Салауат Районы Юлай

Юлай (рус. Юлаево, 1941 йылда исемен үҙгәрткәнгә тиклем Шағанай) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, Әлкә ауыл Советына ҡарай.

2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 123 кеше булған. Почта индексы — 452481, ОКАТО коды — 80247805004.

Деревня
Юлаево
башҡ. Юлай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Салаватский

Сельское поселение

Алькинский сельсовет

Координаталар

HGЯO

Элекке исеме

1941 йылға тиклем — Шаганаево

Халҡы

123 кеше (2010)

Милли состав

башкиры

Почта индексы

452481

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 247 805 004

Код ОКТМО

80 647 405 116

Юлаево (Рәсәй)
Юлаево
Юлаево

Географик урыны

Юлай ауылы Йүрүҙән йылғаһының ҡушылдығы Атнашаҙы йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 15 километрҙа һәм Силәбе өлкәһе биләмәһендәге Кропачёво тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 14 километрҙа урынлашҡан.

Тарихы

Юлай (Шағанай) ауылына Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылдың тәүге исеме билдәһеҙ.

Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарын үҙләштереү дәүерендә мәғдән таныған башҡа башҡорттар араһында старшина Шаға­най Бурһыҡов булған. 1740 йылда ул улус идаралығы вәкилдәренә Шайтан-Көҙәй улусына күрше урынлашҡан Тырнаҡлы ырыуы биләмәһендәге Үҙән йылғаһы буйындағы баҡыр ҡатыш тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын күрһәткән.

Ауыл 1740 йылдан Шағанай атамаһы менән билдәле.

Өфө наместниклығының 1780 йылғы картаһында Шағанай атамалы ике ауыл күрһәтелгән. Береһе Йүрүҙән заводынан көньяҡҡараҡ, Ҡапсай ауылы янында урынлашҡан булған, Шағанайҙан көньяҡҡараҡ Илкәй ауылы урынлашҡан булған. Икенсе Шағанай ауылы Көҫкәнде йылғаһына ҡойған Атнашаҙы (Адишаду?) йылғаһының уң яҡ ярында, һәм йыраҡ түгел Морат (Муратовка) ауылы торған.

Уның фамилияһы бурhык (барсук) йәки борсаҡ (горох) һүҙенән булыуы мөмкиндер. Ғалим Әсфәндиәров «беренсеһе йышыраҡ осраған, икенсеһе сығанаҡтарҙа бөтөнләй күренмәй» тип яҙа.

Башҡорт старшиналарының енәйәте буйынса хоҡуҡи тикшереү эштәре барышында ҡөҙрәтле Бурһыҡовтың (Барсуков) ҡул аҫтындағы башҡорттарҙың күп мәсьәләләр буйынса уны ғәйепләүе асыҡланған, шуға бәйле 1743 йылда ул старшиналыҡ хеҙмәтенән бушатылған. Әммә хөкүмәткә тоғро Бурһыҡовтар улус власын ҡулдан ысҡындырмаған. Уның улдары ла оҙаҡ йылдар власть башында торған: (1773—1775 йылдарҙағы ихтилалды баҫтырғандан һуң Ямаш Шағанаев старшина булған. Уның улы Һаныҡайҙы ла (Саныкай) атап үтер кәрәк, Ҡунаҡкилде Шағана­ев (1748 йылда тыуған) XVIII быуаттың 80-се йылдарында, уның улы Ниғмәтулла (1782 йылда тыуған), Ниғәмтулланың улы Ғәйнулла (1813 йылда тыуған) йорт старшинаһы вазифаһын үтәгән. 1772 йылда Юлай Аҙналин башҡа 10 башҡорт старшиналары менән бергә 3 меңлек командаға етәкселек итеп, Барский Конфедерацияһына ҡаршы Польша походында ҡатнашҡан осорҙа Шағанайҙың иң өлкән улы Рысай, атаһы Юлай урынына старшина вазифаһын башҡарыусы Салауат Юлаев менән дошманлашҡан. Рысай 1762 йылда шайтан-көҙәйҙәрҙән бер төркөм кеше менән бергә заводсылар Твердышев һәм Мясниковҡа аҫаба ерҙәрҙең бер өлөшөн 1200 һумға 60 йылға ҡортомға биреүе менән билдәле. 24 йылдан был биләмәләр шул уҡ башҡорттар тарафынан И. И. Бекетоваға һатылған. VII рәүиз исемлегендә Рысайҙың 57 йәшлек улы Ҡотлоғужа Рыҫбаев күрһәтелгән.

Ғөмүмән, Бурһыҡовтар артынан йөрөгән община ағзаларының бер өлөшө Шайтан-Көҙәй улусының аҫаба ерҙәрен әрәм-шәрәм итеү менән шөғөлләнгән: 1759 йылда М. С. Мясниковҡа улус ерҙәрен һатҡан. Был ерҙәрҙә Эҫем заводы төҙөлгән. Ер һатыусыларға ҡаршы төркөм башында Юлай Аҙналин торған. Әммә намыҫлы ырыуҙаштар аҫаба ерҙәрен һаҡларға күпме тырышып ҡараһа ла, килеп сыҡмаған. 1816 йылда 70 йәше тулған Шөкөр Шағанаев, 1786 йылда ер һатыу килешеүен төҙөгәндә, ышаныслы кеше (поверенный) сифатында сығыш яһаған. Уның улдары: 10 йәшлек Ибраһим, 8 йәшлек Ҡотлоҡәҙәм, 3 йәшлек Кинйәбулат. 1816 йылғы VII йәниҫәп исемлегендә Шағанаевтың тағы бер улы — 59 йәшлек от­ставкалағы есаул Сәфәр теркәлгән. Сәфәрҙең улдары: Ишкенә, 1782 йылғы, Хисмәтулла, 1800 йылғы, Абайдулла, 1815 йылғы. Сәфәрҙең тыуған йылы 1757 йыл, һәм Шағанай Бурһыҡов тере. Барыһы ла — Шағанай ауылы кешеләре. 1770 йылдың 21 майында Шағанай һәм Гүләй ауылында П. С. Паллас булып киткән.

Шағанай ауылының артабанғы үҫеше

1795 йылда Шағанайҙағы 26 хужалыҡта 93 кеше йәшәгән, ҡатын-ҡыҙ һаны күберәк булған (51 кеше), 1816 йылда ла шул хәл күҙәтелгән. Был башҡорттарҙың традицион демографик ситуацияһына ҡаршы күренеш, сөнки ғәҙәттә енестәр нисбәте киреһенсә булған. Был хәл ҡырғын командаларының 1735—1740 йылдарҙағы, 1755 йылғы, 1773 йылдарҙағы ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан ихтилалсыларҙы аяуһыҙ язалау һәм юҡ итеү менән бәйле булған.

1816 йылда ауылдағы 24 йортта 118 кеше, 1834 йылда 26 йортта 140 кеше йәшәгән.

Шағанай халҡы игенселек менән шөғөлләнгән (1842 йылда 49 дисәтинә һөрөнтө ер булған, 156 кешегә 41 сирек ужым һәм 222 сирек яҙғы икмәк сәселгән; 6 сирек картуф ултыртылған) һәм малсылыҡ (аттар 192 баш, эре мөгөҙлө мал — 142, һарыҡ — 112, кәзә — 36 баш), солоҡсолоҡ (11 солоҡ) һәм умартасылыҡ (20 умарта).

«Башҡортостан энциклопедияһы»нда ауыл атамаһын үҙгәртеү йылы 1941 тип күрһәтелгән, шул уҡ ваҡытта тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров икенсерәк фекерҙә: «1952 йылда, Салауат Юлаевтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы, Шағанай ауылына «Юлай» тигән атама бирелә, шуның менән донъяла йәшәргә хоҡуҡлы боронғо ауылдың, бер ни ниндәй ҙә сәбәбен аңлатып-нитеп тормай, тарихи исеме юҡҡа сыға. Теләһә ниндәй атама үҙгәртеү ҙә тәбиғилеккә ҡаршы тип танылырға тейеш».

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Салауат Районы Юлай  РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Салауат Районы Юлай  СССР
1935 Әлкә ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы Салауат Районы Юлай  СССР
1941 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы Салауат Районы Юлай  СССР
1990 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Салауат Районы Юлай  Рәсәй Федерацияһы

Ауыл XIX быуатта

Юлай ауылында 1859 йылда 38 хужалыҡта 189 кеше, 1865 йылда 33 йортта 190 кеше, 1895 йылда 44 хужалыҡта 230 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Ауыл XX быуатта

1906 йылда мәсет, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. 1920 йылда 20 йортта 110 кеше теркәлгән.

Ауыл XXI быуатта

Әлеге ваҡытта ауылда Әлкә урта мәктәбе филиалы — башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

2022 йылдың июлендә ауылда мәсет асылды.

Халыҡ һаны

Юлайҙа башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 110
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 307
1959 йыл 15 ғинуар 192
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 164
2002 йыл 9 октябрь 140
2010 йыл 14 октябрь 123 61 62 49,6 50,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

    1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
    1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Аҙналин урамы (рус.  Азналина (улица)
  • Татар урамы (рус.  Татарская (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)

.

Тирә-яҡ мөхит

    Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр: Ялан-бесәнлектәр: Таусыҡтар, түбәләр: Башҡа урын-ер атамалары:

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Салауат Районы Юлай Географик урыныСалауат Районы Юлай ТарихыСалауат Районы Юлай Шағанай ауылының артабанғы үҫешеСалауат Районы Юлай Биләмә берәмектәренә инеүеСалауат Районы Юлай Ауыл XIX быуаттаСалауат Районы Юлай Ауыл XX быуаттаСалауат Районы Юлай Ауыл XXI быуаттаСалауат Районы Юлай Халыҡ һаныСалауат Районы Юлай Билдәле шәхестәреСалауат Районы Юлай УрамдарыСалауат Районы Юлай Тирә-яҡ мөхитСалауат Районы Юлай ИҫкәрмәләрСалауат Районы Юлай ӘҙәбиәтСалауат Районы Юлай ҺылтанмаларСалауат Районы Юлай2010 йылБашҡортостан РеспубликаһыОКАТОРус телеСалауат районыӘлкә ауыл Советы (Салауат районы)

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ЕвропаТелефонВасильева Екатерина Сергеевна (актриса)Ангкор-ВатАвторлыҡ хоҡуғын боҙоуСифатЕрКариб кризисыНью-ЙоркҠатын-ҡыҙ түшеНаурузМәҙрәсәЯкудзаЭвфемизмКалифорнияЗакир ҺаҙыйХалыҡ-ара стандарт серия номерыДиуану лөғәт әт-төркӘмирлекУинстон ЧерчилльAIESECЭдгар ПоЭньлай ЧжоуИнка империяһыМәтрүшкәНью-Йорк (штат)ЛондонАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыЭнциклопедияҠаракүл (һаҙлыҡ)Назаров Павел СтепановичАмбрас ҡәлғәһеКонго Демократик РеспубликаһыИнтернетФилиппинДэн СяопинРус православие сиркәүеСтив ДжобсСөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улыУкраинаТел (лингвистика)МәҙәниәтКолумбияБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыАмерика Ҡушма ШтаттарыАрхейҙарҮзбәк ханлығыФутболТайвань боғаҙыGoogleФиладельфия🡆 More