Терешкова Валентина Владимировна

Терешкова Валентина Владимировна (6 март 1937 йыл, Оло Масленниково ауылы, Тутаевский районы, Ярославль өлкәһе) — СССР-ҙың лётчик-космонавы, донъяның беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавы (1963), Советтар Союзы Геройы (1963), авиация генерал-майоры (1995), СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне.

СССР-ҙың 7-се, 8-се, 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы, совет ҡатын-ҡыҙҙары Комитеты башлығы. Рәсәй Федерацияһының 6-сы һәм 7-се саҡырлыш Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары Советы ағзаһы.

Терешкова Валентина Владимировна
рус. Валентина Владимировна Терешкова
Терешкова Валентина Владимировна
 
Тыуған: 6 март 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[…] (87 йәш)
Большое Масленниково[d], Чёбаковское сельское поселение[d], Тутаевский район[d], Ярославль өлкәһе, РСФСР, СССР
Исеме: рус. Валентина Владимировна Терешкова
мадьярса  Valentyina Vlagyimirovna Tyereskova
Супруг: Андриян Григорьевич Николаев[d] һәм Юлий Георгиевич Шапошников[d]
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы, Берҙәм Рәсәй, Наш дом — Россия[d] һәм Российская партия жизни[d]
Белеме: Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы
Ғилми дәрәжәһе: техник фәндәр кандидаты[d] (1977)
 
Автограф: Терешкова Валентина Владимировна

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

Валентина Владимировна Терешкова 1937 йылдың 6 мартында Ярославль өлкәһенең Тутаев ҡалаһы эргәһендәге Оло Масленниково ауылында сығышы менән Белоруссиянан булған крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Владимир Терешков Аксенович (1912—1940) тракторсы була. Әсәһе — Терешкова (ҡыҙ фамилияһы Круглова) Елена Федоровна (1913—1987), Витебск өлкәһе, Дубровенский районы Еремеевщина ауылынан, туҡыу фабрикаһы хеҙмәткәре. Ғаиләлә шулай уҡ өлкән апаһы Людмила һәм ҡустыһы Владимир була.

1945 йылда Ярославль ҡалаһының 32-се урта мәктәбенә (хәҙер мәктәп уның исемен йөрөтә) уҡырға инә.. Музыкаль һәләтенә эйә була, уҡыуҙан буш ваҡытта домрала уйнарға өйрәнә. 1953 йылда ете класс тамамлай.

Ғаиләгә ярҙам итеү өсөн, 1954 йылда Валентина Ярославль шина заводына эшкә инә. Бер үк ваҡытта 1954—1955 йылдарҙа Ярославль ҡалаһы 10-сы эшсе йәштәр мәктәбенең киске 8-9-сы кластарында уҡый.

1955—1960 йылдарҙа Ярославль еңел сәнәғәт техникумында ситтән тороп уҡый һәм мамыҡ иләү буйынса техник-технолог һөнәре ала. 1957 йылда ВЛКСМ сафына инә. 1960 йылдың 11 мартынан 1962 йылдың мартына тиклем — «Ҡыҙыл Перекоп» комбинатының эштән азат ителгән ВЛКСМ комитеты секретары. Комбинаттың мәҙәниәт йортонда халыҡ инструменттары оркестрында домрала уйнай.

1959 йылдан Ярославль аэроклубында парашют спорты менән шөғөлләнә (90 һикереш яһай).

Космонавтар отрядында

Терешкова Валентина Владимировна 
1963 йылдың 22 июнендә мавзолей трибунаһында

Совет космонавтарының тәүге уңышлы осоштарынан һуң, Сергей Королевтың йыһанға ҡатын-ҡыҙ-космонавтын сығарыу идеяһы барлыҡҡа килә. 1962 йыл башында түбәндәге критерийҙар буйынса дәғәүәсе эҙләй башлайҙар: парашютсы, йәше 30-ға тиклем, ауырлығы 70 килограммға тиклем һәм буйы 170 см-ға тиклем. Йөҙләгән кандидатура араһынан биш кеше һайлап алына: Жанна Еркина, Татьяна Кузнецова, Валентина Пономарева, Ирина Соловьева һәм Валентина Терешкова.

Космонавтар отрядына ҡабул иткәндән һуң, Терешкованы ҡалған ҡыҙҙар менән бергә, рядовой дәрәжәһендә хәрби хеҙмәткә саҡыралар.

Әҙерләү

Терешкова космонавтар отрядына 1962 йылдың 12 мартында ҡабул ителә һәм 2-се отрядтың тыңлаусы-космонавты булараҡ әҙерлек үтә башлай. 1962 йылдың 29 ноябрендә ОКП буйынса сығарылыш имтихандарын «бик яҡшы» билдәһенә тапшыра. 1962 йылдың 1 декабренән Терешкова —1-се отряд 1-се бүлектең космонавты. 1963 йылдың 16 июненән, йәғни осоштан һуң, 1-се отрядтың инструктор-космонавты була һәм был вазифала 1966 йылдың 14 мартына тиклем эшләй.

Өйрәнеү ваҡытында организмдың йыһанда осоу факторҙарына тотороҡлолоғона күнекмәләр эшләнә. Парашютта әҙерлеккә айырым иғтибар бирелә, сөнки ергә төшөр алдынан космонавт айырым парашютта катапультлана һәм ергә төшә. Һәр ваҡыт төшөүсе аппараттың һыуға ултырыу ҡурҡынысы булғанлыҡтан, парашюттан һикереү буйынса күнекмәләр диңгеҙҙә, технологик, йәғни үлсәме буйынса тап килмәгән скафандрҙа үткәрелә.

Һайлау

Башта ике ҡатын-ҡыҙ экипажын бер үк ваҡытта осороу ҡаралған була, әммә 1963 йылдың март айында был пландан баш тарталар, биш кандидатуранан берәүҙе һайлау бурысы тора.

Терешкованы беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт роленә һайлағанда, уңышлы әҙерлек үтеүҙән тыш, сәйәси момент та иҫәпкә алына: Терешкова эшсе була, ә, мәҫәлән, Соловьева һәм Пономарева — хеҙмәткәрҙәр. Бынан тыш, Терешкованың атаһы, Владимир, совет-фин һуғышы ваҡытында һәләк булған. Осоштан һуң Терешкованан, Советтар Союзы уға хеҙмәте өсөн нисек яҡшылыҡ менән яуап ҡайтара ала тип һорағас, ул атаһының һәләк булған урынын табыуҙы һорай. Терешкова «Восток-6» пилоты итеп тәғәйенләнгәндә, америка космонавтарының беренсе отрядынан иң йәш космонавт Гордон Куперҙан 10 йәшкә кесе була.

«Восток-6»-ла осош

Терешкова Валентина Владимировна 
Валентина Терешкова формала
Терешкова Валентина Владимировна 
Әзербайжандың беренсе ҡатын-ҡыҙҙың космосҡа осоуының 50 йыллығына арналған почта блогы
    Статистика
# Старт карабы Старт, UTC Экспедиция Ултыртыу карабы Ултыртыу, UTC Осош
Асыҡ космосҡа сығыу
Асыҡ космоста булыу ваҡыты
1 Восток-6 16.06.1963, 09:29 Восток-6 Восток-6 19.06.1963, 08:20 02 тәүлек 22 сәғәт 51 минут 0 0

Терешкова — СССР-ҙың 6-сы лётчик-космонавты (саҡырыу сигналы — «Чайка»), донъяның 10-сы космонавты; донъялағы берҙән-бер йыһанға яңғыҙ осҡан ҡатын-ҡыҙ

Йыһанға киләһе ҡатын-ҡыҙҙың, Светлана Савицкаяның осоуы 19 йыл үткәндән һуң, 1982 йылдың авгусында була.


Терешкова йыһанға осоштар башҡарғандан һуң, Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһына уҡырға инә һәм уны отличие менән тамамлай, һуңыраҡ техник фәндәр кандидаты, профессор була, 50-нән ашыу ғилми эш авторы. Терешкова Марсҡа бер яҡҡа осошҡа әҙер була.

Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге

Терешкова Валентина Владимировна 
Валентина Терешкова Финляндияла сәфәре ваҡытында. 2002 йыл

1962 йылдың мартынан — КПСС ағзаһы. 1966—1989 йылдарҙа — VII—XI саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты. 1968—1987 йылдарҙа совет ҡатын-ҡыҙҙар Комитетына етәкселек итә. 1969 йылда — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар демократик федерацияһы вице-президенты, Бөтә донъя Тыныслыҡ Советы ағзаһы. 1971—1990 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы. КПСС-тың XXIV, XXV, XXVI, XXVII съездары делегаты. 1974—1989 йылдарҙа — СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы һәм депутаты. 1987—1992 йылдарҙа сит илдәр менән дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр совет йәмғиәттәре Союзы (ССОД) Президиумы рәйесе була. 1989—1992 йылдарҙа — сит илдәр менән дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр совет йәмғиәттәре Союзынан һәм «Родина» йәмғиәтенән СССР халыҡ депутаты.

Награда рәсәй федерацияһы субъекттары:

Шәхси тормошо

Терешкова Валентина Владимировна 
Осоусы-космонавтар Валентина Терешкова менән Андриян Николаевтың никахлашыу тантанаһы. Мәскәү, 1963 йыл 3 ноябрь
  • Беренсе ире (1963—1982) — Николаев Андриян Григорьевич (1929—2004) — 3-сө совет космонавты, орбитала скафандрһыҙ эшләгән беренсе космонавт, йыһанда беренсе булып хәрби экспериментта ҡатнаша, туйҙары Ленин тауҙарында 1963 йылдың 3 ноябрендә хөкүмәт йортонда үтә, ҡунаҡтар араһында Н. С. Хрущев та була.
    • Ҡыҙы — Елена Андрияновна Терешкова (тыруған 8 июнь 1964) — донъяла атаһы ла әсәһе лә космонавт булған тәүге бала.
      • Еленаның беренсе ире осоусы Игорь Алексеевич Майоров.
      • Икенсе ире — осоусы Андрей Юрьевич Родионов. Елена Терешкова 2013 йылдан ЦИТО-ла хирург-ортопед булып эшләй.
        • Ейәндәре — Алексей Игоревич Майоров (1995 йылдың 20 октябрендә тыуған) һәм Андрей Андреевич Родионов (2004 йылдың 18 июнендә тыуған).
  • Икенсе ире — Юлий Георгиевич Шапошников(1931—1999) — медицина хеҙмәте генерал-майоры, травматология һәм ортопедия Үҙәк институтының директоры (ЦИТО) .

Йыһанда булып ҡайтҡандан һуң Терешкова Ярославль ҡалаһында Голубятная урамында (хәҙер — Терешкова урамы) өс бүлмәле фатир ала, унда әсәһе, инәйе һәм уның ҡыҙы менән күсә.

2004 йылда йөрәгенә инфаркттан ҡотҡарған ҡатмарлы операция кисерә.

2012 йылда Ярославлдә үҙенең 75 йәшен тантаналы билдәләй.

Терешкова йыһандан бөтә континенттарҙы күргәндән һуң, Австралияла булырға хыяллана. Күп йылдар үткәс ул үҙенең хыялын тормошҡа ашыра.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Квалификацияһы

1963 йылдың 16 июненән — 3 класлы космонавт.

Спорт ҡаҙаныштары

  • Парашют спорты буйынса 1-се разряд.
  • 1963 йылдың 19 июне — СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры.

Хәрби дәрәжәләре

  • 1962 йылдың 15 декабре — кесе лейтенант.
  • 16 июнь 1963 — лейтенант.
  • 16 июнь 1963 — капитан.
  • 1965 йылдың 9 ғинуары — майор.
  • 1967 йылдың 14 октябре — подполковник.
  • 1970 йылдың 30 апреле — инженер-полковник, 1975 йылдан — полковник-инженер.
  • 1995 — генерал-майор.
  • 1997 йылдың 30 апрелендә отставкаға китә.

Валентина Терешкова — Рәсәй армияһы тарихында тәүге ҡатын-ҡыҙ-генерал.

СССР һәм Рәсәй наградалары

Файл:Терешкова москва.jpeg
Мәскәүҙә Космонавтар аллеяһында Валентина Терешкова һәйкәле
  • Советтар Союзы Геройы (СССР Юғары Советы Президиумының 22 июнь 1963 йыл Ҡарары, Ленин ордены һәм "Алтын Йондоҙ"миҙалы) — «„Восток-6“ йыһан карабында оҙайлы осош яһағаны өсөн»
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» I дәрәжә орден (1 март 2017) — Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, парламентаризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн һәм закондар сығарыу эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн;
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә орден (6 март 2007) — Ватан космонавтикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн;
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» III дәрәжә орден (6 март, 1997) — Ватан космонавтикаһы үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне һәм дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары өсөн;
  • Александр Невский ордены (12 июнь 2013) — Рәсәй парламентаризмын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем закондар сығарыу эшмәкәрлеге өсөн;
  • Почет ордены (10 июнендә 2003) — халыҡ-ара фәнни, ижтимағи һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн;
Терешкова Валентина Владимировна 
Дмитрий Медведев 2011 йылдың 12 апрелендә Валентина Терешкованы Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләй.
  • Дуҫлыҡ ордены (2011 йылдың 12 апрелендә) — күп йыллыҡ емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм ватан космонавтикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн;
  • Ленин ордены (1981 6 майҙа) — сит илдең прогрессив йәмәғәтселеге һәм тыныслыҡ яҡлы көстәре менән бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса уңышлы эшмәкәрлеге өсөн (икенсе);
  • Октябрь Хеволюцияһы ордены (1 декабрь 1971);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (5 март 1987 йыл) — күп йыллыҡ әүҙем һәм емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн
  • миҙалдар;
  • СССР лётчик-космонавты (22 июнь 1963 йыл) — «Восток-6» йыһан карабында оҙайлы осош яһағаны өсөн
  • Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы 2008 йылда гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн (4 июнь, 2009 йыл).
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең йыһан эшмәкәрлеге өлкәһендә Ю. А. Гагарин исемендәге премияһы (2011) — ватан космонавтикаһы үҫешенә, йыһан эшмәкәрлеге өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, ватан космонавтикаһы ҡаҙаныштарын популярлаштырыуға индергән шәхси өлөшө өсөн

Ҡалаларҙың почётлы гражданы

Калуга, Ярославль, Владикавказ, Алагир, Щелково (Рәсәй), Караганда, Байҡоңыр (1995 йылға тиклем — Ленинск, Ҡаҙағстан, 1977), Гюмри (1990 йылға тиклем — Ленинакан, Әрмәнстан, 1965), Витебск (Белоруссия, 1975), Монтре (Швейцария), Дранси (Франция), Монтгомери (Бөйөк Британия), Полицци-Дженероз (Италия), Дархан (Монголия, 1965), София, Бургас, Петрич, Стара-Загора, Плевен, Варна (Болгария, 1963), Братислава (Словакия, 1963).

Рәсәй федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәтенең бүләктәре:

  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (2012 йылдың 3 мартынан) — дәүләт алдындағы хеҙмәттәре һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн;
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2 март 2000) — донъя һәм ватан космонавтикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн;
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (1996 9 апрелендә) — Ватан космонавтикаһы үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн;
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (16 июнь 2008) — күп йыллыҡ емешле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, космонавтика үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн һәм йыһанға осоуҙы тормошҡа ашырыуҙың 45-йыллығы менән бәйле ;
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (2003 йылдың 12 июне) — космонавтика үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергән өсөн;
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (1997 3 март) — космонавтика үҫешендәге һәм халыҡ-ара фәнни һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуҙағы ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн;
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты (2002 6 март) — күп йыллыҡ емешле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн.


  • «Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалы (Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы, 2016)
  • «Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн» миҙалы (Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы, 2018)

Сит ил наградалары

  • ЧССР Социалистик Хеҙмәт Геройы «Алтын йондоҙ» миҙалы һәм Клемент Готвальд ордены (август 1963);
  • НРБ Социалистик Хеҙмәт Геройы «Алтын йондоҙ» миҙалы һәм Георгий Димитров ордены (9 сентябрь 1963);
  • Карл Маркс ордены һәм Беккер миҙалы (октябрь 1963, ГДР);
  • I дәрәжә Грюнвальд тәреһе (октябрь 1963, ПХР);
  • I дәрәжә Патт Тришакти ордены (1963 ноябрь, Непал);
  • Индонезия Республикаһының II дәрәжә Йондоҙ ордены (нояб 1963);
  • Вольта ордены (1964, Гана);
  • ВХР Дәүләт Байрағы ордены (1965 апрель);
  • МХР-ҙың Хеҙмәт Геройы «Алтын Соемб» миҙалы һәм Сухэ-Батор ордены (1965 май, МХР);
  • 1-се дәрәжә Мәҙәниәт ордены (1969 йыл август, Афғанстан);
  • Иордания Йондоҙ ордены ҙур таҫмаһы (1969 декабрь, Иордания);
  • «Граждандар хеҙмәте өсөн» ордены (Сирия);
  • «Нил Беләҙеге» ордены (1971 ғинуар, БҒР);
  • Вьетнам Хеҙмәт Геройы «Алтын Йондоҙ» миҙалы (1971 октябрь);
  • Бернардо о ' Хиггинс ордены Хәрби һауа көстәре Алтын билдәһе (1972 мартта, Чили);
  • I дәрәжә Югославия флагы ордены (ноябрь 1972);
  • «Фән ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1973 17 ноябрь, СРР);
  • Ҡояш ордены (1974, Перу);
  • Плайя-Хирон ордены (1974, Куба);
  • «Ҡорал буйынса туғанлыҡты нағытыу өсөн» миҙалы (1976, БХР);
  • Дуҫлыҡ ордены (1997, Лаос);
  • Кенәз Бранимир ордены ҙур таҫмаһы менән (2003 17 февраль, Хорватия).
Терешкова Валентина Владимировна 
Ярославль өлкәһе буйынса хәйриә сәйәхәтендә, 1999 й.

Ҡаҙаныштарын таныу

Терешкова Валентина Владимировна 
СССР-ҙың иҫтәлекле 1 һум номиналындағы баҡыр никель тәңкәһе, 1983 йылда беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт Валентина Терешкованың космосҡа сығыуының 20-йыллығы хөрмәтенә сығарылған

Терешковаға XX быуаттың "Бөйөк ҡатын-ҡыҙы " титулы бирелә.

Терешковаға һәйкәл ҡуйылған: Мәскәүҙә Космонавтар аллеяһында һ. б.

Терешкова исеме менән аталғандар:

  • Ай кратеры;
  • Chaika 1671 кесе планетаһы (позывной буйынса ул — «Чайка»);
  • Антарктидала Принц Улаф Ярында Терешкова оазисы (координаталар: HGЯO), САЭ картаһында 1962 йылда билдәләнгән һәм 1965 йылда йәки алдараҡ аталған;
  • төрлө ҡалалар урамдарына, шул иҫәптән Александров, Балахна, Балашиха, Витебск, Владивосток, Данков, Рубцовск, Дзержинск, Гродно, Донецк, Иркутск, Ишембай, Кемерово, әзербайжан республикаһы ҡала Ләнкәран, Клин, Королева, Кострома, Красноярск, Липецк, Минеральные Воды, Мытищи, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Новочебоксарск, Ырымбур, Пенза, Петропавловск-Камчатский, Улан-Удэ, Ульяновск, Ярославль, Новочеркасск, Марий Эл Республикаһында Медведево ҡасабаһы, Гудермес ҡалаһында проспект, Тверь ҡалаһында майҙан, Евпаторияла яр буйы урамы;
  • мәктәптәр Ярославлдә (ул уҡыған), Новочебоксарскта, Ҡарағанды һәм Есик ҡалаларында (Алма-Ата өл.);
  • Курск ҡалаһында спорт-һауыҡтырыу үҙәге; Калининград өлкәһендә Балалар һәм үҫмерҙәрҙе ял иттереү һәм һауыҡтырыу спорт үҙәге (Калининград 45 км алыҫлыҡта);

һәм башҡалар. 1983 йылда В. Терешкова һүрәте менән иҫтәлекле тәңкә сығарыла.

Почта маркалары

Төрлө илдәрҙә Терешковаға арналған почта маркалары сығарыла ::

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Николаев-в. в. Терешкова Йыһанға — асыҡ океанда! — М.: Дөрөҫ, 1964. — 200 с., 140 000 дана
  • Герои звёздных трасс: Сборник / Составитель Д. Мамлеев.. — Изд. 2-е, доп. — М.: Известия, 1963. — 192, [34] с. — (Библиотека «Известий». Специальный выпуск). — 300 000 экз.
  • И. А. Маринин, С. Х. Шамсутдинов, А. В. Глушко (составители). Советские и российские космонавты. 1960—2000 / Под редакцией Ю. М. Батурина. — М.: ООО Информационно-издательский дом «Новости космонавтики», 2001. — ISBN 5-93345-003-0.
  • Кто есть кто в мире / гл. ред. Г. П. Шалаева. — Филологическое общество «Слово», «Олма-Пресс». — М., 2003. — 1680 с. — ISBN 5812300887.
  • Валентина Владимировна Терешкова: путь к звёздам. — РМП, 2012. — 254 с. — ISBN 9785915970297.
  • Осташев А. И. Испытание ракетно-космической техники — дело моей жизни. События и факты. — Королёв, 2001. — 213 с.
  • Осташев, А. И. Сергей Павлович Королёв — гений XX века: прижизненные личные воспоминания об академике С. П. Королёве. — Королёв: Изд-во Московского гос. ун-та леса, 2010. — 128 с. — ISBN 978-5-8135-0510-2.
  • С. П. Королёв. Энциклопедия жизни и творчества / под редакцией В. А. Лопота. — РКК «Энергия» им. С. П. Королёва, 2014. — 704 с. — ISBN 978-5-906674-04-3.

Һылтанмалар

Tags:

Терешкова Валентина Владимировна Бала сағы һәм үҫмер йылдарыТерешкова Валентина Владимировна Космонавтар отрядындаТерешкова Валентина Владимировна Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлегеТерешкова Валентина Владимировна Шәхси тормошоТерешкова Валентина Владимировна Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреТерешкова Валентина Владимировна Шулай уҡ ҡарағыҙТерешкова Валентина Владимировна ИҫкәрмәләрТерешкова Валентина Владимировна ӘҙәбиәтТерешкова Валентина Владимировна ҺылтанмаларТерешкова Валентина Владимировна1937 йыл6 мартru:Тутаевский районБерҙәм РәсәйСССР Юғары СоветыСоветтар Союзы ГеройыЯрославль өлкәһе

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Эҙләүҙе оптималлаштырыуНью-ЙоркОктябрь революцияһыВаршаваНамаҙХеҙмәт договорыҠылым замандарыВикиЙәрмәкәй районыСталин Иосиф ВиссарионовичЦиблиев Василий ВасильевичАнимеӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанИсем (һүҙ төркөмө)ВикипедияБашҡорт алфавитыБөтнөк үләнеБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыСалауат ЮлаевМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаӘл-Фәләҡ сүрәһеИндонезияҠаҙағстанЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)Ҡобағош сәсәнРун яҙмаһыИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыРеспубликаБеренсе донъя һуғышыИранСтәрлетамаҡG20Усманов Хәсән Хәжиәхмәт улыМусин Ноғман Сөләймән улыҠурайЖюль ВернДуҫлыҡ монументыКредитУльтрафиолет нурланышТанып һөйләшеБөтһөн империализм һуғышыУрал ауыл Советы (Күгәрсен районы)ҺыуҺиндостанМәскәү КремлеМеңБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыАғиҙел (йылға)Мария Склодовская-КюриДиего ВеласкесБереговой Георгий ТимофеевичБашҡорт халыҡ йырҙарыМөнәжәтАйыу һымаҡтарСамолётҒәрәп телеБөйөк БританияЕр атмосфераһыГермания🡆 More