Спирт

Спирттар (лат. spiritus — еҫ, йән алкого́ли , ғәр.

الكحولаль-кухуль  — порошок) — туйындырылған углерод атомы бер йәки күберәк гидроксиль төркөмө (гидроксил, −OH) менән берләшкән органик берләшмә.

Спирт
Иң ябай спирт метонол молекулаһы моделе

Спирттарҙы һыу (H−O−H) молекулаһындағы водород атомы функциональ органик төркөмгә R−O−H алышынған тип тә ҡарарға була.


ИЮПАК номенклатураһы буйынса, гидроксиль төркөм туйындырылмаған углерод атомы менән берләшкән осраҡта «енолы» ялғауы ҡушыла) и «фенолы» (гидроксил связан с бензольным или другим ароматическим циклом).

Спирттар тәбиғәттә киң таралған Спирт һәм тере организмдарҙа мөһим функцияларҙы башҡарыусы киң һәм күп төрлө органик ҡушылмалар класы булып тора Спирт. Спирттар органик синтез өсөн маҡсатҡа ярашлы продукт ҡына түгел, арауыҡта барлыҡҡа килгән үҙенсәлекле химик матдәләр булыуы менән дә мөһим. Бынан тыш, спирттар сәнәғәт өсөн мөһим продукт Спирт булараҡ сәнәғәттә һәм көндәлек тормошта ҡулланыла Спирт.

Этимологияһы

Алкого́ль һүҙе ғәр. الكحل‎ (al-kuḥl) — «порошок һымаҡ ҙөрмә» һүҙенән килеп сыҡҡан. Был төшөнсә алхимия заманында, матдәнең таҙа эссенцияһын алыу өсөн, химик матдәне порошокка тиклем ҡайтарыу ысулынан уҡ килә. Этил спирты шарап эссенцияһы булып тора, исеме лә шунан килеп сыҡҡан. Рус теленә нем. Alkohol, нидерл. alkohol һәм порт., исп. alcohol телдәренән килеп ингән.

Рус теленә спирт һүҙе Петр I заманында инглиз телендәге spirit һүҙенән килгән. Был һүҙ үҙ сиратында латин телендәге spīritus  — «һулыш, йән» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан.

Спирттарҙың классификацияһы

Спирт  Спирт 
Бер нисә гидроксиль төркөм булған спирттар
Туйындырылған, туйындырылмаған һәм ароматик спирттар
Спирт  Спирт 
Ациклик һәм циклик спиртар
Беренсел, икенсел һәм өсөнөсл спирттар

Спирттар түбәндәгесә класификациялана (йәйә эсендә миҫалдар):

  • Гидроскиль төркөм һаны буйынса:

— бер атомлы спирттар (метанол);
— ике атомлы спирттар (этиленгликоль);
— өс атомлы спирттар (глицерин);
— дүрт атомлы спирттар (пентаэритрит);
— күп атомлы спирттар (биш атомлы спирт: ксилит).

Спирттарҙы асыу тарихы

Составында этанол булған иҫерткес эсемлек кешелек донъяһына күптән билдәле. 8000 йыл элек кешеләр әсегән емеш-еләктең йоғонтоһон белгән, һуңынан әсетеү ысулы менән емеш-еләктән, балдан иҫерткес эсемлектәр ҡойғандар. Иртә неолит осоронда, Б.Э.Т 6500 — 7000 йылдарҙа уҡ ферментланған дөгө, бал, йөҙөм һәм башҡа емеш-еләк етештергәндәр, шарап етештереү хәҙерге Ҡытайҙың Хэнань провинцияһында Б.Э.Т 5400-5000 йылдарҙа уҡ билдәле булған. Был турала табылған археологик ҡаҙылмалар һөйләй.

Спиртты винонан беренсе мәртәбә ғәрәп химиктары VI—VII быуатта айырып ала. Спиртты айырып алыу ысулы фарси алхимигы Ар-Рази хәҙмәттәрендә лә бар. Европала этил спирты әсеү продукттарынан Италияла XI—XII быуатта айырып алына.

Рәсәйгә спирт беренсе мәртәбә 1386 йылда килтерелә. «Аква вита» исеме менән спиртты генуэз илсәләре Бөйөк кенәз һарайына килтерә.

1661 йылда инглиз химигы Роберт Бойль ағасты ҡыуыу ысулы менән метанол спирты алыуға ирешә. Рус химигы Т. Е. Ловиц уның һыуҙыға иремәһенән абсолют этил спиртын алыу ысулын өйрәнә.

1842 йылда немец химигы Я.Г. Шиль спирттарҙың гомологик рәте булыуы тураһында яҙа, әммә ул рәтте C2H2 тип яҙып яңылыша. Ике йылдан һуң химик Шарль Жерар дөрөҫ гомологик айырманы CH2 билдәләй һәм ул ваҡытта билдәһеҙ булған пропанол спирты булыуы тураһында яҙа]. 1850 йылда инглиз химигы Александр Вильямсон алкоголят реакцияһын тикшереп, этил спирты һыу молекулаһында бер водород атомы гидроксиль төркөмгә алышынған сығарылма булыуы тураһында яҙа һәм эксперимент ысулы менән C2H5OH формулынһын раҫлап ҡуя.

Иҫкәрмәләр

    Комментарии

Әҙәбиәт

  1. Спирты // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Высшие жирные спирты (области применения, методы производства, физико-химические свойства) / Под редакцией С. М. Локтева. — М.: «Химия», 1970. — 329 с.
  3. Курц А. Л., Брусова Г. П., Демьянович В. М. Одно- и двухатомные спирты, простые эфиры и их сернистые аналоги. Учебные материалы. Органическая химия. ChemNet. Химический факультет МГУ (1999). Дата обращения: 10 июль 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
  4. Маркизова Н. Ф., Гребенюк А. Н., Башарин В. А., Бонитенко Е. Ю. Спирты. — СПб.: «Фолиант», 2004. — 112 с. — (Токсикология для врачей). — ISBN 5-93929-089-2.
  5. Реутов О. А., Курц А. Л., Бутин К. П. Органическая химия. — 3-е изд.. — М: Бином. Лаборатория знаний, 2010. — Т. 2. — ISBN 978-5-94774-614-9.
  6. Спирты. Энциклопедия по охране и безопасности труда. Том IV. Раздел XVIII. Справочники. Обзор химических соединений. Институт промышленной безопасности, охраны труда и социального партнерства. Дата обращения: 27 декабрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.

Һылтанмалар

Спирт 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә « :ru:спирт» мәҡәләһе бар

Tags:

Спирт ЭтимологияһыСпирт тарҙың классификацияһыСпирт тарҙы асыу тарихыСпирт ИҫкәрмәләрСпирт ӘҙәбиәтСпирт ҺылтанмаларСпиртЛатин телеҒәрәп теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ҮсекләшеүҙәрТопологияҒарипов Рәми Йәғәфәр улыМалай телеБраузерКоронавирустарВенерик ауырыуҙарЯйыҡ1959 йыл1941 йылВенгр телеОрскИнтернетТауыҡТултырыусыКонсерватизмГоголь Николай ВасильевичУғыҙ ханБашҡортостанБактериологияHTMLТәңрекүлБөйөк француз инҡилабыБиосфераАнна ГерманТабынУкраинаӘзекәй (Бәләбәй районы)Һынамыштар2023 йылСәғүд ҒәрәбстаныУғырҙарХисмәтуллин Зөлфәр Фазыл улыВикимилекБурһыҡВикиФенолПротестантизмСәнәғәтБыумаҠолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙыСуахили телеҠалдыҡтарҙы эшкәртеүФашизмУкраина Совет Социалистик РеспубликаһыТамыр (балалар студияһы)Швед телеУйғыр телеӨфөXIX быуатТерпеләрXMLРумын теле🡆 More