Осар Тейен

Викитөрҙәрсистематикаһы

?
Осар тейен
Осар тейен
Ябай осар тейен
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Имеҙеүселәр
Отряд: Кимереүселәр
Ғаилә: Тейендәр
Суб-ғаилә: Осар тейендәр
Ырыу: Евразия осар тейендәре
Төр: Осар тейен
Латинса исеме
Pteromys volans
(Linnaeus, 1785)
Ареал
рәсем

Осар тейен, (Урыҫ.)белка-летяга, йәки летучая белка (Pteromys volans) — кимереүселәр отрядының осар тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр.

Латин телендә volans «осоусы» тигәнде аңлата.

Таралышы

Евразия урмандарында таралған. Башҡортостан Республикаһының бөтә биләмәһендә ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа осрай.

Тышҡы ҡиәфәте

Кәүҙә оҙонлоғо 13—20 см, массаһы 160 г тирәһе. Төҫө ҡышын һоро, йәйен көрәнһыу төҫмөрлө асыҡ‑һоро, ҡорһағы аҡ төҫтә. Йөнө ҡуйы, йомшаҡ. Башы йомро, күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә. Ҡолағы ҡыҫҡа, суҡһыҙ. Алғы аяҡтары — 4, артҡылары 5 бармаҡлы, бөгөлгән осло тырнаҡлы; аяҡтары араһында йөн менән ҡапланған ҡабырға яҡ тире йыйырсаһы (осҡос яры) бар. Ҡойроғо йөнтәҫ, оҙонлоғо 14 см, һикергәндә руль ролен үтәй.

Төҫөнә ҡарап, осар тейендәрҙе 10 — 12 төргә айыралар; шуларҙың 9 төрсәһе Рәсәйҙә:

  • Pteromys volans volans Linnaeus, 1758 — Рәсәй Федерацияһының Европа өлөшөнән төньяғы, Урал
  • Pteromys volans ognevi Stroganov, 1936 — Рәсәй Федерацияһының Европа өлөшөнөң үҙәге
  • Pteromys volans gubari Ognev, 1934 — Көнбайыш Себерҙең һәм Ҡаҙағстандың урман-далалары
  • Pteromys volans betulinus Serebrennikov, 1929 — Көнбайыш Себерҙең көнсығышы һәм Байкал буйы
  • Pteromys volans turovi Ognev, 1929 — Алтай, Саян, Байкал аръяғы, Амурҙың урта ағымы
  • Pteromys volans athene Thomas, 1907 — Амур йылғаһының түбәнге ағымы, Сахалин
  • Pteromys volans incanus Miller, 1918 — Яҡутстандың төньяғы һәм көнсығышы
  • Pteromys volans arsenjevi Ognev, 1934 — Үҙәк Якутия һәм Приморье
  • Pteromys volans anadyrensis Ognev, 1940 — Анадырь бассейны

Көнитмеше һәм туҡланыуы

Полигам. Енси яҡтан 9—12 айҙа өлгөрә. Йылына 1 тапҡыр 2—4 бала тыуҙыра. 5—13 йыл йәшәй. Эңерҙә һәм төндә, һирәкләп көндөҙ әүҙем. Япраҡлы ағастарҙың (ҡайын, тал, саған, уҫаҡ, миләш) үренделәре, бөрөләре, ҡайһы берҙә ҡабыҡтары, бәшмәктәр, үләндәрҙең емештәре һәм орлоҡтары менән туҡлана. Ағас ҡыуыштарында һәм тейен ояларында, ҡайһы берҙә ҡая ярыҡтарында йәшәй.

Иҫәбе

Осор тейендәр әҙ, уға һунар сикләнгән. Тиренең әһәмиәте әҙ. Тиреһе матур һәм йомшаҡ булыуына ҡарамаҫтан, бик йоҡа, был уны файҙаланыуҙы ҡыйынлаштыра. Тотҡонлоҡҡа ауыр яраҡлаша, тип иҫәпләнелә, әммә В. М. Смирин Мәскәү дәүләт университетының Звенигород биологик станцияһында ҙур булмаған вольерҙарҙа уларҙың ике төрөн оҙаҡ йылдар аҫырай.

Былар ҡыҙыҡлы

  • Осар тейен — талпан энцефалитын, ялған туберкулёзды тыуҙырыусыларҙы йөрөтөүсе.
  • Ҡиммәтле тиреле йәнлек.

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Осар тейен // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Tags:

Осар Тейен ТаралышыОсар Тейен Тышҡы ҡиәфәтеОсар Тейен Көнитмеше һәм туҡланыуыОсар Тейен ИҫәбеОсар Тейен Былар ҡыҙыҡлыОсар Тейен ИҫкәрмәләрОсар Тейен ҺылтанмаларОсар Тейен

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Исмәғилев Заһир Ғариф улыОперацион система1994 йылДуглас Адамс17 мартКилешТауыҡБөтһөн империализм һуғышыМөнәжәтБашҡорт теленең диалекттарыБашҡорт телеӘзербайжанӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанЕвропаБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреИнвестицияларПилотһыҙ осоу аппаратыБашҡорт милли кейемеХайуандарИсем (һүҙ төркөмө)ВикипедияҺыуИнженерлыҡ эшеҺары мәтрүшкәУльтрафиолет нурланышСурағолов Рәмил Мотаһар улыГордеев Михаил ВикторовичӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыБөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһыНамаҙСуданТим Бернерс-ЛиМостай КәримҺабантуйМиәкә районыЮлыев Батыргәрәй Ғәбделмөхәмәт улыКинйә АрыҫлановУсманова Кәримә Ишбулды ҡыҙыКондакова Елена ВладимировнаӨфө губернаһыӘл-Мүлк сүрәһеЕрәнсә сәсәнЦиблиев Василий ВасильевичМәскәү КремлеАрхеологияАҡсаВоронеж өлкәһеКубаЙәйге ваҡытБетонБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыМозамбикТуғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙыӘл-Фәләҡ сүрәһеКибернетикаМона ЛизаҺүҙбәйләнешМиус-фронтБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыҠурай🡆 More