Ҡойроҡһоҙҙар

Ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары(лат. Anura) — 6000-гә яҡын төрҙө берләштергән ер-һыу хайуандары; тәлмәрйен, әрмәнде кеүек бөтә ер-һыу хайуандары

Ҡойроҡһоҙҙар
Ҡойроҡһоҙҙар
Томбойоҡ япрағында ашарға яраҡлы тәлмәрйен
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Anura Fischer-Waldheim, 1813

Синонимдар
  • Ecaudata Scopoli, 1777
  • Salientia Laurenti, 1768
  • более 250 других
Кесе отрядтар
  • Archaeobatrachia
  • Mesobatrachia
  • Neobatrachia
Хәҙерге ареал
изображение
Геохронология
Ҡойроҡһоҙҙар
Викитөркөмдә
Систематика
Ҡойроҡһоҙҙар
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  173423
NCBI  8342
EOL  1553


Ҡойроҡһоҙҙарҙың боронғо вәкилдәре Урта Юра осорондаға ятҡылыҡтарҙын (≈165 млн йыл элек) билдәле. Тик әлеге һыҙаттағы ҡойроҡһоҙҙар Триас осорондағы ҡаҙып табылған ҡалдыҡтарға хас.

Хәҙерге заманда ҡойроҡһоҙҙар тропиктарҙан субарктик регионға тиклем таралған. Күпселек төрҙәре дымлы тропик урманда тереклек итә.

Ҡойроҡһоҙҙар күберәк ҡоро ерҙә йәшәй, ләкин һыу менән бәйләнешен юғалтмайҙар. Уларҙың тәне ҡыҫҡа һәм тәбәнәк. Баштары киң һәм кәүҙә бенән таташҡан. Муйындары һәм ҡойроҡтары юҡ. Тиреләре яланғас һәм дымлы. Баштарында күҙ ҡабаҡтары булған ике күҙ, ике танау тишеге бар.

Һауаны үпкәләре һәм тире аша һулайҙар. Һыуҙа өҙөк-өҙөк хәрәкәт итәләр. Аяҡтарында йөҙөү ярылары бар. Алғы аяҡтары ҡыҫҡараҡ, йөҙгән ваҡытта тәнгә табан ҡыҫылалар.

Ҡоро ерҙә артҡы аяҡтары менән һикереп-һикереп йөрөйҙәр. Улар тәүлектек теләһә ҡайһы ваҡытында әүҙем.

Ҡойроҡһоҙ амфибиялар үрмәкселәр, ҡырмыҫҡалар, ҡыҫалалар, ер селәүсендәре, ҡоро ер һәм һыу моллюскылары, бөжәктәр менән туҡлана.

Аҙыҡты күҙҙәре ярҙамында эҙләп таба. Осоп барған бөжәктәрҙе генә аулайҙар. Табыштарын эләктерергә ваҡ тештәре һәм йәбешкәк телдәре ярҙам итә. Телдәре ауыҙҙың алғы өлөшөнә береккән һәм осо ауыҙ эсендә тамаҡҡа ҡарап ята.

Ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары һыуҙа үрсей. Инә заттар — ыуылдырыҡ, ата баҡалар «һөт» сәсә. Ыуылдырыҡтан сыҡҡан сүмешбаш балыҡҡа оҡшаған була һәм зәңгәрһыу-йәшел һыуүҫемдәре, иң ябай төҙөлөшлө хайуандар менән туҡлана. Йылы һыуҙа 50—60 көн уҙгас һәм һалҡын һыуҙа 80-85 көндән һуң сумешбаштар кескенә бакаға әүрелә һәм һалҡын һыуҙы ташлап ҡоро ергә сыға.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Сығанаҡ

  • "Хайваннар дөньясы : Балыклар. Җир-су хайваннары. сөйрәлүчеләр / [серия авт. һәм авт.-төз. Т. шакирова; рәссамы А. Тимер-галина]. — Казан : Татар. кит. нәшр., 2011. — 95 б. : рәс. б-н. — («Табигатькә сәяхәт» сериясе). ISBN 978-5-298-02124-1


Tags:

Латин теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ПольшаБашҡорт телеЮлдашев Хисмәт Хәсән улыДөйәУрыҫ телеҠобайырГаметаХәсән НазарҠыҙыл байраҡISO 42177 февральҒаиләХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы7 июньЕнси актПассарелла Даниэль АльбертоРәхимғолова Фәүзиә Абдулла ҡыҙыХөкүмәтВоронеж өлкәһеКүсимов Таһир Тайып улыБеларусьҺарытау өлкәһеДомашников Борис Фёдорович1959 йылАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыБашҡорт ВикипедияһыИталияШарль Эжен Уйфальви де МезоковездБелешмәШөкөр намаҙыTendenceҠылымЕвропаБохара әмирлегеМиус-фронтЙомағолов Илшат Хәлил улыТауыҡҺары мәтрүшкәҺөйләм төрҙәреСвободин Николай МихайловичСалауат Юлаев музейыБөйөк Ватан һуғышыЮнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙыНельсон МанделаСуфыйлыҡҠәҙим АралбайҠымыҙТаиландБөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһыБашҡорт халыҡ йырҙарыҠаҙағстанҺүҙбәйләнешДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыКредит картаһыИҫке СибайМозамбикЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)🡆 More