тормошон, эшмәкәрлеген тәьмин итә.

Иҡтисадтың кимәлдәре

Иҡтисад фәнендә иҡтисади эшмәкәрлек производствоның микро- һәм макроиҡтисад кимәленә һәм донъя иҡтисадына бүленә.

  • Микроиҡтисад айырым производство йәки предприятие булып тора.
  • Макроиҡтисад милли йәки дәүләт иҡтисадын тәшкил итә.
  • Интериҡтисад донъяуи хужалыҡтың барлыҡҡа килеү нигеҙҙәрен һәм уның үҫешеүен ҡылыҡһырлай.

Иҡтисад секторҙары

  • Иҡтисадтың беренсел секторы ауыл хужалығын, балыҡсылыҡты, урмансылыҡты, һунарсылыҡты һәм сеймал табыу, яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәтен берләштерә.
  • Иҡтисадтың икенсел секторы эшкәртеүсе сәнәғәт һәм төҙөлөш.
  • Иҡтисадтың өсөнсөл секторы — хеҙмәтләндереү өлкәһе. Бик йыш өсөнсөл секторҙан иҡтисадтың дүртенсел секторын — мәғлүмәт технологияларын, мәғарифты, ғилми тикшеренеүҙәрҙе, глобаль маркетингты, банк һәм финанс хеҙмәттәрҙе һәм производство менән түгел, ә уны планлаштырыу һәм ойоштороу менән бәйле (белем иҡтисады) башҡа хеҙмәтләндереүҙе айыралар.

Милек формаһына бәйле дәүләт һәм шәхси секторға айырыла.


Иҡтисади эшмәкәрлектең аныҡ төрҙәренә бәйле иҡтисадтың аныҡ, производство булмаған һәм финанс секторын айырылар.

Иҡтисад формалары

Ғәмәлдәгеләрҙән түбәндәге төп формаларҙы бүләләр:

  • баҙар
  • административ-команда
  • традицион
  • ҡатнаш

Иҡтисади үҫеш

Иҡтисад үҫеше билдәле ваҡыт арауығында, билдәле осорҙа (ай, квартал, йыл) милли иҡтисадта продукция етештереүҙең аныҡ үҫешен билдәләй. Иҡтисади үҫештән айырмалы, иҡтисад үҫеше күләм күрһәткесе. Аныҡ производство тигәндә (инфляция факторҙары ҡағылмаған), ғәҙәттә, аныҡ эске тулайым продукция (ВВП) күләмен, һирәк кенә — аныҡ тулайым милли продукт (НВП), саф милли продуктты (ЧВП) йәки милли килемда (НД) аңлайҙар. Иҡтисад үҫеше дөйөм именлек үҫешенә: ғүмер оҙайлығы артыуына, медицина хеҙмәтләндереүе сифатына, белем кимәленә, эш сәғәте ҡыҫҡарыуға һ.б. тығыҙ бәйләнгән.

Иҡтисад үҫешенең экстенсив һәм интенсив факторҙары бар.

Иҡтисад тарихы

Тәүтормош йәмғиәттә иҡтисади үҫеш кимәле түбән йән йән аҫырарлыҡ ҡына була. Башта тәүтормош кешеләре йәшәү өсөн һунарсылыҡ һәм ризыҡ йыйыу менән шөғөлләнһә, неолитик инҡилап һөҙөмтһендә ер эшкәртеү һәм малсылыҡ барлыҡҡа килә. Йәмғиәттең үҫеше хеҙмәт бүленешенә һәм социаль тигеҙһеҙлеккә килтерә, социаль синыфтар һәм дәүләт барлыҡҡа килә. Ҡол биләүселек башлана.

Яйлап ҡына тәүҙә тәбиғи алмашыу — бартер формаһында тормошҡа ашырылҡан тауар әйләнеше үҫешә, әммә аҡса барлыҡҡа килгәс, ул сауҙаға әйләнә. Шуға ҡарамаҫтан, Боронғо донъя һәм Урта быуаттар йәмғиәттәрендә тәбиғи хужалыҡ өҫтөнлөк итә. Бик күп дәүләттәрҙә хужалыҡты планлы алып барыуға (ул ирригация, һарайҙар һәм пирамидалар һалыу кеүек һур эштәрҙе башҡарыу мөмкинлеге бирә) һарай иҡтисады һәм тәбиғи хужалыҡ берләшмәһенә нигеҙләнә.

XV быуат һуңынан Бөйөк географик асыштар дәүере башлана, ул донъя иҡтисадын барлыҡҡа килтерә һәм беренсел туплау дәүеренә юл аса.

XVIII быуаттың һуңғы сирегенән сәнәғәт инҡилабы башлана һәм ул ҡайһы бер үҫешкән илдәрҙә XIX быуат һуңында халыҡтың күпселегенең ауыл хужалығында түгел, ә сәнәғәттә эшләй башлауына килтерә. Өҫтөнлөклө иҡтисади система булып капитализм тора, традицион йәмғиәт замансаға, аграр йәмғиәттән индустриаль йәмғиәткә әйләнә.

XX быуатта ҡайһы бер илдәрҙә административ-командалы социалистик иҡтисад ойошторола. Башҡа илдәрҙә капитализм үҫешә. XX быуаттың икенсе яртыһында фәнни-техник инҡилап башланып, һөҙөмтәлә нығыраҡ үҙещкән илдәрҙә индустриаль йәмғиәт постиндустриаль йәмғиәткә йәләнә башлай. Ҡайһы бер илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, постиндустриаль иҡтисадҡа күсеү билдәле бер объектив һәм субъектив сәбәптәр арҡаһында тотҡарланыла.

Эске тулайым продукция етештереү буйынса донъяның иң ҙур иҡтисады

Иҡтисад 
Донъяның иң ҙур иҡтисады

2008 йылда эске тулайым продукция күләме буйынса (миллионлаған АҠШ долларында) Халыҡ-ара валюта фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, донъяның иң ҙур иҡтисадтары:

Урын Ил ВВП (млн $)
Тотош донъя 62 909 274
Иҡтисад  Европа союзы 16 282 230
1 Иҡтисад  АҠШ 14 657 800
2 Иҡтисад  Ҡытай 5 878 257
3 Иҡтисад  Япония 5 458 872
4 Иҡтисад  Германия 3 315 643
5 Иҡтисад  Франция 2 582 527
6 Иҡтисад  Бөйөк Британия 2 247 455
7 Иҡтисад  Бразилия 2 090 314
8 Иҡтисад  Италия 2 055 114
9 Иҡтисад  Канада 1 574 051
10 Иҡтисад  Һиндостан 1 537 966
11 Иҡтисад  Рәсәй Федерацияһы 1 465 079
12 Иҡтисад  Испания 1 409 946
13 Иҡтисад  Австралия 1 235 539
14 Иҡтисад  Мексика 1 039 121
15 Иҡтисад  Корея республикаһы 1 007 084

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Иҡтисад тармағы
  • Инновацион иҡтисад
  • Конституцион иҡтисад
  • Халыҡ хужалығы
  • Иҡтисади социология
  • Электрон иҡтисад

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Иҡтисад тың кимәлдәреИҡтисад секторҙарыИҡтисад формаларыИҡтисад и үҫешИҡтисад тарихыИҡтисад Эске тулайым продукция етештереү буйынса донъяның иң ҙур иҡтисадыИҡтисад Шулай уҡ ҡарағыҙИҡтисад ИҫкәрмәләрИҡтисад ҺылтанмаларИҡтисадЙәмғиәт

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Брежнев Леонид ИльичСиндзо АбэПознер Владимир ВладимировичРус телеХәрби антЯһалма интеллектТел (лингвистика)Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улыВикиҺиндостанБелоретЛатин алфавитыYouTubeБалаҡатай районыБашҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — ҠоролтайКоммунизмСайтЗакир ҺаҙыйҒәбитов Риф Фәтих улыМаргарет ТэтчерХеттарКолумбияАрыҫлан петроглифтарыУрта диңгеҙМишель КванХалыҡ-ара стандарт серия номерыМиус-фронтКаминг аутГаити РеспубликаһыАбдуллин Азат Хаммат улы2009 йылАртерияЭвфемизмЛесотоҺөтимәрҙәрАлхимияХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыАтлантаРун яҙмаһыБемольБайкалСтатистикаЙоһанн Себастьян БахРәсәй Федераль именлек хеҙмәтеВьетнам һуғышы2 сентябрьМәҙәниәтИнә ҡортҠатын-ҡыҙ түшеӘрмәндәрҙе юҡ итеү сәйәсәтеҺалдат25 март1996 йылБашҡорт алфавитыНидерландСәсәнСофия Йованович (һалдат)Microsoft🡆 More