Сулпан

Сулпан (Зөһрә, рус. Венера; символы: ) — Ҡояшҡа яҡынлығы буйынса икенсе планета.

Сулпан, Меркурий кеүек, астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар.

Сулпан Сулпан
Сулпан
Венера в естественном цвете
Орбита характеристикалары

Эпоха: J2000.0

Перигелий

107 476 259 км
0,71843270 а. б.

Афелий

108 942 109 км
0,72823128 а. б.

Ҙур ярымкүсәр (a)

108 208 930 км
0,723332 а. б.

Орбитаның эксцентриситеты (e)

0,0068

Әйләнеүҙең сидерик периоды

224,70069 көн

Әйләнеүҙең Синодик периоды

583,92 көн

Орбита тиҙлеге (v)

35,02 км/с

Ауышлығы (i)

3,86° (Ҡояш экваторына ҡарата)

Долгота восходящего узла (Ω)

76,67069°

Перицентр аргументы (ω)

54,85229°

Юлдаштары

юҡ

Физик характеристикалар
Уртаса радиус

6051,8 ± 1,0 км

Өҫлөк майҙаны (S)

4,60·108 км²
0,902 ер

Күләме (V)

9,38·1011 км³
0,857 ер

Массаһы (m)

4,8685·1024 кг
0,815 ер

Уртаса тығыҙлығы (ρ)

5,24 г/см³

Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g)

8,87 м/с²
0,904 g

Икенсе космик тиҙлек (v2)

10,46 км/с

Экваторҙа әйләнеү тиҙлеге

6,52 км/сәғ

Әйләнеү периоды (T)

243,023 көн

Күсәр ауышлығы

177,36°

Прямое восхождение северного полюса (α)

18 сәғ 11 мин 2 с
272,76°

Төньяҡ полюс ауышлығы (δ)

67,16°

Альбедо

0,65

Күренгән йондоҙ дәүмәле

−4,7

Мөйөшсә диаметр

9,7″ — 66,0″

Температура
Өҫтөндә

737 К
(464 °C)

Атмосфера
Атмосфера баҫымы

9,3 МПа

Состав:

~96,5 % углекислый газ
~3,5 % азот
0,015 % көкөрт диоксиды
0,007 % аргон
0,002 % һыу пары
0,0017 % угар газ
0,0012 % гелий
0,0007 % неон
(эҙҙәре) углерод сероксиды
(эҙҙәре) хлороводород
(следы) фтороводород

Сулпан күк йөҙөндә яҡтылығы буйынса, Ҡояш һәм Айҙан ҡалышып, өсөнсө урында тора. Сулпан Ҡояш байыр алдынан, йәки Ҡояш сығыр алдынан яҡшы күренә. Шуның өсөн уны Шәреҡ йондоҙо, йәки Сулпан йондоҙо тип атайҙар.

Сулпан Ергә оҡшаған планета тип квалификациялана. Ике планета ла тартылыу көсө, составы буйынса оҡшаш. Әммә ике планетала шарттар ҡырҡа айырыла. Сулпан ҡуйы көкөрт кислотаһы болото менән ҡапланған, был ҡуйы болот Сулпандың йөҙөн ҡарарға бирмәй. Әммә радиотулҡындар ярҙамында Сулпандың рельефын тикшерергә була. Был планетаның атмосфераһы тығыҙ, башлыса углекислый газдан тора. Был Сулпанда углекислый газды биомассаға әйләндерә алырлыҡ органик тормош һәм углерод әйләнеше булмау менән аңлатыла.

Бик борон Сулпан йөҙө бик ҡыҙған һәм Ерҙәге кеүек океандар, урынында сүллек пейзажы ҡалдырып, парға әйләнеп бөткән. Магнит ҡыры көсһөҙ булғанға һыу парҙары Ҡояш еле менән йондоҙ-ара арауыҡҡа таралған.

Атмосфера баҫымы Ерҙәгенән 92 тапҡыр ҙурыраҡ. Сулпан өҫтө вулкан эшмәкәрлеге эҙҙәрен һаҡлай. Сулпанда плиталарҙың тектоник хәрәкәте күҙәтелмәй, был өҫтөндә һыу булмау менән аңлатыла.

Сулпанда атмосфера булыуын 1761 йылдың 6 июнендә М. В. Ломоносов аса.

Дөйөм мәғлүмәт

Ҡояштан Венераға тиклем яҡынса 108 млн км (0,723 а. е.). Венеранан Ергә тиклем алыҫлыҡ 38-ҙән 261 млн км-ға тиклем үҙгәрә. Венераның орбитаһы түңәрәккә бик яҡын. Ҡояш тирәләй әйләнеү периоды 224,7 ер тәүлегенә тиң; уртаса орбита тиҙлеге — 35 км/с. Орбита ауышлығы эклиптика буйынса 3,4°. Ҙурлығы буйынса был планета ергә яҡын. Радиусы 6051,8 км (ер менән сығыштырғанда 95 %), массаһы — 4,87·1024 кг (ер менән сағыштырғанда 81,5 %), уртаса тығыҙлығы — 5,24 г/см³. Ирекле төшөү тиҙлеге 8,87 м/с², икенсе космос тиҙлеге — 10,36 км/с.

Венера ергә оҡшаған планета тип квалификациялана. Уны ерҙең «һеңлеһе» тип тә атайҙар, сөнки ике планета ҙурлығы менән дә, составы менән оҡшаш. Тик планеталағы шарттар ғына ныҡ айырыла. Венерала, ергә оҡшаған планеталар менән сағыштырғанда, атмосера бик тығыҙ. Атмосфера, башлыса, углекислый газдан тора. Планетаның өҫлөгө көкөрт кислотаһынан торған болоттар менән ҡапланған. Болоттан аша планета өҫлөгө күренмәй. Ҡуйы болоттар аҫтындағы планетаның ҡҫлөгө тураһында бәхәстәр XX быуатҡа тиклем дауам итә. Венераның болоттары радиотуоҡындар өсөн үтә күренмәле, был ысул менән планетаның рельефы өйрәнелде.

Сулпан 
Сығыштырыу өсөн (һулдан уңға) Меркурий, Венеры, Ер һәм Марс

Бик борон заманда Венерала Ерҙәге кеүек океандар булған тип фаразлана. Океандар кибеп, парға әйләнеп осоп бөткән. Улар урынында буш сүллектәр һәм ҡаялар тороп ҡалған. Бер гипотеза буйынса, Венерала магнит ҡыры бик көсһөҙ, шул сәбәпле Ҡояш нуры тәьҫирендә һыу тарҡалып бөткән. Ҡояш еле тарҡалған һыуҙы планета-ара арауыҡҡа таратҡан. Планетаның атмасфераһы хәҙер ҙә водород һәм кислородты 2:1 нисбәтендә юғалта икәне иҫбатланған.

Әҙәбиәт

  • Короновский Н. Н. Морфология поверхности Венеры // Соросовский образовательный журнал. (рус.)
  • Бурба Г. А. Венера: русская транскрипция названий // Лаборатория сравнительной планетологии ГЕОХИ, май 2005 г. (рус.)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Баязитова У. Ш. Сулпан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Tags:

Сулпан Дөйөм мәғлүмәтСулпан ӘҙәбиәтСулпан ИҫкәрмәләрСулпан ҺылтанмаларСулпанЗөһрә (йондоҙ)МеркурийРус телеҠояш

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

СпартакФутболҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрБашҡорт АССР-ыАҠШ доллары10 апрельРун яҙмаһыБөрйән районыҒәззәФедераль тикшереүҙәр бюроһыИстанбулОвидийЕр көнөГәрәев Муса Ғайса улыБотаникаАккраБеренсе донъя һуғышыБлог1 ноябрьБашҡорт халыҡ медицинаһыҠояшРәүешОктябрь Революцияһы ордены28 июнь1943 йылМенделеев Дмитрий ИвановичСекундИранАндре АгассиДнестр буйы Молдова РеспубликаһыӨсөнсө рейхАвстралия27 апрельУран (элемент)Венерик ауырыуҙар23 март28 ғинуар16 сентябрьМечников Илья ИльичАнтонио ВивальдиБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы2020 йылӘхмәтшин Марс Әһлиулла улыҒәрәбстан ярымутрауыБашҡорт халҡының йолаларыДетройтБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәре12 июль15 мартISO 3166-118 июнь15 апрельАят әл-КурсиНемец телеРумын теле2016 йылАвгустЯдро ҡоралыФредерик ШопенXII быуатГалилео ГалилейАбдуллин Әнүәр Абдулла улы1988 йыл1995 йылҮтәғолов Зөбәй Төхвәт улы🡆 More