Иҫке Башҡорт Теле

Иҫке башҡорт теле (татар.

иске татар әдәби теле, İske tatar ädäbi tele, ایسكی تاتار تلی) — иҫке әҙәби тел, XIV—XX быуаттарҙа төрлө төрки халыҡтар ҡулланған яҙма тел. Монгол осоронан һуң төрки телдәрҙең бер тармағы булып ҡалыплаша. Төбәктәрҙә бер нисә төрө булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың төрки телдәрҙең яҡынлығына нигеҙләнгән уртаҡлығы бар. Ғәрәп яҙмаһы менән яҙылғанға күрә һуҙынҡылары яҙыуҙа тулы сағылыш тапмаған, шунлыҡтан бер үк һүҙ төрлө төбәктә төрлөсә уҡылған. Ғәрәп һәм фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәре күп булған.

Иҫке башҡорт теле
Дәүләт Иҫке Башҡорт Теле Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Рәсәй империяһы
Тел төрҙәре агглютинатив телдәр
Яҙыу Ғәрәп алфавиты
Иҫке Башҡорт Теле Иҫке башҡорт теле Викимилектә

Тарихы

Иҫке төрки әҙәби теле (Урал-Волга буйы төрки теле) нигеҙендә Алтын Урҙала барлыҡҡа килгән.

XI—XIV быуаттарҙағы төрки теле иҫке төрки әҙәби теле формалашыуҙың башланғыс этабы тип ҡарала. Уның бер нисә функциональ стиле булған: художество-әҙәби (Ҡол Ғәли, XII быуат), фольклор, дин, эпиграфик һәм башҡа стилдәр.

Яңы төрки теле осоро (XVI-XIX быуаттар) төрки теленең бер нисә тармағы барлыҡҡа килеү менән тасуирлана: иҫке ғосман, иҫке төркмән, иҫке башҡорт, иҫке әзербайжан, иҫке татар, иҫке үзбәк, иҫке уйғыр телдәре хасил булған.

Иҫке төрки теле монгол осоронан һуң формалаша, тәүҙә Ҡазан һәм Әстерхан ханлыҡтарының, унан һуң башҡорттарҙың, татарҙарҙың, өлөшләтә ҡаҙаҡтар һәм ҡырғыҙҙарҙың әҙәби теле булып китә.

Әҙәбиәт

XIII быуаттан башлап яҙма әҙәби ҡомартҡылар иҫке төрки телендә яҙылған

Ошо телдәге киң публицистик әҙәбиәт, эш яҙыуҙары, хатлашыу ҡомартҡылары һәм башҡалар һаҡланған.

Иҫке төрки теленә болғар-ҡыпсаҡ сығышлы һөйләш теле һыҙаттары, уғыҙ элементтары хас була. Был яҙыу традициялары, шулай уҡ Волга буйында, шул иҫәптән Волга буйы Болғарында этник яҡтан туғандаш халыҡтарҙың тығыҙ ҡатнашыуы һәм буталыуы менән аңлатыла.

Иҫке төрки әҙәбиәтенең иң боронғо ҡомартҡыһы — Ҡол Ғәлиҙең «Ҡисса-и Йософ» әҫәре.

Ошо телдә иҫке төрки әҙәбиәте ҡомартҡылары Сәйфи Сараиҙың "Гөлистан бит-төрки"йе, әл-Хәрәзмиҙең «Мөхәббәтнамә»һе, Ҡотбтоң "Хосрау һәм Ширин"ы, Мәхмүд әс-Сараи әл-Болғариҙың "Нәхдж әл-фарадиса"ы, Рабғузиҙың «Пәйғәмбәрҙәр тарихы», Мөхәмәтйәрҙең «Төхвәи-Мәрҙән» һәм "Нуры Содур"ы, Мәүлә Ҡолой шиғырҙары һәм башҡа күп әҫәрҙәр яҙылған.. XIX быуаттың Волга буйы төрки телендә ижад иткән билдәле суфый шағирҙары — Мәнди Ҡыпсаҡи Ҡотош, Тажетдин Ялсығол, Әбелмәних Ҡарғалы, Һибәтулла Сәлихов, Шәмсетдин Зәки, Ғәли Соҡорой һәм башҡалар.

XIX быуат урталарында иҫке татар теле татар теле менән яҡыная башлай. Тел әҙәбиәттә һәм йәмғиәт тормошоноң төрлө өлкәләрендә ХХ быуат башына тиклем йәшәй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Наследие татар. Что и зачем скрыли от нас из истории Отечества. — 2017 г.. — ISBN 978-5-906798-50-3.
  • Халикова Р. Х. Язык башкирских шежере и актовых документов XVIII—XIX вв./ Отв. ред. Э. Р. Тенишев. — М.: Наука, 1990. — 198 с.

Һылтанмалар

 * Иҫке башҡорт теле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Tags:

Иҫке Башҡорт Теле ТарихыИҫке Башҡорт Теле ӘҙәбиәтИҫке Башҡорт Теле Шулай уҡ ҡарағыҙИҫке Башҡорт Теле ИҫкәрмәләрИҫке Башҡорт Теле ӘҙәбиәтИҫке Башҡорт Теле ҺылтанмаларИҫке Башҡорт ТелеXX быуатМонголдарТатар телеФарсы телеҒәрәп теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Таулы Ҡарабах (регион)Программа менән тәьмин итеүЕте йыллыҡ һуғышӘзербайжанӘрмәндәрКапитализм9 февральСССР Яҙыусылар союзыИр енес ағзаһыСкептицизм2020 йылИнглиз телеҒәрәп телеХамматов Яңыбай Хаммат улыОвидийҮтәғолов Зөбәй Төхвәт улыСоломон УтрауҙарыОктябрь Революцияһы орденыЛенин Владимир ИльичХайуандарФутболНемец теле19 августГамелан1717 йылКеше потенциалы үҫеше индексыАвстралияЯсир АрафатНагаева Лидия Ислам ҡыҙыYouTubeҠурайГеологияАҠШ доллары25 декабрьКоста-РикаТициан8 мартҒәззә секторы6 ноябрьҺыҙыҡса28 июньХиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлауАккраСәйәсәтХәбиров Фәрит Барый улыҠарға бутҡаһы24 июньХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыФотографияИсламдың алтын быуатыАят әл-КурсиФонетикаЫрымбур башҡорт педагогия техникумы27 апрельISO 4217МетаболизмЕр көнөБашҡортостан11 февральЛабораторияЙоһанн Вольфганг фон ГётеИранҠара үлемБашҡорт алфавитыӘҙәбиәт1 июль🡆 More