Артузов Артур Христианович

Артузов Артур Христианович (1918 йылға тиклем — Фраучи йәки Ренуччи; 18 февраль 1891 йыл, Тверь губернаһы Устиново — 21 август 1937 йыл, Мәскәү) — СССР дәүләт именлеге органдары эшмәкәре.

Совет разведка һәм контрразведкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, корпус комиссары (1935). «Халыҡ дошманы». 1937 йылда атып үлтерелә.

Биографияһы

Балалыҡ һәм үҫмер йылдары

Артур Христианович Артузов 1891 йылдың 18 февралендә Тверь губернаһының Кашинский өйәҙе Устинов швейцар сыр бешереүсеһе Христиан Фраучи (милләте буйынса итальян) ғаиләһендә тыуған, улар төрлө урында эшләп, рәсәй ҡалаларында сыр эшкәртеү менән шөғөлләнә. Артур Артузовтың әсәһе, Августа Августовна Фраучи (ҡыҙ фамилияһы Дидрикиль), эстон һәм латыш тамырҙарына эйә булған, ә уның ҡартатайҙарының береһе шотланд була. Йәштәр Рәсәйҙә танышалар һәм өйләнешәләр. Фраучи ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнә, Артур өлкәне була.

Артузов бала саҡтан Фраучиҙар йортонда йыш ҡунаҡ булған революционер-большевик Михаил Кедров һәм Николай Подвойский менән таныш була. Улар әсәһенең һеңлеләренә өйләнгән була. 1906 йылдан Артузов легаль булмаған әҙәбиәт таратыуҙа ҡатнаша.

1909 йылдың майында Новгород классик ирҙәр гимназияһын алтын миҙал менән тамамлай һәм Петроград политехник институтының металлургия бүлегенә уҡырға инә һәм 1917 йылдың февралендә уны отличие менән тамамлағандан һуң, профессор Владимир Грум-Гржимайлоның Металлургия бюроһында инженер-проектлаусы булып эшләй.

Именлек органдарында

1917 йылдың авгусында, Түбәнге Тагилға командировкаға барып ҡайтҡандан һуң, инженер-проектлаусы һөнәрен ҡалдырырға ҡарар ҡабул һәм 1917 йылдың декабренә тиклем Армия һәм флотҡа демобилизациялау идаралығында эшләй. 1917 йылдың декабрендә РСДРП(б) сафына инә. 1917 йылдың декабренән 1918 йылдың мартына тиклем ревизия комиссияһы секретары менән эшләү буйынса буйынса айында Вологдала һәм Архангельскиҙа РСФСР Хәрби Эштәр Халыҡ комиссариатының Ревизия комиссияһында сәркәтип, ә 1918 йылдың мартынан авгусына тиклем Төньяҡ фронтта саҡырылыусыларҙың партизан отряды начальнигы. Артабан эҙмә-эҙлекле Мәскәү хәрби округының хәрби-таныштырыу военно-осведомительный бюроһы һәм Реввоенсоветтың Хәрби контроле әүҙем часы начальнигы вазифаһын биләй.

1919 йылдың ғинуарынан Артузов Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты-ның Махсус бүлеге махсус вәкәләтле вазифаһына тәғәйенләнә, артабан эҙмә-эҙлекле ВЧК Махсус бүлеге Оператив идаралығы мөдире вазифаһын биләй, 1921 йылдың ғинуарынан — ВЧК-ның Махсус бүлек начальнигы ярҙамсыһы, шул уҡ йылдың июленән — ВЧК-ның Махсус бүлек — Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы Берләшкән Дәүләт Сәйәси Идаралығы начальнигы урынбаҫары. «1920 йылдан (эске чекист мәсьәләләре буйынса) Коллегия ағзаһы хоҡуғында», — тип яҙа Артузов автобиографияһында. 1920 йылдың йәйендә киң вәкәләткә эйә булып Көнбайыш фронтҡа (фронт һәм армияның махсус бүлектәре эшен күҙәтеү хоҡуғы) бара.

1921 йылдың 18 июлендә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы А. Х. Артузов Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Артузов 1922 йылдың июлендә ГПУ/ОГПУ-ның Йәшерен-оператив идаралығында яңы төҙөлгән Контрразведка бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Контрразведка бүлеген етәкләп, Артузов «Трест» һәм «Синдикат-2» эре операциялары, шулай уҡ бер нисә тиҫтә башҡа аҙ билдәле операциялар етәксеһе була. 1922—1927 йылдарҙа дауам иткән «Трест», операцияһы барышында СССР территорияһында аҡ эмигранттар берекмәһенең ҡоротҡос-разведка эшмәкәрлеге тулыһынса сикләнә. «Синдикат-2» операцияһы һөҙөмтәһендә, «Тыуған илде һәм азатлыҡты яҡлау халыҡ союзы» советтарға ҡаршы эмигрант ойошмаһы етәксеһе Борис Савинков ҡулға алына. 1925 йылда Сидней Рейлиҙы. ҡулға алыу ҙа Артузовтың тағы бер уңышы була. Артузов «Тарантелла» операцияһының инициаторы һәм туранан-тура еренә еткереүсеһе лә була.

1927 йылдың йәйендә Артузов бер ыңғай ОГПУ-ның Йәшерен-оператив идаралығы начальнигы Генрих Григорьевич Ягоданың 2-се ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә, ә инде 4 ай үтеүгә, ноябрҙә, ул КРО хеҙмәтенән бушатыла. Берләштерелгән Дәүләт Сәйәси Идаралығының Йәшерен-оператив идаралығында СОУ ОГПУ эшләй.

1930 йылдың 1 ғинуарынан Артузов СССР Берләшкән Дәүләт Сәйәси Идаралығының Беренсе Баш Идаралығы (ИНО ОГПУ) начальнигы урынбаҫары итеп, ә 1931 йылдың 1 авгусынан — ИНО начальнигы һәм СССР ОГПУ коллегия ағзаһы вазифаһына тәғәйенләнә. Артузов ИНО ОГПУ-һын етәкләгәндә, тиҫтәләрсә хеҙмәткәр һәм йөҙҙәрсә агент йәлеп итеп, тиҫтәләрсә операциялар үткәрелә. Германия йүнәлеше совет разведкаһының мөһим эше булған. Артузов хеҙмәткәрҙәре агентура селтәре совет етәкселегенә власҡа килгән Германия милләтсе-социалистик партияһы эсендә булып ятҡан ваҡиғалар, шулай уҡ ҡайһы бер дәүләт органдары һәм махсус хеҙмәттәре эшмәкәрлеге тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт еткергән. Артузов Берләшкән Дәүләт Сәйәси Идаралығының ОГПУ Сит ил эштәре бүлегендә хеҙмәт иткән осорҙа данлыҡлы легаль булмаған разведчиктар Фёдор Карин, Арнольд Дейч, Теодор Малли, Дмитрий Быстролетов һәм башҡалар совет разведкаһына эшләй.

Артузов 1934 йылдың майында, бер нисә эш башҡарып, Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы штабының IV (разведка) идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә. Быға тиклем IV идаралыҡ начальнигы Ян Берзиндың рәсми беренсе урынбаҫары булмай, ә бары тик ярҙамсылары булған. Тәғәйенләнгән сағында Артузов ИНО ОГПУ-ның бер нисә хеҙмәткәрен, (улар араһында иң күренекле тип күрһәтелгәндәре Карин һәм Штейнбрюк, башҡалар араһында Борис Эльман һ. б.) үҙе менән алып килеү хоҡуғы тураһында алдан һөйләшеп ҡуя.

1935 йылдың майында Артузов СССР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатының Дәүләт Именлеге Баш Идаралығы Сит ил бүлеге начальнигы вазифаһынан бушатыла һәм тулыһынса Рәсәй Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Разведка идаралығы штабы эшенә туплана. Колпакиди һәм Прохоров Артузовты бер төркөм хеҙмәткәре менән Разведка Идаралығына күсеүе ИНО ОГПУ-ның көсһөҙләнеүенә алып килә ти. Һәм менән тышҡы сәйәси хәлдәрҙең үҙгәрешен (Германия һәм Польшаның яҡынайыуын, Япония позицияһын), ни өсөн «хәрби разведканың әһәмиәте арта барыуын» шуның менән бәйләй. Артузов етәкселегендә данлыҡлы разведчиктар Шандор Радо, Рихард Зорге, Ян Черняк, Рудольф Гернштадт, Хажи-Үмәр Мамсуров эшләй.

1935 йылдың 21 ноябрендә Артузовҡа корпус комиссары исеме бирелә. 1937 йылдың 11 ғинуарында Артузов Разведка Идаралығы хеҙмәтенән бушатыла һәм СССР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатының Эске Эштәр Халыҡ Комиссариаты архив бүлегенә ғилми хеҙмәткәр вазифаһына тәғәйенләнә. Борис Игнатьевич Гудзь былай хәтерләй:

Артузов эштәр өйөлгән өҫтәл һәм ике ултырғыс торған кескәй бүлмәлә ултыра ине, яманһыулап былай тине: «Бына, миңә совет дәүләт именлек органдарының тарихын яҙыу эшен тапшырҙылар. Кәрәкле эш, һәм быны минән дә яҡшыраҡ бер кем дә эшләмәҫ».

«Кто виноват — Обвиняются в шпионаже»

Ҡулға алыныуы һәм язаланыуы

1937 йылдың 13 майында хеҙмәт бурысын үтәгәндә Артузов ҡулға алына. Эске Эштәр Халыҡ Комиссариаты НКВД эсендә алдан һүҙ ҡуйышып контрреволюцион емергес эш алып барған ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнә. СССР эске эштәр халыҡ комиссары Николай Ежовтың № 8 июль 1937 йылдың 8 июлендә сығарылған 1138-се Бойороғо менән элекке вазифаһынан һәм, ғөмүмән, хеҙмәтенән бушатыла. 1937 йылдың 21 авгусында "махсус тәртип"тә юғары язаға хөкөм ителә. Шул уҡ көндө язалана.

1956 йылдың 7 мартында үлгәндән һуң аҡлана.

Ғаиләһе

  • ҡатыны Лидия Дмитриевна (ҡыҙ фамилияһы Слугина) — 1918 йылдың октябренән никахта булалар.

Балалары:

  • улы Камилл (1923—1997) — билдәле совет скрипкасыһы һәм музыка уҡытыусыһы
  • ҡыҙы Лидия (1919 йылғы)
  • ҡыҙы Нора (1920 йылғы)

Хәтер

2014 йылдың 19 ноябрендә Санкт-Петербург политехник университетында совет разведчигы Артур Артузовҡа мемориаль плита асыу тантанаһы уҙҙы.

Наградалары

  • Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (18.07.1921, 1932). Башҡа сығанаҡтарҙа бер орден менән бүләкләнеүе тураһында мәғлүмәт тупланған.
  • «ВЧК-ГПУ (V) почётлы хеҙмәткәре» билдәһе (1923)
  • «ВЧК-ГПУ (XV) почётлы хеҙмәткәре» билдәһе (20.12.1932)

Мәҙәниәттә

Артузов Артур совет яҙыусыһы Л. В. Никулиндың чекист «Трест» операцияһы тураһында бәйән иткән «Мёртвая зыбь» романы персонаждарының береһе. 1967 йылда был роман буйынса ҡуйылған «Операция „Трест“» фильмында Артур Христианович ролен Армен Джигарханян, ә Юлиан Семёнов сценарийы буйынса ҡуйылған һәм 1980 йылда экрандарға сыҡҡан ике сериялы «Крах операции „Террор“» тарихи-революцион совет-поляк фильмында — Артём Карапетян уйнай. Василий Кононюктың «Я — меч, я — пламя!» фантастик романында төп геройҙарҙың береһе булып һынландырылған. "Государственная граница" сериалының дүртенсе «Ҡыҙыл ҡом» фильмында Артузов ролен Гирт Яковлев башҡара.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Артузов Артур Христианович БиографияһыАртузов Артур Христианович ҒаиләһеАртузов Артур Христианович ХәтерАртузов Артур Христианович НаградаларыАртузов Артур Христианович МәҙәниәттәАртузов Артур Христианович ИҫкәрмәләрАртузов Артур Христианович ӘҙәбиәтАртузов Артур Христианович ҺылтанмаларАртузов Артур Христианович18 февраль1891 йыл1937 йыл21 августВЧКМәскәүСССР

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Инглиз телеДейеүТай телеҒарипов Рәми Йәғәфәр улыСтәрлетамаҡ өйәҙеҠояш культыЛьюис КэрроллРәсәйСовет Социалистик Республикалар СоюзыӘхиәр ХәкимБашҡорт теленең диалекттарыҠәҙим АралбайСальвадор ДалиБейеү1874 йылКүкйөнЮнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙыҠарға бутҡаһыРус телеСәйет батырХарисов Әхнәф Ибраһим улыБашҡортсаСуфый сиңерткәЛатин телеЗорге урамы (Дондағы Ростов)Орхон яҙмаларыМәҙәниәтРун яҙмаһыВикиТимеров Азамат Камил улыБохараБашҡортостан ҡоштарыҠытай телеЯңы Николаевка (Бәләбәй районы)HTMLДнестр буйы Молдова РеспубликаһыБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыФәләстинШәмсетдин ЗәкиАтомАзияНорвегияБөйөк Моголдар империяһыБүреН. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһыМысырКөбөӘҙәбиәтМалагаси телеТултырыусыХалыҡ-ара стандарт серия номерыКиҫәксәЯйыҡҠХРҠорал🡆 More