Алфавит

Алфавит (грек.

Алфавитта айырым билдәләр — хәрефтәр — фонмалар аңлатылар, әммә мәғәнәләш ярашлылығы тауышхәреф һирәк күҙәте.

Алфави́т яҙыу системаһында хәрефтәрҙең, ижек билдәләренең һ. б. графемаларҙың билдәле бер эҙлеклелектә урынлашҡан йыйылмаһы. Алфавитҡа төҙөү тәртибе Көнбайыш семит халыҡтарында (Төньяк Сүриә) б. э. т. 3 мең йыллыҡ урталарында барлыҡҡа килә. Боронғо китап күсереүселәр алфавитты шумер телендә яҙыу өсөн ҡулланылған шына яҙыуҙан алынған ижек билдәләрен классификациялаү нигеҙендә төҙөгән. Шына һәм мысыр яҙыуы ҡулланыу тәжрибәһе һуҙынҡылар менән сиратлашҡан тартынҡыларҙы белдереүсе билдәләре (хәрефтәр) булған беренсе төр консонант-ижек яҙыуы барлыҡҡа килеүгә этәргес бирә. Хәҙерге хәрефле йәиһә ижекле алфавиттарҙың күпселеге, арамей (йәһүд, ғәрәп), грек (латин, әрмән, славян-кириллица) алфавиттары аша Финикия алфавитынан барлыҡҡа килгән.

Башҡорт алфавиты

Башҡорттар хәрефле яҙма ҡабул ителгәнгә тиклем ырыу тамғаларын файҙалана, уларға боронғо төрки рун яҙмаһы билдәле була. Ислам динен ҡабул итеү менән, ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлайҙар. Иҫке төрки телендә ғәрәп графикаһы менән яҙылған тарихи ҡомартҡылар — шәжәрәләр, тарихи документтар, әҙәби әҫәрҙәр — 14—15 бб. алып һаҡлана. 1924 йылда ғәрәп графикаһы нигеҙендә 33 хәрефтән торған алфавит раҫлана. 1928 йылда башҡорт теле фонетикаһына нығыраҡ тап килгән латин алфавиты нигеҙендә яңы башҡорт алфавиты ҡабул ителә. Урыҫ графикаһы (Кириллица) нигеҙендә төҙөлгән, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен билдәләү өсөн өҫтәлмә 9 хәрефе (ғ, ҙ, ҡ, ң, ө, ҫ, ү, һ, ә) булған хәҙерге башҡорт алфавиты 1940 йылдан алып ҡулланыла һәм 42 хәрефтән тора.


Әҙәбиәт

  • Гамкрелидзе Т. В. Происхождение и типология алфавитной системы письма // Вопросы языкознания. 1988. № 5-6.
  • Лундин А. Г. О происхождении алфавита // Вестник древней истории. 1982. № 2.

Тышҡы һылтанмалар


Tags:

БилдәГрек алфавитыГрек телеТауышХәрефЯҙма

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыМария-АнтуанеттаКүфә яҙмаһы1-се ҠарағасВаттАнтонио ВивальдиБаш бит2005 йылТроя атыЛуи АрмстронгҺуңғы Һартай24 августМетаболизмНагаева Лидия Ислам ҡыҙы14 февральБүләков Динис Мөҙәрис улыӨсөнсө рейхБашҡортостан РеспубликаһыДонецк Халыҡ РеспубликаһыВикиөҙөмтәШвецияАбдуллин Азат Хаммат улыҠояшСифатРәсәйҙә Граждандар һуғышыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыҠарға бутҡаһыXVIII быуатАвстралияАрыҫлан петроглифтары1943 йылФранция22 майИстанбул1 ноябрьЯмғырЭквадорБашҡорт теленең морфологияһыРәсәйКоста-Рика26 ғинуарГәрәев Муса Ғaйса улыДүшәмбеАвтономиялы өлкә (Рәсәй)Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы21 октябрь6 ноябрьРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИртышРәсәй ФедерацияһыДанияБашҡорт ир-ат исемдәреСтокгольмСпортАргентинаНемец телеСоветтар Союзы Коммунистар партияһыҠоштарҙың миграцияһыАристотельФәхретдинова Динара Йәлил ҡыҙы1959 йылЕнси актӘллатОктябрь Революцияһы орденыАҙан🡆 More