Пневмония

Пневмония (гр.

pneumon — үпкә), үпкә ялҡынһыныуы, эске альвеоляр экссудация менән барған үпкәнең респиратор бүлектәренең сығанаҡ урыны зарарланыуы менән сифатланған ауырыуҙар төркөмө. Үпкә шешеүе — ғәҙәттә инфекцион сығышлы, башлыса альвеолаларҙы зарарлауы менән бәйле үпкә туҡымаһы шешеүе.

Пневмония
Streptococcus pneumoniae — пневмонияны тыуҙырыусы.
Пневмококк|Streptococcus pneumoniae — пневмонияны тыуҙырыусы.
МКБ-10

ICD10|J|12, ICD10|J|13, ICD10|J|14, ICD10|J|15, ICD10|J|16, ICD10|J|17, ICD10|J|18, P2323.

МКБ-9

ICD9|480-ICD9|486, ICD9|770.0

DiseasesDB

10166

eMedicine

topic list

MeSH

D011014

Пневмония Пневмония Викимилектә

Кеше пневмонияһы

Этиологияһына бәйле, бактериаль, вируслы, микоплазмалы һ.б. пневмония; ҡатнаш (вируслы бактериаль), аллергик, физик химик факторҙар менән билдәләнгән (травманан һуң, аспирацион, операциянан һуң һ.б.); барлыҡҡа килгән урыны буйынса — дарыухананан тыш (амбулатор) һәм нозокомиаль (госпиталдә); үҫеш механизмы буйынса — беренсел (бронхоген) һәм икенсел (инфекция тыуҙырған ҡан йәки лимфа аша таралғанда) һ.б.; педиатрияла киҫкен һәм хроник пневмония айырыла. Үҫешенә булышлыҡ итеүсе факторҙар: иммунитет ҡаҡшауы, һалҡын тейеү, тәмәке тартыу, стресс һ.б.

Төп билдәләре: температура күтәрелеү, сөскөрөү, тын ҡыҫылыу. Диагностика өсөн клиник, инструменталь (рентгенологик, ультратауыш, радиоизотоплы һ.б.) һәм лаборатория (микроскопик, бактериологик һәм серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (антибактериаль, дезинтоксикацион, ялҡынһыныуға ҡаршы, бронхолитик, ҡаҡыртҡыс, иммуномодулләүсе препараттар), физиотерапевтик һ.б., шифахана-курорт учреждениеларында реабилитацияланыу. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр (осложнение): киҫкен тын алыу етешмәүсәнлеге, инфекцион токсик шок, сепсис, үпкә туҡымаһы деструкцияһы һ.б.

Классификацияһы

Процестың таралыу критерийы буйынса пневмония булырға мөмкин:

  • сығанаҡлы — үпкәнең ҙур булмаған өлөшөн биләй (бронхопневмония — тын алыу юлдары + бронхылар);
  • сегментар — үпкәнең бер йәки бер нисә киҫәгенә тарала;
  • өлөшләтә — үпкә бер өлөшөнә эләгә. Бындай пневмонияның классик миҫалы булып ярмалы пневмония — тора;
  • тотош баҫып алған — ваҡ өлөштәрҙең ҙурыраҡҡа ҡушылыуы;
  • тоталь — бөтә үпкәгә таралһа.

Бынан тыш, бер генә үпкә зарарланған осраҡта пневмония бер яҡлы, ике үпкәһе лә зарарланған осраҡта ике яҡлы булырға мөмкин.

Триггерға ҡарап түбәндәгеләр айырыла:

  • беренсел пневмония — үҙ аллы ауырыу ролен үтәй;
  • икенсел пневмония — икенсе ауырыу фонында үҫешә; мәҫәлән, хроник бронхит фонында икенсел пневмония;
  • нурланыш формаһы — онкологик патологияларҙы рентген нурҙары менән дауалау фонында барлыҡҡа килә;
  • травманан һуң — күкрәк йәрәхәттәре һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, һөҙөмтәлә бронхиаль секрецияларҙың тотҡарланыуы һәм үпкәнең вентиляцияһы боҙолоуы үпкә туҡымаларында шешеү процестарына килтерә.

Килеп сығышы буйынса пневмония түбәндәгеләргә бүленә:

  • йоғошло — пневмокок, клебсиелла, стафилокок, стрептокок һәм башҡа бактериялар йоғонтоһонда үҫешә;
  • вирус сығышлы — Эпштейн-Барр вирусы йәки цитомегаловирус менән зарарланғанда иң таралған герпетик форма;
  • бәшмәк сығышлы — ауырыуҙы ҡуҙғытыусы бәшмәк булырға мөмкин — үңәҙле (Aspergillus, Mucor), сүпрәгә оҡшаш (Candida), эндемик диморфлы (Blastomyces, Coccidioides, Histoplasma), пневмоцисттар (Pneumocystis);
  • ҡатнаш тибы — бер үк ваҡытта ике йәки унан да күберәк төр патогендар тыуҙыра.

Процестың үтеү характеры буйынса түбәндәгеләр айырыла:

  • киҫкен пневмония — үҙ сиратында киҫкенгә (3 аҙнаға тиклем) һәм оҙаҡҡа һуҙылғанға (2 айға тиклем) бүленә;
  • уртаса оҙайлыҡтағы (подострая) пневмония — клиник оҙайлығы — яҡынса 3-6 аҙна;
  • хроник пневмония (әлеге ваҡытта классификацияларҙан алып ташлана) — түбән көсөргәнеш һәм оҙайлығы — бер нисә айҙан алып күп йылдарға, тиҫтә йылдарға тиклем.

Пневмония еңел, уртаса һәм ауыр дәрәжәлә булыуы мөмкин. Ауырыу функциональ үҙгәрештәр (хроник һулыш алыу йәки йөрәк етешмәүсәнлеге) менән, бындай үҙгәрештәрһеҙ барлыҡҡа килеүе мөмкин, һәм, өҙлөгөүҙәр булыу-булмауына ҡарап, пневмониялар ҡатмарлаша һәм ҡатмарлашмай. Шулай уҡ айыралар:

  • 1. Дауахананан тыш пневмония:

1.1. иммунитеты боҙолоп ; 1.2. иммунитеты боҙолмаған ; 1.3. аспирацион;

  • 2. дауаханала (нозокомиаль) пневмония:

2.1. аспирацион; 2.2. елләтеү; 2.3. цитостатик (цитостатика алыу фонында); 2.4. донор органдары реципиентары.

  • 3. медицина ярҙамы менән бәйле пневмония:

3.1. йыш ҡына дауаханаға һалыу; 3.2. гемодиализ; 3.3. дарыу препараттарын парентераль индереү; 3.4. Ҡарттар йортонда йәшәүселәр.

Төрлө ҡуҙғытҡыстар тыуҙырған пневмония

Был төркөмгә терапияға мохтаж төрлө эпидемиологик, клиник һәм анатомик сығышлы төрлө ҡуҙғытҡыстар тыуҙырған пневмония ҡарай.

  • Пневмококк пневмонияһы
  • Стафилококк пневмонияһы
  • Стрептококк пневмонияһы
  • Haemophilus influenzae тыуҙырған пневмония — Афанасьев-Пфайффер таяҡсаһы
  • Mycoplasma pneumoniae тыуҙырған пневмония
  • Legionella pneumophila тыуҙырған пневмония
  • Chlamydia psittaci тыуҙырған пневмония
  • Escherichia coli арҡаһында барлыҡҡа килгән пневмония
  • Pseudomonas aeruginosa арҡаһында барлыҡҡа килгән пневдомония
  • Klebsiella pneumoniae арҡаһында барлыҡҡа килгән пневмония
  • Chlamydophila pneumoniae арҡаһында барлыҡҡа килгән пневмония
  • Pneumocystis carinii тыуҙырған пневмония (хәҙерге терминологияла Pneumocystis jirovecii)
  • Кандидоз пневмонияһы
  • Үпкә аспергиллёзы
  • Вируслы пневмония (грипп, кешенең һулыш алыу-синцитиаль вирусы, парагрипп гриппы, SARS-CoV-2 һ. б.)
  • Цитомегаловирус пневмонияһы
  • Үпкә чумаһы

Таралыуы

Йылына 17 миллиондан ашыу кешегә пневмония диагнозы ҡуйыла, ә ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 30 процентҡа йышыраҡ ауырый. Махсус хәүеф төркөмдәренә 5 йәшкә тиклемге балалар һәм 65 йәштән өлкәндәр инә. Шул уҡ ваҡытта башҡа ауырыуҙарға ҡарата үлем осраҡтары ярайһы уҡ юғары булыуын билдәләргә кәрәк: ирҙәрҙә — 8,04 %, ҡатын-ҡыҙҙарҙа — 9,07 %.

Пневмония менән ауырыу күп факторҙарға бәйле: йәшәү кимәле, социаль һәм ғаилә хәле, хеҙмәт шарттары, хайуандар менән бәйләнеш, юл йөрөү, насар ғәҙәттәр булыу, ауырыу кешеләр менән бәйләнеш, кешенең айырым һыҙаттары, билдәле бер ҡуҙғытҡыстың географик таралыуы. 2017 йылда Рәсәйҙә илдең 44 субъектында пневмония буйынса һандарҙың артыуы күҙәтелә. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш күп һанлы эпидемия сығанағы теркәлә: 2017 йылда —пневмонияның 52 сир сығанағы, ә алдағы 5 йылда — ни бары 16.

Пневмония беҙҙең заманда балалар һәм оло йәштәгеләр өсөн иң йыш үлем сәбәптәренең береһе булып ҡала, бигерәк тә социаль учреждениеларҙа (балалар йорттары, интернаттар, иректән мәхрүм итеү урындары). Ҡораллы көстәрҙә пневмонияның таралыуы — мең кешегә 35—40 осраҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырылған кадрҙарҙа пневмонияның һәр унынсы осрағы ауыр үтә. Оло йәштәге пациенттарҙа пневмония менән сирләүселәр дауаханаларҙа икенсе сирҙән дауаланған ваҡытта ҡырҡа арта. Шулай уҡ дауахана һәм дауахананан тыш пневмония этиологияһында ҡырҡа айырмалар бар.

Хайуандар пневмонияһы

Этиологияһы буйынса специфик (инфекциянан килеп сыға; туберкулез, тымау ауырыуы һ.б. булғанда) һәм специфик булмаған (шартлы патоген микроорганизмдар тыуҙыра) пневмония айырыла.

Булышлыҡ итеүсе факторҙар: малдар тотоуҙың санитария гигиена нормалары боҙолғанда организмдың һаҡланыу үҙенсәлектәре кәмеү (үтәнән-үтә йылы, һыуыҡ, дымлы булыу һ.б.), хайуандарҙы дөрөҫ файҙаланмау (артыҡ эшләтеү һ.б.). Йәш малдар тиҙерәк бирешә. Диагностика өсөн клиник, лаборатор, рентгенологик, патоморфологик һәм башҡа тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (бактерияларға ҡаршы, бронхолитик, иммуномодулләүсе һ.б. саралар, новокаин блокадаһы), физиотерапия һ.б.

Өҙлөгөүҙәр: плеврит, йөрәк етешмәүсәнлеге һ.б.

Профилактика: мал тотҡанда нормаль шарттар булдырыу, ауыл хужалығы малдарын яҡшы аҙыҡ менән ашатыу һ.б.

Иҫкәрмәләр

Комментарийҙар

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Пневмония Кеше пневмонияһыПневмония КлассификацияһыПневмония ТаралыуыПневмония Хайуандар пневмонияһыПневмония ИҫкәрмәләрПневмония ӘҙәбиәтПневмония ҺылтанмаларПневмонияҮпкә

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — ҠоролтайБерләшкән Милләттәр ОйошмаһыТуббаФиладельфияИр енес ағзаһыПоль ГогенРәсәй ФедерацияһыМәҙәниәтHTMLСалоникиОккам бәкеһеЛаосЮлдашбаев Юлай Хәйрулла улы2009 йылЭлектрон почтаҮҙәк АзияЛесотоГлобалләшеүУрыҫ телеИнтернетГрек телеХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыТаганрог кондитер фабрикаһыАрыҫлан петроглифтарыБашҡорт алфавитыЯһалма интеллектМилләтселекҒәбитов Риф Фәтих улыМетаболизмИман шарттарыКиң мәғлүмәт сараларыПарфенонҠатын-ҡыҙ түшеӨфө реаль училищеһыРимҺыу аҫты кәмәһеГлобаль йылыныуДиуану лөғәт әт-төркӘрмәндәрҙе юҡ итеү сәйәсәтеThe GuardianТуйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙыТаиланд тарихы (1932-1973)ISO 3166-1Сәғәт бүлкәтеУрал батырМәҙрәсәУрартуСүриә тарихыХәсәнова Лилиә Рауил ҡыҙыЛара ФабианӘл-Фатиха сүрәһеGoogleЕвропаМәҙәниәт хеҙмәткәре көнө (Рәсәй)🡆 More