Телефон (бор.
грек. τῆλε «йыраҡ» һәм φωνή «тауыш») — алыҫ арала урынлашҡан ике йәки бер нисә кешеге һөйләшеү өсөн тауыш тапшырыусы телекоммуникация сараһы. Телефон кеше тауышын кабель, йәки башҡа электр сигналын тапшырыу сараһы аша йыраҡ араға тапшырыу өсөн, электр сигналына әйләндерә, икенсе ҡулланыусыла электр сигналын тауышҡа әйләндерә.
1876 йылда Александр Грэхем Белл беренсе тапҡыр тауыш тапшырыу ҡоролмаһына патент ала. Был инструмент һуңыраҡ күп тапҡыр камиллаша. Телефон тарихта бер-береһенән алыҫтағы кешеләргә туранан-тура һөйләшергә мөмкинлек биргән аппарат була. Бөгөн телефон бизнеста, дәүләт эшендә алыштырғыһыҙ һәм көнкүрештә күп ҡулланылған техника булып ҡала.
Һөйләү өсөн микрофон һәм алыҫта тауышты тыңлау өсөн наушниктар телефондың төп өлөштәре булып тора. Өҫтәмә рәүештә телефонда һөйләшергә теләүсе бар икәнен белдерә торған ҡыңғырау һәм икенсе аппараттың номерын йыйыу өсөн диск менәе йыһазландырыла.1970 йылдан һуң күпселек телефондарҙа әйләне торған диск ҡулланылмай, телефон трубкаһы1963 йылда DTMF эшләгән төмәле номер йыйыу йыһазы менән алыштырыла. Ғәҙәттә, микрофон һәм наушник телефон трубкаһына ҡуйыла. Номер йыйғыс телефон трубкаһына ҡуйыла, йәки база аппаратҡа ҡуйыла. Микрофон тауышты электр сигналына әйләндерә һәм телефон сымдары аша ҡабул итеүсе аппаратка тапшыра. Ҡабул итә торған аппараттын наушниктарында электр сигналдары ишетелә торған тауышҡа әйләндерелә.
Стационар телефондарҙа электр сымдары ярҙамында бәйләнгән, кеҫә телефондары радиоэлемтә ярҙамында бәйләнеш булдыра.
Электр телефон аппаратына тиклем «телефон» термины башҡа уйлап табылған әйберҙәргә ҡарата ҡулланылған, һәм электр аппаратын уйлап табыусылар телефон тип атамаған. Елкәнле кәмәләр менән элемтә ҡоролмаһын 1844 йылда капитан Джон Тейлор уйлап сығара. Был ҡоролмала файҙаланылған дүрт борғо томанлы көндә суднолар Һуңыраҡ, 1860 йылда Иоганн Филипп Рейс был терминда үҙенең Рейс телефоны өсөн ҡуллана, был тауышты электр сигналына әйләндерә торған беренсе аппарат була, телефон һүҙе күпселек телдәр лексикаһына инә.Грек телендә Greek: τῆλε, tēle, «йыраҡ» һәм φωνή, phōnē, «тауыш» тигәнде аңлата, йәғни йыраҡтағы тауыш тигәнде аңлата.
Электр телефонын уйлап табыусыны билдәләү әленән-әле ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Радио, телевизор, лампочка һәм компьютер уйлап тапҡан кеүек, тауышты сым буйынса тапшырыуҙа ла бер нисә кеше эшләй, бер-береһенң идеяһын байырта һәм яңырта. Телефонды кем беренсе уйлап тапҡан тигән бәхәс яңырып тора. Чарльз Борсеур, Антонио Мауси, Иоганн Филипп Рейс, Александр Грэхем Белл, һәм Грей Елисей һәм башҡалар асышты үҙҙәренеке тип белдерә
Александр Грэхем Беллға 1876 йылда беренсе электр телефоны өсөн АҠШ тауар патенты бирелә. Белл патенты көрәштә еңә һәм коммерцияла хәл иткес була. Белл алған патент беренсе төп патент була, бынан һуң телефон аппаратына патенттар күпләп бирелә .
Телефон уйлап табылғас, 1876 йылда венгр инженеры Тивэдэр Паскас телефон станциялары һәм селтәрҙәре төҙөү өсөн тоташтырғыс уйлап таба
Возмездный бәйләнеш буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә лицензия нигеҙендә генә тормошҡа ашырғанда юридик берәмектәрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеге.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Телефон, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.