Аҡса — башҡа тауарҙар йәки күрһәтелгән хеҙмәт хаҡының универсаль эквиваленты булараҡ ҡулланылған специфик тауар; алыш-бирештә хаҡ берәмеге булып хеҙмәт иткән ҡиммәтле ҡағыҙ йәки металл.
Аҡса | |
Кем хөрмәтенә аталған | грош[d] |
---|---|
Аҡса Викимилектә |
Аҡса ярҙамында башҡа тауарҙың хаҡын сағылдыралар, сөнки аҡсаны теләгән бер тауарға еңел алмаштырып була.
Дәүләт үҙ биләмәләрендә банкнота һәм монеталарҙы тауар әйләнешендә ҡулланыуҙы ҡанунлаштыра. Тауат әйләнешендә һатып алынған тауар, ғәҙәттә әйләнештән сыға. Тауарҙан айырмалы булараҡ аҡса тауар әйләнеш тәьмин итә һәм тауар әйләнешендә даими ҡатнаша. Хәҙерге шарттарҙа аҡса ролен ҡиммәлте металдар ғына түгел, дәүләт аҡса итеп индергән һәм хеҙмәтләндерергә дәүләт бурысы тип индерелгән банкноталар үтәй. Банкноталарҙың, йәғни ҡаҡыҙ аҡсаларҙың үҙҡиммәте юҡ, улар номинал хаҡтың эквиваленты ғына. Дәүләт граждандарҙы үҙ биләмәһендә ҡағыҙ һәм ваҡ аҡсаларҙы түләү сараһы итеп ҡулланырға йөкләмә бирә.2002 йлдың 10 июнендә ҡабул ителгән «Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы тураһында»ғы № 86-ФЗ законына ярашлы Рәсәй банкының банкноталары (банк билеттары) һәм ваҡ аҡсалары Рәсәй биләмәһендә берҙән бер законлы ҡул аҡса менән түләү сараһы булып тора һәм Рәсәйҙең барлыҡ территорияһында ҡабул ителә.
Урыҫ телендәге «деньги» һүҙе төрки «теңге» тигәндән килеп сыҡҡан тигән аңлатма киң таралған. Үҙ сиратында төркиҙәргә ул Персиянан килгән булыуы ихтимал.
Тенге (данек — ғәрәптәрҙә; дангх — Персияла; танка, тангка йәки таньга — Һиндостанда, Цейлонда, Тибетта һәм Непалда; таньга йәки теньга — Хиуала , Коканд ханлыҡтарында, Бохара әмирлегендә) — Шәреҡтә — башта ваҡ көмөш, һуңғараҡ баҡыр ваҡ аҡса.
Әлеге көндә аҡса берәмеге булараҡ тенге — Ҡаҙағстанда һәм Төркмәнстанда ҡулланыла.
Аҡсаның ғәҙәттә түбәндәге функцияларын билдәләйҙәр:
Ҡайһы саҡ ошондай функцияларын билдәләйҙәр:
Аҡсаға тиклем тауарҙы тауарға алмаштырыу таралған булған тип һанала. Төрлө төбәктәрҙә аҡса сифатында төрлө тауарҙар ҡулланғандар:
Ихтимал, башта был көнкүреш әйберҙәре булғандыр. Б.э.т. VII быуатта ҡойолған монеталар күренә башлай. Уларҙы һаҡлау, йөрөтөү, бүлеү уңайлы булғанлыҡтан, бик тиҙ таралып киткән.
«… все первые денежные единицы были весовыми мерами зерна — мина, сикль, лира, фунт».
Ҡайһы бер илдәрҙең тарихында төрлө сәбәптәр менән металл аҡса ҡулланылмаған осорҙар булыуы билдәле, аҡса сифатында яңынан тауар аҡсаһы ҡулланылған. Мәҫәлән, Боронғо Рустә XII—XIV быуатта металл аҡсаһыҙ осор булған, сөнки сит илдән көмөш килтер туҡтаған һәм илдә көмөш ятҡылыҡтары табылмаған.
Аҡса ҡаммәтен боҙоу йәки девальвация ярҙамында дәүләт аҡсала булған металл миҡдарын кәметә алған. Мәҫәлән, Боронғо Рим аҡсаһы асс республиканың һуңғы көндәрендә хаҡының 11/22 өлөшөнә тиклем кәметелә, ауырлығы фундтан ярты унцияға ҡала. Был осраҡта дәүләт әҙерәк аҡса ярҙамында бурысын үтәй ала һәм йөкләмәһен башҡара ла.
Капитализмға тиклем баҡыр, бронза, көмөш файҙаланылған. Ҡайһы бер илдәрҙә генә б.э.т. 2 мең йыл элек үк алтын файҙаланылған (Ассирияла, Мысырҙа).
Тәүге ҡағыҙ аҡсалар Ҡытайҙа б.э. 910 йылында сығарылған. Донъяла тәүге банкноталар Стокгольмда 1661 йылда сығарылған. Рәсәйҙә тәүге ҡағыҙ аҡса Екатерина II осоронда сығарылған (1769 йыл).
Тарихи яҡтан ҡарағандабанктар аҡса һәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе һаҡлау урыны булған. Банкта һаҡланған аҡса булыуы тураһында танытма (квитанция) бирелгән.Танытма шәхестең банкта аҡсаһы булыуы тураһында раҫлаған һәм ошо ҡағыҙ менән билдәле бер сумма аҡса алырға мөмкинлек биргән. Һатып алыу барышында металл аҡсалар урынына банк биргән танытманы тапшырырҡа мөмкин булған. Банк танытмаһының көсө металл аҡсаныҡы кеүек булған.
Банк танытмаһын (квитанцияһын) ҡулланыу нигеҙендә ҡағыҙ аҡсалар барлыҡҡа килгән. «Банкнота» һүҙе инглиз телендәге «bank note» тигәндән, йәғни «банк яҙмаһы» тигәндән алынған.
Банкнотаның иҡтисади нигеҙе — банкнота урынына натураль аҡса биреү банктың йөкләмәһе. Тик хәҙерге бантарҙың натурал аҡса бирә торған йөкләмәһе юҡ. Банкноталар үҙҙәре аҡса булып тора.
Көньяҡ Уралда тәүге металл аҡса беҙҙең эра сиктәрендә барлыҡҡа килә, быны Иштуған ҡурғандарында Митридат VI Евпатор (б.э.т. 132—63 йй.) дәүеренә ҡараған понтий тәңкәләре табылыуы дәлилләй. 9—11 бб. Көньяҡ Урал Ғәрәп хәлифәлегенең аҡса һуғыу йорттарында баҫылған Куфи дирһәмдәре ҡулланылышта була: Арран, Бохара, Сәмәрҡәнд һәм башҡа ҡалаларҙа һуғылған Ғәббәсиҙәр һәм Сәмәниҙәр дәүләттәре тәңкәләре. Шулай уҡ Өмәүиҙәр хәлифәлеге тәңкәләре, шул иҫәптән 8-се быуат башына ҡараған асыҡланмаған сығышлы алтын динар һәм 8 быуат аҙағында ҡараған ике Хәрәзм тәңкәһе (Бикеш ҡурғандары, Бөрө ҡәберлеге һәм башҡалар) билдәле. 14-се быуаттың 2‑се яртыһында Көньяҡ Уралда Алтын Урҙа аҡса берәмектәре — дирһәмдәр (1,52 г ауырлығындағы көмөш тәңкәләр), пулдар (яҡынса 1,33 г ауырлыҡтағы баҡыр тәңкәләр), сомдар (яҡынса 200 г ауырлыҡтағы көмөш ҡойолмалар) — тарала. 1967 йылда Бәләбәй районы Берек‑Алға ауылы янында 76 төрлө 300-ҙән ашыу тәңкәнән торған хазина (Берек-Алға торағы) табыла: тәңкәләрҙең иң боронғоһо Тоҡто хан исеменән 1310/11 й. (710 һижри йыл) һуғылған, иң һуңғыһы — Жанибәк III хан исеменән 1375/76 й. (777 һижри йыл). Тәңкәләрҙең күбеһе Тоҡто, Үзбәк, Жанибәк хандар идара иткән осорға ҡарай. Гөлистан һәм Һарай әл‑Йәдит (Һарай‑Бәрәкә) ҡалаларында һуғылған тәңкәләр өҫтөнлөк итә, Һарай әл‑Мәхрүсә (Һарай‑Батыу), Хәрәзм ҡалаларында баҫылғандары осрай. 1848 йылда Ырымбур губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Ключёвка ауылы (Ырымбур өлкәһе) янында 1307—60 йылға ҡараған көмөш тәңкәләр, Быҙаулыҡ өйәҙе Державин ауылы (Ырымбур өлкәһе) янында — 4 тәңкә (2‑һе Үзбәк, 2‑һе Жанибәк исеменән һуғылған); 1894 йылда Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Оло Ремизенка ауылы (Ырымбур өлкәһе) янында — 165 туси тәңкәһе; 1906 йылда Өфө өйәҙе Ҡыҙылъяр ауылы (хәҙерге Нуриман районы) янында — көмөш һәм баҡыр ғәрәп тәңкәләре тултырылған баҡыр ҡомған; 1914 йылда Бәләбәй өйәҙе Петровка ауылы янында — 345 туси тәңкәһе һ.б. табыла. Тәңкәләр шулай уҡ 13—15 быуаттарға ҡараған ерләү ҡомартҡыларында осрай: Теләүғол ҡәберлегендә (Ырымбур өлкәһе Теләүғол ауылы) 2 тәңкә (Үзбәк һәм Жанибәк осоронда һуғылған) табыла, Яңы Орск II ҡәберлегендә (Орск ҡалаһы) — көмөш джучид дирһәме (Үзбәк осороноҡо), Андреевка I ҡурғанлы ҡәберлегендә (Ырымбур өлкәһе Андреевка ауылы) — 3 көмөш тәңкә (2‑һе Үзбәк, 1‑һе Жанибәк осороноҡо), Байғусҡар ҡурғаны II — 6 көмөш тәңкә (3‑һө Жанибәк, 2‑һе Үзбәк, 1‑һе Тоҡто осороноҡо) һ.б. 15 б. 2‑се сирегендә Көньяҡ Урал далаларында туси дирһәмдәре йөрөүҙән туҡтай. 15 быуат Көньяҡ Уралға урыҫ көмөш тәңкәләре һәм ҡойолмалары (Ҡара Абыҙ ҡаласығы, Көшөл ҡәберлеге һ.б.) үтеп инә. 16 б. алып Башҡортостан Рәсәй аҡса әйләнеше системаһына инә. 1789—1797 йылдарҙа төрлө хаҡлы баҡыр аҡсалар Аннинский заводында һуғыла, унда аҡса һуғыу йорто ойошторола. 20 быуаттың 50—60‑сы йылдарында Башҡортостан Республикаһының Милли музейына шәхси коллекцияларҙан 1,8 меңдән ашыу урыҫ тәңкәһе тапшырыла: 17 быуат аҙағы — 18 быуат башына ҡараған 0,7 меңдән ашыу көмөш тинлек (650‑һе Ырымбур өлкәһе Покровка ауылы янында табылған, 70‑е — Саҡмағош районы Ҡарғалы ауылы янында); 18 быуат аҙағы — 19 быуат башына ҡараған 1,1 мең самаһы тәңкә (589‑ы — Өфө районыны Ҡыҙылъяр ауылы янында, 363‑ө — Өфөлә, 144‑е — Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылы янында). Башҡорттарҙа аҡса ролен мал, ҡиммәтле йәнлек тиреһе (тин һүҙе тейендән килеп сыҡҡан; мал шул уҡ муллыҡ, байлыҡ, мөлкәт мәғәнәһен бирә) үтәгән. Ҡиммәтле йәнлек тиреһе менән ғәҙәттә үҙҙәре ингән дәүләт (Нуғай Урҙаһы, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы, Рәсәй) файҙаһына һалым (яһаҡ) түләнгән. Тәңкә һуҡҡанда башлыса көмөш файҙаланыу «аҡса» (аҡ төҫ) һүҙендә сағыла. «Һум», «һумлыҡ» һүҙенең килеп сығышы Алтын Урҙала йөрөгән сомға бәйле.
Банкылар аҡса һәм башҡа ҡиммәтле нәмәләрҙе һаҡлау урыны булараҡ барлыҡҡа килгән, һәм улар өсөн квитанция, сертификат бирелгән. Шул ҡағыҙ ярҙамында кеше һалынған ҡиммәттәрҙең билдәле суммаһын ала алған. Сертификаттарҙан (квитанцияларҙан) ҡағыҙ аҡса килеп сыҡҡан да инде. Банкнота һүҙе инглиз телендәге «bank note», «банк яҙмаһы» тигәнгә тура килә.
Донъя аҡсалары — илдәр араһында халыҡ-ара түләүҙәрҙә ҡулланыу функцияһы.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Аҡса, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.