Балҡан Тауҙары: Болгарияғы тау системаһы

Балҡан тауҙары (Ста́ра-Планина́, рус. Балка́ны, Балка́нские го́ры, болг. Ста́ра планина́, сер.

Стара планина, бор. грек. Αἶμος, лат. Haemus) — Болгарияны икегә бүлеп көнсығыштан көнбайышҡа табан һуҙылған ҙур тау системаһы, уның көнбайыштағы дауам өлөшө хәҙерге Сербия биләмәләренә сыға.

Балҡан тауҙары
Рәсем
Тау һырты Q11036790?
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт Балҡан Тауҙары: Геология, Төп артылыштар һәм үткәүелдәр, Рельефы Сербия
Балҡан Тауҙары: Геология, Төп артылыштар һәм үткәүелдәр, Рельефы Болгария
Административ-территориаль берәмек Ловечская область[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Балҡан тауҙары
Иң юғары нөктә Ботев (гора)[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2376 метр
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Гнейс һәм эзбизташ
Оҙонлоҡ 530 km
Майҙан 11 596 км²
Балҡан Тауҙары: Геология, Төп артылыштар һәм үткәүелдәр, Рельефы Балҡан тауҙары Викимилектә

Һырт булып һуҙылған Балҡан тауҙары илде икегә — Төньяҡ һәм Көньяҡ Болгарияға бүлә. Болгар тарихи терминологияһына ярашлы, Стара-Планина Мёзияны (Төньяҡ Болгарияны) Балҡан ярымутрауының көнсығышындағы тарихи һәм географик өлкә Фракиянан һәм икенсе шундай уҡ тарихи һәм географик өлкә Македониянан айырып тора. Тауҙар һырты оҙонлоҡҡа яҡынса 555 километрға һуҙыла, уларҙың иң бейек нөктәһе (Ботев тауы) — 2376 метр.

Балҡан тау һырты Тимер ҡапҡалар янында Дунай йылғаһы менән «киҫелгән» Көньяҡ Карпат тауҙарының тәбиғи дауамы булып тора. «Балҡан ярымутрауы» һәм «Балҡандар» географик атамалары (топонимдары) нәҡ ошо тауҙар системаһының исеменән алынған. Был тау иле биләмәһе уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағынан совет һәм болгар географтары тарафынан СССР Фәндәр Академияһының География институты директоры Иннокентий Петрович Герасимов һәм Болгария Фәндәр Академияһының География институты директоры Ж. С. Гылыбов етәкселек иткән берлектәге проект буйынса өйрәнелә. Улар Стара-Планина һәм Кавказ территорияһын сағыштырып тикшерә.

Геология

Стара-Планина башлыса кристалл хәлгә килгән тау тоҡомдары — палеозой һәм докембрий дәүерҙәренә ҡараған һәүерташ (рус. сланец һәм граниттарҙан, шулай уҡ мезозой дәүеренән килгән эзбизташ, ҡомташ, карст, төрлө таш, ҡырсын, балсыҡ ҡатнашып ҡатҡан тау тоҡомо — конгломераттарҙан тора. Балҡан тауҙары тигеҙләнгән түбәле һәм бер-береһенә параллель һуҙылған һырттарҙан хасил.

Төп артылыштар һәм үткәүелдәр

Балҡан Тауҙары: Геология, Төп артылыштар һәм үткәүелдәр, Рельефы 
Тау битләүҙәрендә һарыҡ көтөүе
  • Петрохан артылышы
  • Исҡыр йылғаһы тарлауығы
  • Чурек үткәүеле
  • Шипка артылышы
  • Республика үткәүеле
  • Вырбицкий артылышы.

Рельефы

Балҡан тауҙарының сағыштырмаса һөҙәк булған төньяҡ битләүҙәре аҡрынлап тау итәктәренә (Балҡан алдына) күсә һәм Түбәнге Дунай уйһыулығына тоташа; тауҙарҙың көньяҡ биттәре башлыса текә.

Гидрография

Стара-Планина буйҙарының көнбайышында Дунайҙың уң ҡушылдығы булған Искыр һәм көнсығышында Ҡара диңгеҙгә ҡойоусы Луда-Камчия йылғалары үҙәндәре йәйрәп ята.

Бында шулай уҡ Тимок, Лом, Огоста, Вит һәм Осым йылғалары ағып сыға, улар һыуҙарын төньяҡҡа, Дунайға алып бара.

Тарихы

Балҡан Тауҙары: Геология, Төп артылыштар һәм үткәүелдәр, Рельефы 
Ботев тауы

«Стара-Планина» атамаһы тәүге тапҡыр 1533 йылда теркәлгән. Стара-Планинаның төньяҡ битләүҙәре Болгар милли азатлыҡ хәрәкәте осорона ҡараған тарихи ҡомартҡыларға бай. Улар араһында 1877—1878 йылғы рус-төрөк һуғышы барышында Шипка артылышын обороналау хөрмәтенә ҡуйылған Азатлыҡ һәйкәле иң билдәлеһе. Бында ойошторолған «Стенето» милли паркы шулай уҡ маҡсатлы иғтибарға лайыҡ.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Балҡан Тауҙары ГеологияБалҡан Тауҙары Төп артылыштар һәм үткәүелдәрБалҡан Тауҙары РельефыБалҡан Тауҙары ГидрографияБалҡан Тауҙары ТарихыБалҡан Тауҙары ИҫкәрмәләрБалҡан Тауҙары ҺылтанмаларБалҡан ТауҙарыБолгар телеБолгарияКөнбайышКөнсығышЛатин телеРус телеСерб телеСербияТау

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Сван башняһыБетонНаполеон IНамаҙЭякуляцияҮпкәТим Бернерс-ЛиСифатЕрәнсә сәсәнҒәрәп телеИкмәк (шиғыр)ОттаваБашҡортостан ҡоштарыСәскәБеренсе донъя һуғышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыКапитализмБашҡортостандың ете мөғжизәһеЮлдашев Хисмәт Хәсән улыБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыГерманияНемец телеИндонезияЭквадорТанауГаметаВладивостокЙәйге ваҡытМәскәү КремлеQR-кодӨфө губернаһыХалыҡ-ара берәмектәр системаһыМартин Лютер КингКипр РеспубликаһыМәскәүБүләков Динис Мөҙәрис улыЯнғантау (тау)ДөйәПоляк себерлеләреСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Ҡытай Халыҡ РеспубликаһыХордалыларСолоҡГәрәев Муса Ғайса улыКәбисә йылКинематографБашҡорт теленең морфологияһыНуриев Рудольф Хәмит улыБашҡорт ир-ат исемдәреҺунарАнимеЕвропаТаһирова Әнисә Абдулла ҡыҙыӨфө дәүләт нефть техник университетыБизнесМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыУрал (йыр)БиблияӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанШарль Эжен Уйфальви де МезоковездСанкт-ПетербургВаршава🡆 More