Байғаҙы (рус. Байгазино) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл, Байғаҙы ауыл Советына ҡарай.
2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 360 кеше. Почта индексы — 453580, ОКАТО коды — 80219809001.
Ауыл | |
Байғаҙы рус. Байгазино | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | Башҡортостан |
Муниципаль район | Бөрйән районы |
Ауыл советы | Байғаҙы |
Координаталар | |
Милли состав | башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | UTC+6 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды | 02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 478 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 210 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 192 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 302 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 409 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 360 | 181 | 179 | 50,3 | 49,7 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %).
2022 йылдың 1 мартына ҡарата Байғаҙы ауылында 375 кеше йәшәй, шуларҙан 167 ир-ат (44.66%) һәм 208 ҡатын-ҡыҙ (55.34%) тәшкил итә.
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ә.Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары тураһындағы мәғлүмәттәр» китабында былай тип яҙылған: "Сотник Байғаҙы Ҡунаҡбаев (1770—1853) Һәүәнәк йылғаһы буйында ауыл нигеҙләй һәм уға үҙенең исемен ҡуша. Уның улдары Аллағол (уның улы Тәңребирҙе), Шәрәфетдин, Ишмырҙа Байғазиндар билдәле. 1816 йылғы иҫәп алыу материалдарынан күренеүенсә, Байғаҙы, Бикмөхәммәт, Килмөхәмәт, Рәхмәтулла Тимер ауылында, ә 1850 йылғы иҫәп алыу буйынса улар бала-сағалары менән Байғаҙыла йәшәгән. Байғаҙы ауылы ойошторолған йылда унда 168 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 220, 1920 йылда — 478 кеше. 24 йорттан 22-һе күсмә тормош алып барған. Уларҙың 116 аты, 52 һыйыры, 47 һарығы, 14 кәзәһе булған. Ауылда бөтәһе 14 солоҡ ҡорто булған. Бында шуны ла әйтергә кәрәк: бөтә солоҡтарын һәм умарталарын йәшереү сәбәпле, улар иҫәпкә алынмаған. Ауыл халҡы 16 бот ужым һәм 320 бот яҙғы иген сәскән. 1900 йылда мәсет булған.
Рядовойҙар Хәйбулла Ташбулатов, Рәсүл Ишкилдин 1805—1807 йылдарҙа Наполеонға ҡаршы кампанияла ҡатнаша. Ниғмәтулла Юлъяҡшин — 15-се полк составында Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән. … д а у а м ы
1924 йылда Байғаҙы ауылында ике йыллыҡ мәктәп асыла. Дәрестәр ғәрәп телендә алып барыла. Ауылдың беренсе уҡытыусыһы — сәсән Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы. 1929—1930 уҡыу йылында Ғәлиәкбәрҙән Сәғитов Хаммат Ҡәйүм улы латин хәрефе буйынса дәрестәр бирә. Мәктәп 1951—1952 йылдарҙа 7 йыллыҡ, 1970 йылда 8 йыллыҡ булып китә. 1993 йылда дөйөм урта белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә.
Байғаҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2022)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Байғаҙы Викидәреслектә | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Байғаҙы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.