Йорт Сусҡаһы

Викитөрҙәрсистематикаһы

?
Йорт сусҡаһы
Инә сусҡа бәрәстәре менән
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Отряд: Ҡуш тояҡлылар
Подотряд: Көйшәмәүселәр
Ғаилә: Сусҡалар
Ырыу: Ҡабандар
Төр: Ҡабан
Суб-төр: Йорт сусҡаһы
Латинса исеме
Sus scrofa domestica Linnaeus, 1758

Йорт сусҡаһы (лат. Sus scrofa domesticus) — 7000 йылдар элек (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса күпкә алдараҡ) йортлаштырылған эре ҡуш тояҡлы ҡабан төрө. Күпселек Көнбайыш, Көнсығыш Азия һәм Океания илдәрендә таралған. Резербек тип аталған ҡырағайланған сусҡалар Төньяҡ Америкала, Австралияла һәм Яңы Зеландияла осрай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 0,9 метрҙан 1,8 метрға тиклем, эре сусҡа 50 кг-нан 150 кг-ға тиклем тарта. Башҡа үҫемлек менән туҡланыусы ҡуш тояҡлы хайуандарҙан айырмалы булараҡ, сусҡа, үҙенең оло быуындағы вәкиле ҡабан кеүек, бөтә нәмәне ашаусы хайуан.

Сусҡаны ит өсөн аҫырайҙар. АҠШ ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2005 йылда сусҡа ите етештереү 97,2 млн тоннаға етте.

Һуңғы ваҡытта сусҡаның минипиги тип аталған декоратив карлик тоҡомон өйҙә аҫырау модаға кереп китте. Францияла трюфель бәшмәген махсус өйрәтелгән сусҡалар эҙләй.

Ҡулға эйәләштереү тарихы

Археологик ҡаҙылмалар бынан 13 000—12 700 йылдар элек ҡырағай сусҡаларҙы Яҡын Көнсығыштың Тигр йылғаһы бассейнында ҡулға эйәләштерә башлағандарын күрһәтә. Хәҙерге ваҡытта Яңы Гвинеялағы кеүек уларҙы башта ярым ҡырағый хәлдә иректә тотҡандар. 11 400 йыл эле йәшәгән тип билдәләнгән ҡалдыҡтар Кипрҙа табылған. Утрауға сусҡалар ҡулға эйәләштерелгәс кеше менән генә күсеп килә алған[3]. Ҡытайҙа сусҡаларҙы ҡулға эйәләштереү 8 000 мең йыл элек башланған.


Продуктлылығы

Тейешле туҡланыу һәм тәрбиә булғанда 6-7 айлыҡ сусҡаларҙың массаһы 100—110 кг һәм унан да күберәк була һәм һуйғанда 73-75 кг ауырлыҡта ит бирә. 2-6 мең инә сусҡаһы булған иң яҡшы сусҡа фермалары уларҙың һәр береһенән йыл һайын уртаса 15-20 центнер һәм унан да күберәк сусҡа ите ала, ә айырым хайуандарҙан — күпкә күберәк.

Сусҡаларҙың үрсемле һәм тиҙ өлгөрөүсән булыуы, шулай уҡ бәләкәй йәштән тоҡом биреү һәләте арҡаһында, йыл башында хужалыҡта булған хайуандарҙың йыл һайын 100—150 проценттан ашыуы арҡаһында, уларҙың итен һатыу мөмкинлеге тыуа.

Сусҡа үрсетеүҙә сусҡаларҙың шул уҡ биологик үҙенсәлектәре арҡаһында, аҙ етештереүсәнле хайуандарҙы етештереүсәнлеге юғарыраҡ булғандарға, үҙгәргән талаптарға яуап биргән продукция биргәндәргә алмаштырыу (атап әйткәндә, аҙыраҡ майлы сусҡа ите алынған мал үрсетеүгә күсеү) юлы менән, көтөүҙе тиҙ арала камиллаштырыу өсөн киң мөмкинлектәр бар. Һуйыу уңышы хайуандың тоҡомо, йәше, енесе, һимеҙлеге дәрәжәһенә, шулай уҡ түшкәне эшкәрткәндә юғалтыуҙар ҙурлығына бәйле. 90-100 килограммлыҡ сусҡа һуйғанда ул ғәҙәттә 72-75 процент тәшкил итә, 120—140 кг массалы һуйылған хайуандарҙа — яҡынса 75-77 %, ә яҡшы һимертелгән өлкән сусҡаларҙа — 80-85 % сигендә.

Итенең әһәмиәте

Йорт Сусҡаһы 
Сусҡа тиреһе менән ҡапланған китап тышлығы, 1894

Сусҡа ите донъяның күп илдәрендә иттең төп төрҙәренең береһе булып тора. Ҡарамаҡҡа сусҡа ите тоноҡ алһыу төҫтә, һиҙелерлек май ҡатламдары бар. Тәм сифаттары буйынса сусҡа ите һыйыр һәм һарыҡ ите менән сағыштырғанда йомшағыраҡ һәм майлыраҡ. Ашау өсөн инә сусҡа итен, йәки (һирәгерәк) енси яҡтан өлгөргәнгә тиклем көйҙөртөлгән («бестерелгән») сусҡа итен ҡулланалар. Нәҫел ата сусҡаһының ите лә аҙыҡҡа яраҡлы, әммә тәме күпкә насарыраҡ.

Медицинала сусҡаларҙың әһәмиәте

Йорт Сусҡаһы 
Сусҡа йөрәге киҫелештә

Йорт сусҡалары медицина өсөн дә мөһим. Мәҫәлән, уларҙың ит эшкәртеү заводтарынан алынған күҙҙәренә күҙ микрохирургияһы буйынса буласаҡ белгестәр операция яһарға өйрәнәләр.

Ҡайһы бер органдарының кешенеке менән анатомик оҡшашлығы арҡаһында сусҡалар ксенотрансплантологияла эксперименталь ҡулланылалар. Был маҡсаттарҙа шулай уҡ сусҡаларҙың генетик модификацияланған вәкилдәре лә ҡулланылырға мөмкин. Шулай,, йөрәк дерматопластикаһында һәм клапандарын протезлауҙа ҡайһы бер уңыштар бар.

. Шулай уҡ лаборатор (шул иҫәптән модель организмдарҙы ла индереп) хайуандар сифатында ҡулланылалар.

Йорт сусҡалары ҡырағай ата-бабаларына ҡарағанда агрессив түгел, әммә ҡайһы берҙә тере кешеләрҙе тешләп һөжүм иткән һәм мәйет ашаған осраҡтары була..

Иҫкәрмәләр

Tags:

Йорт Сусҡаһы Ҡулға эйәләштереү тарихыЙорт Сусҡаһы Медицинала сусҡаларҙың әһәмиәтеЙорт Сусҡаһы ИҫкәрмәләрЙорт Сусҡаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыРур музыка театрыБөтә донъя сауҙа ойошмаһыАуыл хужалығыГорынь (йылға)Башҡортостан тарихыХәбиров Фәрит Барый улыРәсәй ФедерацияһыШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыВикимәғлүмәттәрЧилиХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыГеологияХисамов Ғәлим Афзал улыШарль де ГолльЯбай һөйләм8 апрельНельсон МанделаAkStarАнтигуа һәм БарбудаМао ЦзэдунҺары мәтрүшкәСифатГалилео ГалилейБесәйЙәшелБаймаҡ фажиғәһеГрек телеВатан һуғышы орденыУго ЧавесМанилаРәхимғолова Фәүзиә Абдулла ҡыҙыБраузерВолос ҡалаһы урамыҺүҙ төркөмдәреТеркәүесТымыҡ океанҠушма һөйләмУкраин телеРәсәйҙә Граждандар һуғышыЯпонияЮнандарРадонСарматтарБайрамИр енес ағзаһыАрыҫлан петроглифтарыБереговой Георгий ТимофеевичМагадха1959 йылДәүләт сигеHTMLБашҡорт ир-ат исемдәре🡆 More