Фарсы Әҙәбиәте: Фарсы телендәге яҙма әҫәрҙәр тупланмаһы

Фарсы әҙәбиәте (фарс.

Фарсы әҙәбиәтенең тамырҙары боронғо Фарсия әҙәбиәтенә барып тоташа. Хәҙерге Иран территорияһы һәм Үҙәк Азияның электән фарсы телле булған төбәктәре Фарсияға ҡараған. Мәҫәлән, Фарсияның ҙур һөйөү ҡаҙанған шағиры Жәләлетдин Руми Вахшта (хәҙерге Тажикстан территорияһындағы ҡасаба) тыуған, фарсы телендә ижад иткән, ул заманда Сәлжүк солтанлығының баш ҡалаһы булған Коньяла йәшәгән. Ғәзнәүиҙәр Үҙәк һәм Көньяҡ Азияла ҙур территорияларҙы баҫып ала һәм, фарсы теленә күсеп, уны һарай теле сифатында файҙалана. Ошо сәбәпле Ирандан, Әзербайжандан, Тажикстандан, Афғанстандан һәм Үҙәк Азия менән Кавказ аръяғының төрлө төбәктәренән сыҡҡан фарсы әҙәбиәте бар. Шул уҡ ваҡытта бөтә фарсы әҙәбиәте лә фарсы телендә яҙылмаған. Айырым авторҙар фекеренсә, фарсы әҙәбиәте әҫәрҙәре араһында грек, ғәрәп һәм башҡа телдәрҙә ижад иткән этник фарсыларҙың әҫәрҙәре лә бар.

Фарсы Әҙәбиәте: Классик фарсы әҙәбиәте, Иҫкәрмәләр, Әҙәбиәт
Кәлилә вә Димнә (Kalila va Dimna) — фарсы манускрипты, 1529 йыл, Герат

Фарсы әҙәбиәте кешелектең иң бөйөк әҙәбиәттәренең береһе һанала. Фарсы әҙәбиәтенең тамырҙары урта фарсы һәм боронғо фарсы телдәрендә яҙылған әҫәрҙәргә китә. Боронғо фарсы телендә яҙылған әҫәрҙәр беҙҙең эраға тиклем 522 йылға (Әһәмәниҙәр осороноң иң боронғо яҙмаһы һаналған бисүтун яҙмаһы ла ошо йылдыҡы) ҡарай. Беҙҙең көндәргә килеп еткән фарсы әҙәбиәте әҫәрҙәренең төп өлөшө беҙҙең эраның 650 йылы тирәһендәге Фарсияға ислам дине ингәндән һуңғы осорға ҡарай. 750 йылда власҡа Ғәббәсиҙәр килгәс, фарсылар Ислам империяһының кәтиптәре һәм бюрократтары булып китә, яҙыусылар һәм шағирҙар ҙа улар араһынан сыға. Яңы фарсы әҙәбиәте Хөрәсәндә һәм Мавараннаһрҙа тыуа һәм сәскә ата, сөнки сәйәси сәбәптәр арҡаһында иран династияларынан Таһириҙар һәм Сәмәниҙәр Хөрәсәндә йәшәй.

Фарсылар фарсы телендә лә, ғәрәп телендә лә яҙған, ләкин һуңғыраҡ осор әҙәби даирәләрендә фарсы теле өҫтөнлөк иткән. Фирҙәүси, Саади, Хафиз Ширази, Руми һәм Ғүмәр Хәйәм кеүек фарсы шағирҙары бөтә донъяға билдәле һәм күп илдәрҙең әҙәбиәтенә йоғонто яһаған.

Классик фарсы әҙәбиәте

Исламға тиклемге фарсы әҙәбиәте

Беҙҙең көндәргә Әһәмәниҙәр Фарсияһының бер нисә генә әҙәби әҫәре килеп бөткән, Персеполистағы китапхана ҡыйратылғанда күп ҡулъяҙмалар юҡҡа сыҡҡан. Башлыса, Әһәмәни батшаларының, атап әйткәндә Дарий I (беҙҙең эраға тиклем 522—486 йылдар) менән уның улы Ксеркстың ғына яҙыуҙары һаҡланған. Бик күп зәртүшти текстары Фарсияны VII быуатта ислам динлеләр яулап алғанда юҡ ителгән. Һиндостанға ҡасҡан парсиҙар Зәртүшти ҡанунының бер нисә китабын, шул иҫәптән Авеста һәм боронғо аңлатмалар (Зенд) китаптарын алып китә алған. Йәнә Сәсәниҙәр осороноң география һәм сәйәхәттәр тураһындағы бер нисә хеҙмәте ғәрәп теленә тәржемәлә булһа ла һаҡланған.

Пәһләүи телендәге иң боронғо әҙәби өлгөләр, «Пәһләүи зәбүрҙәре» тигән исем менән йөрөй, IV йә V быуатҡа ҡарай, улар VI—VII быуаттарҙың манускрипттарында һаҡланған.

Исламға тиклемге осорҙан әҙәби тәнҡит текстары ла һаҡланмаған. Пәһләүи телендәге бер нисә эссе, мәҫәлән, «Китап яҙыу нигеҙҙәре» һәм "Панчатантра"ның санскриттан тәржемәһе әҙәби тәнҡиткә ҡарай (Зарринкауб, 1959 йыл).

Урта фарсы әҙәбиәте мираҫының ярлылығы ниндәйҙер дәрәжәлә сәсәни яҙмаһының ҡатмарлылығы менән дә аңлатыла, уға башлыса профессиональ кәтиптәр генә эйә булған.

Урта быуаттар фарсы әҙәбиәте

Ислам диненә күсеү башында Умайялар һәм иртә Ғәббәсиҙәр осорҙарында фарсы теле тиҙ арала тотош Үҙәк Азия территорияһында әҙәби телгә әүерелә. Телдең яңырып ҡулланыла башлауын йыш ҡына Фирҙәүси, Үнсүри, Дакики, Рудаки һәм уларҙың быуындаштарының ижады менән бәйләйҙәр, улар телде яңыртыу һәм боронғо Фарсияның традицияларын тергеҙеү өсөн исламға тиклемге милләтселекте файҙаланған.

Атап әйткәндә, Фирҙәүси Шаһнамә поэмаһында былай тип яҙа:

بسی رنج بردم در این سال سی
عجم زنده کردم بدین پارسی

Утыҙ йыл һыҙланыу һәм көрәшкә түҙҙем, әммә «телһеҙҙәрҙе» вә фарсыларҙы уяттым.

Шиғриәт

Фарсы әҙәбиәтендә поэзия менән проза араһындағы айырма һәр саҡ һиҙелә, һәм поэзия абруйлыраҡ урынды биләй. Ул прозанан рифма һәм ритм менән генә түгел, ә һүҙҙәрҙең асыҡ йә йәшерен мәғәнәләре, улар артына һалынған йөкмәтке төҫмөрҙәре менән дә айырылған..

Фарсыларҙа көндәлек тормошта ҡулланылған телмәр берәмектәрен шиғырға һалыу теләге шул тиклем көслө булған, хатта бөтә классик әҙәбиәттә, ғилми хеҙмәттәрҙә һәм метафизика буйынса хеҙмәттәрҙә лә шиғриәтте тап итергә мөмкин. Һәр ғалим һәм зыялы кеше өсөн фекерҙәрен шиғри формала белдерә алыу мотлаҡ шарт булған. Мәҫәлән, Әбүғәлисинаның медицина хеҙмәттәренең яртыһы тиерлек поэтик формала яҙылған.

Фарсы шиғриәтенең иртә осоро әҫәрҙәренә һарайҙы хуплау һәм данлау, юғары стиль хас. Хакимдарҙың үҙ һарайҙарындағы шағирҙарҙы ҡурғауы, моғайын, Сәсәниҙәр осоронда башланғандыр, Ғәббәсиҙәр һәм Сәмәниҙәр осорҙарында дауам иткәндер һәм бөтә фарсы династиялары хакимдарының һарайҙарына хас күренеш булғандыр. Панегириктың иң таралған формаһы ҡасидә булған, Ғүмәр Хәйәм кеүек шағирҙарҙың робағиҙары ла яратып ҡабул ителгән.

Классик фарсы поэзияһында өс әҙәби стиль айырып ҡарала: хөрәсән, ираҡ һәм һинд, улар ваҡыт буйынса бер-береһенә эйәреп килә. Географияға лә бәйле булған был стилдәрҙең һәр береһендә «әҙәби мәктәптәр» айырыла, улар төрлө фарсы провинцияларына һәм ҡалаларына хас булған төбәк йә төркөм үҙенсәлектәренә эйә. Мәҫәлән, фарсы поэзияһында әзербайжан, йәғни тәбриз (ширван мәктәбе тип тә йөрөтәләр) мәктәбе бар.

Хөрәсән стиле

Фарсы шиғриәтендәге Хөрәсән стиле йәки хөрәсән мәктәбе эйәрсәндәре башлыса Оло Хөрәсәнгә ҡарай. Был стилгә фекер белдереү ғорурлығы, интонацияның мәғрур тантаналылығы һәм сағыштырмаса грамоталы тел хас. Был стилдәге лирика вәкилдәре — Асжади, Фәррухи Систани, Үнсүри һәм Мәнүшөһри. Рудаки кеүек панегирик оҫталары тәбиғәтте һөйөү, шулай уҡ шиғриәттәрендә иҫтә ҡалырлыҡ тасуирлауҙар менән билдәле булған.

Төрлө хакимдарҙың һарайы һәм шағирҙарға ҡарата ҡурғаусылыҡ ҡоролошо поэзияның эпик стилен дәртләндерә, Фирҙәүсиҙең «Шаһнамә»һе шуның өлгөһө булып тора. Ҡаһармансыл һәм күтәренке рухлы шиғырҙарҙа тарихи үткәндәрҙе данлаған Фирҙәүси һәм башҡа шағирҙар (мәҫәлән, Әбү-Мансур Дакики һәм Асади Туси) аджам (عجم), йәғни Көньяҡ Фарсияның «телһеҙҙәр», «шымдар» тип йөрөтөлгән ғәрәп булмаған халҡы вәкилдәре була (Encyclopædia Iranica энциклопедияһына ярашлы, ғәрәптәр «аджам» һүҙе менән Ислам империяһындағы фарсыларҙы атаған ). Тарихи үткәндәр улар өсөн ғорурлыҡ һәм илһам сығанағы булған, шуның менән фарсылар быуаттар буйы үҙҙәренең фарсылығын һаҡлап килгән. Фирҙәүсиҙең ижади үрнәгенә киләһе быуаттарҙың шағирҙары эйәргән.

Карказ аръяғы мәктәбе

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр (Ян Рыпка) кавказ аръяғы мәктәбен айыра, башҡа төрлө уны фарсы шиғриәтенең әзербайжан (территория буйынса), тәбриз йәки ширван, йә булмаһа арран стиле тип йөрөтәләр. Ул Хөрәсән стиленең вариҫы булып тора, иғтибарға лайыҡ беренсе вәкиле сәлжүктәргә тиклемге шағир Ҡәтрән Тәбризи була (вафаты 1072 йылда), ул көнбайыш фарсы диалектында яҙа (был диалект әҙәби Хөрәсән диалектынан айырыла). Ҡәтрән Тәбризи урындағы принцтарға, шул иҫәптән Шәддәдиҙәрҙең ҡурд династияһына ҡараған Гәнжә хакимдарына ла хеҙмәт иткән, шунлыҡтан уның фекер белдереү һәм стиль үҙенсәлектәре монголғаса осорҙағы иран телдәренә ҡараған әзәри теленә яҡын булған.

Фарсы Әҙәбиәте: Классик фарсы әҙәбиәте, Иҫкәрмәләр, Әҙәбиәт 
Мөхәммәт Заман. Баһрам Гур аждаһаны үлтерә. Низами Гәнжәүиҙең «Ете гүзәл» поэмаһына иллюстрация. 1675 йыл. Британия китапханаһы, Лондон

Был мәктәпкә ҡараған билдәле шағирҙар араһында — Низами Гәнжәүи, Хағани Ширвани һәм Фәләки Ширвани. Низамиҙың көслө характеры, социаль һиҙгерлеге һәм шиғри даһилығы, бай фарсы мираҫы менән берләшеп, әҙәби ҡаҙаныштарҙың яңы стандартын хасил итә. Хағани Ширвани ижади хыялының сикһеҙлеге, ғилем даирәһенең киңлеге, парадокстарға битараф булмауы менән айырылып тора. Төбәктә поэзияға ҡыҙыҡһыныу бик көслө була, «Нузхат әл-Мәжәлис» тигән антологияға урта быуаттар Фарсияһының төньяҡ-көнбайышынан (Арранды, Ширванды һәм Иран Әзербайжанын да индереп) 115 шағирҙың әҫәре инә.

Был мәктәпкә ҡараған шағирҙарҙың ижадына тел һәм композицион техника ҡатмарлылығы, темаларҙың үҙенсәлеклелеге һәм күп төрлөлөгө, фарсы архаизмдары менән бергә ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең күплеге, төньяҡ-көнбайыш пәһләүи теленең йоғонтоһо, көндәлек әйтемдәр һәм идиомалар ҡулланыу, яңы төшөнсәләр һәм терминдар күплеге хас. Был шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә христиан образдары һәм символдары, Библиянан һәм башҡа христиан сығанаҡтарынан өҙөктәр йыш осрай. Был стиль үҙенсәлектәре уларҙы Хөрәсән стиленә яҡын итә. Шуның менән бергә уларҙа Хөрәсән стиле һыҙаты булған көнсығыш иран һүҙҙәре һәм фразалары юҡ. Шулай уҡ, унан айырмалы, мистикаға өҫтөнлөк бирелә.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: күптән түгел табылған ҡулъяҙмалар (мәҫәлән, «Нузхат әл-Мәжәлес» антологияһы) һәм һуңғы йылдарҙағы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, төбәктә урта иран теленең (пәһләүи) берҙәм вариантына нигеҙләнгән дөйөм иран мәҙәниәте булған. Профессор Әмин Рияхи антологияны Фарсияның ул саҡтағы провинцияларынан Арран, Ширван һәм Әзербайжандағы иран мәҙәниәтенең тулы сағылышы тип һанай. Анатолий Новосельцев XIV быуатҡа тиклем төбәктең иран телле халҡы дөйөм мәҙәниәт, этник үҙаң һәм тел менән бәйләнгән тигән фекерҙе раҫлай.

Илдәгизиҙәр һәм Ширваншаһтар биләмәләренә географик яҡынлыҡ арҡаһында зыялылар һәм шағирҙар бер хакимдың һарайынан икенсеһенекенә күсеп йөрөгән. Шулай уҡ был осорҙағы һәм был өлкәләрҙәге шағирҙарҙы илһамландырған идеялар һәм стилдәр оҡшашлығын да билдәләргә кәрәк. Фарсы шиғриәтенең әзербайжан мәктәбенә ҡараған ижадсылар тураһында шуларҙы әйтергә мөмкин.

Фарсы шиғриәтендәге был мәктәп шағирҙарының ижадын айырып торған үҙенсәлектәр булыуына ҡарамаҫтан, үҙәккә ынтылыш тенденцияһы көслө булған һәм телдән башлап гражданлыҡ берҙәмлегенә тиклем һәммәһе фарсы әҙәбиәтенең берлеген хасил иткән. Ян Рыпка яҙыуынса, хатта кавказлы Низами, алыҫ төпкөлдә йәшәүенә ҡарамаҫтан, рухи дөйөмлөктән тайпылмай һәм Иранды «Донъяның йөрәге» тип атай.

Әммә төбәктә телдең һәм мәҙәниәттең үҙгәреүе фарсы әҙәбиәтенең тулыһынса тиерлек юғалыуына килтерә.

Ираҡ стиле

XIII быуат фарсы поэзияһы лирик шиғриәт хакимлығы, шуға ярашлы ғәзәлдең төп шиғыр формаһы булараҡ үҫеше, йәнә мистик һәм суфыйсылыҡ шиғриәте күтәрелеше менән ҡылыҡһырлана. Был йүнәлеште йыш ҡына фарсы поэзияһының ираҡ стиле йәки ираҡ мәктәбе тип атайҙар (Ирандың Арак-и Аджам йәки Фарсы Ирағы тип йөрөтөлгән көнбайыш провинциялары атамаһынан. Был иҫкергән термин Фарсия/Ирандың Исфаһан, Рай, Ҡазвин һәм Кашан ҡалалары урынлашҡан территорияларҙы ла үҙ эсенә алған үҙәк төбәген исемләү өсөн ҡулланылған). Уға лирик хислелек, шиғыр үлсәмдәренең байлығы, сағыштырмаса ябай тел хас. Хис-тойғоло романтик поэзия яңылыҡ булмаған, быны Фәхреддин Ғурғаниҙың «Вис һәм Рамин», Амак Бохариҙың «Йософ менән Зөләйха» кеүек әҫәрҙәре раҫлай. Румиҙы илһамландырған Санаи һәм Аттар, шулай уҡ Хағани Ширвани, Әнүәри, Низами Гәнжәүи ғәзәлдәр ижад иткән абруйлы шағирҙар булған. Әммә был мәктәптең иң һоҡланғыс вәкилдәре тип Руми, Саади һәм Хафиз Ширази иҫәпләнә.

Сәфәүиҙәр династияһы дәүерендәге фарсы мөхәббәт лирикаһы традицияларын иҫәпкә алып, фарсы тарихсыһы Әхсән Яршатыр былай тип билдәләй:

«Ҡағиҙә булараҡ, һөйөү предметы сифатында ҡатын-ҡыҙ түгел, ә йәш ир-егет сығыш яһай. Ислам дине тарала башлаған осорҙа Үҙәк Азияға яһалған барымталар һөҙөмтәһендә йәш ҡолдар күп була. Ҡолдарҙы шулай уҡ һатып та, бүләккә лә алғандар. Ҡолдар һарайҙа йә хәлле һәм йоғонтоло кешеләрҙә паж булып хеҙмәт итергә, йәки һалдат йә тәнһаҡсы булырға мәжбүр ителгән. Йәш ир-егеттәр, ҡол булыу-булмауына ҡарамай, мәжлестәрҙә һәм ҡунаҡ табындарында шарап килтереп торған, ә һәләтлерәктәре музыка башҡара йә зауыҡлы әңгәмәлә ҡатнаша алған. Йәш паждарға, һалдаттарға йәки йәш һөнәрселәргә, хеҙмәткәрҙәргә мөхәббәт фарсы поэзияһы үҫешенең башланғыс осоронда панегириктарға лирик өҫтәмәләрбарлыҡҡа килеү сәбәбенә һәм ғәзәлдәр бағышлау предметына әйләнгән».

Фарсы поэзияһының дидактик жанрында яҙылған әҫәрҙәр араһында Санаиҙың "Хәҡиҡәт баҡсаһы"н, Низами Гәнжәүиҙең "Серҙәр хазинаһы"н билдәләргә була. Аттарҙың ҡайһы бер әҫәрҙәре һәм Румиҙың төп әҫәрҙәре лә ошо жанрға ҡарай. Әлбиттә, был әҫәрҙәргә хас мистиклыҡ һәм эмоционаллек арҡаһында уларҙы лирик поэзияға индереүселәр ҙә бар. Йәнә ҡайһы бер авторҙар Насир Хосроуҙың ошо жанрҙарҙағы әҫәрҙәрен дә был стилгә индерә. Әммә был жанрҙағы әҫәрҙәр араһында иң юғары үрҙе фарсы әҙәбиәте шедеврҙарының береһе — Саадиҙың «Боҫтан» («Емеш баҡсаһы») тигән шиғри трактаты биләй; унда мауыҡтырғыс мәҫәлдәр һәм хикәйәттәр аша поэтик формала суфыйсылыҡ философияһы һәм этикаһы тапшырыла.

Исфаһан стиле

XV быуаттан һуң фарсы шиғриәтендә һинд стиле өҫтөнлөк ала, уны исфаһан йәки сәфәүи стиле тип тә йөрөтәләр. Был стилдең тамырҙары Тимериҙәр династияһы хакимлығы осорона барып тоташа. Ул осорҙа Әмир Хосроу Дәһләүи (1253—1325) һәм Нанд Лал Гойя (1633—1713) ижад итә.

Әмир Хосроу Дәһләүиҙең иң билдәле әҫәре — фарсы телендә яҙылған «Һигеҙ йәннәт баҡсаһы» дастаны (1301). Был поэма уның «Хәмсә» тигән поэмалар циклының һуңғы өлөшө булып тора. Бөтә цикл кеүек үк, был поэма ла Низами Гәнжәүи ижадына (был осраҡта — «Ете гүзәл» поэмаһына) яуап (нәзирә) булып тора.

Галерея

Проза

Фарсы Әҙәбиәте: Классик фарсы әҙәбиәте, Иҫкәрмәләр, Әҙәбиәт 
Ҡуян, филдәр батшаһы һәм инешкә төшкән ай сағылышы. "Кәлилә вә Димнә"гә Сүриә иллюстрацияһы, 1354.

Урта быуат фарсы әҙәбиәтендәге иң әһәмиәтле проза әҫәрҙәренең береһе — Низами Әрүзиҙең «Чәһәр Мәҡәләһ» (Chahār Maqāleh) әҫәре. Низами Әрүзи китабының инеш һүҙендә тәбиғәт фәндәре, эпистемология һәм сәйәсәт менән бәйле мәсьәләләргә мөрәжәғәт итә. Китапта батшалыҡ итеү һәм боронғо Фарсияла батша власы концепцияһы үҫтерелә, ул мосолман терминологияһы менән һөйләнелә. Әрүзиҙең йәмғиәттә синыфтар тураһындағы фекерҙәренә боронғо грек авторҙарының, айырыуса Платондың ҡараштары ҙур йоғонто яһаған. «Чәһәр Мәҡәләһ» инглиз, француз, итальян һәм швед телдәренә тәржемә ителгән.

Урта быуат фарсы әҙәбиәте прозаһында XIII быуаттағы «Жәвами үл-Хикайәт» тигән фарсы көләмәстәре йыйынтығы айырым урын алып тора. Уның авторы — Заһириддин Наср Мөхәммәт (1171—124سدید الدین محمد عوفی) (2). Китап бик күп тапҡырҙар нәшер ителгән. Беҙҙең көндәргә килеп еткән иң тәүге баҫмаларҙың береһе 1232 йылға ҡарай һәм Франция Милли китапханаһында һаҡлана.

Ҡабуснамә («Батша ҡыҙының көҙгөһө») тигән проза әҫәре лә фарсы әҙәбиәтендә шөһрәтле урынды биләй. Ул яҡынса 1080 йылда Әмир Ҡабус (Amir Unsur al-Mo’ali Keikavus ibn Iskandar ibn Qabus ibn Wushmgir ibn al-Ziyar) (1012 йылда вафат булған) — Зийариҙар династияһынан Фарсия хакимы — тарафынан яҙылған. Ҡабус Гурган Принцы булараҡ та билдәле. Китапта Ҡабустың олатаһы Шәмс әл-Мөғәли Абүлхәсән Ҡабус ибн Вушмгир тормошо тураһында ла һөйләнелә. Һаҡланған күсермәләренең иң иртә осорҙағыһы 1349 йылға ҡарай һәм Тәһранда Ирандың Мәлик милли музейында һаҡлана. «Ҡабуснамә» 1450 йылда солтан Морат II ҡушыуы буйынса Мәржүмәк ибн Ильяс тарафынан төрөк теленә тәржемә ителә (Истанбулда Фәтих китапханаһында (Fatih Library) һаҡлана). 1811 йылда "Ҡабуснамә"не Һенрих Фридрих фон Диц (Heinrich Friedrich von Diez) төрөксәнән нимессәгә тәржемә итә һәм Гётены Шәреҡ диванын яҙыуға илһамландыра. «Ҡабуснамә» шулай уҡ инглиз, француз, япон, рус һәм ғәрәп телдәренә тәржемә ителә.

Билдәле фарсы вәзире Низам әл-Мүлк «Сәйәсәтнамә» трактатын яҙған. Китап 50 бүлектән тора, уларҙа дин, сәйәсәт һәм дәүләткә идара итеү тураһында һүҙ бара. Низам трактатта хакимдарға нәсихәттәр һәм кәңәштәр бирә, «һалдаттарҙың, полицияның, шпиондарҙың һәм чиновниктарҙың урыны» тураһында һөйләй.

Мәшһүр «Кәлилә вә Димнә» әҫәре лә прозаға ҡарай. Уны пәһләүи теленән ғәрәп теленә VIII быуатта фарсы яҙыусыһы Ибн әл-Мүкәффә (759 йылда мәрхүм булған) шиғыр һәм проза менән яҙылған һинд халыҡ мәҫәлдәре йыйынтығы "Панчатантра"нан тәржемә иткән. Ул фарсы мәҡәлдәре һәм әйтемдәре менән ҡыҙыҡһыныу уята. Фәнгә билдәле булған беренсе тәржемә (пәһләүи теленә) Иранда 570 йылда сәсәни батшаһы Хосроу I бойороғо буйынса эшләнә, ләкин беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. VIII быуат уртаһында Ибн әл-Мүкәффәнең «Кәлилә вә Димнә» (фарс. کلیله و دمنه, ғәр. كليلة و دمنة‎ хикәйәләү алып барған хайуандар исемдәренән) тигән тәржемәһе барлыҡҡа килә һәм ғәрәп «нәфис прозаһында» тәүге шедевр тип һанала.

Әкиәттәр

Мең дә бер кисә (фарс. هزار و یک شب), урта быуат хикәйәттәре йыйынтығы — Сәсәниҙәр династияһынан батша ҡатыны Шәһрезаданың (фарс. شهرزاد) әжәлен кисектереү маҡсатында уны үлтерергә йыйынған яуыз ире фарсы батшаһы Шаһриярға һөйләгән хикәйәттәренән тора. «Мең дә бер кисә» тарихтары бер нисә быуат буйы төрлө илдәрҙә йәшәгән төрлө кешеләр тарафынан яҙылған. Был йыйынтыҡтың үҙәген «Мең хикәйәт» (Hazār Afsānah — фарс. هزار افسانه) тигән китап хасил итә, ул борон замандарҙағы һинд һәм фарсы халыҡ әкиәттәре йыйынтығы булып тора. Тикшеренеүселәр фекеренсә, хикәйәттәрҙең күпселеге VIII быуатта Ғәббәси хәлифе Һарун әл-Рәшит хакимлыҡ иткәндә үк булған, ә Шәһрезада тураһындағы хикәйә XIV быуатта барлыҡҡа килгән.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Крымский А. Е. Персидский язык и литература // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Бертельс Е. Э. Очерк истории персидской литературы. Л., 1928.
  • Брагинский И. С., Комиссаров Д. С. Персидская литература. М., 1963.
  • Комиссаров Д. С. Очерки современной персидской прозы. М., 1960
  • Кляшторина В. Б. Современная персидская поэзия. М., 1962.
  • Кор-Оглы Х. Современная персидская литература. М., 1965.
  • Османов М. Н.-О. Стиль персидско-таджикской поэзии X—XI вв. М., 1974.
  • Ворожейкина З. Н. Исфаханская школа поэтов и литературная жизнь Ирана в предмонгольское время XII -начало XIII в. М.,1984.- 270 с.
  • Ахмад Тамимдари. История персидской литературы. — СПб.: Петербургское Востоковедение, 2007.- 240 с. ISBN 5-85803-355-4
  • Aryanpur, Manoochehr. A History of Persian Literature. Tehran: Kayhan Press, 1973.
  • Rypka, Jan. History of Iranian Literature. Reidel Publishing Company, 1968. OCLC 460598. ISBN 90-277-0143-1

Tags:

Фарсы Әҙәбиәте Классик фарсы әҙәбиәтеФарсы Әҙәбиәте ИҫкәрмәләрФарсы Әҙәбиәте ӘҙәбиәтФарсы ӘҙәбиәтеАфғанстанГрек телеИранФарсы телеҒәрәп телеӘзербайжан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

14 майМусин Ноғман Сөләймән улыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЙоһанн Вольфганг фон Гёте2003 йылУрыҫ телеИзраильСоветтар Союзы Коммунистар партияһыАрыҫлан петроглифтарыАльбрехт ДюрерМетаболизмДилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы29 апрельАвгустӘллатКилешДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыХиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлау22 октябрьБостонИр енес ағзаһыКүсемһеҙ мөлкәтЛуи Армстронг13 февральИстанбулРәшит әд-ДинМальта2020 йылЙомаӘхмәт (Әбйәлил районы)ФотографияТултырыусыФредерик ШопенВикимедиа хәрәкәтеҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүГеографияВенгрияИталияЕр көнөМәскәүВикипедияЭлектрон почтаИранРумын теле24 апрель.afИнтернет31 октябрь1937 йылАргентинаӘбүғәлисинаБохараЭлизабет ТейлорЯпонияТехнологияБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыСәйәсәт19 августТалха ҒиниәтуллинКавказБиографияКонгресс китапханаһыҠурайЯсир Арафат5 июньҠояшЭякуляцияҺүҙбәйләнешЧорткив🡆 More