Төҫ — оптик диапазондың электромагнит нурлашының сифатлы ҡылыҡһырламаһы.
Төҫ күҙҙең физиологик тойоуында билдәләнә һәм физик, физиологик һәм психологик факторҙарға буйһона. Уны үҙләштереү һәр кешегә индивидуаль була, ул тағы ла спектраль состав менән, яҡтылыҡ сығанаҡтар һәм яҡтыртылтылмаған объектар төҫлө һәм баҙыҡлыҡ контрасттары менән билдәнә. Быларҙан башҡа, төҫтө үҙләштереү метамерия, кеше күҙенең шәхси нәҫел үҙенсәлегенә һәм психикаһына бәйле.
Субъектив үҙләшерелгән төҫ нурланышын күреү, уның спектырына, кешенең психофизиолик торошона (уға фон яҡтылығы/төҫө, төҫ температураһы, күреү адаптацияһы тәьҫир итә), һәм үҙенә генә хас булған күҙҙең һыҙатына (дальтонизм) буйһона.
Төҫтәр түбәндәгесә айырыла:
«Төҫ» төшөнсәһенең ике мәғәнәһе бар: ул бер ниндәй объектан яҡтылыҡтың сағылыуынан барлыҡҡа килгән психологик тойғоға ҡарарға мөмкин (хәнәүәт әфлисун), шулай уҡ яҡтылыҡ сығанағы төшөнсәһенең ҡылыҡһырламаһы булыуы мөмкин (әфлисун төҫө — хәнәүәт төҫө). Беренсе осраҡта һүҙ төҫтө субъектив үҙләштереү тураһында барһа, икенсеһендә — тик күҙәтелеүсе нурланыш тулҡынының оҙонлоғо хаҡында.
Төҫтөң тойғоһы мейелә төҫ һушлы күҙәнәктәрен — кеше йә хайуандың күҙ сетчаткаһы рецепторҙарын (колбаларҙы) — ҡуҙғатҡанда йәки туҡтағанда барлыҡҡа килә. Кешелә һәм приматтарҙа колбаларҙың спектраль хислелеге менән айырылған өс төрө була: ρ (шартлыса «ҡыҙыл»), γ (шартлыса «йәшел») и β (шартлыса «күк»). Колбаларҙың яҡтылыҡ хислеге түбән, шунлыҡтан яҡшы төҫтө үҙләштерер өсөн етерлек яҡтыртыу йәки баҙыҡлыҡ кәрәк. Төҫ рецепторҙары иң күбеһе сетчатканың үҙәк өлөшөндә була.
Һәр бер кешенең төҫ хислеге был өс төҫ хислектәре суммаһы менән күрһәтелә. Һөйрәлеүселәр, ҡоштар һәм ҡайһы бер балыҡтарҙың киңерәк оптик нурланышы була.
Төҫтәрҙең өҙлөкһөҙ спектырын дифракцион рәшәткәлә күҙәтергә була. Йәйғор тәбиғәт күренеше спектырҙың яҡшы демонстрацияһы булып тора.
Тәүге тапҡыр өҙлөкһөҙ спектырҙы ете төҫкә Исаак Ньютон бүлгән. Был бүлеү шартлы һәм күбеһенсә осраҡлы рәүештә. Ньютон Европа нумерологияһы тәьҫире аҫтында булған һәм октавалағы ете нотаға оҡшата (сағыштырығыҙ: ете металл, ете планета һ. б.). ХХ быуатта Освальд Вирт «октавалы» система тәҡдим итә (2 йәшел — һалҡын, диңгеҙ һәм йылы, үлән' төҫтәрен индергән), әммә ул киң таралыу ала алмаған.
Төҫ | Тулҡындар оҙонлоң диапазоны, нм | Йышлыҡтың диапозоны, ТГц | Фотондар энергияһының диапазондары, эВ |
---|---|---|---|
Ҡыҙыл | 625—740 | 405—480 | 1,68—1,98 |
Хәнәүәт (ҡыҙғылт-һары) | 590—625 | 480—510 | 1,98—2,10 |
Һары | 565—590 | 510—530 | 2,10—2,19 |
Йәшел | 500—565 | 530—600 | 2,19—2,48 |
Зәңгәр | 485—500 | 600—620 | 2,48—2,56 |
Күк | 440—485 | 620—680 | 2,56—2,82 |
Шәмәхә | 380—440 | 680—790 | 2,82—3,26 |
Бөйөк Британияла ҡыҙыл, һары һәм күк төҫтәре оҙаҡ «төп төҫтәр» булып торғандар, тик 1860 йылда Джеймс Максвелл RGB (ҡыҙыл, йәшел, күк) адитив системаһын индерә. Хәҙерге заманда был системаға ҙур өҫтөнлөк бирелә.
Рәссамдар «төп төҫтәр» тип ҡыҙыл, һары һәм күк төҫтәрҙе алғандар, сөнки һарыны башҡа төҫтәрҙе ҡушып барлыҡҡа килтереп булмай.
1931 йылда CIE төҫ XYZ системаһы төҙөй, ул шулай уҡ «нормаль төҫ системаһы» аҫтында билдәле.
1951 йылда Энди Мюллер субтрактив CMYK системаһын тәҡдим итә (күк-йәшел, пурпур, һары, ҡара), ул полиграфия һәм төҫлө фотографияла киң таралыу таба.
RGB системаһында (ҡыҙыл—йәшел—күк) төҫтәр 12 төп тонға бүленәләр: 3 төп төҫ, 3 өҫтәмә, һәм тағы ла 6 аралыҡ тондар.
№ | Төҫ | Тәртип | Тон (төҫмөр), 0-239 | Тон, 0-360 (HSV) | Ун алтылы код |
---|---|---|---|---|---|
1 | Ҡыҙыл | I | 0 | 0/360 | FF0000 |
2 | Ҡыҙғылт-һары (хәнәүәт) | III | 20 | 30 | FF8000 |
3 | Һары | II | 40 | 60 | FFFF00 |
4 | Йәшкелт | III | 60 | 90 | 80FF00 |
5 | Йәшел | I | 80 | 120 | 00FF00 |
6 | Йәшел-күк | III | 100 | 150 | 00FF80 |
7 | Зәңгәр (күкһел) | II | 120 | 180 | 00FFFF |
8 | Зәңгәрһыу (аҡһыл-күк) | III | 140 | 210 | 0080FF |
9 | Күк | I | 160 | 240 | 0000FF |
10 | Шәмәхә | III | 180 | 270 | 8000FF |
11 | Ҡара-ҡыҙыл (пурпур) | II | 200 | 300 | FF00FF |
12 | Сағыу ал (ҡан ҡыҙыл) | III | 220 | 330 | FF0080 |
Киләһе таблицала төп төҫтәр ҡыҙыл, һары һәм күк булған (RYB) төҫ түңәрәгенең 12 төҫө күрһәтелгән. Бында төҫтәр төп (беренсе тәртиптәге төҫтәр), составлы (икенсе тәртиптәге төҫтәр) һәм ҡатмарлы (өсөнсө тәртиптәге төҫтәр).
№ | Төҫ | Төҫтөң тәртибе |
---|---|---|
1 | Ҡыҙыл | I |
2 | Ҡыҙыл-хәнәүәт | III |
3 | Хәнәүәт (ҡыҙғылт-һары) | II |
4 | Һары-хәнәүәт | III |
5 | Һары | I |
6 | Һары-йәшел | III |
7 | Йәшел | II |
8 | Күк-йәшел | III |
9 | Күк | I |
10 | Күк-шәмәхә | III |
11 | Шәмәхә | II |
12 | Ҡыҙыл-шәмәхә (пурпур) | III |
Буҙ төҫөнөң төҫмөрҙәре ахроматик («төҫһөҙ») булып торалар. Иң сағыу булып аҡ төҫ булып тора, ә иң ҡараңғыһы — ҡара төҫ.
Һәр төҫтөң үлсәмле физик ҡылыҡһырламаһы була (спектраль составы, сағыулыҡ):
Бер үк спектрҙың төҫөнә ҡараған бер үк ҡуйылыҡтағы төҫмөрҙәр бер береһенән сағыулыҡ дәрәжәһе менән айырылыуы мөмкин. Мәҫәлән, асыҡлыҡ кәмегәндә күк төҫ яйлап ҡара төҫкә яҡынлаша.
Һәр бер төҫ сағыулыҡ максималь кәмегәндә ҡара төҫкә әүерелә. Башҡа төҫтөң ҡылыҡһырламары һымаҡ, баҙыҡлыҡ күбеһенсә субъектив сәбәптәргә бәйләнгән, улар үҙләштереү психологияһына шартлы.
Асыҡлыҡ төшөнсәһе аныҡ төҫкә түгел, ә спектрҙың төҫмөрөнә, тонына ҡарай. Төрлө тонлы булған төҫтәр башҡа бер үк ҡылыҡһырламалар булғанда, беҙгә төрлө асыҡлыҡ менән күренә. Иң асыҡ төҫ булып һары тон үҙе торһа, иң ҡараһы — күк йәки күк-шәмәхә.
Ҡуйылыҡ — хроматик төҫтөң уға асыҡлыҡ буйынса тигеҙ булған ахроматик төҫтән айырылыу дәрәжәһе, төҫтөң «тәрәнлеге». Бер тондың ике төҫмөрҙәре тоноҡлоҡ дәрәжәһе менән айырылыуы мөмкин. Ҡуйылыҡ кәмегәндә һәр бер хроматик төҫ буҙ төҫкә яҡынлаша.
Төҫ тоны — төҫтөң спектарҙа урынлашыуы өсөн яуап биргән ҡылыҡһырлама: һәр бер хроматик төҫ бер ниндәй спектраль төҫкә ҡарарға мөмкин. Бер үк спектрҙа урынлашҡан төҫмөрҙәр (әммә, мәҫәлән, ҡуйылыҡ һәм асыҡлыҡ менән айырылған) бер үк тонға ҡарайҙар. Тонды үҙгәрткәндә, мәҫәлән, күк төҫтән спектрҙың йәшел яғына — ул зәңгәргә алышына, ә тиҫкәрегә үҙгәрткәндә — шәмәхә төҫөнә инә.
Ҡайһы берҙә тондың үҙгәртеүен төҫтөң «йылылығы» менән нисбәтләнә. Ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары һәм һары төҫмөрҙәре ут рәүешендә күҙ алдына килтерелгәс, уларҙы йылы тондар тип атайҙар, ә зәңгәр, күк һәм шәмәхә, һыу һәм боҙ менән сағыштырып — һыуыҡ тондар тип атайҙар. Бында төҫтөң «йылылығын» билдәләү субъектив (шәхси өҫтөнлөктәр, күҙәтеүсенең торошо, адаптация һәм башҡалар) йәки объектив (төҫтөң фоны булыуы һәм башҡалар) психик һәм физиологик факторҙарға бәйләнеүен иҫәпкә алырға кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта төҫ температураһы төшөнсәһен — ҡайһы бер яҡтылыҡ сығанаҡтарының ҡылыҡһырланмаһын төҫтөң «йылылығын» субъектив тойоуҙан айырырға кәрәк. Йылылыҡ нурланышы төҫө температура күтәрелгән саҡта «йылы төҫмөрҙәр» аша үтә: ҡыҙылдан һары аша аҡҡа табан, әммә максималь төҫ температураһына циан төҫө эйә була.
Төҫ | Урыҫ телендә | Төҫтөң һүрәтленеше |
---|---|---|
Ҡара төҫ | Чёрный цвет | |
Буҙ төҫ | Серый цвет | |
Көмөш төҫө | Серебристый цвет | |
Аҡ төҫ | Белый цвет | |
Алтын төҫө | Золотистый цвет | |
Каштан төҫө | Каштановый цвет | |
Көрән төҫ | Коричневый цвет | |
Һоро төҫ | Бурый цвет | |
Шамуа төҫө | Цвет шамуа | |
Зәйтүн төҫө | Оливковый цвет | |
Һаҙ төҫө | Болотистый цвет | |
Үлән төҫө | Травяной цвет | |
Циан төҫө | Цвет циан | |
Аквамарин төҫө | Цвет аквамарин | |
Фирүзә төҫө | Бирюзовый цвет | |
Алһыу төҫ | Розовый цвет | |
Сағыу ал төҫ | Малиновый цвет | |
Пурпур төҫө | Пурпурный цвет | |
Сейә ҡыҙыл төҫ | Пунцовый цвет | |
Ал төҫ | Алый цвет | |
Ҡан-ҡыҙыл төҫ | Бордовый цвет | |
Сейә төҫө | Вишнёвый цвет | |
Шоколад төҫө | Шоколадный цвет | |
Фил һөйәге төҫө | Цвет слоновой кости | |
Хаки төҫө | Цвет хаки | |
Аҡһыл көрән төҫ | Бежевый цвет |
Төрлө тармаҡтарҙа файҙаланырға уңайлы булған бер нисә төҫ шкалаһы бар. Төҫтө үлсәр өсөн колориметр һәм спектрофотометр ҡулланалар. Ғәмәлдә сәнәғәт етештереүендә, полиграфияла Төҫтөр атласы менән ҡулланалар.
Төҫ кешенең иғтибары менән идара итеү сараһы булып киң ҡулланыла. Ҡайһы бер эргәләштереүҙәр бик уңайлы (мәҫәлән, күк + һары), ә ҡайһылары — улай уҡ түгел (мәҫәлән, ҡыҙыл + йәшел). Колористика — төҫтәрҙе эргәләштереү сәнғәте булып тора.
Төҫ Викимилектә |
Төҫ | ||||||||||
|
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Төҫ, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.