Подго́рица (черногор.
По̀дгорица/Pòdgorica, 1952—1992 йылдарҙа Титоград) — ҡала, Черногорияның баш ҡалаһы. Подгорица баш ҡала общинаһының административ үҙәге. Черногорияның төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге.
Ҡала | ||||||
Подгорица черногор. Подгорица, Podgorica | ||||||
| ||||||
| ||||||
Ил | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Координаталар | ||||||
Башлыҡ | ||||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | 1326 йылда | |||||
Элекке исеме | Бирзиминум, Рибница, Богуртлен, Титоград | |||||
Майҙаны | 225 км² | |||||
Бейеклеге | 49 м | |||||
Халҡы | ▲ 150 977 кеше (2011) | |||||
Тығыҙлығы | 671 кеше/км² | |||||
Агломерация | ▲ 185 937 кеше (2011) | |||||
Милли состав | ||||||
Конфессиональ составы | православиелылар, мосолмандар, католиктар | |||||
Этнохороним | подгорицалы, подгорицалылар | |||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+1, йәйге UTC+2 | |||||
Телефон коды | +382 20 | |||||
Почта индексы | 81000 | |||||
Һанлы танытмалар | ||||||
Автомобиль коды | PG | |||||
Рәсми сайт | ||||||
Халҡы 150,9 мең (2011 йыл), йәғни ил халҡының ¼ өлөшө. Скадар яйлаһының ҙур киңлегендә, Морача йылғаһы буйында, Скадар күленән һәм Адриатик диңгеҙенән алыҫ булмаған йомшаҡ климатлы уңдырышлы үҙәндә урынлашҡан.
Хәҙерге Подгорица урынында тәүге торама таш быуат осоронда уҡ нигеҙләнә. Беҙҙең эраға тиклем бында иллирий ҡәбиләләре йәшәгән, ә һуңынан был ерҙәрҙе римлылар яулап алған. Римлылар Бирзиминиум (Birziminium) тигән ҡалаға нигеҙ һалған.
Подгорицанан яҡынса 3 км алыҫлыҡта римлыларҙың икенсе ҡалаһы — Диоклеяның харабалары урынлашҡан. Рим императоры Диоклетиан (фараз буйынса уның исеме «диоклеялы» тип аңлатыла) сығышы менән ошо урындарҙан булған тип иҫәпләнә. Һуңыраҡ славяндар осоронда Диоклея атамаһы Дукля тип үҙгәрә һәм барлыҡ төбәк шулай атала башлай.
Нигеҙләнгәндән алып ҡала мөһим сауҙа юлдары (Зета, Морача, Рибница һәм Ситница йылғалары) сатында урынлашҡан.
V быуатта бында славяндар килеп төпләнә. Улар үҙ дәүләтен булдыра, даими рәүештә Византия менән һуғыш алып бара. Рибница исемле йылға буйында, шул йылға исемен алған яңы ҡала төҙәйҙәр. Тәүге тапҡыр был атама Неманичи серб король династияһы хакимлығы осоронда телгә алына. Ҡаланың әһәмиәте уның Адриатик диңгеҙгә йүнәлгән сауҙа юлында урынлашыу менән билдәләнә.
Ҡаланың артабанғы Подгорица атамаһы тәүге тапҡыр 1326 йылда Котор архивының суд документтарында телгә алына. Ул ваҡытта ҡала бай булған, сөнки уның аша Дубровник һәм Сербия араһында бигерәк тә йәнле сауҙа алып барылған.
1474 йылдан ҡала Ғосман империяһы составына керә. Ғосмандар бында ҙур ҡәлғә төҙөй, ошонан черногор кландары менән һуғыш алып барыла. Башнялар, диуарҙар һәм ҡапҡалар менән нығытылған ҡала черногорҙарҙың һөжүмдәрен кире ҡағырға мөмкинлек биргән. 1864 йылда Подгорица ҡалаһы Богуртлен («ҡара көртмәле») тип аталған Ишкодра вилайәтәнең административ үҙәге булып китә. Ҡала шулай уҡ Бургурице албан атамаһы буйынса ла билдәле.
1878 йылда Берлин конгрессы ҡарарҙарына ярашлы Черногорияның суверен кенәзлек булараҡ бойондороҡһоҙлоғо таныла һәм Подгорица яңы илдең бер өлөшө булып китә.
1901 йылда Подгорицала Черногорияның беренсе банкы асыла. 1902 йылда тәүге коммерция предприятиеһы — тәмәке плантацияһына нигеҙ һалына. Ике донъя һуғыштары араһында ҡала халҡының иҫәбе 13 мең кешегә барып етә.
Икенсе донъя һуғышы осоронда Подгорица 70-тән ашыу тапҡыр утҡа тотола һәм нигеҙенә тиклем тиерлек емерелә. 4100-ҙән ашыу кеше һәләк булған. 1944 йылдың 19 декабрендә ҡала азат ителә. 1946 йылдың 13 июлендә Титоград (Иосип Броз Тито хөрмәтенә аталған) тип атала һәм Черногория Социалистик Республикаһының баш ҡалаһы статусы бирелә. Бынан һуң ҡала тулыһынса үҙгәртеп ҡорола. Заманса юлдар һәм аэропорт төҙөлә. 1992 йылдың 2 апрелендә ҡалаға Подгорица тарихи атамаһы кире ҡайтарыла.
Ҡалала эҫе, ҡоро йәйге һәм уртаса һалҡын ҡышҡы урта диңгеҙ климаты. Ҡар ғәҙәти күренеш, әммә ҡышҡы осорҙоң бер нисә көнөндә генә күәтелә. Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары — 1544 мм, йыллыҡ уртаса температура — 16,4 °C. Йыл һайын яҡынса 135 көн +25 °C-тан юғарыраҡ була. Июлдә һәм августта термометр күрһәткестәре йыш ҡына 40 °C-тан юғары күтәрелә. 2007 йылдың 16 авгусында рекордлы юғары температура — 44,8 °C теркәлә.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 18,8 | 23,0 | 27,0 | 30,0 | 33,8 | 38,5 | 41,8 | 44,8 | 38,9 | 32,2 | 27,4 | 20,0 | 44,8 |
Уртаса максимум, °C | 9,5 | 11,3 | 15,1 | 19,1 | 24,3 | 28,2 | 31,8 | 31,7 | 27,3 | 21,7 | 15,4 | 11,1 | 20,5 |
Уртаса температура, °C | 5,0 | 6,8 | 10,0 | 13,9 | 19,0 | 22,8 | 26,0 | 25,5 | 21,4 | 15,9 | 10,5 | 6,5 | 15,3 |
Уртаса минимум, °C | 1,4 | 3,1 | 5,8 | 9,1 | 13,5 | 17,3 | 20,3 | 20,2 | 16,5 | 11,6 | 6,8 | 2,9 | 10,7 |
Абсолют минимум, °C | −17 | −10,9 | −8,4 | −0,5 | 2,5 | 8,2 | 11,0 | 9,0 | 4,0 | −1,5 | −7,4 | −10 | −17 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 192 | 167 | 159 | 144 | 89 | 63 | 38 | 66 | 121 | 166 | 239 | 217 | 1661 |
Сығанаҡ: Climate Charts WMO Погода и Климат |
Подгорица — Черногорияның иң ҙур ҡалаһы, бында ил халҡының яҡынса дүрттән бер өлөшө йәшәй.
2003 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Подгорица муниципалитетында 169132 кеше йәшәгән, шул иҫәптән Подгорица ҡалаһына — 136473 кеше килә.
Йыл | Ҡала халҡының иҫәбе | Муниципалитет халҡының иҫәбе |
---|---|---|
1948 | ||
1953 | ||
1961 | ||
1971 | ||
1981 | ||
1991 | ||
2003 |
Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, муниципалитет халҡының 57% үҙен черногор, 26% — серб, 11 % — албан тип иҫәпләй.
Ҡалала RTCG дәүәлт телеканалының һәм бер нисә коммерция телестудияларының (TV In, NTV Montena, Elmag RTV, RTV Atlas и MBC) үҙәк офисатры урынлашҡан.
Черногорияның барлыҡ кәндәлек гәзиттәре (Vijesti, DAN һәм Pobjeda) Подгорицала нәшер ителә.
Подгорица автомобиль, тимер юл һәм авиабәйләнештең ҙур транспорт үҙәге булып тора. Подгорица аша дүрт Европа автомобиль маршруты үтә:
Ҡаланың йәмәғәт транспорты автобустар һәм таксиҙарҙан тора.
Подгорица — Черногорияның төп тимер юл төйөнө, уның аша Белград — Бар, Подгорица — Никшич, Подгорица — Шкодер тимер юл тармаҡтары үтә.
Подгорицаның көньяғында 12 км алыҫлыҡта халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан. Ул Черногориялағы ике аэропорттың береһе.
Подгорицаның мәҙәни үҙәктәре:
Подгорицала А. С. Пушкин һәм В. С. Высоцкий һәйкәлдәре бар.
Подгорицала бер дәүләт юғары уҡыу йорто — Черногория университеты (уның төп кампусы), ике хосуси юғары уҡыу йорто — Черногория фән һәм сәнәғәт академияһы һәм Дукля фән һәм сәнғәт академияһы урынлашҡан.
Ҡалала 34 башланғыс һәм 10 урта (шул иҫәптән гимназия) мәктәп эшләй.
Радосав Люмович милли китапханаһы — илдә иң әһәмиәтле иҫәпләнә.
Ғосман империяһы осоронда (1474—1878) Подгорицала төрөк архитектураһындағы күп бина төҙөлгән. Ҡаланың иң боронғо өлөштәре — Стара Варош һәм Драч ошондай типтағы йорттарҙан тора, шулай уҡ ике мәсетте, сәғәт башняһын һәм боролмалы тар урамдарҙы күрергә мөмкин.
Подгорица Черногрия составына кергәс ҡала үҙәге Рибница йылғаһының икенсе ярына күсә, бында киң юлдар һәм Европа стилендәге биналар һалына. Югославия осоронда ҡала совет архитектураһы стилендә реконструкциялана.
Подгорица Викимилектә | |
Подгорица Викияңылыҡтарҙа | |
Подгорица Викигид |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Подгорица, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.