Иҫке Боҫҡаҡ: Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл

Иҫке Боҫҡаҡ (рус. Старопучкаково) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл.

2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 276 кеше. Почта индексы — 452215, ОКАТО коды — 80256875007.

Ауыл
Иҫке Боҫҡаҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Саҡмағош районы

Координаталар

HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 256 875 007

ОКТМО коды

80 656 475 121

ГКГН номеры

0520611

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Боҫҡаҡ (Рәсәй)
Иҫке Боҫҡаҡ
Иҫке Боҫҡаҡ
Иҫке Боҫҡаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Боҫҡаҡ

Тарихы

Иҫке Боҫҡаҡ (Боҫҡаҡ-Ҡуян) ауылында тик аҫаба башҡорттар ғына йәшәгән. Тәүге осорҙа тораҡ пункты Ҡуян атамаһы менән атала, аҙаҡ Боҫҡаҡ-Ҡуян (Исхаҡ-Ҡуян, Уйбулат - һуңғы атамны аңлатып булмай) тип йөрөтөлә. Боҫҡаҡ исеме ауыл янынан аҡҡан йылға атамаһынан алынған. Ҡуян - антропонимдан: 1804 йылда бында ауылға нигеҙ һалған кешенең улдары - Айса һәм Ҡуғыш Ҡуяновтар йәшәгән. Улар Йылан улусы старишинаһының 1742 йылдың 26 июнендәге ҡарары нигеҙендә Боҫҡаҡ ауылының аҫаба ерҙәрен Чупай ауылы мариҙарына үҙ белдеге менән ҡуртымға бирергә теләүенә ҡаршы сыға.XIX быуат башында тораҡ пункты Боҫҡаҡ - Ҡуян тип атала. Ә бына Красильниковтың картаһында ауыл Ҡуян исеме аҫтында индерелә.

1795 йылда ауылдағы 25 ихатала 157 башҡорт йәшәй. 1834 йылда башҡорттарҙың һаны 269-ға, 1870 йылда - 573, 1920 йылда 797 кешегә етә. Күренеүенсә, ауыл халҡы тик башҡорттарҙан ғына торған. Ауылдың үҙендә тимерлек, һәм мәсет була. Иҫке Боҫҡаҡ ауылы — Дан орденының тулы кавалеры Шәйхелислам Ғүмәр улы Сәлиховтың тыуған ауылы.

1800 йылда ауыл аҫабалары йорттоң йөҙ башы Әбйәлил Сабуҡаев, Ғайса Ҡуянов, Ҡотлоҡай Ҡотманаев, Әбделкәрим Һараев, Һыртлан Юзеев, Ҡотломбәт Ҡолошев, Көҫәпҡол Айдаҡаев, Сәйетғәфүр Аҡҡулов, Раҡай Аҡҡулов, Дәүләт Яҡшембәтов, Мөхәмәтрәхим Ғайсин, Мәсәғүт Сәғитов, Сәйетҡол Аҡҡулов, Әлекәй Урусов, Әлшәй Ибрашев, Дәүләтҡол Айдаҡаев, Ынйыбай Яҡшиев, Мерәҫ Айсиҡаев, Морат Мерәсов, Иҫәнъюл Һыртланов, Сабуҡай Сарыев, Сәлимйән Мусин, Таңғатар Айсин, мөәзин Бохар Юлдашев, Сәйфулла Ҡаръевов, Сәлим Мусин һәм Ҡотло Сурабаевтар үҙҙәренең Шалтыҡ, Баҙы һм Сөн түбәләре араһында урынлашҡан аҫаба ерҙәрен Байраҡлы ауылы татары Исхаҡ Ғәлиевҡа, Ҡаҙан сауҙагәре Ғәбит Бакировҡа һәм Салпы ауылынан сауҙа менән мәшғүл булған татар Ғәбиҙулла Москововҡа поташ заводын төҙөү өсөн 30 йылға ҡуртымға бирә. 1812 йылда ҡуртымға алынған ерҙең бер өлөшө Йомаш һәм Яңы Семенкино ауылының яңы суҡындырылған сыуаштарына тораҡ пунктын булдырыу өсөн тапшырыла. XX быуат башында ауыл халҡының бер өлөшө Яңы Боҫҡаҡ ауылына нигеҙ һала.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 276 133 143 48,2 51,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

    1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
    1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 32 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Йомаш): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 56 км

Билдәле шәхестәре

Сығанаҡтар

  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.стр.393.
  • Коллектив авторов. История башкирских родов. Елан. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 9. — С. 120. — 720 с. — 3 500 экз. — ISBN 978-5-85051 605 5.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Иҫке Боҫҡаҡ ТарихыИҫке Боҫҡаҡ Халыҡ һаныИҫке Боҫҡаҡ Географик урыныИҫке Боҫҡаҡ Билдәле шәхестәреИҫке Боҫҡаҡ СығанаҡтарИҫке Боҫҡаҡ ИҫкәрмәләрИҫке Боҫҡаҡ2010БашҡортостанОКАТОРус телеСаҡмағош районы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Башҡортостан ҡоштарыЮнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙыСпиваков Владимир ТеодоровичМатематикаHTMLҠытай телеПастернак Борис ЛеонидовичҒәскәрова Гөлфирә Ильяс ҡыҙыЕр тетрәүБатша пушкаЕвропа берлегеБыумаБөрйән районыГордеев Михаил ВикторовичБашҡорт телеМулдашев Эрнст Рифғәт улыЭпитетТултырыусыМостай КәримТерпеләрБөйөк француз инҡилабыМосолман календарыХәбиров Фәрит Барый улыТамил телеФәләстин тарихыҠоралИстихараВенгрияБаймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбеҒөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙыЛатин алфавитыНазаров Рәшит Сәйетбаттал улыОрганизмТим Бернерс-ЛиISO 4217Үзбәк телеМона ЛизаҮҫемлектәрПоляк телеКүлдәкФранцияХамматов Яңыбай Хаммат улыҺырғатуйФарсы телеISO 3166-1ҠылымАнимеМысырКиевБашҡорт алфавитыГайанаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыСтәрлетамаҡ1941 йылЫрымбур губернаһыУкраина Совет Социалистик РеспубликаһыБашҡорт ХөкүмәтеМәтрүшкә🡆 More