Осмий

Осмий (лат. Osmium, Os) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осоро, 8-се төркөм элементы.

Тәртип номеры — 76. Стандарт шарттарҙа булғанда, ул зәңгәрһыу төҫтәге металдан ғибәрәт. Күсмә металл, платина (аҡ алтын) металдарына ҡарай. Иридий менән бер рәттән, барлыҡ ябай матдәләр араһында иң тығыҙҙарынан. Теоретик иҫәп-хисаптарға ҡарағанда, уның тығыҙлығы хатта иридий менән сағыштырғанда ла юғарыраҡ

Осмий
Рәсем
Масса 190,23 ± 0,03 массаның атом берәмеге
Кем хөрмәтенә аталған запах[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Смитсон Теннант[d] һәм Уильям Хайд Волластон[d]
Асыу датаһы 1804
Элемент символы Os
Химик формула Os
Каноническая формула SMILES [Os]
Атом һаны 76
Электронная конфигурация [Xe] 4f¹⁴ 5d⁶ 6s²
Электр кирелеге 2,2
Ионный радиус 0,63 ангстрем, 0,58 ангстрем, 0,55 ангстрем һәм 0,39 ангстрем
Әселәнеү дәрәжәһе 4
Осмий Осмий Викимилектә
Осмий
Осмий металдары структураһы

Символы

Осмий элементының символы — Os (Осмий тип уҡыла).

Исеменең килеп сығышы

Осмийҙың исеме бор. грек. ὀσμή телендәге «еҫ» тигәндән килеп сыҡҡан, һелтеле иретмәһе осмиридий (платинаның батша араҡыһында иремәй ҡалған төпрәһе) һыуҙа йәки кислотала реакция барғанда осмийҙың хлор еҫенә йәки серегән тормаға оҡшаған тамаҡҡа ултыра торған еҫле OsO4 тетраоксиды бүленеп сыға

Тарихы

Осмий 1803 йылда инглиз химигы Смитсон Теннант менән Уильям Х.Уолластондың хеҙмәттәшлегендә асыла. Үҙ-ара оҡшаш булған тикшеренеүҙәр француз химиктары Колле-Дескоти, Антуан де Фуркруа һәм Воклен тарафынан үткәрелә, улар ҙа платина рудаһының иремәй ҡалған төпрәһендә әлегәсә билдәле булмаған элемент барлығы тураһында һығымтаға киләләр. Гипотетик элементҡа птен исеме бирелә. (πτηνός — ҡанатлы), әммә Теннант тәжрибәһе уның ике элемент ҡатнашмаһынанан — иридий һәм осмийҙан тороуын күрһәтә.

Яңы элемент асылыуы Теннанттың Лондон король йәмғиәтенә хатында 21 июнь 1804 йылда документлаштырылған.

Ятҡылыҡтары

Осмийлы иридийҙарҙың төп ятҡылыҡтары Рәсәй (Себер, Урал), АҠШ (Аляска, Калифорния), Колумбия, Канада , Көньяҡ Африка илдәре, Тасмания, Австралия дәүләттәрендә тупланған. Ҡаҙағстан экспортҡа таҙа осмий ебәргән берҙән-бер ил булып ҡала.

Иң ҙур ятҡылыҡтары запасы Көньяҡ-Африка Республикаһындағы Бушвельд комплексында.

Башҡа аҫыл металдар менән бергә тимер метеориттарында осрай. Шулай уҡ осмий көкөрт һәм мышаяҡ (эрлихманит, осмий лауриты, осарситт) берләшмәләре рәүешендә осрай. Осмийҙың мәғдәндәрҙәге йөкмәткеһе, ҡағиҙә булараҡ, 1·10−5.

Биологик һәм физиологик роле

Биологик роль уйнамай. Һауала окисланып, үтә ағыулы Тетраоксид осмий OsO4 рәүешенә инә, шуға күрә күҙҙе әсеттерә, өҫкө тын юлдары, пневмония, бөйөр шешеүе ауырыуҙарына килтерә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Ағалтын төркөмө металдары

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Осмий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

Tags:

Осмий СимволыОсмий Исеменең килеп сығышыОсмий ТарихыОсмий Биологик һәм физиологик ролеОсмий Шулай уҡ ҡарағыҙОсмий ИҫкәрмәләрОсмий ӘҙәбиәтОсмий ҺылтанмаларОсмийАҡ алтынИридийЛатин телеМенделеевтың периодик таблицаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

TendenceЕкатерина IIҠуҙыйкүрпәс менән МаянһылыуБашҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштарВикипедияХуго де ФризАнимеГоголь Николай ВасильевичТим Бернерс-ЛиҺарытау өлкәһеНазар НәжмиАмерика Ҡушма ШтаттарыДзюдо1959 йылИсмәғилев Заһир Ғариф улыНазаров Рәшит Сәйетбаттал улыОттаваАрхеологияЕр атмосфераһыЕрәнсә сәсәнG20МысырПассарелла Даниэль Альберто1994 йылКорея РеспубликаһыМостай КәримСамолётМәтрүшкәДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыУрал (йыр)Пилотһыҙ осоу аппаратыКарл Фридрих ГауссБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыӘлибаев Сафуан Әфтәх улыНәфис әҙәбиәтБашҡорт халыҡ йырҙарыXIII быуатҠылымБашҡорт ВикипедияһыБельгияСәнжар әл-БашҡордиҠушма һөйләмБөйөк БританияСанкт-Петербург18 апрельБашҡортостанда мистик урындарҠымыҙКубаКредит картаһыСССРИталияБөтнөк үләнеВәлиуллин Ринат Риф улыҠош туйыЕвропаСаспаев АманБиблияКинйә АрыҫлановҺүҙ төркөмдәреМөнәсәбәт һүҙҙәрДуглас АдамсКибернетикаҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыҒаиләМумбаи🡆 More