Конго Демократик Республикаһы

Конго Демократик Республикаһы (франц.

Баш ҡалаһы — Киншаса. Дәүләт теле — француз теле. 26 провинцияға бүленә. 1960 йылдарға тиклем Конго Демократик Республикаһы Бельгияның колонияһы булған.

'{{{Башҡортса исеме}}}
'
Конго Демократик Республикаһы {{{Эйәлек килеш}}} гербы
[[{{{Эйәлек килеш}}} флагы|Флаг]] {{{Герб урынына}}}
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]]
Конго Демократик Республикаһы
Рәсми телдәр Француз теле
Баш ҡала Киншаса
Территория
• Бөтәһе

2 344 858 км²
Валюта конголезский франк (CDF, код 976)
Интернет-домен .cd
Код ISO CD
МОК коды COD
Телефон коды +243
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]

2020 йылдар уртаһына ҡарата мәғлүмәт буйынса, халҡы — 101 миллион самаһы кеше, территорияһы — 2 858 344 км² тәшкил иткән, ике күрһәткес буйынса ла төбәктең иң эре илдәренең береһе булып тора. Майҙаны буйынса Алжирҙан ғына ҡалыша, континентта 2-се урын, ә халҡы буйынса Нигерия, Эфиопия һәм Мысырҙан ҡалыша дүртенсе урында тора.

Этномәҙәни төрлөлөгө менән айырыла.

Федератив дәүләт, президент республикаһы. 2019 йылдың 24 ғинуарында президент вазифаһын Феликс Чисекеди биләй.

Конго Республикаһы, Үҙәк Африка Республикаһы, Көньяҡ Судан, Уганда, Руанда, Бурунди, Танзания, Замбия, Ангола, шул иҫәптән менән Ангола эксклавы Кабинда менән ҡоро ер сиге бар.

Донъялағы иң фәҡир илдәрҙең береһе. Эске тулайым продукт күләме һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса 2019 йыл өсөн 78,297 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән (йән башына яҡынса 800 АҠШ доллары). Аҡса берәмеге — конго франкы.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Конго Демократик Республикаһы — көнбайыш экваториаль Африка иле. Илдең территорияһын Конго йылғаһы бассейны биләй. Көнсығыштан ил территорияһы Африка ярығы (рифт) менән сиктәш. Көнбайыштағы сигендә диңгеҙгә сығыу юлы бар, яр буйы һыҙығының оҙонлоғо ни бары 37 км — был донъяла оҙонлоғо буйынса иң бәләкәй яр һыҙыҡтарының береһе.

Конго Республикаһы, Үҙәк Африка Республикаһы, Көньяҡ Судан, Уганда, Руанда, Бурунди, Танзания, Замбия, Ангола, шул иҫәптән менән Ангола эксклавы Кабинда менән ҡоро ер сиге бар.

Конго Демократик Республикаһының территорияһы өлөшләтә экваториаль климат бүлкәтенә, өлөшләтә субэкваториаль йәки саванналарға ҡарай.

Рельефы

Конго Демократик Республикаһы киң үҙәк яйланан ғибәрәт (Конго уйпатлығы) ғибәрәт, көнсығышта тауҙар, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта тигеҙлектәр һәм саванналар, төньяҡта баҫыуҙар менән уратып алынған тропик урмандар менән ҡапланған. Бейек тау массивы Рувензори илдең көнсығыш сигендә урынлашҡан.

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтары

Файл:Рельеф ДРК.png
Конго Демократик Республикаһы рельефы

Ер аҫты байлыҡтары — баҡыр, кобальт, кадмий, боксит, тимер мәғдәне, күмер, таш, алмас, алтын, көмөш, нефть, цинк, марганец, ҡурғаш, уран. Республика территорияһында урандың бөтә донъяла табылған запастарының яртыһынан күберәге урынлашҡан. Малахит һәм колумбит-танталит ятҡылыҡтары бар. Ил территорияһында Африка баҡыр бүлкәтенең өлөшө урынлашҡан.

Хайуандар донъяһы

Фаунаһы фил, арыҫлан, гепард, леопард, каракал, шимпанзе, горилла, жираф, окапи, зебра, бүреләрҙән ғибәрәт. Йылғаларҙа крокодил һәм бегемоттар, ә саванналарҙа — Африка буйволдары, антилопа һәм башҡа үлән ашаусы тояҡлылар күп. Шулай уҡ күп төрлө йыландар, шул иҫәптән, донъяла иң ағыулы йыландарҙың береһе мамба осрай. Ҡоштар араһында: фламинго, берғаҙан, тутыйғош, селән, нектарница, Африка тәгәрлеге. Бик күп бөжәктәр, шул иҫәптән малярия серәкәйе һәм йоҡо ауырыуына килтереүсе цеце себене бар.

Тарихы

Пигмейҙар Конгоның боронғо халҡы булған. Б. э. т. II мең йыллыҡта төньяҡтан игенселек менән шөғөлләнеүсе банту ҡәбиләләре килә башлай, улар үҙҙәре менән игенселек, мәғдән эшкәртеү оҫталығын алып килә, беренсе дәүләт ойошмалары төҙөй. Улар араһында иң мөһиме Конго короллеге була, ул яҡынса XIV быуаттарҙа барлыҡҡа килә, хәҙерге Анголаның төньяғын биләгән. Был дәүләт хакимдары мани-конги титулын йөрөткән, ә баш ҡалаһы Мбанза-Конго булған.

XV быуат аҙағында Конго йылғаһы тамағына португалдар килә. Конго хужаларының төп килеме Европа илдәре менән, бигерәк тә Португалия менән, ҡолдар менән сауҙа итеү булған. Конголез ҡолдары Америка плантацияларында файҙаланылған.

1876 йылда илгә бельгиялылар үтеп инә.

1885—1908 йылдарҙа ил Конго Ирекле дәүләте исеме аҫтында Бельгия короле Леопольд II-нең шәхси милке булған. Тарихтың был осорона аяуһыҙ диктатура хас, ул урындағы халыҡты каучук һәм фил һөйәге табыуға мәжбүр иткән. 1908 йылда Леопольд был территорияны Бельгия хөкүмәтенә һата һәм ил Бельгия Конгоһы булараҡ билдәле колония була.

1960 йылдың майында Патрис Лумумба етәкселегендәге Конго Милли хәрәкәте урындағы парламентта һайлауҙарҙа еңеп сыға. 1960 йылдың 30 июнендә ил Конго Республикаһы исеме аҫтында бойондороҡһоҙлоҡ ала.

Африканың бөйөк Конго йылғаһының уң ярында урынлашҡан Урта Конго бойондороҡһоҙлоҡ алыу менән «Конго республикаһы» исемен һайлағанға күрә, күпмелер ваҡыт был илдәрҙе баш ҡалаларының исемдәре менән генә айыралар — Конго-Браззавиль Республикаһы һәм Конго-Леопольдвиль Республикаһы (Леопольдвилдең хәҙерге исеме Киншаса).

Бер аҙҙан һуң бойондороҡһоҙлоҡ алыу менән ил Катанга (Бельгияның Union Minière корпорацияһы менән бәйле CONAKAT, уң партияның лидеры Моиз Чомбе етәкселегендәге) һәм Көньяҡ Касаи көньяҡ-көнсығыш провинцияларында (Лумумбаның элекке көрәштәше Альбер Калонджи етәкселегендә) сепаратизмы менән осраша.

1960 йылдың 5 сентябрендә президент Касавубу Лумумбаны премьер-министры вазифаһынан алып ташлай, был ваҡиға илдәге күп йыллыҡ сәйәси көрсөккә сәбәпсе була.

1961 йылда конголез армияһы генераль штабы начальнигы Мобуту (буласаҡ диктатор, 1971 Конгоны Заир тип үҙгәртә) оппозициялағы Лумумбаны уның дошмандарына — үҙҙәре иғлан иткән Катанганың ҡораллы көстәренә йәшерен тапшыра, бельгиялылар ярҙам иткән сепаратистар Лумумбаны ҡаты язалайҙар һәм үлтерәләр (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, АҠШ ЦРУ-һының махсус операциялары Конгоның милли лидерын үлтереүҙе планлаштыра).

1963 йылдың ғинуарына БМО ғәскәрҙәре Конго хөкүмәтенә илдең көньяҡ-көнсығышында тоҡанған фетнәне баҫтырырға ярҙам итә. Граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә, Катангала иң ҙур диаспора тәшкил иткән (Конго Республикаһының йөҙ меңдән ашыу аҡ тәнле халҡының 31 % — ы бойондороҡһоҙлоҡтоң беренсе йылдарына тура килә) европеоид халҡы илдән күсеп китә.

1964 йылда президент Касавубу эмиграциянан ҡайтҡан Моиз Чомбены Конгоның премьер-министры итеп тәғәйенләй. Чомбе Хөкүмәте Лумумба яҡлылар күтәргән Симба ихтилалын баҫтыра. 1965 йылдың яҙында Чомбеның CONACO партияһы парламент һайлауҙарында еңеү яулай. Әммә октябрҙә Касавубу Чомбены хөкүмәт башлығы вазифаһынан бушата, уның урынына Эварист Кимба килә.

1965 йылдың ноябрендә Мобуту АҠШ һәм Бельгиянан үҙенең ғәскәрҙәрен премиялауға финанс ярҙамы ала, дәүләт түңкәрелеше ҡыла һәм президент Касавубуны ҡолата.

1966 йылда Мобуту хөкүмәте баш ҡалаға яңы исем — иҫке Леопольдвиль исеме урынына Киншаса исемен бирә.

1971 йылдың 27 октябрендә ил атамаһы Заир тип үҙгәртелә.

1997 йылда Мобуту диктатураһы ҡолатылғандан һуң (Беренсе конголез һуғыш һөҙөмтәһендә), ил хәҙерге исеме — Конго Демократик Республикаһы исемен йөрөтә.

1998—2002 йылдарҙа ил Бөйөк Африка һуғышының (Икенсе Конголез һуғышы) аренаһы булып тора , уға Үҙәк һәм Көньяҡ Африканың барлыҡ дәүләттәре йәлеп ителә.

Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттәргә эйә, ул 1960 йылдың 7 июлендә СССР менән төҙөлә

Халҡы

Конго Демократик Республикаһы 
Конго Демократик Республикаһы халҡының 2020 йылдағы йәш-енси пирамидаһы
Йыл Халыҡ
1 5 000 000
1000 10 000 000
1500 20 000 000
1880 30 000 000
1900 440 8 000
1960 16 600 000
2000 500 000 49
2010 68 000 000
2020 101 000 000
2100 (фараз) 275 000 000

Халыҡ һаны — 101,8 миллион (халыҡ иҫәбен алыу: июль 2020; донъяла 15-се урын).

Йыллыҡ артымы — 3,18 %.

Тыуым — 1000 ҡатын-ҡыҙға 41 (бер ҡатын-ҡыҙға 5,77 тыуым, донъяла 3-сө урын).

Үлем — 1000 кешегә 8,4.

Сабыйҙар үлеме — 1000 сабыйға - 64,5

Уртаса ғүмер оҙонлоғо: йәш ир-егеттәр - 59, ҡатын-ҡыҙҙар - 63 йәш.

СПИД менән зарарланыу (ВИЧ) — 0,8 % (2018 йылғы баһа буйынса, зарарланыусылар 800 000).

Грамоталылыҡ — 88,5 % ир-егет; 66,5 % ҡатын-ҡыҙ (2016 йыл баһаһы). Башланғыс белем биреү колониаль осорҙа уҡ билдәләнә, шул уҡ ваҡыттағы Африка өсөн был бик һирәк күренеш була.

Ҡала халҡы — 45,6 %.

Этник составы: 200-ҙән ашыу халыҡ, 242 тел, башлыса банту; күп һанлы халыҡтар — монго, луба, конго һәм мангбету-азанде - бергә халыҡтың 45 % тәшкил итә.

Диндәр: католиктар — 29,9 %; протестанттар — 26,7 %; башҡа христиандар — 36,5 %; кимбангистар — 2,8 %; мосолмандар — 1,3 %; синкретик һәм абориген культтары — 2,8 %.

Телдәр

Конго Демократик Республикаһының дәүләт теле булып француз теле тора, этник нейтраль тел, ул илдә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре араһында аралашыуҙы еңеләйтә.

Конго Демократик Республикаһында дөйөм алғанда 242 йәнле һөйләү теле бар. Ethnologue 215 тел иҫәпләй. Рәсми тел булып француз теле тора, ул колониаль осорҙан мираҫ булып күскән. Дүрт тел «милли» статусҡа эйә: конго, лингала, суахили, луба.

Лингала (үҙәктә һәм төньяҡ-көнбайышта милләт-ара аралашыу теле), кингвана (суахили диалекты, илдең үҙәк һәм көнсығышында), киконго (көньяҡ-көнбайыш), чилуба (үҙәге һәм көньяҡ-көнбайыш). Шулай уҡ, колониаль осор дауамында илдең рәсми теле булып голланд теле торған, әммә артабан уны француз теле ҡыҫырыҡлап сығарған. Дөйөм алғанда дәүләт территорияһында яҡынса 242 тел ҡулланышта ҡала.

Ил Бельгия колонияһы булған саҡта, башланғыс мәктәптә 4 тел уҡытылған, был күренеш Конгоны Европа колониаль осоронда халҡы милли телдәрҙәге грамотаға эйә булған иң һирәк Африка иле тип күрһәтә. Колониаль осорҙа һолланд һәм француз телдәре рәсми телдәр була, әммә француз теле иң мөһим тел булып ҡала.

Административ бүленеше

Конго Демократик Республикаһы 
Конго Демократик Республикаһының административ бүленеше

Конго Демократик Республикаһының административ бүленеше конституция һәм ғәмәлдәге закон менән регламентлана.

Конго Демократик Республикаһы 26 провинцияға бүленә. Һәр провинцияның башында губернатор тора, уны халыҡ 5 йыл мөҙҙәткә һайлай. Провинцияларҙа Закондар сығарыу власының юғары органдары булып халыҡ вәкилдәренең урындағы советтары тора, улар халыҡ тарафынан биш йыл мөҙҙәткә һайлана.

  1. Киншаса
  2. Үҙәк Конго
  3. Кванго
  4. Квилу
  5. Маи-Ндомбе
  6. Касаи
  7. Лулуа
  8. Көнсығыш Касаи
  9. Ломами
  10. Санкуру
  11. Маниема
  12. Көньяҡ Киву
  13. Төньяҡ Киву
  14. Итури
  15. Үрге Уэле
  16. Чопо
  17. Түбәнге Уэле
  18. Төньяҡ Убанги
  19. Монгала
  20. Көньяҡ Убанги
  21. Экваториаль
  22. Чуапа
  23. Танганьика
  24. Үрге Ломами
  25. Луалаба
  26. Үрге Катанга

Дәүләт ҡоролошо

Дәүләт ҡоролошоноң нигеҙҙәре

Конго Демократик Республикаһы — президентлыҡ төрөндәге федератив республика. Дәүләттең төп законы булып конституция тора, ул 2006 йылда ҡабул ителә. 2006 йылғы конституция, шулай уҡ Өсөнсө республика конституцияһы булараҡ та билдәле, 2006 йылдың февралендә үҙ көсөнә инә. Яңы конституция буйынса КДР парламенты ике палаталы: Сенат 108 ағзанан тора, улар төбәк парламенттар тарафынан биш йылға һайлана һәм 500 кешенән торған Милли йыйылыш, уны биш йыл мөҙҙәткә халыҡ һайлай. Башҡарма хакимиәт президент һәм Милли йыйылышта күпселек тәшкил иткән һәм партиянан премьер-министр етәкләгән хөкүмәт араһында бүленгән була. Хөкүмәт парламент алдында яуаплы, ә президент икенсе мөҙҙәткә һайланыу мөмкинлеге менән биш йылға һайлана. Яңы конституция шулай уҡ төбәктәргә яңы вәкәләттәр бирә. Провинцияларҙа закон сығарыу органдары губернаторҙарҙы — төбәк хөкүмәте башлыҡтарын һайлау хоҡуғына эйә. Шулай уҡ яңы конституция буйынса Юғары суд өс яңы институтҡа бүленә. Конституцияға аңлатма биреү прерогативаһы Конституция судына күсә.

Хөкүмәте

Дүрт йыллыҡ күсеү осоронан һуң ике конституция араһында властың бөтә тармаҡтары кимәлендә яңы сәйәси институттар булдырылды, яңы административ бүленеш, ДРК сәйәси системаһы ҡабул ителде, ниһайәт, президент демократик республикаһының тотороҡло төрөн ҡабул итте. 2003 йылғы күсеү Конституцияһы ҡағиҙәләренә ярашлы, ике палатанан - Сенаттан һәм Милли йыйылыштан торған закондар сығарыу органы булдырылды. Бынан тыш, Сенат яңы конституция әҙерләү өсөн яуаплы. Башҡарма власть президент һәм дүрт вице-президент етәкселегендәге 60 ағзанан торған министрҙар кабинетына йөкмәтелде. Президент ҡораллы көстәрҙең Юғары баш командующийы вәкәләттәрен алды. Күсеү конституцияһы шулай уҡ конституцияны аңлатыуға хоҡуҡлы Юғары суд етәкселегендә сағыштырмаса бойондороҡһоҙ суд системаһын билдәләне.

Конго Демократик Республикаһы 
Чисекеди Феликс, Конго Демократик Республикаһының бишенсе президенты

Парламенты

Конго Демократик Республикаһы парламенты ике палаталы:

  • Милли ассамблеяһы — түбәнге палата
  • Сенат — юғары палата

2011 йылғы һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса Милли ассамблеяла иң күп урынды (500-ҙән 62) президент Кабил Жозеф партияһы ала (Реконструкция һәм халыҡ демократик партияһы).

2007 йылдың 19 ғинуарында Сентаҡа һайлауҙар йомғаҡтары буйынса, президент партияһы 22 урын, 7 партия — 14-тән алып 2 урынға тиклем, 18 партия — 1-шәр урын, шулай уҡ Сенатҡа 26 партияһыҙ үтә.

Коррупция

1965-1997 йылдарҙа Конго Демократик Республикаһы менән етәкселек иткән Мобуту Сесе Секоның коррупцияны ғәмәлдә институциялаштырыуы һөҙөмтәһендә, 1996 йылда ил иҡтисади бөлгөнлөккә төшә. Үҙенең хакимлығы ваҡытында Мобуту 4 миллиардтан алып 5 миллиард АҠШ долларына тиклем аҡса үҙләштерә. 2009 йылдың июлендә Швейцария суды Мобутуның сит ил активтарын ҡайтарыу буйынса (Швейцария банктарында булған 6,7 миллион АҠШ долларына яҡын) элекке дәғүәләрҙең ваҡыты сыҡҡан, шуға күрә активтар уның ғаиләһенә тапшырылырға тейеш, тип билдәләй.

Президент Кабил Жозеф, 2001 йылда власҡа килгәс, иҡтисади енәйәттәр менән көрәш буйынса комиссия ойоштора.

Кеше хоҡуҡтары

БМО-ның ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата дискриминацияны бөтөрөү буйынса комитеты 2006 йылда Конгола, һуғыштан һуңғы күсеү осоронда ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата мөнәсәбәттәр һәм гендер тиңлеген үтәү өҫтөнлөклө маҡсат сифатында ҡаралмай, тип борсолоуын белдерҙе. Илдең көнсығышы «көсләүҙәрҙең донъя баш ҡалаһы» тип аталды, ә сексуаль көсләүҙәр донъя менән сағыштырғанда иң таралғаны тип баһалана. Проблема халыҡтың күпселеге ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыуҙы норма тип ҡабул итеүе менән ҡатмарлаша. 2007 йылдың июлендә Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре комитеты Конго Демократик Республикаһының көнсығышындағы хәл буйынса борсолоу белдерҙе. 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса донъяның ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң ҡурҡыныс рейтингын баҫтырып сығарған Thomson Reuters Foundation мәғлүмәттәре буйынса, Конго Демократик Республикаһы сәләмәтлек һаҡлау өлкәһендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәүеф-хәтәр күп булған дәүләттәр исемлегендә етенсе урында тора. 2003 йылда пигмей халҡы вәкиле Синафаси Макело Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Төп халыҡтар форумында, һуғыш ваҡытында пигмейҙарға, уларҙы һунар ҡошо һымаҡ күреп, һунар иткәндәр һәм уларҙы ашағандар, тип белдерҙе. Төньяҡ Кива провинцияһында ерҙе кешеләрҙән таҙартырға һәм уны файҙалы ҡаҙылмалар табыу өсөн файҙаланырға теләгән Les Effaceurs («Юйыусылар») төркөмө яғынан каннибализм осраҡтары күҙәтелгән. Ҡапма-ҡаршы һуғышыусы ике яҡ берен-бере «етлекмәгән» тип һанаған, ә ҡайһы берәүҙәр кеше итен ашау тылсымлы көс өҫтәй, тип уйлаған.

Иҡтисады

Конго Демократик Республикаһы 
Лубумбашиҙан беренсе поезд Кинду ҡалаһына яңыртылған тимер юл буйлап килә

Тәбиғи ресурстары — кобальт, германия, тантал, алмаз донъяла иң ҙур запасы, уран, вольфрам, баҡыр, цинк, ҡурғаш запасын бериллий, литий, ниобийҙың Африкала иң ҙур запасы, нефть, күмер, мәғдән тимер, марганец, алтын, көмөш, бокситтың ҙур ятҡылыҡтары. Тәбиғи малахит менән тәьмин итеү буйынса лидер. Ҙур гидроэнергия һәм урман ресурстары.

Граждандар һуғышынан һуң, илдең иҡтисади хәле 2002 йылдан яҡшыра башлай. ДРК властары халыҡ-ара финанс ойошмалары һәм ярҙам күрһәткән илдәр менән мөнәсәбәттәрҙе тергеҙҙе. Экспорт килемдәренең төп сығанағы булған тау сеймалын табыу өлкәһендәге эштәрҙе тергеҙеү 2006-2008 йылдарҙа эске тулайым продукттың артыуына килтерҙе. Әммә 2008 йыл аҙағынан ДРК-ла етештерелгән төп экспорт тауарҙарына ихтыяждың һәм хаҡтарҙың төшөүе ил иҡтисадында яңы торғонлоҡҡа килтерҙе.

Йән башына эске тулайы продукт буйынса ХВФ мәғлүмәте 2017 йылда — 790 доллар тирәһе. (донъяла 185-се урын).

Сәнәғәт - тау мәғдәне (алмаз, алтын, баҡыр, кобальт, цинк), ҡулланыу продукцияһы (текстиль, аяҡ кейеме, тәмәке, аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр), урман материалдары.

Ауыл хужалығы — кофе, шәкәр, пальма майы, каучук, сәй, хинин, кассава (тапиока), банан, тамыраҙыҡ, кукуруз, емеш-еләк; малсылыҡ һүлпән үҫешкән.

Тышҡы сауҙаһы

Экспорт (8,3 млрд доллар. 2017) — баҡыр, кобальт, алмас, алтын, ағас материалдары, нефть, кофе. Экспорт тауарҙарын төп һатып алыусылар (2017): Ҡытай — 39,7 %, Бельгия — 21,7 %, Көньяҡ Корея — 7,2 %, Сәғүд Ғәрәбстаны — 7,1 %.

2017 йылда 5, 0 миллиард суммаһына тауар импортлана — аҙыҡ-түлек, машиналар эшләү продукцияһы, транспорт саралары, яғыулыҡ. Импорт менән менән төп тәьмин итеүсе илдәр (2017): Ҡытай — 19,4 %, Көньяҡ Африка Республикаһы — 9,9 %, Замбия — 10,6 %, Бельгия — 9 %.

Конго Демократик Республикаһының тышҡы бурысы — 5,324 млрд доллар. (2017 йыл).

Рәсми статистикала Конго тышҡы сауҙаһының мөһим пункты төшөп ҡалған — тантал сеймалының күләгәләге экспорты. Хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары һәм халыҡ-ара матбуғат тарафынан ҡара баҙарҙа Конгонан танталит менән легаль булмаған сауҙа итеү мәсьәләләре әүҙем яҡтыртыла. Донъяның иң эре электроника етештереүселәре мафияһы, Конго менән күрше хөкүмәттәр был енәйәттә ҡатнашыусы булараҡ ғәйепләнә. 2003 йылда «The New York Times» гәзитендә Ҡаҙағстандың «Казатомпром» предприятиһы адресына Конго сеймалын законһыҙ рәүештә импортлауға ҡағылышлы яҙыуҙар күренә. Ошо уҡ мәсьәлә «ОКО» гәзитендә яҡтыртыла (2003 йылдың 11 апрелендәге № 114 гәзит). 2002 йылда Бельгияла хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары тарафынан «Минең кеҫя телефонында ҡан таптары юҡ! Конгола һуғышты туҡтатығыҙ!» социаль кампанияһы үткәрелә. Тантал сеймалын законһыҙ һатыу проблемаларына 2010 йылда йылда «Кровь на твоем мобильном» документаль фильмы арнала.

Мәҙәниәте

Ил ҙур этномәҙәни төрлөлөгө менән айырыла (200-ҙән ашыу халыҡ, 242 тел бар).

Киң мәғлүмәт саралары

Дәүләт телерадиокомпанияһы RTNC (франц. Radio-Télévision nationale congolaise «Конголез милли радиоһы һәм телевидениеһы»); элек — OZRT (франц. Office zaïrois de radiodiffusion et de télévision «Заир телевидение һәм радиотапшырыуҙар идаралығы»), үҙ эсенә RTNC 1 (1976 йылдан) һәм RTNC2 (1999 йылдың мартынан) телеканалдарын, дөйөм милли RTNC Nationale Chaîne радиостанцияһын һәм төбәк радиостанциялар селтәрен ала (RTNC Chaîne Kinshasa һ. б.).

Спорт

Конго Демократик Республикаһы 
Киншасала тыуған Клод Макелел Франция йыйылма командаһы составында 70-тән ашыу уйын уйнаған

Футбол иң популяр спорт төрө булып тора. Милли футбол тарихында иң уңышлы осор — 1960 һәм 1970 йылдар, Заир йыйылма командаһы ике тапкыр Африка милләттәре Кубогын (1968 һәм 1974) яулай, ә 1974 йылда үҙ тарихында беренсе тапҡыр Германияла донъя чемпионатында ҡатнаша, унда төркөмдә бөтә өс уйында 0-14 иҫәбе менән (Югославия йыйылма командаһынан 0:9 иҫәбе менән еңелеүҙе индереп) еңелә. 1990 һәм 2000 йылдарҙа Конго Демократик Республикаһы йыйылма командаһы Африка милләттәренең Кубогында даими ҡатнаша, 1998 йылда өсөнсө урын яулай. Конго Демократик Республикаһының иң яҡшы футболсылары Англия, Германия, Бельгия, Франция һәм башҡа илдәрҙең чемпионаттарында Европа клубтары өсөн сығыш яһай. XXI быуатта илдең иң көслө футболсылары араһында Шабани Нонда, Дьёмерси Мбокани, Юссуф Мулумбу, Седрик Макьяди, Шансель Мбембуны билдәләп китергә мөмкин.

Конго Демократик Республикаһында тыуған футболсыларҙың күбеһе Европаға күсенеп, Евросоюздың, башлыса, Францияның һәм Бельгияның граждандары булып китә. Франция йыйылма командаһы өсөн голкипер Стив Манданда, ярымһаҡсылар Клод Макелеле, Янн М’Вилла, Рио Мавюба (уның атаһы 1974 йылда донъя чемпионатында Заир йыйылмаһы өсөн сығыш яһай), һөжүмсе Пег Люйиндюла сығыш яһай.

Конго Демократик Республикаһы даими йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша, ғәҙәттә 5-10 төр буйынса спортсы ебәрә. Әлегә Олимпия уйындарында миҙал яулаған спортсылары юҡ.

Ҡораллы көстәр

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Конго Демократик Республикаһы Физик-географик ҡылыҡһырламаКонго Демократик Республикаһы ТарихыКонго Демократик Республикаһы ХалҡыКонго Демократик Республикаһы Административ бүленешеКонго Демократик Республикаһы Дәүләт ҡоролошоКонго Демократик Республикаһы ИҡтисадыКонго Демократик Республикаһы МәҙәниәтеКонго Демократик Республикаһы Ҡораллы көстәрКонго Демократик Республикаһы ИҫкәрмәләрКонго Демократик Республикаһы ӘҙәбиәтКонго Демократик Республикаһы ҺылтанмаларКонго Демократик РеспубликаһыБельгияДәүләтКиншасаФранцуз теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Сан-МариноКонфуцийБинг КросбиИвритЭпитетБашҡорт теленең диалекттарыНельсон МанделаУрыҫ телеРәсәйXIX быуатҠараһаҡалПоляк телеҠала1873 йылЗорге урамы (Дондағы Ростов)Әл-Мәғүн сүрәһеБохараКеше яҙмышыНефтекамаЗыязитдинов Рәфис Миңлеғәли улыЙылғаӘл-Мүлк сүрәһеХалыҡ-ара стандарт китап номерыБөрйән районыБейеүОрхон яҙмаларыСальвадор ДалиМетафораМырҙашУкраина Совет Социалистик РеспубликаһыШвед телеФенолБлогЖурналистикаМона ЛизаСтәрлетамаҡ өйәҙеМышыАҡтүбәХристианлыҡТеркәүесӘкиәтРумын телеИндонезияАзияБашҡорттарӘхиәр ХәкимБашҡорт ВикипедияһыХәҡиҡәтЕнси актСәлихов Ғарифулла Мөхәмәт улыДейеүTendenceЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыЙөрәктауМәҙрәсәШәкертДанияИнглиз телеНовокузнецкАмерика футболыБүләков Динис Мөҙәрис улыНазар Нәжми🡆 More