Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы»  маҡтаулы исем Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһына инә.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
Нигеҙләү датаһы 30 декабрь 1995
Рәсем
Дәүләт Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы Рәсәй
Пиктограмма
Лауреаттар категорияһы Категория:Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусылары

Ни өсөн бирелә

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы»  дөйөм белем биреү мәктәптәре, колледждар, лицейҙар, гимназиялар, башланғыс белем биреү учреждениелары һәм  мәғариф хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын күтәреү һәм әҙерләү институттарының юғары квалификациялы  уҡытыусыларына һәм преподавателдәренә   шәхси ҡаҙаныштар өсөн бирелә:

  • педагогик эшмәкәрлегендә тәрбиәләнеүселәргә юғары сифатлы дөйөм белем биреүҙе тәьмин итеүҙә;
  • белем алыусыларҙың һәм тәрбиәләнеүселәрҙең индивидуаль һәләттәрен асыҡлауҙа һәм үҫтереүҙә, уларҙың фәнни һәм ижади потенциалын асыуҙа;
  • төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалары еңеүселәре әҙерләүҙә;
  • фәнни-методик һәм белем биреү стандарттарының методологик һәм белем биреү процесын камиллаштырыу, инновацион уҡытыуҙы ойоштороу өсөн методик әсбаптар, программалар һәм авторлыҡ методикаларын булдырыуҙа;
  • квалификациялы педагогик кадрҙар әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләүҙә.

Ҡағиҙә булараҡ, «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеме  бүләкләнеүсенең уҡытыу эшмәкәрлеге 20 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш, шулай уҡ  Дәүләт власы федераль органының йәки Рәсәй Федерацияһы субъектарының дәүләт власы органдарының тармаҡ наградаһы булыуы мотлаҡ (маҡтаулы билдә, тармаҡ маҡтаулы исем йәки К. Д. Ушинский миҙалы).

Биреү тәртибе

Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре Рәсәй Федерацияһының Президенты ҡарамағындағы дәүләт наградалары буйынса комиссияһында бүләкләү тураһында тәҡдимдәрҙе ҡарау һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһы Президентының указдарына ярашлы бирелә.

Исем тарихы

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеме Рәсәй Федерацияһы Президенты 1995 йылдың 30 декабрендәге «Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәрен, маҡтаулы исемдәр һәм Рәсәй федерацияһының маҡтаулы исемдәренә күкрәккә тағыла торған билдәнең һтасуирламаһы тураһында положениеларһы раҫлау» исемле 1341-се һанлы указы менән 1940 йылдан ғәмәлдә булған   «РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» урынына индерелә. Ошо уҡ указ менән маҡтаулы исем тураһында башта раҫланған Положениела әйтелә:

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеме мәктәпкәсә учреждениеларҙың, бөтә төрҙәге дөйөм белем биреү учреждениеларҙың, өҫтөмө белем биреү (мәктәптән тыш) учреждениеларҙың, балалар йорттары, башланғыс, урта профессиональ белем биреү учреждениеларҙың, юғары педагогик белем биреү учреждениеларҙың, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институттарының, мәғариф идаралығы органдарының, фәнни-тикшеренеү педагогия институттарының, белем һәм тәрән белем алыуҙы, уларҙың ижади потенциалын үҫтереүҙе һәм камиллаштырыуҙы, инновацион  ойоштороу-методик әсбаптар, программалар, методик автор методикаларын булдырыуҙы, белем биреү процесын фәнни-методик яҡтан  тәьмин иткән һәм һөнәре буйынса 15 йылдан дә кәм эшләмәгән, юғары квалификациялы уҡытыусыларға, преподавателдәргә, тәрбиәселәргә һәм башҡа хеҙмәткәрҙәргә педагогик һәм тәрбиәуи эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн бирелә.

Ошо рәүештә маҡтаулы исем тураһындағы Положение  маҡтаулы Рәсәй Федерацияһының Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалар системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» 1099-сы һанлы указы менән раҫланған.

Күкрәккә тағыла торған билдә

Күкрәккә тағыла торған билдә Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре өсөн берҙәм булған 40 мм бейеклектәге һәм 30 мм киңлектәге формала була һәм көмөштән эшләнә. Билдә лавр һәм имән ботаҡтары менән үрелгән овал венок формаһында. Ботаҡтарҙың остары арҡыс-торҡос тоташтырылған һәм бант менән бәйләнгән. Веноктың үрге өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы урынлаштырылған. Веноктың алғы яғының үҙәгендә венокка маҡтаулы исемдең атамаһы яҙылған картуш һалынған.

Артҡы яғында күкрәккә тағыла торған билдәне кейемгә беркетеү өсөн булавка бар. Билдә күкрәктең уң яғында йөрөтөлә. 

Күсеш осоро

Рәсәйҙә Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге  1341-се һанлы указы ҡабул ителгәнгә тиклем РСФСР-ҙың маҡтаулы исемдәрен булдырыу тураһындағы хоҡуҡи акттар ғәмәлдә була.  Дәүләттең «Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы» атамаһы «Рәсәй Федерация» атамаһына үҙгәртелгәндән һуң (РСФСР-ҙың 1991 йылдың 25 декабрендәге 2094-I-се һанлы Законын ҡарағыҙ) бөтә маҡтаулы исемдәрҙә «РСФСР» атамаһы «Рәсәй Федерацияһы» атамаһына алыштырылды. Шулай итеп, 1992 йылдан алып 1996 йылға тиклем 1940 йылдан ғәмәлдә булған бер үк типтағы  РСФСР-ҙың маҡтаулы исем бирелде. Әлеге исем «Рәсәй Федерацияһы мәктәбе атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә тиң.

Өҫтәмә дәртләндереү бүләктәре

Рәсәй Федерацияһының  «Ветерандар тураһында» исемле Федераль Законына һәм уның подзакон акттарына ярашлы  «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеме тейешле хеҙмәт стажы йәки выслугаһы булған осраҡта бүләкләнеүсе «хеҙмәт ветераны» исемен алыу хоҡуғына эйә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Щеголев К.А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — С. 349. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
  • Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
  • Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 254 с.

Һылтанмалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Tags:

Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы Ни өсөн биреләРәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы Биреү тәртибеРәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы Исем тарихыРәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы Күкрәккә тағыла торған билдәРәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы Күсеш осороРәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы Өҫтәмә дәртләндереү бүләктәреРәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы ИҫкәрмәләрРәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы ӘҙәбиәтРәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы ҺылтанмаларРәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы Шулай уҡ ҡарағыҙРәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған Уҡытыусыһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Луи АрмстронгТомирисВикипедияФранклин РузвельтБиологик ҡоралКонго РеспубликаһыҠоштарПасха утрауы1937 йылСүриәАсыҡ контентСиндбад-сәйәхәтсеМәтрүшкәСи ЦзиньпинСаптаръянов Әхмәтвәли Ғәзизйән улыЕте йыллыҡ һуғыш15 мартҒәззә8 мартНемец телеВикимедиа хәрәкәтеСалауат ЮлаевISO 4217Беренсе донъя һуғышы2013 йылГраждандар йәмғиәтеЕнси актРәшит әд-ДинЭске тулайым продуктРәсәйҙә Граждандар һуғышы14 майФәхретдинова Динара Йәлил ҡыҙыБашҡортостанХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙы2003 йылМария Гёпперт-Майер3 апрельТарихБашҡорт милли кейемеИсламдың алтын быуатыПарфия батшалығыXIII быуат12 апрель10 апрельФотографияХамматов Яңыбай Хаммат улыКеше яҙмышыБөйөк Британия24 августМәғариф23 ғинуар.afБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреИртышЛенин Владимир ИльичТикТокБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы5 июньҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр🡆 More