Терракотанан Яһалған Армия

Терракотанан яһалған армия (ҡытай |兵馬俑|兵马俑|bīngmǎ yǒng|бинма юн) — Ҡытайҙа император Цинь Ши Хуан мавзолейы янында ерләнгән терракотанан яһалған ҡытай яугирҙары скульптуралары.

Был скульптуралар егерме быуат элек эшләнгән һәм Сиань ҡалаһы янында ергә күмелгән булған. 1974 йылда фермерҙар һыу ҡойоһо ҡаҙыған ваҡытта табылалар. Меңдәрсә яугир һәм ат фигуралары табыла. Һуңға мәғлүмәт буйынса 6000, һәм меңдәрсәһе әле ҡаҙып алынмаған.

Терракотанан Яһалған Армия
Терракоттанан яһалған һалдат менән ат
Терракотанан Яһалған Армия
Цинь музейы

Ҡытай тарихсыһы Сыма Цянь белделеүенсә, Цинь Ши Хуан Б. Э.Т 221 йылда Ҡытайҙың беренсе императоры булғанға тиклем был армияны төҙөргә ҡушҡан. Эштәр Б. Э.Т 247 йылда Цинь король булғас башлана. Был фигуралар Цинь үлгәс, теге донъяла уны һаҡлау өсөн эшләнә. Ул Б. Э.Т 210 йылда вафат була. Ер аҫтындағы ҡаланы 700,000 эшсе төҙөй. Ҡала байлыҡ менән тултырылған һәм матур итеп биҙәлгән була. Ҡытай хөкүмәтенең ер аҫтындағы һарайҙы ҡаҙып алырға пландары юҡ.

Һәр яугир балсыҡтан эшләнгән. Уларҙың оҙонлоғо 2-шәр метр, армия командирҙары тағы ла бейегерәк. Скульптуралар шул тиклем ентекләп эшләнгән, уларҙың һәр береһенең йәшен, чинын һәм индивидуаллеген билдәләп була. Бер-береһенә оҡшаған ике һалдат юҡ. Ҡайһы берҙәре кинжал, уҡ, йәйә, ҡылыс, һөңгө менән коралланған.

Йыйыу конвейеры

Терракотта фигуралары оҫтаханала эшләнгән. Баш, аяҡ-ҡулдар, кәүҙә айырым эшләнгән һәм аҙаҡ йыйылған. Тикшереүҙәр битте эшләү өсөн 8 форма булған икәнен күрһәтә. Битте ҡойғас, балсыҡтан ҡабатланмаҫ индивидуыллеген эшләп ҡуйғандар. Барыһын да бергә йыйғас, мимика өҫтәп ҡуйғандар.

Аяҡтары ла ошондай ысул менән эшләнгән. Был ысул туҡтауһыҙ эшләргә мөмкинлек биргән. Балсыҡ фигураларҙы яндырғандар. Һәр оҫтахана фигураларға үҙ билдәләрен ҡуйған. Һәр фигура үҙ хәрби формированиеһында дәрәжәһенә ҡарап үҙ соҡорона күмелгән.

Башҡа сайттар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Debainne-Francfort, Corrine. «The Search for Ancient China». (Harry N. Abrams Inc. Pub. 1999): 91-99.
  • Dillon, Michael(ed). «China: A Cultural and Historical Dictionary». (Curzon Press, 1998): 196.
  • Ledderose, Lothar. «A Magic Army for the Emperor» from «Ten Thousand Things : Module and Mass Production in Chinese Art» ed. Lothar Ledderose, (Princeton UP, 2000): 51-73.
  • Perkins, Dorothy. «Encyclopedia of China: The Essential Reference to China, Its History and Culture». (Roundtable Press, 1999): 517—518.
  • Ульянов, М. Ю. Цинь Шихуан и его армия — Восточная коллекция, 2007, с. 20-38.

Һылтанмалар

Tags:

Терракотанан Яһалған Армия Йыйыу конвейерыТерракотанан Яһалған Армия Башҡа сайттарТерракотанан Яһалған Армия ИҫкәрмәләрТерракотанан Яһалған Армия ӘҙәбиәтТерракотанан Яһалған Армия ҺылтанмаларТерракотанан Яһалған АрмияТерракотаЦинь Ши Хуан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ТултырыусыБакалаврВикимедиа хәрәкәтеРига8 мартЯҡшығолов Сафуан Суфиян улыГәрәев Муса Ғайса улыЭякуляцияЯсир АрафатБашҡорт АССР-ыБиологияТатарстан РеспубликаһыСпортМенделеев Дмитрий Иванович5 июньӘкиәтЭске тулайым продуктАят әл-КүрсиӘҙәбиәтОктябрь Революцияһы ордены2000 йылҠырым30 майХазарҙарИсламдың алтын быуатыБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыҒәрәп теле1997 йылСи Цзиньпин28 ғинуарАсыҡ контентАуыл4 июльШарль де ГолльСалауат ЮлаевМетаболизмДонъя илдәре һәм территорияларыӘсәнов Фәнил Абдулһаҙый улыТехнологияБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМечников Илья ИльичГригориан календарыҠоштар1717 йылАвстралияАрхеология19 август10 мартВенерик ауырыуҙарБашҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы11 мартГеодезияМультипликацияАзия10 ноябрьИраҡБиографияФотографияФутболGoogleНагаева Лидия Ислам ҡыҙыҒафуров Мадрил Абдрахман улыХиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлауНидерландҒабдулла Туҡай24 майТициан🡆 More