Быума: ауыр нервы сире

Быума, быума рәнйеүе, өйәнәк, зыяндаш, ҡуянсыҡ, быума, һуғылма мирекәй, һуғылма, тотанаҡ, яман рәнйеү — (рус. Эпиле́псия ,бор.

грек. ἐπιληψία ἐπίληπτος, тотолған («схваченный, пойманный, застигнутый»); лат. epilepsia q`rb caduca) — кешенең иң йыш осрай торған оҙайлы хроник неврологик сире, организмды көтөлмәгәндә ҡорошҡаҡ тотоуы. Русса борондан килгән исеме- «падучая». Ваҡыты-ваҡыты менән ҡабатланып тороусан тартышыу өйәнәге. Ҡайһы бер осраҡта аң кимәленең үтә түбәнәйеүе күҙәтелә; ваҡыты-ваҡыты менән һуштан яҙыу, тартышыу быумаһы менән үткән нервы системаһы ауырыуы; баш мейеһе зарарланыуға бәйле дауамлы ауырыу, ваҡыты-ваҡыты менән һуштан яҙыу, тартышыу быумаһы менән үтә.

Быума
Электроэнцефалограмма. Тулҡындың иң юғары нөктәһенең күп комплекстары. ICD10 = G4040.-G4141.

Электроэнцефалограмма. Тулҡындың иң юғары нөктәһенең күп комплекстары.

ICD10 = G4040.-G4141.
МКБ-9

345345

DiseasesDB

4366

MedlinePlus

000694

eMedicine

neuro/415 

Быума: Быума (эпилепсия) аңлатмаһы, Быумаға мөнәсәбәт, Әҙәбиәт Быума Викимилектә

Ошо көтөлмәгәндә башлана торған өйәнәктәрҙең киң таралған һәм йыш ҡулланылған исеме — быума өйәнәге. Быума ауырыуы менән кешеләр генә түгел, хайуандар, мәҫәлән, эттәр, бесәйҙәр, сысҡандар ҙа сирләй.

Быума: Быума (эпилепсия) аңлатмаһы, Быумаға мөнәсәбәт, Әҙәбиәт

Быума (эпилепсия) аңлатмаһы

Быумаға оҡшаш өйәнәктең бер генә тапҡыр булыуы тере организмдың унда барған процесстарға үҙенсәлекле яуабы булыуы мөмкин. Хәҙерге ҡараштар буйынса, быума — бер иш булмаған, оҙаҡҡа һуҙылған, ҡайтмалы ҡорошҡаҡ тотоу өйәнәге менән айырылып торған, сирҙәр төркөмө. Был сирҙең патогенезында баш мейеһе нейрондарында булған пароксизмаль зарядһыҙландырыу (пароксизмальный разряд) ята. Башлыса быума (эпилепсия) ғәҙәттә төрлөсә була торған ҡайтмалы өйәнәктәр менән айырылып тора — көтмәгәндә кәйеф боҙолоп китеү кеүек быума өйәнәге эквиваленты (дисфория), аң томаланыу, илереү (сомнамбулизм), психиканың эске донъяға йүнәлеше (транс) кеүек психика боҙолоуы, шулай уҡ быума сирлеләрҙә була торған шәхес үҙгәреүе һәм (йәки) аҡыл зәғифлеге. Ҡай бер ваҡытта эпилептик психоздар ( улар киҫкен йә оҙайлы булыуы мөмкин) — ҡурҡыу, эс бошоу,ярһыу ( агрессивлыҡ),йә саманан тыш күтәреңке кәйеф, һаташыу, галлюцинациялар кеүек аффектив боҙолоуҙар ҙа күҙәтелә. Әгәр ҙә быума өйәнәктәре соматик патология менән бәйле икәне дәлилләнһә, был хәл симптоматик быума тип атала. Быума сире эсендә сикә яғы быума сирен (височная эпилепсия) дә айыралар, ул саҡта тартышыу үҙәге мейенең сикә өлөшөндә була. Быума сирен диагнозлау һәм дауалау менән неврологтар һәм эпилептологтар шөғөлләнә.

Ҡайһы ваҡытта өйәнәктәр баш мейеһенең неврологик йәки соматик ауырыуының, йә иһә йәрәхәт менән бәйле (травма) барышын ауырлаштыра.

Быумаға мөнәсәбәт

Боронғо гректар һәмборонғо римлеләр быума ауырыуын хоҙай ҡушҡан «Геркулес ауырыуы» («падучая») тип атағандар. Үлгән кешенең йәнен нисек саҡырыу тураһындағы Урта быуаттарҙан һаҡланып килгән бер ҡулланмала йәнде саҡырыу йолаһын дөрөҫ үткәрмәгән сихырсы быума менән һуғылып үлеүе мөмкин тип яҙылған .

Быума менән һуғылыусыларға йәмғиәттең ҡарашы, башлыса, тиҫкәре. Бындай сирлеләрҙе тыумыштан йә тормоштан барлыҡҡа килгән сирле тип иҫәпләйҙәр.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Tags:

Быума (эпилепсия) аңлатмаһыБыума ға мөнәсәбәтБыума ӘҙәбиәтБыума ҺылтанмаларБыума ИҫкәрмәләрБыумаЛатин телеРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ЙомаБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыБиографияГамеланМария-Антуанетта8 мартАвгустБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыАбай Ҡонанбаев7 февральАлтынҺауа торошоСуфый сиңерткәЭквадор24 апрельТунисЕте йыллыҡ һуғышӘллат28 июньОстготтарБоливия13 февральБашҡорт телеНатрий карбонатыТанзиматПарфия батшалығы1 февральСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыНельсон МанделаФотографияМедицинаҺуңғы Һартай23 ғинуарГеодезияТикТокГәрәев Муса Ғайса улыУрыҫ телеӘзербайжан29 майОперацион системаМария Гёпперт-МайерҺүҙбәйләнеш11 февраль5 октябрьБотаникаРигаАлмаш (һүҙ төркөмө)31 октябрьНорвегияВикимедиа фондыНефтьАбдуллин Әнүәр Абдулла улыКарл Линней21 октябрьОктябрьБиология🡆 More