Ҡобағош (рус. Кубагушево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.
Миндәк ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 377 кеше. Почта индексы — 453745, ОКАТО коды — 80253848008.
Ауыл | |
Ҡобағош рус. Кубагушево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | Башкортостан |
Муниципаль район | Учалы |
Ауыл советы | Миндәк |
Координаталар | |
Халҡы | ↘377 кеше (2010) |
Сәғәт бүлкәте | UTC+6 |
Почта индексы | 453745 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды | 02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡобағош ауылына Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, 1776 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1786 йыл) йылдан билдәле булған, Һәм Ҡобағош ауылы башҡа тораҡ пункттары араһында сағыштырмаса ҙур булған. Ауылда тәүге төпләнеүсе Ҡобағош Ҡарабаев булған. 1795 йылғы V рәүиз 30 йортто асыҡлай, Ҡобағош исемле ике ауылда 127 ир-ат һәм 107 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. XIX быуат уртаһына йорт-хужалыҡ иҫәбе лә һәм халҡы ла ике тапҡырға арта: 79 йортта 295 ир-ат һәм 236 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Шул осорҙа күрше Баттал ауылынан Ҡобағошҡа 8 ғаилә күсенеп килә. Тәүге төпләнеүсенең улы старшина Хәсән Ҡобағошов 1777—1843 йылдарҙа йәшәй, уның балалары Абдулсаттар, Абдулсадыҡ, Ирәлей, Ғәбдулдейән. Ауылдан 2—3 саҡрымда күсеп йөрөү урындары урынлаша: май айында — Миндәк йылғаһы буйлап, июндә — Ярылған шишмәһе һәм Ҡарағош яланы, Урал тауы битләүе, июлдә Туғыҙғуй яланы, Һыуыҡ түбә тауы. 1841 йылда күсеп йөрөү урынына 250 ат, 220 һыйыр, 62 һарыҡ менән 65 йорт-хужалыҡ сыға. Кәзәләр булмай. Ауыл халҡы 288 бот ужым һәм 840 бот яҙғы иген сәскән.
1866 йылда 81 хужалыҡта — 592 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 622 | ||||
1920 йыл 26 август | 740 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 528 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 458 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 392 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 402 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 377 | 185 | 192 | 49,1 | 50,9 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, халҡы — башҡорттар (98 %).
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
1834 йылда Ҡобағош ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ҡобағош (Башҡортостан), which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.