Хисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр Улы

Хисаметдинов (Мөхәмәтйәнов) Әхмәтсафа Мәғәфүр улы (рус. Хисаметдинов (Мухаметьянов) Ахметсафа Магафурович; 27 июнь 1922 йыл — 29 декабрь 2009 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1967).

Хисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Хисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр Улы СССР
Хисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр Улы Рәсәй
Тыуған көнө 27 июнь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Иҫән, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 29 декабрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (87 йәш)
Һөнәр төрө тракторсы, Һалдат
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Әхмәтсафа Мәғәфүр улы Хисаметдинов — 1922 йылдың 27 июнендә (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 1 ғинуар) Башҡортостан АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының) Иҫән ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Иҫән һәм Муллаҡай ауылы мәктәптәрендә уҡып 6-сы класты тамамлай. 1938 йылда Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында тракторсылар курсын тамамлап, тыуған колхозында тракторсы булып эш башлай.

1941 йылдың декабрь айында үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Уға хәрби әҙерлекте Әбделхәй Кәримов взводында үтергә тура килә һәм дивизияға Ҡыҙыл Байраҡ тапшырыу тантанаһы шаһиты була. Март айында дивизия полктарға бүленә. Әхмәтсафа Сәйфулла Хәбиров командалыҡ иткән 3-сө полк составында Брянск өлкәһенә юллана. Полк 1942 йылдың апрелендә һуғышҡа инә. Ә. Хисаметдинов полк артиллерияһында разведчик-корректировщик вазифаһын үтәй. Орудие командиры Жданов була.

1942 йылдың июнендә Олым йылғаһы буйында оборона тоталар. Дошман Воронеж ҡалаһын алыу өсөн бар көсөн һала. Артиллерия ер менән күкте тоташтыра. Дивизия, Сталинград йүнәлешендә хәрәкәт итергә, тигән приказ ала. Сталинград өсөн ҡаты һуғыш башлана. Әхмәтсафа, шул алыш мәлендә яралпанып, хәрби госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡас, уны 3-сө Украина фронтына ебәрәләр, һәм ул Курск дуғаһы һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдың 19 авгусында ауыр яралана, әммә дауаланып сыҡҡас кире сафҡа баҫа. Курск, Чернигов, Сарны, Люблин ҡалаларын һәм ауылдарҙы азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың майында 187-се уҡсылар полкы составында Австрияға бәреп инә. Балатон күле янында уларҙың полкы АҠШ һалдаттары менән осраша. Шулай итеп, Иҫән егете Әхмәтсафа Хисаметдинов Украина, Югославия, Венгрия, Румыния, Болгария һәм Австрия илдәрен дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылда II төркөм Ватан һуғышы инвалиды булып тыуған ауылына ҡайтып төшә.

Һуғыштан һуңғы ауыр ваҡытта Әхмәтсафа Хисаметдинов колхоз производствоһының төрлө өлкәләрендә эшләй. 1946—1947 йылдарҙа «Таналыҡ» колхозында бригадир, 1947—1950 йылдарҙа «Ҡыҙыл Маяҡ» колхозы рәйесе, 1950—1953 йылдарҙа «Ҡыҙыл Маяҡ» колхозында агротехник, 1953—1967 йылдарҙа «Салауат» колхозында автомеханик булып эшләй. Артабанғы йылдарҙа машинист-моторист, МТМ-ла гараж мөдире вазифаларын башҡара.

1957 йылда «Ҡыҙыл Маяҡ» колхозы иң юғары уңыш алыуға өлгөшө. Шуға ла Әхмәтсафа Хисаметдинов республика делегацияһы составында Мәскәүгә ебәрелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Сәйғәфәров Ә. М. «Тарих һәм кеше яҙмышы солғанышында Иһән ауылы». Өфө. Китап. Т. 350 экз.. С 300.

Һылтанмалар

Tags:

Хисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр Улы БиографияһыХисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр Улы Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреХисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр Улы ИҫкәрмәләрХисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр Улы ӘҙәбиәтХисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр Улы ҺылтанмаларХисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр Улы112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы1922 йыл2009 йыл27 июнь29 декабрьБашҡорт АССР-ыБөйөк Ватан һуғышыВатан һуғышы орденыРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Бал ҡорттарыБүләков Динис Мөҙәрис улыХәсән НазарШәкүров Рәшит Закир улыПоляк себерлеләреАрхеологияБаш битМәтрүшкәЕкатерина IIHej, sokołyHTMLҒәйнә һөйләшеБашҡортостан ҡоштарыПилотһыҙ осоу аппаратыАғиҙел (йылға)Миус-фронтЕрәнсә сәсәнУрыҫ телеДиего ВеласкесЮнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙыВәлиуллин Ринат Риф улыЗәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улыУсманова Кәримә Ишбулды ҡыҙыМеңПутин Владимир ВладимировичӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыXII быуатКапитализмВоронеж өлкәһеИнглиз телеБөйөк УстюгЭякуляцияГаметаБөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһыВаҡытНефтекамаШифалы ромашкаҺыу буйында балыҡсыЕте ҡыҙ (йыр)РәүешСәғитов Рәсүл Хәсән улыКинематографСәскәОдорхею-СекуескШахматТамара ҒәниеваБикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улыТаиландКондакова Елена ВладимировнаОстготтарҠоштарХамматов Яңыбай Хаммат улыЙондоҙлоҡДзюдоСаспаев АманЙосопов Тимербай Йосоп улыӘҙәбиәтБөйөк БританияГәрәев Муса Ғайса улыISO 3166-1🡆 More