Кампала

Кампала (ингл. һәм суахили KampalaKampala) — Уганданың баш ҡалаһы, Виктория күленең төньяҡ яр буйы янында урынлашҡан.

Үҙәк өлкәнең һәм Кампала округының административ үҙәге.

Кампала
Рәсем
Этнохороним Kampalan, Kampalais һәм Kampalaise
Дәүләт Кампала Уганда
Административ үҙәге Уганда, Кампала[d] һәм Центральная область[d]
Административ-территориаль берәмек Кампала[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Виктория күле
Хөкүмәт башлығы вазифаһы обер-бургомистр[d]
Хөкүмәт башлығы Эриас Лукваго[d]
Халыҡ һаны 1 680 600 кеше (2019)
Административ рәүештә бүленә Makindye Division[d], Rubaga Division[d], Kawempe Division[d] һәм Nakawa Division[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1190 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Кигали[d]
Майҙан 189 000 000 квадрат метр
Рәсми сайт kcca.go.ug
Коллаж
Тема иҡтисады economy of Kampala[d]
Кампала Кампала Викимилектә

Тарихы

Ҡала 1890 йылда британ колонисы Ф. Лугард  тарафынан Кампала убаһында форпост булараҡ  нигеҙләнә. Атамаһы импала (антилопа төрө) һүҙенән барлыҡҡа килгән.

2010 йылдың 11 июлендә ҡалала ҙур террористик акт булған. 76 кеше һәләк булған.

Климаты

Кампала климаты субэкваториаль, диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклеге бик ҙур булыуы менән йомшара. Ике дымлы һәм ике ҡыҫҡа ҡоро миҙгел бар.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 28,5 29,3 28,7 27,7 27,2 26,9 26,7 27,2 27,9 27,7 27,8 28,0 27,8
Уртаса температура, °C 23,2 23,8 23,5 22,9 22,6 22,3 21,9 22,1 22,6 22,6 22,7 22,9 22,8
Уртаса минимум, °C 17,9 18,3 18,2 18,1 17,9 17,7 17,2 17,0 17,2 17,5 17,5 17,8 17,7
Яуым-төшөм нормаһы, мм 68,4 63,0 131,5 169,3 117,5 69,2 63,1 95,7 108,4 138,0 148,7 91,5 1264,3
Сығанаҡ: [1]

Иҡтисады

Кампала — тимер һәм шоссе юлдары төйөнө. Халыҡ-ара аэропорт Камапаланан 35 км алыҫлыҡта Энтеббе ҡалаһында урынлашҡан. Ҡалала аҙыҡ-түлек, химия, фармацевтика, күн-аяҡ кейеме, туҡыма, металл һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте тармаҡтары үҫешкән.

Мәҙәниәте

Илдең төп сәйәси, мәҙәни, сауҙа һәм финанс үҙәге. Ҡала биләмәһендә Милли университет, Уганда музейы (шул иҫәптән уникаль музыка ҡоралдары коллекцияһы), Археологик тикшеренеүҙәр үҙәге, Милли театр, Нельсон Мандела исемендәге милли стадион, нәфис сәнғәт мәктәбе, сәнғәт галереяһы, Изге Павел соборы, Буганда хакимдары кәшәнәһе урынлашҡан.

Ҡалала Угандала иң ҙур мәсет — «Ҡаддафи» мәсете урынлашҡан, ул Мөәмәр Ҡаддафи исемен йөрөтә.

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

{

Tags:

Кампала ТарихыКампала КлиматыКампала ИҡтисадыКампала МәҙәниәтеКампала ГалереяһыКампала ИҫкәрмәләрКампалаВиктория күлеИнглиз телеСуахилиУганда

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

26 февральТоксикологияГрузияУрыҫ телеКонго Демократик РеспубликаһыҺинд телеБикбов Юныс Юлбарыҫ улы16 апрельИр енес ағзаһыАмерика Ҡушма ШтаттарыБашҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәреҒәдтәрТаҡмаҡГалилео ГалилейКиҫәксәФранцияҮсекләшеүҙәрӘхмәтов Радик Рәхимйән улыАралашыуҠайынХоэндубрауКосово климатыФлоренцияҮҙәк Африка РеспубликаһыMicrosoftПесахТаулы Ҡарабах (регион)АзотТотемизмБүләков Динис Мөҙәрис улыХалыҡ-ара фонетик алфавитБайтБашҡорт дәүләт университетыНазар НәжмиВулкан (мифология)Каганович Лазарь МоисеевичРадонӨфө губернаһыЧехияАмерика футболыАрыҫлан петроглифтарыДоминикаТуғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙыПушкин Александр СергеевичДейеүСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)1959 йылБашҡорт телеНельсон МанделаБашҡорт шәжәрәһеСукачёв Владимир НиколаевичАбдулла ауыл Советы (Мәсетле районы)Хәсән НазарКубаБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыБаталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙыЙәйге ваҡыт18 апрельБөрйән районы🡆 More