Тбилиси

Тбили́си (груз.

თბილისი tʰ'biliˌsi Tbilisi.ogg  — «йылы сығанаҡ», урыҫса «тёплый источник») — Грузияның баш ҡалаһы. Кура йылғаһы буйында урынлашҡан һәм 1,5 миллионға яҡын халҡы менән илдең иң ҙур ҡалаһы һанала. Уға V быуатта нигеҙ һалынған. Европа менән Азия сигендә урынлашыуы арҡаһында Тбилиси күп тапҡыр Кавказдағы төрлө көстәрҙең үҙ-ара бәхәсенә сәбәпсе була. Ҡаланың күп ҡырлы һәм бай тарихы уның архитектураһында сағылыш тапҡан: Руставели һәм Давид Агмашенебели проспекттарынан башлап, Нарикала районындағы иртә урта быуаттар осоронан һаҡланып ҡалған тар урамдарға хәтлем — барыһы ла үҙенсәлекле күренеште тәшкил итә.

Тбилиси
груз. თბილისი
Флаг[d]
ТбилисиТбилиси
Нигеҙләү датаһы 455
Рәсем
Рәсми атамаһы თბილისი
Этнохороним Tbilissienne, Tbilissien, Tbilisano, тбілісец, тбіліска һәм тбілісцы
Рәсми тел Грузин теле
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт Тбилиси Грузия
Административ үҙәге Грузия, Грузино-Имеретинская губерния[d], Картли-Кахетинское царство[d], Рейхскомиссариат Кавказ[d], Тифлис губернаһы[d], Тифлис өйәҙе[d], Грузия ССР-ы[d], Закавказская демократическая федеративная республика[d], Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], Социалистическая Советская Республика Грузия[d], Тбилисский эмират[d], Иберия, Грузия батшалығы, Картлийское царство[d], Грузия[d], Военный совет (Грузия)[d], Q3591823? һәм Грузия Демократик Республикаһы[d]
Административ-территориаль берәмек Грузия
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Georgia/Tbilisi.map
Хөкүмәт башлығы Кахабер Каладзе[d]
Ойошма ағзаһы Всемирная федерация туристических городов[d]
Халыҡ һаны 1 118 035 кеше (2014)
Административ рәүештә бүленә Глдани[d], Дидубе (район)[d], Ваке[d], Исани[d], Крцаниси[d], Мтацминда[d], Надзаладеви[d], Сабурталинский административный район[d], Самгори[d] һәм Чугурети[d]
Туғандаш ҡала Любляна, Киев, Вильнюс, Кишинёв һәм Рига
Майҙан 720 км²
Почта индексы 0100–0199
Рәсми сайт tbilisi.gov.ge
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Вид в ночное время
Панорамный вид
Тема иҡтисады economy of Tbilisi[d]
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты IV быуат
Урындағы телефон коды (32)
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Тбилиси[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Тбилиси[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Tbilisi[d]
Тбилиси Тбилиси Викимилектә

Тбилиси — дәүләт әһәмиәтендәге ҡала, Грузияның административ-территориаль бүленешенә ярашлы, илдәге крайҙарға тиңләштерелгән Тбилиси муниципалитетын тәшкил итә. Майҙаны 726 км², халҡы &&&&&&&&01113000.&&&&&01 113 000 кеше (2016 йыл).

Атамаһы

«Тбилиси» атамаһы тәүге тапҡыр IV быуатта телгә алына; уның килеп сығыуын ҡалала булған йылы көкөртлө сығанҡтар менән бәйләйҙәр (грузинса ტფილისი, [Тпилиси]; тбили — «йылы»); урыҫ телендә 1936 йылға тиклем грек әҙәбиәте аша үҙләштерелгән Тифли́с һүҙе ҡулланыла. 1936 йылдың 20 авгусынан рәсми нигеҙҙә атама милли яңғырашҡа яҡыныраҡ булған Тбилиси формаһында алына.

Символика

Ҡаланың символдары: асҡыс, флаг, герб һәм мисәт.

Флаг

Тбилиси флагы тура мөйөшлө формала, дүрт төҫтән тора: аҡ фонда асыҡ күк, алтын һәм ҡара-ҡыҙыл төҫтәге элементтар урынлашҡан: киң асыҡ күк һәм сағыштырмаса нәҙек алтынса һыҙаттар бер-береһенә перпендикуляр булып киҫешә. Нәҡ ошо киҫешеү нөктәһендә ҡара-ҡыҙыл фонда ҡала гербының график һүрәтләнеше, ә уны түңәрәкләп алтын төҫтәге ете мөйөшлө ете йондоҙ урынлаштырылған. Һыҙаттарҙың ошолай киҫелеше символик әһәмиәткә эйә.

Герб

Ҡала гербы яҙыулы түңәрәк формалағы композициянан ғибәрәт: баш «тан» хәрефенең ҡарсыға менән фазан формаһында график һүрәтләнеше һәм хәрефтәрҙең бер-бер артлы урынлашыуы баш ҡала тураһындағы легенданың асылын сағылдыра. Гербтың өҫкө ярым түңәрәге буйлап ете мөйөшлө ете йондаҙ урынлашҡан. Төп һүрәт мәңгелек һәм көс символы булған имән ботағы менән уратып алынған, уның нигеҙен «Тбилиси» тигән яҙыулы әүернә рәүешле һүрәт (крестообразное изображение) тәшкил итә. Гербтың үҙәк булмышы һыу темаһына бағышланған.

Мисәт

Тбилиси ҡалаһының мисәте уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында эшләнә, ә 2005 йылдың 5 июнендә рәсми раҫла-на. Ҡала гербының һәм мисәтенең авторы — Эмир Бурджанадзе.

Билдәле шәхестәре

Физик-географик характеристика

Тбилиси 
Тбилиси ботаника баҡсаһындағы шарлауыҡ

Ҡаланың географик урыны

Тбилиси, Ҡура йылғаһы үҙәнендә һәм уны өс яҡтан уратҡан тауҙар биттәрендә 30 саҡрымға тиерлек тар һыҙат булып һуҙылып, Тбилиси соҡоронда урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 380—770 метр. Ҡаланың тирә-яғында 6-, 7- һәм 8-баллы ер тетрәүҙәр булырлыҡ участкалар бар. Көнсығыштан, көньяҡтан һәм өлөшләтә көнбайыштан Тбилиси Гардабан районы, төньяҡтан һәм ҡалған көнбайыш яҡтан — с Мцхет районы менән сиктәш.

Климат

Ҡала климаты уртаса континенталь: оҙайлы эҫе йәй, ҡыҫҡа йылы яҙ һәм йомшаҡ, бер үк ваҡытта ҡоро ҡыш.

  • Уртаса йыллыҡ температура: +13,3 °C
  • Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге: 1,5 м/с
  • Һауаның уртаса йыллыҡ дымлығы: 67 %
  • Температураның экстремаль (һуңғы сиктәге — иң түбән һәм иң юғары) күрһәткестәре: минимум −24,4° (21 ғинуар 1883 йыл); максимум +42,0° (17 июль 1882 йыл)
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 19,5 22,4 28,7 34,4 35,1 40,2 42,0 40,6 37,9 33,3 27,2 22,8 42,0
Уртаса максимум, °C 6,6 7,7 12,6 18,9 23,1 28,1 31,2 30,9 26,4 19,8 12,8 8,4 18,9
Уртаса температура, °C 2,3 3,1 7,2 12,7 17,2 21,7 24,9 24,7 20,2 14,2 7,9 3,7 13,3
Уртаса минимум, °C −0,8 0,0 3,2 8,4 12,4 16,5 19,8 19,5 15,4 10,4 4,9 1,3 9,3
Абсолют минимум, °C −24,4 −14,8 −12,8 −3,8 1,0 6,3 9,3 8,9 0,8 −6,4 −7,1 −20,5 −24,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 18,9 25,8 30,3 50,5 77,6 76 44,9 47,5 35,6 37,5 29,9 21 495,5
Сығанаҡ: Погода и климат (температура), Всемирная метеорологическая организация (ВМО), Гонконг обсерваторияһы (яуым-төшөм нормаһы)

Туғанлашҡан ҡалалар

Тбилиси 
Ҡалалар дуҫлығын иҫкә төшөрөп торған юл күрһәткесе (Саарбрюккен, Германия)

Тбилиси менән туғанлашҡан ҡалалар:

Иҫкәрмәләр

Топографик карталар

  • Лист карты K-38-78 Тбилиси. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.
  • Лист карты K-38-90 Марнеули. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.

Һылтанмалар

Tags:

Тбилиси АтамаһыТбилиси СимволикаТбилиси Билдәле шәхестәреТбилиси Физик-географик характеристикаТбилиси Туғанлашҡан ҡалаларТбилиси ИҫкәрмәләрТбилиси Топографик карталарТбилиси ҺылтанмаларТбилисиTbilisi.oggАзияАрхитектураБаш ҡалаГрузин телеГрузияЕвропаКавказУрта быуаттарУрыҫ телеФайл:Tbilisi.oggҠала

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыБаязит БикбайХажБәйләүесШәкүров Рәшит Закир улыАҡмуллаИталияБереговой Георгий ТимофеевичБашҡорт ихтилалы (1704—1711)Кинйә АрыҫлановҠурай23 майXII быуатИнвестицияларУрал ауыл Советы (Күгәрсен районы)ISO 3166-1Саспаев АманСандро БоттичеллиЧжэн ХэФредерик ШопенБашҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштарБашҡорт атыТамил телеВаршаваМөнәсәбәт һүҙҙәрҠылым замандарыБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыШифалы ромашкаЕкатерина IIБөйөк Ватан һуғышыИнженерлыҡ эшеБанкТанауКиҫәксәБашҡортостан ҡоштарыНельсон Мандела17 мартГаметаҠош сөйөп һунар итеүҠыҙыл байраҡБашҡортостандың ете мөғжизәһеШөкөр намаҙыХимияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыХамматов Яңыбай Хаммат улыПБашҡорт телеСуфыйлыҡДиего ВеласкесҠымыҙНәфис әҙәбиәтҺыуУсманова Кәримә Ишбулды ҡыҙыХөкүмәтЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)Иҫке ҠормашБельгияТаһирова Әнисә Абдулла ҡыҙыG20Кайдатка🡆 More