Фобос: Марс планетаһының тәбиғи юлдашы

Фо́бос (бор.

грек. φόβος «ҡурҡыу») — Марс планетаһының ике юлдашының береһе (икенсеһе — Деймос). Уны 1877 йылда Америка астрономы Асаф Холл аса, атамаһы боронғо грек аллаһы Фобос, һуғыш аллаһы Арестың юлдашы, хөрмәтенә бирелә (тәржемәлә «Ҡурҡыу»).

Фобос
Рәсем
Масса 10,66 ± 0,02 эксаграмм
Кем хөрмәтенә аталған Фобос[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Асаф Холл[d]
Асыу датаһы 18 август 1877
Астрономик асыш урыны АҠШ-тың хәрби-диңгеҙ обсерваторияһы
Родительское тело Марс
Орбита эксцентриситеты 0,0151
Наклонение орбиты 26,04 °
Орбитальный период 0,3189 тәүлек
Большая полуось орбиты 9377,1 km
Видимая звёздная величина 11,8
Альбедо 0,071
Тығыҙлыҡ 1,876 грамм на кубический сантиметр
Диаметр 22,5 km
Астрономик символ һүрәте
Коллаж
Поверхностная гравитация 0,0057 метр в секунду в квадрате
Фобос: Тасуирламаһы, Килеп сығышы, Марстан күренеше Фобос Викимилектә

Тасуирламаһы

Фобос: Тасуирламаһы, Килеп сығышы, Марстан күренеше 
Марс юлдаштарының орбиталары

Фобос Марстың үҙәгенән уртаса Марстың 2,77 радиусы тиклем алыҫлыҡта (9400 км) әйләнә, был Ер менән Ай үҙәктәре араһындағы алыҫлыҡтан (384 400 км) 41 тапҡырға аҙыраҡ; перицентры — 9235,6 км, апоцентры — 9518,8 км. Фобос Марсты 7 сәғәт 39 минут 14 секундта әйләнеп сыға, был Марстың үҙ күсәре тирәләй әйләнеүенән яҡынса өс тапҡырға тиҙерәк. Һөҙөмтәлә Фобос Марс күгендә көнбайыштан сыға һәм көнсығышта байый.

Фобостың формаһы яҡынса өс күсәрле эллипсоидҡа оҡшаш, ҙур күсәре Марсҡа йүнәлгән. Фобостың үлсәмдәре 26,8×22,4×18,4 километр тәшкил итә.

Массаһы бик бәләкәй булғанға күрә, Фобоста атмосфера юҡ. Фобостың уртаса тығыҙлығы уғата түбән (яҡынса 1,86 г/см³), был юлдаш структураһының күҙәнәкле булыуына күрһәтә, бушлыҡтар уның күләменең 25-45 процентын тәшкил итә.

Фобостың үҙ күсәре тирәләй әйләнеү периоды уның Марс тирәләй әйләнеү периодына тура килә, шуға ла Фобос һәр саҡ планетаға бер яғы менән генә боролған була. Уның орбитаһы «шыйыҡ» юлдаш өсөн Рош сиге эсендә, әммә, структураһы күҙәнәкле булғанға күрә, һыу ҡалҡыу көсө уны өҙгөсләй алмай, шуға ла әлеге ваҡытта уның орбитаһы «ҡаты» юлдаш өсөн Рош сигенән ситтә ята. Орбитаһы ошондай хәлдә булғанлыҡтан, Фобостың яһалма юлдашы булыуы мөмкин түгел.

Фобос әкренләп Марсҡа яҡынлай. 1945 йылда Б. П. Шарплесс[en], Г. О. Струвеның һәм унан һуңғы осор күҙәтеүҙәрен эшкәртеү нигеҙендә, шундай һығымтаға килә: Фобостың орбиталь хәрәкәте быуат тиҙләнешен кисерә. 1959 йылда И. С. Шкловский, үҙенең иҫәпләүҙәренән сығып, «ҡыйыу һәм ғәҙәти булмаған» фаразын әйтә: Фобостың эсе ҡыуыш һәм ул яһалма рәүештә булдырылған юлдаш, сөнки ул саҡта ҡабул ителгән быуат тиҙләнеше мәғәнәһен тап шуның менән генә аңлатырға мөмкин. Дж. Уилкинс (1967), С. Н. Вашковьяк һәм Э. Синклерҙарҙың (1972) күҙәтеү мәғлүмәттәрен ентекле анализлауы, ғөмүмән, быуат тиҙләнешенең булмауын күрһәтә. Ләкин В. А. Шорҙың (1973) анализы шулай ҙа быуат тиҙләнешенең булыуын раҫлай, әммә ул Шарплесс иҫәпләгәндән байтаҡҡа кәмерәк, ти ул. Шорҙың теоретик һығымталарын «Маринер-9» автоматик планета-ара станцияһының үлсәү һөҙөмтәләре лә раҫлай. Шуға күрә Шкловскийҙың фаразы кире ҡағыла, һәм шул уҡ 1959 йылда Н. Н. Парийскийҙың, быуат тиҙләнешенең сәбәбе булып Марстың һыу ҡалҡыу көсө йоғонтоһо тора, тигән гипотезаһы ҡабул ителә. Тап ул Фобостың хәрәкәтен әкренләп кәметеүен һәм киләсәктә уның Марсҡа ҡолап төшөүе йәки, планета ҡулсаһын барлыҡҡа килтереп, тарҡалыуы тураһындағы гипотезаһын белдерә.

Хәҙерге ваҡытта Фобос һәр быуат һайын Марсҡа 1,8 метрға яҡыная. Түбәнәйеү тиҙлеге планетаға тиклем ҡалған араға бәйле. Иҫәпләүҙәргә ярашлы, Фобостың Марсҡа 43 миллион йылдан һуң ҡолауы ихтимал. Өҫтәүенә, ҡолап төшкәнгә тиклем үк, Рош сиген үткәс, 10-11 миллион йылдан һуң, Фобос бик күп киҫәктәргә тарҡаласаҡ.

Фобос: Тасуирламаһы, Килеп сығышы, Марстан күренеше 
Стикни — Фобостың иң ҙур кратеры

Фобоста диаметры 9 километр булған Стикни кратеры бар. Был кратер Фобостың, бәлки, миллион йыл элек ҙур булмаған астероид менән бәрелешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәндер, һәм ошо бәрелешеү юлдашты бөтөнләй юҡҡа сығара яҙған. Шулай уҡ Фобоста кратер тирәләй серле параллель бураҙналар системаһының барлығы асыҡлана. Уларҙың оҙонлоғо 30 километрға тиклем һуҙыла, ә киңлеге 100—200 метр, тәрәнлеге 10-20 метр.

Марс яҡын булғас, юлдаштың төрлө яғында тартылыу көсө лә төрлөсә. Марсҡа ҡарап торған яғында, Фобостың Рош сигенә бик яҡын булғанына күрә, тартылыу көсө бөтөнләй юҡ.

Килеп сығышы

Фобос: Тасуирламаһы, Килеп сығышы, Марстан күренеше 
Фобостың картаһы

Марс юлдаштарының килеп сығышы тураһындағы гипотезалар, элеккесә, ҡапма-ҡаршылыҡлы. Фобос менән Деймостың C-тибындағы астероидтар менән уртаҡлыҡтары байтаҡ: уларҙың спектры, альбедо һәм тығыҙлығы тотош алғанда C йәки D-тибындағы астероидтарға хас. Элекке гипотеза буйынса, Фобос һәм Деймос  — астероидтарҙың төп билбауында 4,5 миллиард йыл барлыҡҡа килгән астероидтар, улар астероидтар билбауының тышҡы өлөшөнән әкренләп кенә Ҡояш яғына күсә-күсә, Марстың юлдаштарына әүерелә. Ләкин Марстың бер юлы ике астероидты үҙ тирәһендә ҡалдыра алыуы икеле, шуға күрә икенсе бер гипотеза барлыҡҡа килә: Фобос менән Деймос планета тирәләй әйләнгән берҙән-бер һәм ҙур астероидтың икегә ярылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Әммә Фобос менән Деймос Марс тирәләй планетаның экваторы киңлегендә тип әйтерлек әйләнә, ә уларҙың тығыҙлығы астероидтар өсөн хас түгел, һәм улар шул тиклем бәләкәй, Марс уларҙы үҙенә тартып алған осраҡта астероидтар бөтөнләй тарҡалыр ине. Был дәлилдәр планетаның астероидтарҙы үҙенә тартып алыу гипотезаһын кире ҡаға.

Европаның «Марс-экспресс» аппаратынан алынған мәғлүмәттәрҙең аныҡ анализы Фобос спектрының төп билбау астероидтарының спектрынан һиҙелерлек айырылып тороуын да күрһәтә. Яңы гипотеза буйынса, Фобос — Ҡояш системаһының икенсе быуыны объекты, йәғни объект Марс менән бер ваҡытта барлыҡҡа килмәгән, ә Марс тирәһендәге орбитала бер бөтөнгә тупланған. Бәлки, элек Марс эре планетезималь менән бәрелешкәндер, һәм Марстан орбитаға ҙур ғына ярсыҡтар бүленеп сыҡҡандыр, сөнки Ҡояш системаһы яңы барлыҡҡа килгән ваҡытта бындай хәлдәр йыш булып торған. Аҙаҡ шул бүлендектәрҙән орбитала юлдаштар барлыҡҡа килгәндер.

Марстан күренеше

Фобос: Тасуирламаһы, Килеп сығышы, Марстан күренеше 
Фобостың Ҡояш дискыһы буйынса үтеүе. Анимация марсоходтан алынған фотоһүрәттәр нигеҙендә ҡоролған. Opportunity

Фобосты Марс өҫтөндә тороп күҙәткәндә уның күренеп торған диаметры яҡынса Ерҙең күгендәге Ай дискыһының 1/3 өлөшө һәм −9 ҙурлығындағы йондоҙ дәүмәлендә булыр (яҡынса Айҙың беренсе сирек фазаһындағы кеүек). Фобос Марстың көнбайышынан сыға һәм көнсығышында байый, 11 сәғәттән планета тирәләй әйләнеп сыға, шулай итеп, Фобос тәүлегенә ике тапҡыр Марс тирәләй әйләнә. Был етеҙ айҙың хәрәкәтен төнөн бик яҡшы күҙәтеп булыр ине. Ниндәйҙер ҡулайламаһыҙ ҙа Фобос рельефындаһы иң эре деталь — Стикни кратерын күрергә мөмкин буласаҡ. Хатта төнөн ике юлдашты бер юлы күрергә мөмкин, сөнки Фобос Деймосҡа ҡаршы хәрәкәт итә.

Фобос та, Деймос та ярайһы уҡ яҡты, шуға төнөн Марс өҫтөндәге предметтарҙың шәүләләре асыҡ күренә. Марстан Фобос менән Деймостың тотолоуын, шулай уҡ Ҡояш тотолоуын да күҙәтеп була.

Асыу

Фобос: Тасуирламаһы, Килеп сығышы, Марстан күренеше 
Мәскәүҙә Космонавтиканың мемориаль музейында Фобос глобусы

Марстың юлдаштарын инглиз короленең астрономы Уильям Гершель 1783 йылда уҡ эҙләп табырға тырыша, ләкин һөҙөмтәгә өлгәшмәй. 1862 һәм 1864 йылдарҙа Копенгаген университеты обсерваторияһы директоры Генрих (Анри) Луи Д’Арре 10-дюймлы (25 сантиметрлы) телескоп-рефрактор ярҙамында эҙләй, ләкин таба алмай. Фобос юлдашы Америка астроны Асаф Холл тарафынан 1877 йылдың 17 авгусында асыла. Күҙәтеүҙәр Вашингтондағы хәрби диңгеҙ обсерваторияһында алып барылғанға күрә, урындағы ҡояш ваҡытын Гринвич ваҡытына күсергәндә, асыуҙың рәсми датаһы 1877 йылдың 18 авгусы булып сыға. Марс юлдаштарына атамаларҙы 1877 йылда Генри Джордж Мадан[en] тәҡдим итә, был атамаларҙы ул Гомерҙың «Илиада»һынан ала. 1878 йылдың 7 февралендә Холл Мадандың тәҡдимен ҡабул итә.

Фобосты тикшереү

Фобос: Тасуирламаһы, Килеп сығышы, Марстан күренеше 
Curiosity аппараты менән Марс юлдаштарын фотоға төшөрөү: Фобос Деймос янынан үтә — реаль ваҡытта (2013 йылдың 1 авгусы).

«Маринер-7» аппаратының яҡындан төшөргән фотоһүрәтендә Марс дискыһында Фобостың күләгәһе теркәлгән. Фотоһүрәтте анализлау киҫелештә Фобостың эллипсҡа оҡшауын, уның үлсәмдәре Дж. Койпер иҫәпләгәнгә ҡарағанда икеләтә ҙурыраҡ булыуын күрһәтә, ә өҫтөнөң альбедоһы — 5-6 процент.

Марсты фотоға төшөрөү маҡсаты менән осоролған бер нисә космик аппарат Фобосты эре план менән фотоға төшөрә. Тәүҙә уны 1971 йылда — «Маринер-9», унан һуң 1977 йылда — «Викинг-1» һәм «Викинг-2», 1998 һәм 2003 йылдарҙа — «Mars Global Surveyor», 2004 йылда — «Марс-экспресс» һәм 2007 һәм 2008 йылдарҙа «Mars Reconnaissance Orbiter» төшөрә.

1988 йылда Марсты һәм уның юлдаштарын тикшереү өсөн ике «Фобос» автоматик планета-ара станцияһы осорола. Аппараттарҙың береһе ебәргәндән һуң ике ай үткәс юғала, ә икенсеһе Марсҡа уңышлы барып етә һәм уның менән бәйләнеш өҙөлгәнгә тиклем тикшеренеү программаһының бер өлөшөн үтәп өлгөрә. 1989 йылдың 21, 27 һәм 28 февралендә «Фобос-2» автоматик планета-ара станцияһы Фобосты 300 километрҙан 1100 километрға тиклемге яҡынлыҡтан фотоға төшөрә — Фобостың юғары сифатлы 38 һүрәте алына.

2011 йылдың 9 ғинуарында «Марс-экспресс» Фобосҡа 100 километрға яҡыная һәм бик яҡындан фотоға төшөрә. Беренсе тапҡыр юлдаштың стереоһүрәттәре алына.

2011 йылдың 9 ноябрендә, Рәсәй космос агентлығының «Фобос-грунт» программаһы сиктәрендә, Фобосҡа автоматик планета-ара станция ебәрелә, ул 2014 йылда Ергә Марс юлдашының тупрағын алып ҡайтырға тейеш була; ләкин көтөлмәгән хәл килеп тыуыу (программаһының боҙолоуы) сәбәпле, станция иҫәпләнгән траекторияға сығарылмай, һәм ул 2012 йыл дың 15 ғинуарында Тымыҡ океанға ҡолай.

2024 йылда «Фобос-Грунт 2» Рәсәй космик аппаратын осороу планлаштырыла.

Ике юлдаш тураһында фараз

Марстың ике юлдашының булыуы тураһындағы фаразды Йоһанн Кеплер 1611 йылда әйтә. Ул Галилео Галилейҙың smaismrmilmepoetaleumibunenugttauiras тигән анаграммаһын лат. Salue, umbistineum geminatum Martia prolesSalue, umbistineum geminatum Martia proles («Сәләм һеҙгә, игеҙәктәр, Марс тыуҙырған нәмәләр») тип тәржемәләй һәм Галилей Марстың ике юлдашы булыуын асҡан, тип иҫәпләй. Был йомаҡтың сиселеше — лат. Altissimum planetam tergeminum obseruaui («Мөһәбәт планетаны өсләтә итеп күрҙем», ул һүҙҙәр Галилейҙың Джулиано де Медичиға 1610 йылдың 13 ноябрендәге хатында яҙыла) — Галилейҙың Сатурнды өсләтә итеп, ҡулсалар менән күреүе була.

Күрәһең, Кеплер фаразын шундай логика менән нигеҙләгәндер: Ерҙең бер юлдашы, ә Юпитерҙың дүрт юлдашы (ул ваҡытта Галилей юлдаштары тип иҫәпләнелә) булғас, Ҡояштан алыҫая барған һайын планеталарҙың юлдаштарының һаны ла геометрик прогрессия буйынса арта. Был логика буйынса Марстың ике юлдашы булырға тейеш була.

Джонатан Свифттың "Гулливер сәйәхәттәре"нең (1726) осоп йөрөгән Лапута утрауын тасуирлаған 3-сө бүлегенең өсөнсө өлөшөндә, Лапутаның астрономдары Марстың ике юлдашы булыуын аса, тип яҙыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Деймос — Марстың икенсе юлдашы
  • Фобос — Марс юлдаштарын тикшергән совет автоматик станциялары серияһы.
  • Фобос-Грунт — Рәсәй автоматик планета-ара станция
  • Фобос-Грунт 2 — Рәсәй автоматик планета-ара станция

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Силкин Б.И. В мире множества лун. — М.: Наука, 1982. — 208 с. — 150 000 экз.

Һылтанмалар

Tags:

Фобос ТасуирламаһыФобос Килеп сығышыФобос Марстан күренешеФобос АсыуФобос ты тикшереүФобос Ике юлдаш тураһында фаразФобос Шулай уҡ ҡарағыҙФобос ИҫкәрмәләрФобос ӘҙәбиәтФобос ҺылтанмаларФобос1877 йылМарс

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ҡазан губернаһыҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыЧерногорияМәләүез районыШвецияШәмбе1774 йылМәжит ҒафуриФарсы ҡултығыХристианлыҡСовет Социалистик Республикалар СоюзыВитаминдарБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыВодородМәтрүшкәX быуатИзраильФевраль (Шаҡай)ФонетикаФинляндияКилмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улыТанзиматИндуизм6 июльҠумыҙҠушма һөйләмУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыӘхмәтйәнов Динир Әсғәт улыДәүләтРәсәй ФедерацияһыҠаһарманова Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙыМакедон аш-һыуыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы1 декабрьНуриев Рудольф Хәмит улыБерләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнөБашҡорт ХөкүмәтеБашҡорт ир-ат исемдәреШиғриәтФәләстинҒәзизов Искәндәр Хәниф улыҠала7 мартМиссисипи (йылға)Рәсәйҙә Граждандар һуғышыҠоштарБашҡортостан ҡалалары8 июльВерхнеурал өйәҙеДоткомдар ҡыуығы1939 йылБойондороҡһоҙ Дәүләттәр БерләшмәһеСатирикон (театр)Иҫәнғазы (Бөрйән районы)Сәғүд Ғәрәбстаны тарихы🡆 More