Үҙ-Үҙеңә Ҡул Һалыу

Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу йәки суици́д (лат. sui caedere — үҙ-үҙеңде үлтереү) — үҙ-үҙеңде үҙ теләгең менән үлтереү; кешенең психик ауырыу йәки күңел төшөнкөләге хәлендә үҙ-үҙен үлтереү акты: киҫкен психик травма шарттарында йәшәү мәғәнәһен юғалтып, аңлы рәүештә яҡты донъянан китеү.

Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Рәсем
Зыян күреүселәр һаны 800 000
Медицина тармағы психиатрия[d] һәм психология
Рәсми сайт familyproject.sfsu.edu
Карта распространения
Преступник самоубийца[d]
Жертва самоубийца[d]
Обрабатывается, смягчается или управляется предотвращение суицида[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 420 698
ICPC 2 P77
Үҙ-Үҙеңә Ҡул Һалыу Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу Викимилектә

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса донъяла йыл һайын 800 меңдән ашыу кеше үҙ-үҙенә ҡул һалып үлтерә. Бөгөнгө көндә үҙ-үҙеңә ҡул һалыу донъя һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең иң етди проблемаларының береһе булып тора.

Үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү (мәҫәлән, һуғышта һәм башҡа экстремаль ситуацияларҙа) ҡаһарманлыҡ сағылышы тип һанала һәм ябай үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙан һәм башҡа альтруистик үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙарҙан башҡа төрҙәренән айырыла.

Ун туғыҙынсы быуатта Европала үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә, ваҡыт үтеү менән был осраҡтар күбәйгәндән-күбәйә бара. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ер йөҙөндә йәшәүселәрҙән һәр 40 секунд һайын кемдер аңлы рәүештә үҙ-үҙенә ҡул һалып үлә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы статистикаһы буйынса үҙ-үҙенә ҡул һалыу бөтә донъя масштабында йәштәрҙең (15-29 йәшлек) үлем сәбәптәре араһында икенсе урынды биләй. Донъяла көн һайын 3 мең кеше үҙ-үҙенә ҡул һала, ә йыл һайын — яҡынса 1 миллион кеше (бөтә үлем осраҡтарының 1,5 проценты). Үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың иң түбән күрһәткестәре Латин Америкаһында, ғәрәп һәм азияның ҡайһы бер илдәрендә күҙәтелә. Үҙәк һәм Төньяҡ Европала, Төньяҡ Америкала, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, Көнбайыш Тымыҡ океанда (Австралия, Канада, Яңы Зеландия, АҠШ) үҙ-үҙенә ҡул һалыу уртаса күрһәткестәр күрһәтә. 2008 йылда Литвала, Белоруссияла, Рәсәйҙә, Шри-Ланкала, Ҡаҙағстанда, Венгрияла, Японияла, Украинала һәм Латвияла үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары иң күбе булған.

Билдәләмәләр

Бөтә суицидтарҙы ике класҡа бүлергә мөмкин: ысын һәм демонстратив (парасуицид йәки псевдосуицид). Ҡағиҙә булараҡ, псевдосуицид аффект хәлдә ҡылына һәм үҙ ғүмерен ҡыйыр өсөн генә түгел, ә «ярҙам һорап ҡысҡырыу», башҡаларҙың иғтибарын үҙенә һәм үҙ проблемаларына йәлеп итеү эшләнә. Был ғәмәлдәр шулай уҡ «үҙ-үҙенә ҡул һалырға демонстратив маташыуҙар» тип тә атала. Псевдосуицидтан айырмалы рәүештә, ысын үҙ-үҙенә ҡул һалыу , ғәҙәттә, яҡшы планлаштырылған сара булып тора, уның маҡсаты — туғандарының, дуҫтарының һәм башҡаларҙың фекеренә һәм реакцияһына ҡарамай нисек тә булһа үҙ ғүмерен өҙөү.. Ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙ аллы булмаған үҙ-үҙеңдең ғүмереңде өҙөү ҙә үҙ-үҙенә ҡул һалыу тип һанала, әгәр үҙ-үҙен үлтереүсе физик яҡтан быны эшләй алмаһа. Полицейский ярҙамында үҙ-үҙенә ҡул һалыу башҡа кешеләр ярҙамында үҙ-үҙеңде үлтереү миҫалы булып тора.

Ҡапыл үлемгә килтермәгән, әммә ғүмерҙе ҡыҫҡартҡан ҡылыҡ (эскеселек, тәмәке тартыу, ауыр сир менән ауырығанда медицина ярҙамынан баш тартыу, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм һаҡлыҡ сараларын аңлы рәүештә һанға һуҡмау, тейешле әҙерлекһеҙ һәм кәрәк-яраҡһыҙ экстремаль спорт төрҙәре, хәрби хәрәкәттәр ваҡытында хәүефте һанға һуҡмау), шул иҫәптән енәйәтсе уның ғүмеренә хәүеф янауын аңлап битараф ҡарағанда, үҙ-үҙеңде емереүсе ҡылыҡ тип аталырға мөмкин. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр был ҡылыҡтарҙы үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың өсөнсө класына — йәшерен суицидҡа айыра.

Уңышһыҙлыҡҡа осраған үҙ-үҙен үлтерергә маташыу үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыу тип атала. Үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыу, әгәр уның үлемгә килтереү ихтималлығы юғары булһа, етди тип атала: бындай ынтылышта йыш ҡына уңышһыҙ үҙ-үҙенә ҡул һалыусының (психик һәм/йәки физик) һаулығына етди зыян килә.

Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, уңышһыҙлыҡҡа тарыған үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙарҙың күбеһенең икенсе тапҡыр үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыу ихтималлығы бик юғары.

Антисуицид шәхес факторҙары үҙ-үҙенә ҡул һалырға ҡамасаулай ала, улар суицидты проблемаларҙы хәл итеү буйынса түмһерәйтә һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыуға ҡаршы кәртә булдырыу ысулы итеп ҡарала. Ҡағиҙә булараҡ, бындай факторҙар булып — тормошҡа ашырылмаған ижади пландар, үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың мәғәнәһеҙлеген аңлау, туғандарына һәм дуҫтарына йөрәк әрнеүе килтереү ҡурҡынысы, үҙ-үҙенә ҡул һалыу ысулының дөрөҫлөгөнә бәйле билдәһеҙлек, физик ғазаптарҙан ҡурҡыу, шулай уҡ үлем һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыу проблемаһы менән бәйле дини һәм социаль табулар тора. Ҡайһы бер шәхестәр өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалыу символы булараҡ (йәки уңышһыҙ эш булараҡ) көсһөҙлөк символы булыуы мөмкин.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар


Үҙ-Үҙеңә Ҡул Һалыу  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Tags:

Латин теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ҡара үлем1994 йылНидерландФутболТунис12 июльҠыҙылса (ауырыу)Донъя илдәре һәм территорияларыИталия16 августЙоһанн Вольфганг фон ГётеГалилео ГалилейБохараВикипедияЧорткивПутин Владимир Владимирович7 февральӨфөИр енес ағзаһы22 май8 февральБоливия2020 йылФәнАнглияЧехов Антон ПавловичФредерик Шопен1917 йылҠоштарҙың миграцияһыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүҒәззә секторыНәжесМенделеев Дмитрий ИвановичКатолицизм23 апрельУрыҫ теле1 ноябрьХазарҙар29 октябрьҺүҙбәйләнешБашҡортостан Республикаһы1717 йылИртыш23 ғинуарДонецк Халыҡ РеспубликаһыТанауБалыҡтарХристиан динеТимерМаршалл Утрауҙары23 августЭске тулайым продуктИндонезияМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыАлмаКапитализмФизикаИҙелбаев Мирас Хәмзә улыЕр көнөҮтәғолов Зөбәй Төхвәт улы1739 йылБашҡорт теленең морфологияһыМайкл Фарадей🡆 More