Батшабикә Тамара

Тамара (1166 йыл—1213 йыл) — исеме Грузияның иң яҡшы осоро — «Грузия тарихының алтын быуаты» менән бәйле Грузия батшабикәһе.

Бөйөк Тамара
დიდი თამარი
Бөйөк Тамара
Батшабикә Тамара
Грузия батшабикәһе
Батшабикә Тамара
Грузия
1184 — 1209/1213
Абхаздарҙың, Картвелдарҙың, Рандарҙың, Аландарҙың, Овстарҙың, Кахтарҙың һәм Әрмәндәрҙең батшаларының батшаһы һәм батшабикәһе, Ширванша һәм Шахинша, Барлыҡ Көнсығышты һәм Көнбайышты буйһондороусыһы, уның мессияһы килтергән Тыныслыҡҡа һәм Дингә дан
Алдан килеүсе: Георгий III
Дауамсы: Георгий IV Лаша
 
Дине: Православие, грузин сиркәүе
Тыуған: 1166({{padleft:1166|4|0}})
Мцхета, Грузия
Үлгән: 1213({{padleft:1213|4|0}})
Тифлис
Ерләнгән: Ҡалып:Место Захоронения
Нәҫел: Багратиондар
Исеме: груз. თამარ მეფე
әзерб. Tamar Mepe
Атаһы: Георгий III
Әсәһе: Бурдухан Аланская
Ире: 1) Юрий Андреевич Боголюбский
2) Давид-Сослан
Балалары: икенсе никахтан улы Георгий IV Лаша, ҡыҙы Русудан
 
Автограф: Батшабикә Тамара
Монограмма: Монограмма
Батшабикә Тамара
1213 йылда Грузия батшалығы

Сығышы менән Багратиондар династияһынан, Георгий III һәм Бурдухан батшабикәнең — алан батшаһы Худандың ҡыҙының ҡыҙы.

Тамара батшабикә Давид IV Төҙөүсе батшаның эшмәкәрлеген дауам итә һәм Грузия буйынса христианлыҡтың киң таралыуына, ҡорамдар һәм монастырҙәр төҙөлөүгә булышлыҡ итә.

Православиела изгеләр рәтенә индерелә, ҡайсағында Бөйөк Тамара тип нарыҡлана.

Тамараның хакимлығы

Тәхеткә ултырыуы

Тамара 1178 йылда Уплисцихта атаһының идаралашсыһы булып тәхеткә ултыра. Был хәл Демна принцы һәм Орбелиани кланының фетнәһенән һуң, батшаның вариҫы юҡ саҡта, илдә хәл-торош тотороҡһоҙ ваҡытта була. Батша вафат булғандан һуң Тамара ҡабаттан Гелат монастырендә тәхеткә ултыртыла (1184). Батшабикә кисекмәҫтән сиркәү тормошондағы үҙ-ара аңлашмаусылыҡтарҙы бөтөрөү һәм административ тәртип урынлаштырыу өсөн соборҙы йыйып ала. Лайыҡ булмаған архиерейҙар кафедранан ситләштерелә, вазифаһын яуыз ниәттә ҡулланыусы хакимдар урындарынан бушатыла, сиркәүҙәр яһаҡ түләүҙән азат ителә, крәҫтиәндәрҙең яҙмышы еңеләйтелә, ил эсендә тыныслыҡ урынлаштырыла.

Беренсе никахы

1185 йылда Патриарх, епископтар һәм батшаға яҡын кешеләр бер фекерҙән йәш Тамараға ир табырға ҡарар итә һәм кейәү эҙләү өсөн Рускә (православие диненең уртаҡлығын күҙ уңында тотоп) сауҙагәр Зоровавель ебәрелә. Андрей Боголюбскийҙың улы Георгий (ул уҡ — Юрий) «ғәййәр, камил кәүҙәле һәм ҡарап тороуға һөймәлекле егет» менән таныша.

Барыһы ла һайланған кейәүҙе хуплай, әммә үҙенең йәшенә хас булмағанса аҡыллы Тамара, «Нисек шундай уйланылмаған аҙым яһарға мөмкин? Уның ҡаҙаныштарын йәки етешһеҙлектәрен күреү өсөн миңә кисектереп торорға ваҡыт бирегеҙ», — ти. Әммә батшаға яҡын кешеләр үҙ һүҙендә ныҡ тора, ҡыҙҙың ризалығын алыуға өлгәшә һәм туй ойоштора.

— Антон Поспелов

Бер аҙҙан Тамараның хәүефләнеүе ысынбарлыҡҡа аша: грузин сығанаҡтарына ярашлы, Юрий үҙен эскесе итеп таныта һәм «бик күп насар» ғәмәлдәр ҡыла. Тамара ике йыл ярым дауамында иренең кәмселектәренә түҙә, уға «монахтар аша» мөрәжәғәт итеп ҡарай, һуңынан «уны күҙмә-күҙ» фаш итә башлай. Юрий, киреһенсә, ене ҡотороп, тағы ла насарыраҡ ғәмәлдәр ҡыла башлай. Ахырҙа Тамара «илай-илай, байлыҡ биреп, уны ҡыуып сығара». Ҡыуылған Юрий 1187 йылда Константинополдә төпләнә.

Никахы тарҡалғандан һуң Тамараның элекке ире уның дошманына әүерелә һәм гректарҙың ҙур ғәскәре менән Константинополдән Грузияға, юғалған тәхетен кире ҡайтарырға юллана. Юрий яҡлылар Кутаиси ҡалаһын ала һәм ул Гегути һарайында тәхеткә ултыртыла, арҡаҙаштары Гори ҡалаһына тиклем барып етә, ләкин фетнә баҫтырыла. Юрий ҡабаттан ҡыуыла, уның яҡлыларға яза бирелә (Джакели кланының биләмәләре тартып алына). Был 1191 йылда була. Тамараның ире һәм ғәскәр командиры булараҡ, Юрий Двинды һәм башҡа ерҙәрҙе мосолмандарҙан азат итә, шуға күрә әрмән сығанаҡтары, грузиндарҙан айырмалы, уның тураһында яҡшы фекерҙә.

Икенсе никахы

Батшабикә Тамара 
Тамара батшабикә. Вардзиа монастырендәге фреска.

Юрийҙы беренсе тапҡыр ҡыуып ебәргәндән һуң, Тамара бала саҡ дуҫы, алан батшаһының улы Давид Сослан менән яңы никахҡа инә.

Грузин дәүләтен нығытыу

Артабан Тамара һөжүм сәйәсәтенә күсә. Ул Твризды, Эрзерумды яулап ала, ардебиль солтанын еңә. 1195 йылдағы Шамкор алышы уға дан килтерә һәм рус риүәйәттәрендә ивер батшибикәһе Динара булараҡ сағылыш таба. Уның еңеүҙәре 1203 йылда Алеппо солтаны Нукардиндың еңелеүе менән тамамлана Тамара Понттан алып Каспийғаса, Сперҙан (Трапезундтан Карсҡаса һыҙат) Дербентҡаса, Хазаретия һәм «Скифия» батшабикәһе тип таныла. Үҙенең идара итеү девизы итеп ул шәфҡәтлелекте һәм хәҡиҡәтте ала: «Мин етемдәр атаһы һәм толдар хөкөмдары», — ти Тамара.

Мәҙәни тормош

Батша һарайында арҙаҡлы яҙыусылар йыйылып, грузин телен үҫтерә һәм камиллаштыра. Уның хакимлыҡ осоронда Иоанн Шавтели менән Чахрухадзе «Алиһәгә тиң» батшабикәгә үҙҙәренең ҡоғланыулы одаларын бағышлай. Шул ваҡытта прозала донъяуи романтик бәйән итеү барлыҡҡа килә, «Амиран Дареджаниани» авторы Моисей Хонели, Виса менән Рамин тураһында фарсы повесын тәржемә итеүсе Саргис Тмогвели уның тәүге вәкилдәре була. Шота Руставели үҙенең «Юлбарыҫ тиреһендәге витязен» яҙа. Грузияның барлыҡ ҡорамдарын һәм ҡәлғәләрен Тамара менән бәйләгән легендар тарих ысынбарлыҡҡа яҡын: күпселек сәнғәт һәйкәлдәре тап уның тарафынан төҙөлгән. Шулар араһында — Ахалцихтан алыҫ булмаған ҡаяла соҡоп эшләнгән 360 бүлмәле Вардзиа һарайы. Кавказдың тау халҡы араһында христианлыҡ һәм гражданлыҡ Тамараның энергияһы һәм хәстәрлеге һөҙөмтәһендә тарала. Уның исеме Кавказдың төрлө халыҡтары араһында бер үк ихтирам менән тарала.

Батшабикә Тамара 
Тамара батшабикә портреты менән 50 лари. 1995, аверс

Һуңғы йылдары. Вафаты

Тамараның вафат булған йылы аныҡ билдәле түгел, бары тик 1209, 1210, 1213 йылдар тип иҫәпләнә. Ул Начармагеви резиденцияһында башланған ауырыуынан мандый алмай. Тбилиси эргәһендәге Агарани замогына (хәҙерге Коджор ҡәлғәһе тип күҙаллана) килгәс, вафат була. Кәүҙәһен Мцехетҡа алып киләләр, һуңынан Гелатта ерләйҙәр. Әммә ерләнгән урыны билдәһеҙ, археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтә бирмәй. Бер нисә альтернатив вариант, шул иҫәптән ул Фәләстәнда ерләнгән тигән фараздар ҙа бар.

Батшабикә Тамара 
«Шота Руставели Тамара батшабикәгә поэмаһын бирә». Рәссам — Михай Зичи, 1880 й.

Тамара батшабикә әҙәбиәттә һәм фольклорҙа

Халыҡ риүәйәттәре

«Брокгауз менән Ефрондың энциклопедик һүҙлеге»ндә шундай ышанмыш яҙылған, йәнәһе лә, Тамара үлмәгән, ә «алтын сәңгелдәктә йоҡлай; уға халыҡтың аһ-зары барып етһә, ул терелеп, ҡабат хакимлыҡ итә башлаясаҡ». Был уның ерләнгән урыны аныҡ билдәле булмағанлыҡтан тыуған. Шулай уҡ Грузияның тау халҡы Тамараны барлыҡ ауырыуҙарҙан дауалаусы изге бағыусы тип ҡабул итә.

Хәҙерге матур әҙәбиәт

Тамараның тормошо һәм уның кенәздәр менән көрәше Александра Воинованың «Тамара менән Давид» романында һүрәтләнә. Унда Грузияның — XII—XIII йәҙ йыллыҡтар сигендәге тарихы дәүере, Грузия (Иверия) үҙенең дәүләт, хужалыҡ, мәҙәни тормошонда иң юғары ҡаҙыншҡа өлгәшкән ваҡыт сағылдырыла.

Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы Тамара Ғәниеваның 2001 йылда «Ағиҙел» журналында «Тамарис» трагедияһы баҫылып сыға. Уны Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләштерә һәм спектакль «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки театрҙары фестиваленең премияһына лайыҡ була.

Тамараның шәжәрәһе

Сиркәү хөрмәте

Православиела Тамара изгеләштерелгән һәм «Бөйөк Тамара» тип йөрөтөлә. Уның сиркәүҙәге иҫтәлеге 14 (1) майҙа, шулай уҡ Тыныслыҡ илсеһе ҡатын-ҡыҙҙары аҙналығында (күсеп йөрөүсе байрам) билдәләнә.

Башҡа хәтер

  • 1892 йылда асылған астероид Тамара батшабикә хөрмәтенә атала.
  • Тамары батшабикә исемен Местиа ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан аэропорт йөрөтә — Тамара батшабикә исемендәге аэропорт.

Комментарийҙар

Батшабикә Тамара 
Аносино ауылы (Мәскәү өлкәһе, Рәсәй) зыяратында Тамара ғибәҙәтханаһы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Тамара // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар

Tags:

Батшабикә Тамара Тамараның хакимлығыБатшабикә Тамара Тамара батшабикә әҙәбиәттә һәм фольклорҙаБатшабикә Тамара Тамараның шәжәрәһеБатшабикә Тамара Сиркәү хөрмәтеБатшабикә Тамара Башҡа хәтерБатшабикә Тамара КомментарийҙарБатшабикә Тамара ИҫкәрмәләрБатшабикә Тамара ӘҙәбиәтБатшабикә Тамара ҺылтанмаларБатшабикә ТамараГрузия батшалығы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ҡоро АлатырьБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыЙәнМормон китабыУрыҫ телеБритан энциклопедияһыМадридСифатДонецкӨфөҠояш торошоHTMLБалаҡатай районыБухарестПознер Владимир ВладимировичСофия Йованович (һалдат)Төрөк телеДор ШабашевицҒәлимов Флүр Миншәриф улыҠалаМартин Лютер КингИбн ХордадбехҮҙәк разведка идаралығыСиндзо АбэҮзбәк ханлығыСтатистикаКонсерватизмПоезд23 мартБашҡорт телеКатолик сиркәүеСиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улыМультипликацияТәбиғәтХәрби антАҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улыЕнси актГаити Республикаһы2003 йылҠаракүл (һаҙлыҡ)Элвис ПреслиБерләшкән Ғәрәп ӘмирлектәреЙәһүд автономиялы өлкәһеСальвадор Дали25 мартБенджамин ФранклинВьетнам һуғышыАбдуллин Азат Хаммат улыБәндәбикә кәшәнәһеРус телеСовет Социалистик Республикалар СоюзыНАТОАвторлыҡ хоҡуғын боҙоуКиев РусеBashkir AlphabetХрущёв Никита СергеевичЛитваларЛондон🡆 More