Джон Ме́йнард Кейнс, 1-се барон Кейнс CB (ингл. John Maynard Keynes, 1st Baron Keynes; 5 июнь 1883 йыл, Бөйөк Британия, Кембридж ҡалаһы — 21 апрель 1946 йыл, Тилтон алпауыт ере, Сассекс графлығы) — инглиз иҡтисадсыһы, иҡтисад теорияһында кейнсиан йүнәлешен булдырыусы.
Иҡтисад фәнендә Джон Мейнард Кейнс фекерҙәре йоғонтоһонда тыуған ағым һуңынан нәҡ ошондай атама менән йәки «кейнсианлыҡ» тип йөрөтөлә башлай. Ғалим шулай уҡ макроэкономиканы фән булараҡ нигеҙләүселәрҙең береһе.
Бынан тыш Кейнс ихтималлыҡ — һан бәйләнеше түгел, ә логик төшөнсә тигән фаразлауға нигеҙләнгән үҙенсәлекле «ихтималлыҡ теорияһын» тәҡдим итә.
Джон Мейнард Кейнс 1883 йылдың 5 июнендә Бөйөк Британияның көнсығышында урынлашҡан Кембридж ҡалаһында тыуған. Уның атаһы — Джон Невил Кейнс (31.08.1852—15.11.1949), билдәле иҡтисадсы, Кембридж университетының иҡтисад, логика һәм философия уҡытыусыһы була. Әсәһе — Флоренс Ада Браун (ингл. Florence Ada Brown), уңышлы яҙыусы, бер үк ваҡытта әүҙем йәмәғәтсе, ул Кембридждың беренсе ҡатын-ҡыҙ мэры була. Уның кесе туғаны Джефри Кейнс (ингл. Geofferey Keynes) (1887—1982) — һөнәре буйынса хирург, һирәк осрай торған һәм ҡиммәтле китаптар йыйыу менән шөғөлләнгән библиофил була; кесе һеңлеһе Маргареттың (1890—1974) ире — Нобель премияһы лауреаты физиолог Арчибалд Вивиен Хилл (26.09.1886—3.06.1977). Уларҙың ҡыҙы Полли Хилл (14.07.1914—21.08.2005) — шулай уҡ билдәле иҡтисадсы, антрополог, Кембридж университеты уҡытыусыһы. Шулай итеп, Мейнард Кейнс университет уҡытыусылары мөхитендә үҫә, уның биш йәшенә ҡарт өләсәйе Джейн Элизабет Форд уға шулай тип яҙған була:
Һинең бик тә аҡыллы булып үҫеүең көтөлә, сөнки һин гел генә Кембриджда йәшәйһең
Итон ир-егеттәр колледжы китапханаһында эшләү һөҙөмтәһендә 16 йәшендә Джон Кейнстарҙың шәжәрә ағасын төҙөй, ул Англия биләмәләренә [[XI быуат]]та килеп төпләнгән иң боронғо бабаһы Ульям де Каандән башлана.
Джон Мейнард Кейнс Викиөҙөмтәлә | |
Джон Мейнард Кейнс Викикитапханала | |
Джон Мейнард Кейнс Викимилектә | |
Джон Мейнард Кейнс Викияңылыҡтарҙа |
Был кеше тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Джон Мейнард Кейнс, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.