Синагога Иерусалим Ҡорамы бөтөрөүҙән һүң йәһүҙилектең төп ғибәҙәт урыны булып тора.
Православие сиркәүенән айырмалы рәүештә синагога ҡорам түгел, ҡорбан килтереүҙәр өсөн бер генә урын Иерусалим Ҡорамы булып тора. Яңы Иерусалим Ҡорамы булдырыу өсөн бер генә урын бар — Иерусалимдағы Ҡорам тауы.
Башҡорт телендәге синагога һүҙе урыҫ теленән алынған, урыҫ һүҙе грек. συναγωγή(synagogé) "йыйылыш" һүҙенән килә. Йәһүд телендә синагоганың ике исеме бар: йәһ. בית כנסת, никудлы имләһендә בֵּית כְּנֶסֶת, уҡыу: [beit 'k(ə)neset] (Beiţ Knes(s)eţ, бейт-кнессет) ? "йыйылыш йорто" һәм йәһ. בית התפילה "доға йорто". Икенсе исем Талмудта бер генә тапҡыр осрай.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Синагога, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.