Үрге Ҡаръяуҙы (рус. Верхние Карьявды) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл.
2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 34 кеше. Почта индексы — 452221, ОКАТО коды — 80256825007; ОКТМО коды - 80 656 425 106; ГКГН номеры - 0520717.
Үрге Ҡаръяуҙы | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Аҫаба башҡорттар биләгән биләмәләрҙә бер нисә Ҡаръяуҙы ауылы булған. Унда, нигеҙҙә, Ҡыр-Йылан ырыуы аҫабалары йәшәгән. Хәҙерге заманда Үрге Ҡаръяуҙы һәм Яңы Ҡаръяуҙы ауылдары Саҡмағош районына ҡарай. Атамаһы кеше исеменән алынған. Мәҫәлән, XIX быуат башында Бүләк ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры, көмөш миҙал кавалеры, аҫаба башҡорт Мөхәмәтша Ҡаръяуҙин һәм улуста ышаныслы кеше булараҡ танылған Вәлиша Ҡаръяуҙиндың йәшәүе билдәле.
Ҡаръяуҙы ауылы тураһындағы тәүге мәғлүмәт 1673 йылдағы документта бирелә. Унда типтәр Хөсәйен Ҡасаев атай-олатайҙарының 1673 йылдың 23 февралендә төҙөлгән Килешеү нигеҙендә был ерҙәргә башҡорт Супты Ҡолһарин тарафынан индерелеүен билдәләп үтә. Ҡыр-Йылан улусының Ҡаръяуҙы ауылы башҡорто Китап Тләнсиев, иптәштәре менән бергә, 1723 йылдың 8 авгусында Байбулат ауылы типтәре Ишем Кинзинды үҙенең аҫаба ерҙәренә индерә һәм унда йорт һәм башҡа ҡаралтылар төҙөргә рөхсәт итә. Шул уҡ Китап Тләнсиев һәм уның ауылдашы Бикҡол Шардыбаев, улус кешеләре менән бергә, 1737 йылдың 10 декабрендә Байбулат ауылынан яһаҡ татары Ҡуҙмаш Күҫәковты балалары һәм туғанының улы Юмай Йосопов менән бергә үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә индерә.
Тәүҙә ауыл Ҡаръяуҙы, артабан Иҫке ҡаръяуҙы, ә бөгөн иһә Үрге Ҡаръяуҙы тип атала. XVIII быуат аҙағында үткәрелгән V рәүиз материалдарында 17 ихатала 125 башҡорттоң һәм алпауыт Тәфкилевтың 17 ихатаһында 37 татарҙың йәшәүе теркәлә. Ни сәбәптәндер типтәрҙәр тураһынеда мәғлүмәт бирелмәй. Уның ҡарауы 1834 йылда типтәрҙәр һаны 118 кешегә етә, ә башҡорттар 211 кеше була. 1870 йылда ауылдағы 103 ихатала 566 башҡорт һәм 92 татар йәшәй. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыуҙа ауылда йәшәгән 804 кеше үҙҙәрен башҡорт тип күрһәтә.
1843 йылда 211 башҡортҡа 272 бот ужым, 552 бот яҙғы иген сәселә, 4 бот картуф ултыртыла. 1909 йылда министрлыҡ училищеһында 19 уҡыусы белем ала.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 34 | 17 | 17 | 50,0 | 50,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Үрге Ҡаръяуҙы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.