Юлдаш Ай

Ай (символы: ) — Ерҙең берҙән-бер тәбиғи эйәрсене.

Ерҙә Ҡояштан һуң яҡтылығы буйынса икенсе урында, Ҡояш системаһында тәбиғи эйәрсендәр араһында ҙурлығы буйынса бишенсе урында. Һәм шулай уҡ кеше аяғы баҫҡан ерҙән ситтәге беренсе һәм берҙән-бер объект. Ерҙең үҙәгенән Ай үҙәгенә тиклем яҡынса 384 467 км.

Ай Юлдаш Ай
Юлдаш Ай
Орбита характеристикалары
Перигей

363 104 км
0,0024 а. б.

Апогей

405 696 км
0,0027 а. б.

Ҙур ярымкүсәр (a)

384 399 км
0,00257 а. б.

Орбитаның эксцентриситеты (e)

0,0549 (уртаса)

Әйләнеүҙең сидерик периоды

27,321582 көн
27 көн 7 сәғ 43,1 мин

Әйләнеүҙең Синодик периоды

29,530588 дней
29 көн 12 сәғ 44,0 мин

Орбита тиҙлеге (v)

1,023 км/с (средняя)

Ауышлығы (i)

5,145° эклиптика меңен сағыштырыу

Долгота восходящего узла (Ω)

(кәмеү)18,6 йылда бер әйләнеш

Перицентр аргументы (ω)

(артыу) 8,85 йылда 1 әйләнеш

Нимәнең юлдашы

Ер

Физик характеристикалар
Поляр ҡыҫылышы

0,00125

Экватор радиусы

1738,14 км
0,273 Ер радиусы

Поляр радиусы

1735,97 км
0,273 Ер

Уртаса радиус

1737,10 км
0,273 Ер

Ҙур түңәрәк оҙонлоғо

10 917 км

Өҫлөк майҙаны (S)

3,793·107 км²
0,074 Ер

Күләме (V)

2,1958·1010 км³
0,020 Ер

Массаһы (m)

7,3477·1022 кг
0,0123 Ер

Уртаса тығыҙлығы (ρ)

3,3464 г/см³

Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g)

1,62 м/с²

Беренсе космик тиҙлек (v1)

1,68 км/с

Икенсе космик тиҙлек (v2)

2,38 км/с

Әйләнеү периоды (T)

Синхронлаштырған юлдаш (Ергә бер яғы менән ҡарай)

Күсәр ауышлығы

1,5424° (эклиптика яҫылығына ҡарата)

Альбедо

0,12

Күренгән йондоҙ дәүмәле

−2,5/−12,9
−12,74 (при полной Луне)

Температура
 
мин. сред. макс.
Температура
100 К (−173 °C) (экватор)
33 К (−240 °C)
220 К (−53 °C)
130 К (−143 °C)
390 К (117 °C)
230 К (−43 °C)
Атмосфера
Состав:

бик һирәк, водород, гелий, неон һәм аргона эҙҙәре

Күк йөҙөндә тулы айҙың йондоҙ дәүмәле − 12m,71. Болотһоҙ төндә тулы Айҙың Ер өҫтөнә яҡтыртыуы − 0,25 лк. Ай өҫтөнә төшкән яҡтылыҡтың 7 % ғына кире ҡайтара.

Ай хәрәкәте

Юлдаш Ай 
Яңы Ай

Ай Ер тирәләй хәрәкәт итә һәм Ер яғына һәр ваҡыт бер яҡ йөҙө менән ҡарай. Эллиптик орбитаның ҙур ярым күсәре − 384 399 км, эксцентриситеты 0,0549-ға тигеҙ.

Атамаһы

Барлыҡ төрки телдәрҙә (сыуаш теленән башҡа) Ерҙең юлдашын «ай» тип йөрөтәләр. Боронғо славян һәм һинд-европа телдәрендәге lūna «луна» һүҙе латин теленән ингән. Гректар Селена (грек. Σελήνη), боронғо мысырлылар Ях (Иях), вавилонда — Син, япондар — Цукиёми тип атаған.

Ай — күк есеме

Юлдаш Ай 
Ай ҡояш байыр алдынан

Орбитаһы

Боронғо замандарҙан алып кешеләр Айҙың хәрәкәтен һүрәтләргә һәм аңлатырға тырышҡан. Ваҡыт уҙыу менән, анығыраҡ теориялар барлыҡҡа килә.

Хәҙерге заман иҫәпләүҙәренең нигеҙен Браун теорияһы тәшкил итә. XIX—XX быуаттарҙа барлыҡҡа килә һәм Айҙың хәрәкәтен ул ваҡыттағы үлсәү приборҙары аныҡлығы менән тасуирларға мөмкинлек биргән.

Хәҙерге фән Айҙың хәрәкәтен иҫәпләүҙе тағы ла теүәлерәк иҫәпләй ала. Лазер локацияһы ысулдары менән үлсәгәндә, Айға тиклемге арала хата бер нисә сантиметр ғына булырға мөмкин.

Айҙың ғәмәлдәге хәрәкәте ярайһы уҡ ҡатмарлы, уны иҫәпләгәндә күп факторҙарҙы иҫәпкә алырға кәрәк, мәҫәлән, Ҡояштың көслө йоғонтоһо, ул Айҙы Ергә ҡарағанда 2,2 тапҡырға көслөрәк тарта.

Дөйөм төҙөлөшө

Ай ҡабыҡтан, мантиянан (астеносферанан) тора, уның үҙенсәлектәре төрлө һәм дүрт ҡатлам барлыҡҡа килтерә, бынан тыш, мантия менән йәҙрә араһындағы күсеү зонаһы, шулай уҡ тышҡы шыйыҡсаһы һәм эске ҡаты өлөшө булған йәҙрәнең үҙе. Атмосфера һәм гидросфера бөтөнләй юҡ. Айҙың өҫкө йөҙө реголит — Ай менән метеориттарҙың бәрелешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ваҡ туҙан һәм ҡая онтаҡтары ҡатышмаһы менән ҡапланған. Реголит ҡатламының ҡалынлығы метр өлөштәренән алып тиҫтә метрға тиклем тәшкил итә.

GRAIL мәғлүмәттәре буйынса Айҙың геологик ҡатламдары
Эске ҡаты йәҙрә 0—230 км
Эске шыйыҡ йәҙрә 230—325 км
Күсеү зонаһы 325—534 км
Мантия 534—1697 км
Ҡабыҡ 1697—1737 км

Ай өҫтөндәге шарттар

Ай өҫтөндә атмосфера бөтөнләй юҡ тиерлек. Айҙағы тәүлек Ерҙәге 27,32 тәүлеккә тиң. Ерҙәге ике аҙнаға һуҙылған Ай көнөндә уның йөҙө +120 °C-ҡа тиклем йылына, шулай уҡ оҙайлы Ай төнөндә һәм күләгәлә −160 °C-ҡа тиклем һыуына. Ай өҫтөндә күк йөҙө һәр саҡ аяҙ сем-ҡара, йондоҙ һәм планеталар көндөҙ ҙә күренә. Айҙың Ергә ҡараған яғынан, Айҙан 3,67 тапҡыр ҙурыраҡ Ер шары күренә. Айҙа һауа юҡ, шуға курә күк йөҙө гел аяҙ, болоттар йөҙмәй, таң нурҙары уйнамай. Ай өҫтө метеориттар бәрелеүҙән барлыҡҡа килгән ҡая һыныҡтары һәм туҙан менән ҡапланған.

Орбита

  • Ай Ерҙән аҡрынлап алыҫлаша бара, бер йылға 4 см.

Күҙәтеү

Юлдаш Ай 
Ерҙең Төньяҡ ярымшарынан күҙәтелгән Ай фазаларының Ҡояшҡа һәм Ергә ҡарата торошо менән бәйләнеше
Юлдаш Ай 
Австралияның был һүрәтендә Ай 180 градусҡа яҡын борола — был Көньяҡ ярымшарҙың үҙенсәлеге. Айҙың мөйөш диаметры Ай диаметрына бик яҡын һәм ярты градус тирәһе

Ай яҡтыртмай, тик ҡояш нурҙарын ғына сағылдырғанға күрә, Ерҙән Ай өҫтөнөң Ҡояш яҡтыртҡан өлөшө генә күренә. Ай Ер тирәләй әйләнә, шул рәүешле Ер, Ай һәм Ҡояш араһындағы мөйөш үҙгәрә; беҙ был күренеште ай фазалары циклы кеүек күҙәтәбеҙ.

Юлдаш Ай 
Ерҙән ебәрелгән яҡтылыҡ 1,28 секунд ваҡыт эсендә Айға барып етә. Рәсем масштабта эшләнгән.

Тоҡомдарҙың химияһы

Ай тупрағының составы Айҙың диңгеҙ һәм инә райондарында ныҡ ҡына айырыла. Ай тоҡомдарында һыу әҙ. Ул шулай уҡ тимер һәм осоусан компоненттар менән ярлыланған. Ай тупрағынан янған еҫ сыға.

Юлдаш Ай 
Lunar Prospector буйынса Ай өҫтөндә торий концентрацияһы картаһы
Юлдаш Ай  Тышҡы видеофайлдар
Юлдаш Ай  YouTube сайтында Ай саңы тураһында ИКИ РАН фильмы, 2019 йыл
Ай реголитының химик составы проценттарҙа.
Элементтар «Луна-20» килтерә «Луна-16» килтерә
Si 20,0 20,0
Ti 0,28 1,9
Al 12,5 8,7
Cr 0,11 0,20
Fe 5,1 13,7
Mg 5,7 5,3
Ca 10,3 9,2
Na 0,26 0,32
K 0,05 0,12

Ай реголитында шулай уҡ оксидтар составына ингән кислород күп, иң ныҡ таралғаны — кремний диоксиды — 42,8 %. «Луна-20» космос карабы тупраҡты материктан, ә «Луна-16» диңгеҙҙән алып килә.

«Диңгеҙҙәре»

Ай диңгеҙҙәре, ҡасандыр киң базальт лаваһы менән тулған уйһыулыҡтарҙан тора. Башта улар ябай диңгеҙҙәр тип һаналған. Һуңынан был кире ҡағыла, ләкин исемен үҙгәртмәйҙәр. Ай диңгеҙҙәре Айҙың күренеп торған майҙанының яҡынса 40 процентын биләй.

Юлдаш Ай 
Айҙың күренеп торған яғы («Lunar Reconnaissance Orbiter» һүрәттәре мозаикаһы)
Юлдаш Ай 
LRO мәғлүмәттәре буйынса Айҙың кире яғы
Русса атмаһы Халыҡ-ара атамаһы Айҙың яғы
1 Дауылдар океаны Oceanus Procellarum күренә
2 Томра ҡултыҡ Sinus Aestuum күренә
3 Йәйғор ҡултығы Sinus Iridum күренә
4 Ысыҡ ҡултығы Sinus Roris күренә
5 Үҙәк ҡултыҡ Sinus Medium күренә
6 Дымлылыҡ диңгеҙе Mare Humorum күренә
7 Көнсығыш диңгеҙ Mare Orientalis күренә
8 Ямғырҙар диңгеҙе Mare Imbrium күренә
9 Муллыҡ диңгеҙе Mare Foecunditatis күренә
10 Сик диңгеҙе Mare Marginis күренә
11 Кризистар диңгеҙе (хәүефтәр) Mare Crisium күренә
12 Хыял диңгеҙе Mare Ingenii кире
13 Мәскәү диңгеҙе Mare Mosquae кире
14 Нектар диңгеҙе Mare Nectaris күренә
15 Болоттар диңгеҙе Mare Nubium күренә
16 Быу диңгеҙе Mare Vaporum күренә
17 Күбек диңгеҙе Mare Spumans күренә
18 Смит диңгеҙе Mare Smythii күренә
19 Тыныслыҡ диңгеҙе Mare Tranquillitatis күренә
20 Һыуыҡ диңгеҙ Mare Frigorum күренә
21 Көньяҡ диңгеҙ (Ай) Mare Australe күренә
22 Асыҡлыҡ диңгеҙе Mare Serenitatis күренә

Эске төҙөлөшө

Ай — дифференцияланған есем, уның геохимик яҡтан төрлө булған ҡабығы, мантияһы һәм ядроһы бар. Эске йәҙрәнең ҡабығы тимергә бай, радиусы 240 км, тышҡы шыйыҡ йәҙрәһе башлыса шыйыҡ тимерҙән тора, уның радиусы яҡынса 300—330 километр тәшкил итә. Йәҙрә тирәләй өлөшләтә 480—500 километр радиусы менән өлөшләтә ирегән сик ҡатламы урынлашҡан. Был структура 4,5 миллиард йыл элек Ай барлыҡҡа килгәндән һуң магманың глобаль океанынан фракцион кристаллашыуҙан барлыҡҡа килгән тип фаразлана. Ай ҡабығының ҡалынлығы яҡынса 50 км.

Ай — Ионан һуң Ҡояш системаһында тығыҙлығы буйынса икенсе юлдаш. Әммә Айҙың эске йәҙрәһе ҙур түгел, радиусы яҡынса 350 км; был Ай радиусының 20 проценты ғына.

Юлдаш Ай 
Ай һәм ер төркөмө планеталарының төҙөлөшөн сағыштырыу

Картаһы

Айҙың ландшафы үҙенсәлекле. Ай төрлө ҙурлыҡтағы кратерҙар менән ҡапланған — диаметры — микроскопиктан алып йөҙләгән саҡрымға тиклем. Оҙаҡ ваҡыт ғалимдар Айҙың кире яғы тураһында мәғлүмәттәр ала алмай. Был йыһан аппараттары барлыҡҡа килеү менән генә мөмкин була. Юлдаштың ике ярымшарының да бик ентекле карталары эшләнгән. Айҙың ентекле карталары киләсәктә Айға кешене урынлаштырыуға һәм колониялаштырыуға — ай базаларының, телескоптарҙың, транспорттың уңышлы урынлашыуына, файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүгә әҙерләнеү өсөн төҙөлә.

Тикшеренеүҙәр

Йыһан аппараттары ярҙамында тикшеренеүҙәр

Йыһан дәүере башланыу менән Ай тураһында белемдәр күләме һиҙелерлек артты. Ай тупрағының составы билдәле була, ғалимдар уның өлгөләрен ала, кире яғының картаһы төҙөлә.

Юлдаш Ай 
Айҙың кире яғын беренсе тапҡыр фотоға төшөргән «Луна-3» станцияһы осошона арналған почта конверты

«Луна-2» совет планета-ара станцияһы тәүге тапҡыр Айға 1959 йылдың 13 сентябрендә барып етә. Айҙың кире яғын беренсе тапҡыр 1959 йылда, уның өҫтөнән «Луна-3» совет станцияһы осҡанда һәм ерҙән күренмәгән ер өҫтөнөң бер өлөшөн фотоға төшөргәндән һуң күрергә мөмкин була.

Үҙләштереү

Юлдаш Ай 
Эдвин Олдрин 1969 йылдың июлендә Айҙа (НАСА фотоһы)

Халыҡ-ара хоҡуҡи статусы

Айҙы тикшереүҙең күпселек хоҡуҡи мәсьәләләре 1967 йылда Дәүләттәрҙең йыһан киңлеген, шул иҫәптән Ай һәм башҡа күк есемдәрен тикшереү һәм файҙаланыу эшмәкәрлеген көйләүсе принциптар тураһындағы килешеү менән хәл ителә. Шулай уҡ Айҙың юридик статусы 1979 йылдан Ай тураһындағы килешеүҙә тасуирлана.

Иҫкәрмәләр

    Комментарийҙар
    Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

    Фильмы

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Tags:

Юлдаш Ай Ай хәрәкәтеЮлдаш Ай АтамаһыЮлдаш Ай Ай — күк есемеЮлдаш Ай ОрбитаЮлдаш Ай Тоҡомдарҙың химияһыЮлдаш Ай КартаһыЮлдаш Ай ТикшеренеүҙәрЮлдаш Ай ҮҙләштереүЮлдаш Ай ИҫкәрмәләрЮлдаш Ай ӘҙәбиәтЮлдаш Ай Шулай уҡ ҡарағыҙЮлдаш Ай ҺылтанмаларЮлдаш АйЕр (планета)ҠояшҠояш системаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлауИр енес ағзаһыМальта1 ғинуар22 октябрь30 июнь10 апрельЕкатерина IIФранцияАккраАбхазия1911 йылОвидийДифтерия21 октябрь28 мартДетройтЯҙМартин Лютер КингКавказГеологияТултырыусыБотаникаX быуатБеренсе донъя һуғышыБлог3 апрельХристиан динеКүсемһеҙ мөлкәтБөйөк БританияМәтрүшкәАбдуллин Әнүәр Абдулла улыТомирисБерләшкән Ғәрәп ӘмирлектәреБөрйән районыЯҡшығолов Сафуан Суфиян улыӨфө губернаһы28 ғинуарХалыҡ-ара стандарт серия номерыДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыФотография5 ғинуар5 октябрьСтокгольмӘхмәт (Әбйәлил районы)Маршалл УтрауҙарыАнкара (провинция)ТунисРомео һәм ДжульеттаБашҡорт дебет шәлеШарль де ГолльУрта быуаттарЛуи АрмстронгВенгрияТанауМикрокредитлауСәмәрҡәндСүриәСайтБиографияҠоштарҙың миграцияһыҺауа торошоГлобаль йылыныуДилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улыҺыҙыҡсаКислородБашҡорт Википедияһы🡆 More